Республика ихаталарында ташландыҡ автомобилдәр булмаясаҡ

Республика ихаталарында ташландыҡ автомобилдәр булмаясаҡ, ә 1 июлдән бөтә йәмәғәт транспортында ла берҙәм карта ярҙамында иҫәпләшергә мөмкин, тағы ла ноябрь аҙағына тиклем ҡала-райондар араһында легаль булмаған пассажир ташыусыларҙы бөтөрөргә иҫәп тоталар. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды. Шулай итеп, республиканы ташландыҡ автомобилдәрҙән дә бушатырға ваҡыт.  Тимер атын газон – тротуарҙа ҡалдырыусылар менән көрәш үҙ һөҙөмтәһен бирҙе, тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. Апрель айынан алып административ комиссиялар тарафынан 14 миллион һумлыҡ штраф һалынған. Иң мөһиме – ҡағиҙә боҙоуҙар көндән-көн кәмей. Урам-ихаталарҙағы алам-һалам, ташландыҡ машиналарҙы эвакуациялауҙы башлар алдынан Радий Хәбиров юридик механизмдарҙы барларға ҡушты. Ошо рәүешле автомобилдәр өсөн туҡталҡала урын бушатыу менән бер рәттән яңыларын да булдырыу күҙаллана. Республикала әле 310 мең машинаға урын талап ителһә, ғәмәлдә шуның яртыһы ла юҡ. Йәмәғәт транспортына бәйле төрлө һорауҙар килеүен Радий Хәбиров автобустар паркын яңыртыу оҙаҡҡа һуҙылыуы менән аңлатты һәм аңлатма биреп үтте. Башҡортостан юлдарында үҙебеҙҙә етештерелгән автобустар йөрөргә тейеш тине ул.1 августҡа тиклем Башавтотранс өр-яңы 26 ҙур автобус ала. Улар барыһы ла ҡала-ара маршруттарға сығасаҡ. Ә август аҙағына урта класслы 222 автобус килеп етә, улар иһә ҡала эсендәге һәм ҡала-райондар араһындағы пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Бөтәһе киләһе йылдың апреленә тиклем республика юлдарына 589 яңы автобус сығыр тип көтөлә. Шул уҡ ваҡытта пассажирҙар өсөн яҡынса 3 аҙнанан берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә инә.Башҡортостан был көндәрҙә Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы һөҙөмтәләрен дә барлай. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, республика өсөн быйылғы эшлекле сара рекордлы – йәмғеһе 82 миллиард һумлыҡ инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйылған. Ә был 3 меңгә яҡын яңы эш урыны тигән һүҙ. Рекордҡа тиңләрлек сараларҙың береһен был көндәрҙә Башҡортостан үҙе ҡабул итә. Евразия йөрәге фестивале бер нисә көн дауамында Өфөлә меңәрләгән ҡатнашыусыны йыясаҡ. Уның сиктәрендә 12 июндә  Надежда Бабкинаның “Рәсәй йырҙары” фестивале, этнотөн, 13-ндә симфония төнө, 14 июнь көнө Беренсе балл, Ҡурайфест, республиканың 100 йыллығына бағышлап “Алға Башкирия, Вперед Башҡортостан” тип аталған концерт, һәм башҡа саралар үтәсәк. Фестивалдең һәр көнө сағыу салют менән тамамлана. Әйткәндәй, был фестиваль йәш булыуға ҡарамаҫтан, белгестәр баһаһы буйынса Муз ТВ-нан ҡала икенсе урында тора. Республика етәксеһе беренсегә ынтылырға бөтә мөмкинлектәр ҙә бар тине.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Йылдарҙа-беҙҙең тарих | ГТРК «Башкортостан»

Йылдарҙа-беҙҙең тарих

Парламентҡа 110 депутат һайланасаҡ. Үткән быуаттағы һайлау бөгөнгөһөнән нимә менән айырыла? 1906 йылдың 27 апрелендә Санкт-Петербургтың Таврия һарайында Рәсәй империяһының Дәүләт Думаһының тәүге саҡырылышы  йыйыла. Бөтә халыҡ өсөн ҙур байрам булып һаналған сара парламентаризмдың нигеҙе булып...

10 сентября 2018
Смотреть видео Иглиндар әүҙем тауыш бирҙе | ГТРК «Башкортостан»

Иглиндар әүҙем тауыш бирҙе

Иглин территориаль һайлау комиссияһы Красногорск һайлау округының үҙәге булып тора. Унда шулай уҡ Нуриман, Архангель райондарында урынлашҡан ҡайһы бер һайлау участкалары комиссиялары ла бюллетендәрен тапшырҙы. Иглин ауылында барыһы 10 һайлау участкаһы урынлашты.  Һайлау комиссиялары үҙҙәренең...

10 сентября 2018
Смотреть видео Республикала һайлау тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтте | ГТРК «Башкортостан»

Республикала һайлау тыныс һәм эшлекле шарттарҙа үтте

Башҡортостан етәксеһе тәүгеләрҙән булып үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. Башҡаланың 109-сы һайлау участкаһында исемлектә 2671 һайлаусы теркәлгән. Тауыш биреү барышын КОИБ 2017 ҡорамалдары иҫәпләй. Участкала һайлаусылар өсөн бар уңайлыҡтар булдырылған һәм хәүефһеҙлек саралары күрелгән.Был һайлауҙа...

10 сентября 2018
Смотреть видео Парламентта урындар нисек бүленә? | ГТРК «Башкортостан»

Парламентта урындар нисек бүленә?

Шулай итеп, һайлау йомғаҡтары буйынса республика парламентында урындар ошолай бүленә. Парламентта “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенән 79, Рәсәй Коммунистар партияһынан - 15, ЛДПР-ҙан 7, Ғәҙел Рәсәйҙән-5, Рәсәй патриоттарынан-2, Йәшеләр фирҡәһенән 1 һәм үҙ-үҙен күрһәтеүселәрҙән 1 кеше алтынсы саҡырылыш...

10 сентября 2018
Смотреть видео Республика буйынса һайлауҙа 50 процент тирәһе кеше ҡатнашҡан | ГТРК «Башкортостан»

Республика буйынса һайлауҙа 50 процент тирәһе кеше ҡатнашҡан

Был сәғәткә ниндәй мәғлүмәт бар? Үҙәк һайлау комиссияһында әле хәбәрсебеҙ Ғәзиз Лоҡманов эшләй. 

10 сентября 2018
Смотреть видео Республикала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары һайланды | ГТРК «Башкортостан»

Республикала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары һайланды

Был һайлау кампанияһы Башҡортостанда тағы ла асығыраҡ шарттарҙа үтте. Сөнки беренсе тапҡыр һайлаусыларҙың яртыһы тиерлек үҙ тауышын бюллетендәрҙе эшкәртеүсе комплекс ярҙамында бирә алды. Был юлы улар 811 участкала ҡуйылғайны. КОИБ менән йыһазландырыу буйынса Башҡортостан Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһенән...

10 сентября 2018
Смотреть видео Берҙәм тауыш биреү көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды | ГТРК «Башкортостан»

Берҙәм тауыш биреү көнөнә һанаулы ғына көндәр ҡалды

Башҡортостан үҙәк һайлау комиссияһы әҙерлек барышына йомғаҡ яһаны.Төбәк парламенты һәм ҡайһы бер муниципаль берәмектәр советтарына депутаттар һайлау көнөндә тәү талап участкаларҙа тауыш биреү өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырыу һәм һайлау менән һайлаусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Үҙәк һайлау...

7 сентября 2018
Яндекс.Метрика