Республикала юл-транспорт фажиғәләре йышыраҡ теркәлгән 136 урын иҫәпләнә

 Өфөлә генә авария хәүефе янаған йөҙҙән ашыу участка бар. “Хәүефһеҙ юлдар” проекты сиктәрендә депуттатар ошо урындар буйлап рейд  үткәрҙе һәм аварияларҙың сәбәбен асыҡланы. Рөхсәт ителмәгән урындан юлды йүгереп сығыу лото уйыны һымаҡ – йә юлды ҡыҫҡартып отаһың, йә машина аҫтына эләгеп отолаһың.  Ошо рәүешле үҙенең ғүмеренә битараф ҡараған кешеләр хәүефле хәлдәр тыуҙыра ла инде. Башҡортостанда авария хәүефе янаған 136 юл участкаһы иҫәпләнә. Шуларҙың иң күбеһе — Өфөлә. Юл-транспорт фажиғәләре йышыраҡ теркәлгән урындарҙың береһе — Менделеев урамындағы сауҙа үҙәге янында урынлашҡан. “Хәүефһеҙ юлдар” проектының Башҡортостандағы координаторы Зариф Байғусҡаров урындағы хакимиәт һәм юл-хәрәкәте хәүфһеҙлеге дәүләт инспекцияһы вәкилдәре менән баш ҡала буйлап рейдҡа сыҡты. Уның барышында кеше ғүмеренә ҡурҡыныс янаған урындарҙы хәүефһеҙ итеү саралары ҡаралды. Шулай уҡ, рейд барышында уҡыу йорттарына илткән юлдар ҙа тикшерелде. Һөҙөмтәлә, 9-сы һәм 18-се мәктәптәр араһындағы Мөбәрәков урамында светофорҙарҙың эшләмәүе асыҡланды. Өҫтәүенә, меңәрләгән уҡыусы үтеп йөрөгән юл яҡтыртылмай. Ҡараңғы тиҙ төшкән көҙ-ҡыш миҙгелдәрендә балалар өсөн бында бигерәк тә хәүефле. 160-сы лицейҙа уҡыған балаларҙың ата-әсәләренән дә мөрәжәғәттәр күп. Улар уҡыу йорто эргәһендә йәйәүлеләр үткәүеле булмауына зарлана. Әммә, асыҡланыуынса, ул ҡанун буйынса бында ҡуйыла алмай. Сөнки тау аҫтынан килгән автомобиль водителдәре был билдәне күрмәйәсәк. Мәктәптән 60 метрлыҡ алыҫлыҡта ғына светофор бар. Әммә унда тиклем барып еткән кеше һирәк, бөтәһе лә тәғәйен булмаған урындан сығып, юлды ҡыҫҡартыу яғын ҡарай. Хатта әсә кешеләр балаларының күҙ алдында тәртип боҙоп, насар өлгө бирә. Былтыр республика юлдарында 550 кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән, 21-е балалар. Был күңелһеҙ статистиканы кәметеү маҡсатында  ошондай иҫкәртеү саралары ойошторола ла инде. Рейд барышында асыҡланған барлыҡ етешһеҙлектәрҙе яңы уҡыу йылы башланғансы юҡ итергә вәғәҙәләнеләр.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡорт теле көнө! | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт теле көнө!

Башҡорт телен яҡлау һәм үҫтереү тирәләй берләшеү өлгөһөн күрһәтте был көндәрҙә Башҡортостан. Радий Хәбиров Указы менән 14 декабрь   “Башҡор теле көнө” тип иғлан ителде. Яҡташтарыбыҙ ғына түгел ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе лә уртаҡ миссия тирәләй берләштерҙе ул. Башҡорт теле көнөн...

16 декабря 2019
Смотреть видео Алина Дәүләтханованың тәүге концерты | ГТРК «Башкортостан»

Алина Дәүләтханованың тәүге концерты

Башҡортостан” дәүләт концерт залында йырсының ижадына ғашиҡ тамашасылар йыйылды. “Күптән көтөп алынған ваҡиғаға 13 йылдан ашыу әҙерләндем. Мин бар нәмәгә етди ҡарайым, нимәгә тотонһам да 200 процентҡа бирелеп, юғары кимәлдә эшләйем,” ти йырсы. Шуғалыр ҙа концерт юғары кимәлдә үтте, яңы йырҙарҙын да...

13 декабря 2019
Смотреть видео Ҡыш бабаймы, әллә ҡарасҡымы? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыш бабаймы, әллә ҡарасҡымы?

