Республика ихаталарында ташландыҡ автомобилдәр булмаясаҡ

Республика ихаталарында ташландыҡ автомобилдәр булмаясаҡ, ә 1 июлдән бөтә йәмәғәт транспортында ла берҙәм карта ярҙамында иҫәпләшергә мөмкин, тағы ла ноябрь аҙағына тиклем ҡала-райондар араһында легаль булмаған пассажир ташыусыларҙы бөтөрөргә иҫәп тоталар. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды. Шулай итеп, республиканы ташландыҡ автомобилдәрҙән дә бушатырға ваҡыт.  Тимер атын газон – тротуарҙа ҡалдырыусылар менән көрәш үҙ һөҙөмтәһен бирҙе, тине республика етәксеһе Радий Хәбиров. Апрель айынан алып административ комиссиялар тарафынан 14 миллион һумлыҡ штраф һалынған. Иң мөһиме – ҡағиҙә боҙоуҙар көндән-көн кәмей. Урам-ихаталарҙағы алам-һалам, ташландыҡ машиналарҙы эвакуациялауҙы башлар алдынан Радий Хәбиров юридик механизмдарҙы барларға ҡушты. Ошо рәүешле автомобилдәр өсөн туҡталҡала урын бушатыу менән бер рәттән яңыларын да булдырыу күҙаллана. Республикала әле 310 мең машинаға урын талап ителһә, ғәмәлдә шуның яртыһы ла юҡ. Йәмәғәт транспортына бәйле төрлө һорауҙар килеүен Радий Хәбиров автобустар паркын яңыртыу оҙаҡҡа һуҙылыуы менән аңлатты һәм аңлатма биреп үтте. Башҡортостан юлдарында үҙебеҙҙә етештерелгән автобустар йөрөргә тейеш тине ул.1 августҡа тиклем Башавтотранс өр-яңы 26 ҙур автобус ала. Улар барыһы ла ҡала-ара маршруттарға сығасаҡ. Ә август аҙағына урта класслы 222 автобус килеп етә, улар иһә ҡала эсендәге һәм ҡала-райондар араһындағы пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Бөтәһе киләһе йылдың апреленә тиклем республика юлдарына 589 яңы автобус сығыр тип көтөлә. Шул уҡ ваҡытта пассажирҙар өсөн яҡынса 3 аҙнанан берҙәм транспорт картаһы ғәмәлгә инә.Башҡортостан был көндәрҙә Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумы һөҙөмтәләрен дә барлай. Оператив кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, республика өсөн быйылғы эшлекле сара рекордлы – йәмғеһе 82 миллиард һумлыҡ инвестиция килешеүҙәренә ҡул ҡуйылған. Ә был 3 меңгә яҡын яңы эш урыны тигән һүҙ. Рекордҡа тиңләрлек сараларҙың береһен был көндәрҙә Башҡортостан үҙе ҡабул итә. Евразия йөрәге фестивале бер нисә көн дауамында Өфөлә меңәрләгән ҡатнашыусыны йыясаҡ. Уның сиктәрендә 12 июндә  Надежда Бабкинаның “Рәсәй йырҙары” фестивале, этнотөн, 13-ндә симфония төнө, 14 июнь көнө Беренсе балл, Ҡурайфест, республиканың 100 йыллығына бағышлап “Алға Башкирия, Вперед Башҡортостан” тип аталған концерт, һәм башҡа саралар үтәсәк. Фестивалдең һәр көнө сағыу салют менән тамамлана. Әйткәндәй, был фестиваль йәш булыуға ҡарамаҫтан, белгестәр баһаһы буйынса Муз ТВ-нан ҡала икенсе урында тора. Республика етәксеһе беренсегә ынтылырға бөтә мөмкинлектәр ҙә бар тине.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Мәктәптәр үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән тәьмин ителәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәр үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән тәьмин ителәсәк

Башҡортостанда етештерелгән һөт, ит ризыҡтары менән бер рәттән мәктәп ашханалары үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән тәьмин ителәсәк. Республика башлығы Радий Хәбиров был хаҡта Шишмә районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Урал климатын баҡсасылыҡ өсөн ҡулайһыҙ тип тапҡандарға ҡаршы Шишмә...

23 июля 2020
Смотреть видео Һәр яҡлап та талантлы | ГТРК «Башкортостан»

Һәр яҡлап та талантлы

Өфө районында йәшәүсе 16 йәшлек Ринат Ҡотоев тураһында шулай тип әйтергә мөмкин. Үҫмер быйыл туғыҙынсы класты тамамлаған һәм үҙ аҡсаһына футбол мәктәбе ойоштороп ебәргән. Хәҙер бында бушлай 20-гән бала шөғөлләнә. Ринат Ҡотоев 9 йәшендә футбол менән шөғөлләнә башлай һәм был спорт төрө уның күңеленә...

