К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә өлөшсөләр съезы ойошторола

Киләһе шишәмбе, 18 июндә күп ҡатлы йорт төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыусылар төҙөүселәр һәм яуаплы ойошма вәкилдәрен осрашыуға саҡыра. Был хаҡта Республика Хөкүмәтендә үткән сираттағы төҙөлөш сәғәтендә иғлан ителде.Инициатив төркөм вәкиле белдереүенсә, йыйында алданған өлөшсөләр мәсьәләһен хәл итеү буйынса хөкүмәт яғынан үткән ярты йылда башҡарылған эш һөҙөмтәләрен барлау ҡарала. Әлеге ваҡытта төҙөлөш туҡтаған бер нисә объектта ғына ыңғай хәрәкәт күренә, тине Зөлфиә Ғайсина. Проблеманың даими иғтибар үҙәгендә ҡалыуы, төҙөүсе ойошмаларҙы алмаштырыу кеүек юридик мәсьәләләрҙең хәл ителә башлауы өлөшсөләрҙең өмөтөн уятты.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика