Республикала юл-транспорт фажиғәләре йышыраҡ теркәлгән 136 урын иҫәпләнә

 Өфөлә генә авария хәүефе янаған йөҙҙән ашыу участка бар. “Хәүефһеҙ юлдар” проекты сиктәрендә депуттатар ошо урындар буйлап рейд  үткәрҙе һәм аварияларҙың сәбәбен асыҡланы. Рөхсәт ителмәгән урындан юлды йүгереп сығыу лото уйыны һымаҡ – йә юлды ҡыҫҡартып отаһың, йә машина аҫтына эләгеп отолаһың.  Ошо рәүешле үҙенең ғүмеренә битараф ҡараған кешеләр хәүефле хәлдәр тыуҙыра ла инде. Башҡортостанда авария хәүефе янаған 136 юл участкаһы иҫәпләнә. Шуларҙың иң күбеһе — Өфөлә. Юл-транспорт фажиғәләре йышыраҡ теркәлгән урындарҙың береһе — Менделеев урамындағы сауҙа үҙәге янында урынлашҡан. “Хәүефһеҙ юлдар” проектының Башҡортостандағы координаторы Зариф Байғусҡаров урындағы хакимиәт һәм юл-хәрәкәте хәүфһеҙлеге дәүләт инспекцияһы вәкилдәре менән баш ҡала буйлап рейдҡа сыҡты. Уның барышында кеше ғүмеренә ҡурҡыныс янаған урындарҙы хәүефһеҙ итеү саралары ҡаралды. Шулай уҡ, рейд барышында уҡыу йорттарына илткән юлдар ҙа тикшерелде. Һөҙөмтәлә, 9-сы һәм 18-се мәктәптәр араһындағы Мөбәрәков урамында светофорҙарҙың эшләмәүе асыҡланды. Өҫтәүенә, меңәрләгән уҡыусы үтеп йөрөгән юл яҡтыртылмай. Ҡараңғы тиҙ төшкән көҙ-ҡыш миҙгелдәрендә балалар өсөн бында бигерәк тә хәүефле. 160-сы лицейҙа уҡыған балаларҙың ата-әсәләренән дә мөрәжәғәттәр күп. Улар уҡыу йорто эргәһендә йәйәүлеләр үткәүеле булмауына зарлана. Әммә, асыҡланыуынса, ул ҡанун буйынса бында ҡуйыла алмай. Сөнки тау аҫтынан килгән автомобиль водителдәре был билдәне күрмәйәсәк. Мәктәптән 60 метрлыҡ алыҫлыҡта ғына светофор бар. Әммә унда тиклем барып еткән кеше һирәк, бөтәһе лә тәғәйен булмаған урындан сығып, юлды ҡыҫҡартыу яғын ҡарай. Хатта әсә кешеләр балаларының күҙ алдында тәртип боҙоп, насар өлгө бирә. Былтыр республика юлдарында 550 кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән, 21-е балалар. Был күңелһеҙ статистиканы кәметеү маҡсатында  ошондай иҫкәртеү саралары ойошторола ла инде. Рейд барышында асыҡланған барлыҡ етешһеҙлектәрҙе яңы уҡыу йылы башланғансы юҡ итергә вәғәҙәләнеләр.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео  “Уйна, гармун” конкурсында ҡатнашыусыларға тауыш биреү бара | ГТРК «Башкортостан»

“Уйна, гармун” конкурсында ҡатнашыусыларға тауыш биреү бара

Рәсәй Башҡортостан, Башҡортостан 24 телеканалдары иғлан иткән “Уйна, гармун” конкурсында ҡатнашыусыларға тауыш биреү бара. Теләгән һәр кем  ГТРК.тв сайтына инеп, конкурсҡа ебәрелгән музыкаль номерҙарҙы ҡарап, баһалай ала. Әйткәндәй, республиканың бөтә райондарынан, шулай уҡ Татарстан...

11 мая 2020
Смотреть видео Республиканың апитерапия үҙәге ветерандарҙы ҡотланы | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың апитерапия үҙәге ветерандарҙы ҡотланы

Республиканың апитерапия үҙәге лә Рәсәйҙең ветерандар союзы менән берлектә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы 889 ветеранды ҡотлап үтте. Уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, бүләккә бал тапшырҙы үҙәк директоры, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әмир Ишемғолов. Сувенирҙар Бөйөк  Ватан һуғышы...