22 июля 2020
Смотреть видео Быйыл Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары арта | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары арта

Был хаҡта Рәсәй медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында мәғариф министры Айбулат Хажин белдерҙе. Быйыл республиканың юғары уҡыу йорттарында 11 мең 264 бюджет урыны бүленгән. Айбулат Хажин шулай уҡ Берҙәм Дәүләт имтиханынан 100 бал йыйыусылар тураһындағы мәғлүмәтте лә еткерҙе. Әлегә улар...

22 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы күсмә ветеринар лаборатория һынау үтә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы күсмә ветеринар лаборатория һынау үтә

Ул газель автомобиле нигеҙендә эшләнгән. Яңы ҡорамалдар ярҙамында белгестәр малдарҙың тиҫтәләгән сирен тикшерә ала. Күсмә лабораторияла малдарҙан алынған ҡандың анализын тикшереү өсөн 30-ға яҡын махсус ҡорама бар. Улар ярҙамында табиптар һыйыр һәм быҙауҙарҙың тиҫтәләгән сирен тиҙ-арала тикшереп,...

22 июля 2020
Смотреть видео Республикала битлек режимы һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала битлек режимы һаҡлана

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә COVID-19 йоҡтороуҙың 58 яңы осрағы теркәлгән. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле 226 пациент стационарҙа һаулығын нығыта. 80 сирленең хәле - ҡәнәғәтләнерлек, 113-өнөң - уртаса, 33-ө - ауыр хәлдә. 1 мең 467 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана....

22 июля 2020
Смотреть видео Янғын һүндерелерме? | ГТРК «Башкортостан»

Янғын һүндерелерме?

Бөрйән һәм Белорет райондары урмандарында сыҡҡан янғындар бөгөн һүндереләсәк. Һәр хәлдә, республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә урман хужалығы министры шундай вәғәҙә бирҙе. Урман янғындары 23 гектарҙа Учалы районында, 18-ҙәр гектарҙа Белорет менән Йылайыр, 12 гектарҙа Бөрйән районы...

22 июля 2020
Смотреть видео Радий Хәбиров транспорт системаһын 1 сентябргә әҙерләргә ҡушты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров транспорт системаһын 1 сентябргә әҙерләргә ҡушты

“Транспорт сәғәтендә” пандемия осоронда пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу, транспорт реформаһы барышы тикшерелде. Башҡортостанда әле меңләгән маршрут буйынса 10 мең автобус йөрөй. Радий Хәбиров билдәләүенсә, йәйге каникулдарҙан һуң пассажирҙар арта. Йәмәғәт траснпорты муниципаль маршруттарҙа...

22 июля 2020
Смотреть видео Ишлелә мал ишәйә | ГТРК «Башкортостан»

Ишлелә мал ишәйә

Ауырғазы районында төбәктәге иң ҙур аграр предприятиеларҙың береһе - “Урожай” инвестиция проектын бойомға ашырыу барышы менән Республика башлығы Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды. Был һөт тауар фермаһы 6 м 530 һыйыр малын аҫрауға һәм 2 мең 980 баш мал үрсетеүгә  иҫәпләнгән. Һөтсөлөк тармағын...

22 июля 2020
Смотреть видео Бөтә ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн миллион һум аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн миллион һум аҡса

Тап ошо тылсымлы һүҙҙәргә ышанған пенсионер үҙен күрәҙәсе тип таныштырған ят кешегә бар аҡсаһын күсергән. Мөғжизәгә ышанған ҡатын хәҙер тынысланыр өсөн көн дә дарыу эсергә, етмәһә кредит түләргә мәжбүр. Республикала әле ике меңдән ашыу кеше үҙ карталарынан аҡса күсереп мутлашыусылар ҡулына эләккән...

21 июля 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

«Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһының макетын һәм ҡуйыу урынын халыҡ һайлаясаҡ. Был турала ойоштороу комитетының тәүге ултырышында хәбәр иттеләр. Конкурсҡа бихисап эштәр ебәрелгән. Шуларҙың ун бише менән комитет ағзалары танышты. Макеттарҙың бишәүһе тауыш биреүгә сығарыла, йәмәғәтселек фекерен...

21 июля 2020
Яндекс.Метрика