Ағиҙел ярының Өфө янындағы өлөшөн ҙур үҙгәрештәр көтә

Республиканың төп һыу артерияһы буйын яңыртыуҙан тыш, унда төрлө обьекттар ҙа ҡоролсаҡ. Әлегә был видеояҙма ғына булһа ла, унда һүрәтләнгән обьекттар бер-нисә йылдан һуң үҙ ишектәрен асыр, тип көтөлә. Яңы филармония, төрлө үҙәктәр һәм Башҡортостанға килгән иң юғары ҡунаҡтарҙы ҡаршылау өсөн айырым тәғәйенләнештәге обьект. Маҡсаттар бихисап, уларҙы бойомға ашырыу өсөн яҡынса биш йыл ваҡыт бар. Төҙөлөш, сафҡа индереләсәк обьекттар урыны айырым тикшереүҙәр үткән. Яңырыштар өсөн финанс сығымдар күләме 5 миллиард һумдан ашыу буласаҡ. Аҡсаны иһә Рәсәй ҡаҙнаһы бүлергә тейеш. Ағиҙел ярын төҙөкләндереү Өфө генә түгел, ә Башҡортостан өсөн әһәмиәтле. Республика етәксеһе Радий Хәбиров та был проекттың мөһимлеген айырым билдәләй. Ағиҙелдең төҙөкләндерелгән яр буйының сираттағы өлөшөн июль айында файҙаланыуға тапшырырға тейештәр. Әле бында тиҫтәләгән компания эш алып бара. Маҡсат эштәр тиҙлеге менән уның сифатлы булыуында. Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булған Ағиҙел яры хәҙер яңы уттар менән балҡыясаҡ. Яңы филармония, яңы обьекттар һәм баш ҡала халҡы, уның ҡунаҡтарының яратҡан ял урыны буласаҡ биләмә Рәсәй ҡалаларына өлгөгә әйләнергә тейеш.

 

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәйҙең сик һағы институттарына кандидаттар һайлана | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең сик һағы институттарына кандидаттар һайлана

Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы сик буйы һағы органдарына кадрҙар туплау йәһәтенән Рәсәйҙең сик һағы институттарына 2020-се уҡыу йылына  кандидаттар һайлай.  Егеттәр республиканың дөйөм белем биреү мәктәптәрен тамамлаусылар араһынан ҡабул ителә. Артабан хәрби...

11 декабря 2019
Смотреть видео Яңыраҡ Ҡыш бабайға хат акцияһы тамамланды | ГТРК «Башкортостан»

Яңыраҡ Ҡыш бабайға хат акцияһы тамамланды

Ҡыш бабайҙың штабында балаларҙың мөрәжәғәттәре бихисап. Электрон адресҡа меңдән ашыу хат килһә, 200-ҙән ашыу хат ҡулдан яҙылып конвертта ебәрелгән. Һәр хатты Ҡыш бабайҙың ярҙамсылары уҡып сыға һәм конкурс шарттарына тура килгәнен һайлап ала.

11 декабря 2019
Смотреть видео Ҡыш бабайҙар парадына рәхим итегеҙ | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыш бабайҙар парадына рәхим итегеҙ

28 декабрҙә Өфөлә Яңы йыл  алдынан төп сара-Ҡыш бабайҙар парады ойошторола. Унда ҡатнашыу өсөн ғаризалар бөгөндән үк [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә. Ғаризаға Ҡыш бабай йәки Ҡарһылыу костюмын кейеп төшкән фото һалырға кәрәк. Ҡыш бабайҙар парадында ҡатнашыусылар конкурсҡа Өфө...

11 декабря 2019
Смотреть видео «Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» | ГТРК «Башкортостан»

«Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020»

«Яңы йыл ғаилә уйындары – 2020» яңы йыл каникулдары ваҡытында 2 ғинуарҙан 6-һына тиклем ойошторола. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе ағзалары Башҡортостан башлығының Яңы йыл байрамдарында хәмер һатыуҙы сикләүгә бәйле башланғысын хуплап, ошондай тәҡдим индергән. Райондарҙа һәм ҡалаларҙа бөтә спорт...