11 мая 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүгә – 75 йыл

Бөтә ил Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 75 йыллығын билдәләне. Пандемия сәбәпле Еңеү көнө быйыл үҙенсәлекле форматта үтте. Ветерандар йәшәгән йорттар янында парадтар, онлайн-форматта “Үлемһеҙ полк” акцияһы, балкондарҙа музыкаль флешмоб. Һәм легендар комдив Миңлеғәле Шайморатовтың Рәсәй Геройы...

11 мая 2020
Смотреть видео “Хәтер” акцияһы | ГТРК «Башкортостан»

“Хәтер” акцияһы

Бөйөк Еңеүгә 75 йыл тулыу айҡанлы бөтә Рәсәй буйлап “Хәтер” акцияһы үтте. Был изге эшкә беҙҙең республика ирекмәндәре лә дәррәү ҡушылды. Улар һуғыш ветерандарының йорт-ҡураларын рәтләне, баҡса эштәре менән булды. Нуғай ауылында урынлашҡан был йорт алды бер нисә көн элек буш ине. Ирекмәндәр ихата...

11 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостанға “Алтын йондоҙ” ҡайта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанға “Алтын йондоҙ” ҡайта

Иртәгә йылдың иң мөһим даталарының береһе - Бөйөк Еңеү көнө. Был байрамды беренсе тапҡыр ил халҡы өйҙә билдәләй. Өфөлә үтәсәк парадты тик онлайн рәүештә күҙәтергә мөмкин. Шулай уҡ халыҡ  телевизор һәм интернет киңлектәре аша тарихи ваҡиға шаһиты ла була ала. 9 май көнө Миңлеғәле  ...

8 мая 2020
Смотреть видео Миңлеғәле Шайморатов Баймаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Миңлеғәле Шайморатов Баймаҡта

Баймаҡ ҡалаһында яңыраҡ  күренекле яҡташыбыҙ, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы генералы Миңлеғәле Шайморатовтың портреты барлыҡҡа килде. Ул үҙәк урамдың бер биҙәге хәҙер. Портреттың авторы менән хәбәрсебеҙ Рәлиә Сәхибгәрәева таныштыра. Ел-ямғыр ҙа, хатта ваҡыты менән ябалаҡлап яуған ҡар ҙа...

8 мая 2020
Смотреть видео Хәйбулла районы рәссамдары | ГТРК «Башкортостан»

Хәйбулла районы рәссамдары

Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк ауылында йәшәүселәр ҙә Еңеү көнөнә арнап буш торған биналарҙың стеналарын биҙәгән. Һүрәттәрҙә  Бөйөк Ватан һуғышының мөһим осорҙары һынландырыла. Һүрәттәр  Советтар Созы ҡалалары араһынан беренсе булып,  1941 йылдың 22 июне таңында немец һалдаттарының...

8 мая 2020
Смотреть видео Ҡомартҡы-көндәлек серҙәр аса | ГТРК «Башкортостан»

Ҡомартҡы-көндәлек серҙәр аса

Совет армияһының еңеүе һәм Германия ҡораллы көстәренең бер һүҙһеҙ капитуляцияһы менән Икенсе донъя һуғышының  тамамланыуын фронттағы яҡташтарыбыҙ  8 май кисендә үк ишетә. Был турала Кәлимуллиндар ғаиләһендә табылған ҡомартҡы – Һалдат көндәлеге һөйләй. Көндәлекте  Шәриф Кәлимуллин...

8 мая 2020
Смотреть видео Хыялдар тормошҡа аша! | ГТРК «Башкортостан»

Хыялдар тормошҡа аша!

14 ғинуарҙа үткән “Дуҫлыҡ сылбыры  Яңы йыл байрамы”нда ҡатнашыусы бәләкәстәрҙең  тап шулай. Сылбырҙың һәр өлөшөндә уларҙың хыялы яҙылған ине. 9 йәшлек София Буркина күренекле сәхнә йондоҙҙары – Вилдан Яруллин һәм Асҡар Абдразаҡов  менән бер сәхнәлә сығыш яһарға теләүе тураһында...

8 мая 2020
Смотреть видео Гармунсылар һәм баянсылар өсөн тауыш бирегеҙ! | ГТРК «Башкортостан»

Гармунсылар һәм баянсылар өсөн тауыш бирегеҙ!

Беҙҙең телерадиокомпания иғлан иткән гармунсылар һәм баянсылар бәйгеһендә ҡатнашып, бәлки кемдер күптән хыял иткән бүләген отор – ул беҙҙең бағыусылар әҙерләгән газон сапҡыс. Бәйгеселәр тураһында бөтә мәғлүмәт гтрк.тв сайтында бар. 15 майға тиклем тауыш биреү бара. Еңеүсене һеҙ билдәләйһегеҙ,...

8 мая 2020
Яндекс.Метрика