Өфө халҡы йорт ихаталарындағы яңы йыл фигуралары менән ҡәнәғәт түгел. Боҙһындар емерелә башлаған, буяуҙары ағып төшкән, ә майҙанда торған шыршы бөтөнләй ҡыйыш урынлаштырылған. Ни өсөн яңы йыл персонаждары тиҙ арала үҙ йөҙөн юғалтҡан? Был видеоны Өфөнөң Калинин районында йәшәүселәрҙең береһе төшөрөп...

13 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостандыҡы – иң яҡшыһы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандыҡы – иң яҡшыһы

Республика аграрийҙары үҙебеҙҙә етештерелгән һәм иң мөһиме сифатлы продукция һатып алырға кәңәш итә. Ошо йәһәттән Ауыл хужалығы министрлығы “Башҡортостандыҡы – иң яҡшыһы. Алдынғы бул.” тип аталған яңы проект башлай. Һуңғы осорҙа халыҡ араһында тиҙ туҡланыу ризыҡтары түгел, ә сифатлы һәм сәләмәтлек...

13 декабря 2019
Смотреть видео Нефтехимия заводында экологик тикшереү | ГТРК «Башкортостан»

Нефтехимия заводында экологик тикшереү

Дәүләт Думаһы депутаты Стәрлетамаҡ нефтехимия заводында экологик тикшереү үткәререүҙәрен һорай. Предприятие етештереү процессының экологик хәүефһеҙлегенә етешле кимәлдә иғтибар бирмәй, тип иҫәпләй Александр Ющенко. Ул компанияның экологик сәйәсәтен асыҡлар өсөн Башҡортостан прокуратураһына һәм...

13 декабря 2019
Смотреть видео 17-се балалар клиник дауаханаһында ыңғай үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

17-се балалар клиник дауаханаһында ыңғай үҙгәрештәр

Ҡыҙыл, һары һәм йәшел. Был светофор төҫтәре генә түгел, ә махсус зоналарҙың атамаһы. Өфөнөң 17-се балалар клиник дауаханаһының ҡабул итеү бүлеге төҙөкләндереү эштәренән һуң, пациенттарҙы яңы система буйынса ҡабул итә. “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә башҡарылған үҙгәрештәр яңы йылдан тулы...

13 декабря 2019
Смотреть видео Тел асҡысы | ГТРК «Башкортостан»

Тел асҡысы

Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында уҡыусылар араһында “Тел асҡысы” тип аталған башҡорт интеллектуаль уйыны ойошторолдо. Уйында Өфө мәктәптәренән тупланған дүрт команда ҡатнашты. Уйын алдынан уҡытыусы үҙенең кәңәштәрен еткерә. Уйынға һәр бала әҙер. Башҡорттар, осҡон, рух инженеры, беҙ...

13 декабря 2019
Смотреть видео Ауыл уҡытыусыларына Гранттар тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл уҡытыусыларына Гранттар тапшырылды

 Республика башлығы ҡарары менән быйыл ауыл ерендә эшләгән йөҙ йәш педагог 600 һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды. Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залына был юлы йәш уҡытыусылар ашыға. Улар араһында Ҡариҙел районы Байҡыбаш ауыл мәктәбендә информатика фәнен алып барған Дилара Сәмиғуллина...

13 декабря 2019
Смотреть видео Рәсәй халҡы Яңы йыл бюджетын ҡыҫҡартырға йыйынмай | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй халҡы Яңы йыл бюджетын ҡыҫҡартырға йыйынмай

Быйыл бер кешегә Яңы йыл сығымы уртаса 17 мең һумға етә. Ҡулланыусылар бюджетының яҡынса 43 процентын — бүләктәр, 45 процентын аҙыҡ-түлек һәм эсемлектәр һатып алыуға, ҡалғанын күңел асыуға тотонорға ниәтләй. 2020 йылда, былтырғы кеүек үк, аҡса, сәйәхәт һәм смартфон көтөп алынған бүләк булып ҡала....

12 декабря 2019
Смотреть видео Дарыуҙар ярҙам итмәгәндә хирург ҡоралы | ГТРК «Башкортостан»

Дарыуҙар ярҙам итмәгәндә хирург ҡоралы

 Ҡан баҫымы ыҙалатҡан сирлеләргә һирәк һәм ҡатмарлы операцияларҙы хәҙер Өфөлә лә яһайҙар. Дамир Сәхәүетдинов юғары ҡан баҫымына зарлана. Тиҫтә йылдан ашыу борсоған хәлде һис ниндәй дарыу баҫмай, ти. Яңыраҡ уға табиптар бөйөр артерияһына радиойышлыҡтар тәьҫиренә ҡоролған операция тәҡдим иткән....

12 декабря 2019
Яндекс.Метрика