Республика ихаталарында ташландыҡ автомобилдәр булмаясаҡ

Республика ихаталарында ташландыҡ автомобилдәр булмаясаҡ, ә 1 июлдән бөтә йәмәғәт транспортында ла берҙәм карта ярҙамында иҫәпләшергә мөмкин, тағы ла ноябрь аҙағына тиклем ҡала-райондар араһында легаль булмаған пассажир ташыусыларҙы бөтөрөргә иҫәп тоталар. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды. Шулай итеп, республиканы ташландыҡ автомобилдәрҙән дә бушатырға ваҡыт.  Тимер атын газон – тротуарҙа ҡалдырыусылар менән көрәш үҙ һөҙөмтәһен бирҙе, тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. Апрель айынан алып административ комиссиялар тарафынан 14 миллион һумлыҡ штраф һалынған. Иң мөһиме – ҡағиҙә боҙоуҙар көндән-көн кәмей. Урам-ихаталарҙағы алам-һалам, ташландыҡ машиналарҙы эвакуациялауҙы башлар алдынан Радий Хәбиров юридик механизмдарҙы барларға ҡушты. Ошо рәүешле автомобилдәр өсөн туҡталҡала урын бушатыу менән бер рәттән яңыларын да булдырыу күҙаллана. Республикала әле 310 мең машинаға урын талап ителһә, ғәмәлдә шуның яртыһы ла юҡ. Йәмәғәт транспортына бәйле төрлө һорауҙар килеүен Радий Хәбиров автобустар паркын яңыртыу оҙаҡҡа һуҙылыуы менән аңлатты һәм аңлатма биреп үтте. Башҡортостан юлдарында үҙебеҙҙә етештерелгән автобустар йөрөргә тейеш тине ул.1 августҡа тиклем Башавтотранс өр-яңы 26 ҙур автобус ала. Улар барыһы ла ҡала-ара маршруттарға сығасаҡ. Ә август аҙағына урта класслы 222 автобус килеп етә, улар иһә ҡала эсендәге һәм ҡала-райондар араһындағы пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Бөтәһе киләһе йылдың апреленә тиклем республика юлдарына 589 яңы автобус сығыр тип көтөлә. Шул уҡ ваҡытта пассажирҙар өсөн яҡынса 3 аҙнанан берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә инә.Башҡортостан был көндәрҙә Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы һөҙөмтәләрен дә барлай. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, республика өсөн быйылғы эшлекле сара рекордлы – йәмғеһе 82 миллиард һумлыҡ инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйылған. Ә был 3 меңгә яҡын яңы эш урыны тигән һүҙ. Рекордҡа тиңләрлек сараларҙың береһен был көндәрҙә Башҡортостан үҙе ҡабул итә. Евразия йөрәге фестивале бер нисә көн дауамында Өфөлә меңәрләгән ҡатнашыусыны йыясаҡ. Уның сиктәрендә 12 июндә  Надежда Бабкинаның “Рәсәй йырҙары” фестивале, этнотөн, 13-ндә симфония төнө, 14 июнь көнө Беренсе балл, Ҡурайфест, республиканың 100 йыллығына бағышлап “Алға Башкирия, Вперед Башҡортостан” тип аталған концерт, һәм башҡа саралар үтәсәк. Фестивалдең һәр көнө сағыу салют менән тамамлана. Әйткәндәй, был фестиваль йәш булыуға ҡарамаҫтан, белгестәр баһаһы буйынса Муз ТВ-нан ҡала икенсе урында тора. Республика етәксеһе беренсегә ынтылырға бөтә мөмкинлектәр ҙә бар тине.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Бөгөн Сибай халҡы һаулыҡ һаҡлау министры менән осраша | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Сибай халҡы һаулыҡ һаҡлау министры менән осраша

Сибайҙа бөгөн  Көкөрт диоксиды менән көкөрт водороды миҡдарының норманан ашыу кимәле теркәлмәгән. Был турала бөгөн ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов белдерҙе. Бөгөн Сибай халҡы республиканың һаулыҡ һаҡлау министры менән осраша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Сибайҙа ай ярым элек иҫке карьерҙа руда...

24 января 2019
Смотреть видео Башҡортостанда ғинуар рекордтары | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ғинуар рекордтары

Бөгөн иртән, республика райондарында 40  градусҡаса һыуытты.  Ошондай температура Баймаҡ районындағы таһир ауылында теркәлде. Биләмәлә иртәнге сәғәттәрҙә 39-40  градус булған. Сасҡау һалҡындар араҡаһында балаларҙың мәктәпкә йөрөүе сикләнә. Ейәнсура районындағы Абзан ауылында ла бөгөн...