11 декабря 2019
Смотреть видео Пиротехникалар һатылған магазиндар буйлап рейдтар | ГТРК «Башкортостан»

Пиротехникалар һатылған магазиндар буйлап рейдтар

Өфөлә Яңы йыл алдынан пиротехникалар һатылған магазиндар буйлап рейдтар уҙғарыла башланы.Тап байрам алдынан законһыҙ эшләүселәр күбәйә һәм һатыуға тикшереү үтмәгән тауарҙар сыға. Рейд барышында тауарҙың лицензияһына, рөхсәт ҡағыҙҙарына, янғын һүндереү ҡоролмаларына иғтибар ителә....

11 декабря 2019
Смотреть видео Республика башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға  йыллыҡ хат менән мөрәжәғәт итте | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ хат менән мөрәжәғәт итте

 Был мөһим документта Башҡортостандың киләһе йылдарға үҫеш йүнәлештәре билдәләнде. Сәғәт дауамында Радий Хәбиров көнүҙәк мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары тураһында һөйләне. Республика үҫешенә тос өлөш индергән кешеләр – күп балалы ғаиләләрҙе, табиптарҙы, эшҡыуарҙарҙы, артистарҙы һәм башҡа...

11 декабря 2019
Смотреть видео “Мостай иле” телевидениеһы үҙ ишектәрен асты | ГТРК «Башкортостан»

“Мостай иле” телевидениеһы үҙ ишектәрен асты

Уҡыусылар өсөн ҙур мөмкинлектәр. Өфөнөң 158-се башҡорт гимназияһы быйыл Мостай Кәримгә йөҙ йыл тулыу айҡанлы республика Башлығы грантына лайыҡ булды. Күрһәтелгән ярҙам менән гимназияла “Мостай иле” телевидениеһы үҙ ишектәрен асты. Киләсәктә зәңгәр экрандарҙа эшләргә теләүселәр хәҙер был һөнәрҙең...

11 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостан яңы йылды ҡаршыларға тулыһынса әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан яңы йылды ҡаршыларға тулыһынса әҙер

Шыршы, байрам иллюминацияһы, яҡтыртыу ҡоролмалары, боҙ ҡаласыҡтары һәм сәхнәләр. Башҡортостан яңы йылды ҡаршыларға тулыһынса әҙер. Төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, быйыл 10 декабргә тиклем Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡала-райондарҙағы төп майҙансыҡтарҙа шыршылар урынлаштырып, боҙ...

10 декабря 2019
Смотреть видео Байрам көндәрендә спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнә | ГТРК «Башкортостан»

Байрам көндәрендә спиртлы эсемлектәр һатыу сикләнә

Әйткәндәй, Башҡортостанда спиртлы эсемлектәр һатыуҙы 3 ғинуар бөтөнләй тыйырға, 4,5 һәм 6-һында сикләргә тәҡдим ителде. Шулай итеп, 3 ғинуар хәмер һатыу бөтөнләй тыйыла, ә артабанғы 3 көндә спиртлы эсемлектәр иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем генә һатыла. Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау...

10 декабря 2019
Смотреть видео Республика башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм райондарҙа сүп-сар реформаһын бойомға ашырыуға иғтибарҙы бермә-бер арттырырға ҡушты | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм райондарҙа сүп-сар реформаһын бойомға ашырыуға иғтибарҙы бермә-бер арттырырға ҡушты

Республика башлығы Радий Хәбиров ҡала һәм райондарҙа сүп-сар реформаһын бойомға ашырыуға иғтибарҙы бермә-бер арттырырға ҡушты. Ошо йәһәттән хәҙер аҙна һайын иртәнге һигеҙҙә Хөкүмәттә махсус кәңәшмә үтәсәк. Был хаҡта Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Башҡортостан юлдарында...

10 декабря 2019
Яндекс.Метрика