Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Индонезияның Суматра утрауында Синабунг вулканынан атылған көл ете саҡырым бейеклеккә күтәрелгән. Урандағы хакимиәттәр халыҡҡа битлектәр кейергә, мөмкин булһа урамға сыҡмаҫҡа кәңәш иткән. 400 йылдан һуң Синабунг 2010 йылда уянғайны.
  • Румынияның Сибиу ҡалаһында ҡауҙы ғаиләһен янғындан ҡотҡарҡандар. Инә ҡауҙы ут тиҙ таралыуға ҡарамаҫтан, балаларын ташлап китмәгән. Янғын һүндереүселәр уларҙың барыһын да ҡотҡарған һәм “Ҡауҙылар дуҫтары” үҙәгенә тапшырған.
  • Енисейҙа боҙ китә. Тәбиғәттең был күренеше күптәрҙе йәлеп итә. Ҡалын-ҡалын боҙ киҫәктәре ярға тиклем үк сығып ята. Енисей йылғаһында июнь урталарында ғына боҙ китеп бөтә.
  • Вашингтонда Капитолий янында активистар Америка-Мексика сигендә мигранттарҙың ғаиләләрен айырыу сәбәпле балалар пижамаларын элеп ҡуйған. “Балалар ҡайҙа” акцияһы конгрессмендарҙы Дональд Трамптың  иммиграция сәйсәтенә ҡаршы сығыш яһарға өндәй.
Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Амур өлкәһе суд приставтары ҡасан эшләргә өйрәнер? | ГТРК «Башкортостан»

Амур өлкәһе суд приставтары ҡасан эшләргә өйрәнер?

Уларҙан сит кеше бурыстарын ҡайтарттыралар. Башҡортостанда йәшәүсе граждандарға үҙҙәренең исемдәре һәм фамилияларына оҡшаш кешеләрҙең бурыстарын һәм штрафтарын түләргә тура килә. Ошондай хәлгә Өфөнән Денис Степанов тарыған. Был хәл 2019 йылдың ғинуарында башлана. Өфөлә йәшәүсе Денис Степановтың...

24 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда туҡталыштарҙа һәм парктарҙа тәмәке тартыу закон менән тыйылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда туҡталыштарҙа һәм парктарҙа тәмәке тартыу закон менән тыйылды

Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, хәҙер бының өсөн 500 һумлыҡ штраф ҡаралған. Законды ҡайтанан боҙоусылар мең һум түләйәсәк. Федераль ҡануниәт төбәктәргә тәмәке тартыу рөхсәт ителмәгән өҫтәмә урындарҙы билдәләргә мөмкинлек бирә. Дәүләт Йыйылышы-...

24 июля 2020
Смотреть видео Битлек режимы мотлаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы мотлаҡ

Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар 6 мең ярымға яҡынлаша. Бер тәүлектә республикала сирлеләр һаны 40-ҡа артҡан, тип хәбәр ителә стопкоронавирус.рф сайтында. 4 мең 763 кеше һауыҡҡан. Тәүлек эсендә Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вафат булғандар теркәлмәгән. Пандемия...

24 июля 2020
Талаптар ҡәтғиләшә | ГТРК «Башкортостан»

Талаптар ҡәтғиләшә

COVID-19 менән бәйле хәлдең үҙгәрешен фаразлап Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы сир йоҡтороу кимәле көҙгә яҡын һүлпәнәйер, тип белдерә. Министр урынбаҫары Ирина Кононова билдәләүенсә, әле пандемияның иң юғары күләме күҙәтелә, сир асыҡланған пациенттар һәм пневмония менән ауырығандар һаны бер...

23 июля 2020
Башҡортостанға ямғыр килде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанға ямғыр килде

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса төбәк идаралығы Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар яуыуы, йәшен йәшнәүе, көндәрҙең һалҡынайыуы сәбәпле һаҡ булырға саҡыра. 23 июлдә оҙайлы көслө ямғырҙар үтте. Ел төнъяҡ-көнсығыштан, талғын, һауа температураһы 19-24 градус. Ғәҙәттән тыш хәлдәр...

23 июля 2020
Иң сағыу “ҡойроҡло йондоҙ” яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Иң сағыу “ҡойроҡло йондоҙ” яҡынлаша

Ергә һуңғы ете йылда иң сағыу тип танылған ике ҡойроҡло йондоҙ, комета, яҡынлаша. 23 июль төнөндә Ньювайз Ергә иң яҡын нөктәлә теркәлә. “Новости” Рәсәй мәғлүмәт агентлығы, Мәскәү планетарийынан алынған белешмәгә нигеҙләнеп, ғалимдар яңы асҡан комета Ергә 110,52 миллион километрға яҡынлаша, тип...

23 июля 2020
Смотреть видео Өфө буйлап экскурсия | ГТРК «Башкортостан»

Өфө буйлап экскурсия

Туристар өсөн Өфөлә тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡылар, һәйкәл, иҫтәлекле урындар исемлеге әҙерләнә. Әле яҡынса өс йөҙ обьект билдәле. Шулай уҡ ҡала урамдарында юл күрһәткестәре ҡуйыла башланы.  “Мираж” теплоходы бер көн эсендә яҡынса биш-алты рейс эшләй. Әле лә ул сираттағы сәйәхәтселәренә ашыға....

23 июля 2020
Смотреть видео Парк эсендәге ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Парк эсендәге ҡала

Өфөлә «Парк эсендәге ҡала» тип исемләнгән  мәғариф семинар үтте. Сараны Башҡортостан ҡалаларының үҫеш институты һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы республика ҡалаларында һәм ауылдарында ял өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырыу маҡсатында ойошторҙо. Бөтә райондарҙан килгән хакимиәт вәкилдәре...

23 июля 2020
Смотреть видео Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығындағы янғын һүндерелгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығындағы янғын һүндерелгән

Был турала Хөкүмәт Йортонда үткән брифингта урман хужалығы министрлығы Марат Шәрәфетдинов хәбәр итте. Янғындың халыҡҡа хәүефе юҡ. Был хәл даими контролгә алынған. Урал аръяғына ут сығыу осраҡтарын күҙәтеү өсөн авиапатруль ебәрелә. Йыһандан да термонөктәләр буйынса күҙәтеү алып барыла. Башҡортостан...

23 июля 2020
Смотреть видео Мәктәптәр үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән тәьмин ителәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәр үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән тәьмин ителәсәк

Башҡортостанда етештерелгән һөт, ит ризыҡтары менән бер рәттән мәктәп ашханалары үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән тәьмин ителәсәк. Республика башлығы Радий Хәбиров был хаҡта Шишмә районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Урал климатын баҡсасылыҡ өсөн ҡулайһыҙ тип тапҡандарға ҡаршы Шишмә...

23 июля 2020