К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Республикала юл-транспорт фажиғәләре йышыраҡ теркәлгән 136 урын иҫәпләнә

 Өфөлә генә авария хәүефе янаған йөҙҙән ашыу участка бар. “Хәүефһеҙ юлдар” проекты сиктәрендә депуттатар ошо урындар буйлап рейд  үткәрҙе һәм аварияларҙың сәбәбен асыҡланы. Рөхсәт ителмәгән урындан юлды йүгереп сығыу лото уйыны һымаҡ – йә юлды ҡыҫҡартып отаһың, йә машина аҫтына эләгеп отолаһың.  Ошо рәүешле үҙенең ғүмеренә битараф ҡараған кешеләр хәүефле хәлдәр тыуҙыра ла инде. Башҡортостанда авария хәүефе янаған 136 юл участкаһы иҫәпләнә. Шуларҙың иң күбеһе — Өфөлә. Юл-транспорт фажиғәләре йышыраҡ теркәлгән урындарҙың береһе — Менделеев урамындағы сауҙа үҙәге янында урынлашҡан. “Хәүефһеҙ юлдар” проектының Башҡортостандағы координаторы Зариф Байғусҡаров урындағы хакимиәт һәм юл-хәрәкәте хәүфһеҙлеге дәүләт инспекцияһы вәкилдәре менән баш ҡала буйлап рейдҡа сыҡты. Уның барышында кеше ғүмеренә ҡурҡыныс янаған урындарҙы хәүефһеҙ итеү саралары ҡаралды. Шулай уҡ, рейд барышында уҡыу йорттарына илткән юлдар ҙа тикшерелде. Һөҙөмтәлә, 9-сы һәм 18-се мәктәптәр араһындағы Мөбәрәков урамында светофорҙарҙың эшләмәүе асыҡланды. Өҫтәүенә, меңәрләгән уҡыусы үтеп йөрөгән юл яҡтыртылмай. Ҡараңғы тиҙ төшкән көҙ-ҡыш миҙгелдәрендә балалар өсөн бында бигерәк тә хәүефле. 160-сы лицейҙа уҡыған балаларҙың ата-әсәләренән дә мөрәжәғәттәр күп. Улар уҡыу йорто эргәһендә йәйәүлеләр үткәүеле булмауына зарлана. Әммә, асыҡланыуынса, ул ҡанун буйынса бында ҡуйыла алмай. Сөнки тау аҫтынан килгән автомобиль водителдәре был билдәне күрмәйәсәк. Мәктәптән 60 метрлыҡ алыҫлыҡта ғына светофор бар. Әммә унда тиклем барып еткән кеше һирәк, бөтәһе лә тәғәйен булмаған урындан сығып, юлды ҡыҫҡартыу яғын ҡарай. Хатта әсә кешеләр балаларының күҙ алдында тәртип боҙоп, насар өлгө бирә. Былтыр республика юлдарында 550 кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән, 21-е балалар. Был күңелһеҙ статистиканы кәметеү маҡсатында  ошондай иҫкәртеү саралары ойошторола ла инде. Рейд барышында асыҡланған барлыҡ етешһеҙлектәрҙе яңы уҡыу йылы башланғансы юҡ итергә вәғәҙәләнеләр.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика