Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Дағыстандың Бежта ауылында күпер емерелгән. Халыҡ бергә йыйылып күп кенә автомобилдәрҙе имен урынға күсергән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ҡулдан эшләнгән күпер автомобилдәр ауырлығынан емерелгән. Һәләк булыусылар юҡ.
  • Американың Аризона штатында тауҙарҙа 74 йәшлек ҡатын эвакуацияланған. Ҡатын йығылып башын имгәткән. Уны имен урынға күсереү өсөн вертолет һәм махсус носилкалар ҡулланылған. Вертолет күтәрелгәндә ел ҡатынды ҙур тиҙлек менән әйләндерә башлай. Турист ҡотҡарылған, уның һаулығына ҡурҡыныс янамай, тип хәбәр ителә.
  • Тверь өлкәһендә Волгала һыуҙа экстремаль спорт төрҙәренең икенсе халыҡ-ара фестивале үтте. Флайфеста ҡатнашыусылар — 19 илдән 54 флайбордист Гиннестың рекордтар китабына инергә теләп таҡталарын гидроциклға тоташтырып бер юлы һауаға күтәрелгән. Әммә рекорд ҡуйыу өсөн флайбордттарҙа 58 кеше күтәрелергә тейеш. Фестиваль һуңынан утлы тамаша менән дауам иткән.

 

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Корона вирусы | ГТРК «Башкортостан»

Корона вирусы

Донъяның киң мәғлүмәт сараларында коронавирус төп темаларҙың береһе булып ҡала. Вирус йәшен тиҙлегендә ер шарының төрлө ҡитғаларына тарала. Беҙҙең илдә был йәһәттән ашығыс саралар күрелә. Аэропорттарҙа санитар постар ҡуйылды. Пассажирҙарҙың тән температураһы үлсәнә. Өфөлә Ҡытайҙан ҡайтыусы ике...

29 января 2020
Смотреть видео Контейнер майҙансыҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Контейнер майҙансыҡтары

Быйыл яҙ төбәктә “RM: контейнер майҙансыҡтары” тигән автоматлаштырылған система эшләй башлай. Ул ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу барышын даими күҙәтеүҙән ғибәрәт. Республика хөкүмәтендә үткән сираттағы видеоселектор кәңәшмәһендә төбәк операторҙары менән подрядчиктар араһында килешеү төҙөүҙе тиҙләтеү...

29 января 2020
Смотреть видео Хаҡтар ни өсөн артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Торлаҡ йылытҡан өсөн түләү квитанцияларындағы хаҡтар күләмен республика башлығы етди тикшереүгә алырға ҡушты. Вице-премьер- торлаҡ-коомуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, үткән ике аҙнала БашРТС һәм торлаҡ-төҙөлөш эшмәкәрлеген күҙәтеү комитеты белгестәре йылытыу хаҡының ҡапыл артыуы...

29 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан Хөкүмәте киләһе биш йылға эш программаһын раҫланы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Хөкүмәте киләһе биш йылға эш программаһын раҫланы

2025 йылға төбәк тулайым продукты күләмен 2 триллион ярымға еткереп илдә алдынғы ун төбәк исемлегендә нығыныу. Башҡортостан Хөкүмәте киләһе биш йылға эш программаһын раҫланы.Иҡтисад һәм социаль үҫештең төп йүнәлештәре буйынса 22 проект инициативаһы Радий Хәбировтың сентябрь Указында сағылған...

29 января 2020
Смотреть видео Агросәнәғәт комплексына ярҙам артасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Агросәнәғәт комплексына ярҙам артасаҡ

Башҡортостан агро сәнәғәт комплексына ярҙамды арттырасаҡ һәм ауыл хужалығы эшсәндәренә субсидиялар менән ярҙам итәсәк. Республика етәксеһе был турала Миәкә районына эш сәфәре ваҡытында белдерҙе.

29 января 2020
Смотреть видео Боҙҙағы дискотека күңелдәрҙе иретте | ГТРК «Башкортостан»

Боҙҙағы дискотека күңелдәрҙе иретте

“Башҡортостан 24” каналы “Динамо” стадионы  һәм ММА федерацияһы менән берлектә студенттар көнө уңайынан ойошторған байрам 2 мең самаһы кешене берләштерҙе. Әйтергә кәрәк, һырғалаҡта студенттарҙы ғына түгел, ә балалар менән өлкәндәрҙе лә күрергә мөмкин ине. Беҙҙең менән бергә конькиҙа шыуып,...

28 января 2020
Смотреть видео Әбйәлил районында уҡытыусылар дәрестәрҙе мәсеттә үткәрә | ГТРК «Башкортостан»

Әбйәлил районында уҡытыусылар дәрестәрҙе мәсеттә үткәрә

Тупаҡ ауылында иҫке мәктәп емерелгән, ә яңыһы төҙөлөп бөтмәгән. Үҙған йылдың сентябренә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш белем йорто ни өсөн асылмай? 4-се класс уҡыусыһы Флорит Харрасов тик дүртле һәм бишле билдәләренә өлгәшә. Бигерәк тә ул математика, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кеүек фәндәрҙе яҡшы...

28 января 2020
Смотреть видео Ростуризм коронавирус сәбәпле Ҡытайға юлламалар һатыуҙы туҡтатырға тәҡдим итә | ГТРК «Башкортостан»

Ростуризм коронавирус сәбәпле Ҡытайға юлламалар һатыуҙы туҡтатырға тәҡдим итә

Рәсәйҙең туризм буйынса федераль агентлығы коронавирус сәбәпле Ҡытайға юлламалар һатыуҙы туҡтатырға тәҡдим итә. Ҡайһы бер туроператорҙар Хайнань утрауынан туристарҙы Рәсәйгә ҡайтара башлаған. Эпидемиологик хәл яҡшырғанға тиклем Ҡытайҙың ҡайһы бер ҡалаларында экскурсиялар, күмәк халыҡ...

28 января 2020
Смотреть видео Өфөнән көнбайышҡа сыҡҡан тоннелдә төҙөлөш эштәренә старт бирелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнән көнбайышҡа сыҡҡан тоннелдә төҙөлөш эштәренә старт бирелде

Сарала ҡатнашып Радий Хәбиров был инфраструктура объекты башҡа күләмле проекттарға этәргес бирәсәк тине.Тоннель, Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һәм М5 трассаһына тиклем юлдан торған объектта төҙөлөш эштәрен Төрөк компанияһы алып барасаҡ. Республика Башлығы эшселәрҙе үҙебеҙҙең төбәктән йәлеп итергә...

28 января 2020
Смотреть видео Үткән йылдың иҡтисади күрһәткестәре иғлан ителде | ГТРК «Башкортостан»

Үткән йылдың иҡтисади күрһәткестәре иғлан ителде

Сәнәғәт тауарҙары һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса үткән йылда Башҡортостан ыңғай күрһәткестәргә өлгәшкән, был динамиканы киләсәктә нығытыу мөһим. Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров беҙ тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә ынтылырға тейеш, тип белдерҙе. Хәбәрсебеҙ...

28 января 2020
Яндекс.Метрика