24 января 2019
Смотреть видео Кулибиндар | ГТРК «Башкортостан»

Кулибиндар

 “Гараж54” каналын алып барыусылар үҙенсәлекле тәжрибә үткәргән.Улар автомобиль тәгәрмәстәре урынына тимер сылбырҙы иретеп йәбештергән һәм ҡышҡы юлдан йөрөп ҡараған. Ҡаты юлда ҡатмарлыҡтар юҡ, әммә ҡарлы урындарҙа машинаны һөйрәтеп сығарырға тура килгән. Нисек кенә булмаһын ауыл кулибиндары...

23 января 2019
Смотреть видео Бер юлы өс бәхет | ГТРК «Башкортостан»

Бер юлы өс бәхет

Белорет районы Сәрмән ауылында йәшәүсе Тимербаевтар ғаиләһен ишәйтеп көтмәгәндә ике ул һәм бер ҡыҙ донъяға килгән. Әммә ете кешенән торған ғаиләне хәҙер торлаҡ мәсьәләһе борсой. Элекке йорттарының бәләкәй булыу сәбәпле, йәш әсә хәҙер сабыйҙары менән ҡалала ҡуртымға алынған бер бүлмәле фатирҙа...

23 января 2019
Смотреть видео Һигеҙ йәшлек герой | ГТРК «Башкортостан»

Һигеҙ йәшлек герой

Өфөлә һигеҙ йәшлек малай мәкегә төшөп киткән баланы ҡотҡара. Ҡариҙел йылғаһы буйында тауҙан шыуып йөрөгән сағында балаларҙың береһе боҙ ярылып һыуға төшә. Йәш ҡотҡарыусы юғалып ҡалмайынса ярҙамға ашыға. Урал Исмәғилев ул көндө ҡурҡыныс төш кеүек кенә иҫкә ала. Тауҙан шыуыу ундай хәүефле булыр, тип...

23 января 2019
Смотреть видео Стәрлетамаҡта яңы уҡыу йорто үҙ ишектәрен аса | ГТРК «Башкортостан»

Стәрлетамаҡта яңы уҡыу йорто үҙ ишектәрен аса

Стәрлетамаҡта тиҙҙән 18 мең квадрат метрлы яңы уҡыу йорто үҙ ишектәрен асасаҡ. 1 мең 225 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәптә балалар өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған. Һәр бер бүлмәлә уҡыусы интерактив таҡта менән ҡуллана ала. Икенсе ҡатта биш йөҙ урынға тәғәйенләнгән тамаша залы эшләйәсәк. Бынан тыш,...

23 января 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сорғот-Мәскәү рейсы менән осоусы бер пассажир бортта тәртипһеҙлек ойоштороусыны ҡулға алыуҙы видеоға төшөргән. Иҫереп алған ир пилоттар кабинаһына инеп курсты үҙгәртеүҙе талап итә. Был кадрҙарҙа һеҙ махсус хеҙмәттәрҙең ирҙе ҡулға алған мәлен күрәһегеҙ. Рәсәйҙең тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан...

23 января 2019
Смотреть видео Табиптарҙың хатаһы өсөн 15 миллион һум | ГТРК «Башкортостан»

Табиптарҙың хатаһы өсөн 15 миллион һум

Бөгөн Өфөнөң Киров районы судында 3 табиптың эше ҡарала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2013-сө йылда баш ҡаланың 21-се дауаханаһында Альберт Нуриев вафат булғайны. Табиптарға ҡаршы ҡуҙғатылған енәйәт эшен ҡарау бер-нисә йыл барҙы. Улар амнистияға эләккәс һәләк булыусының яҡындары 3 табиптан 5-әр миллион һум...

23 января 2019
Смотреть видео Бәләбәйҙә полиция хеҙмәткәрҙе өй туйлай | ГТРК «Башкортостан»

Бәләбәйҙә полиция хеҙмәткәрҙе өй туйлай

Ҡалала район эске эштәр бүлегенең яңы бинаһы асылды. Тәртип һағында тороусыларҙы был иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотларға  Республика етәксеһе лә килде. Объектты төҙөүгә һәм йыһазландырыуға Башҡортостан ҡаҙнаһынан аҡса бүленгән. Радий Хәбиров полиция хеҙмәткәрҙәренең кабинеттарын ҡараны, ваҡытлыса...

23 января 2019
Смотреть видео Сибайҙа бер урамда зарарлы матдәләр норманан 2,5 тапҡырға артып киткән | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа бер урамда зарарлы матдәләр норманан 2,5 тапҡырға артып киткән

Сибайҙа бөгөн бер урамда зарарлы матдәләр норманан 2,5 тапҡырға артып киткән. Был турала ҡала хакимиәтендә үткән брифингта ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкиле Кирилл Первов белдерҙе. Кисә һауа 49 тапҡыр тикшерелгән.  Көкөрт диоксиды менән көкөрт водороды миҡдарының норманан ашыу кимәле...

23 января 2019