Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу республикала киң билдәләнәсәк

Халыҡ шағирының “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесына нигеҙләнеп төшөрөлгән “Һеңлем” фильмы Мәскәү ҡалаһында күрһәтеләсәк. Башҡорт фильмын Рәсәй режиссеры Алексадр Галибин төшөргән. Өфө ҡалаһында иһә премьера 21-се сентябрҙә дәүләт концерт залында буласаҡ. Мостай Кәримдең юбилейына бәйле төп саралар 2019 йылдың икенсе яртыһында ойошторола, тип билдәләнде республика Хөкүмәтендә үткән ойоштороу комитеты ултырышында. 20-се октябрҙә -Мостай Кәримдең тыуған көнөндә бөтә ҡунаҡтар уның тыуған ауылына саҡырыла. Юбилей тантанаһында Келәш ауылында Мостай Кәрим исемендәге милли-мәҙәни үҙәк асыла. Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Башҡортостанды халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мостай Кәрим башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индереүсе шәхестәрҙең береһе. Уның байтаҡ әҫәрҙәре мәктәп программаһында ҡулланыла, сәхнәләштерелә, фильмдар төшөрөлә. Мостай Кәрим әҫәрҙәре һәр быуын вәкилдәре өсөн ҡыҙыҡлы. 

Хәбәрҙәр

Һамарҙа «Рус космосы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары иғлан ителде | ГТРК Башкортостан

Һамарҙа «Рус космосы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары иғлан ителде

Унда «Репортаж» номинацияһында беҙҙең хәбәрсебеҙ Алина Каматованың һәм оператор Юрий Ефремовтың эше беренсе урын алды.Репортаж кинооператор Мәхмүт Рафиҡовҡа арналған. Тап уның камераһы үткән быуаттың икенсе яртыһындағы тарихи мәлдәрҙе-водород бомбаһын һынауҙы, кешенең йыһанға осоуын төшөрөп алған....

27 мая 2016
Смотреть видео Бөгөн берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың төп этабы башланды | ГТРК Башкортостан

Бөгөн берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың төп этабы башланды

Республикала рус әҙәбиәтенән 1 мең 55 һәм география фәненән 818 кеше белемдәрен һынарға килгән. Төбәктә 65 имтихан тапшырыу пункты эшләй. Уларҙың береһе Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында урынлашҡан. Шәхси  әйберҙәрҙе ҡалдырып,  паспорт һәм ручка алып ҡына...

27 мая 2016
Смотреть видео Өфө аэропортында Зика вирусы менән пассажирҙы эвакуацияланылар | ГТРК Башкортостан

Өфө аэропортында Зика вирусы менән пассажирҙы эвакуацияланылар

Бангкок-Өфө рейсы буйынса осҡан самолетта вирус йоҡторған кеше барлығы асыҡланды. Махсус хеҙмәттәр  салонды серәкәйҙәрҙән дә таҙартты. Тап улар Зика киҙеүен таратыусылар тип иҫәпләнә.  Салонда вирус менән сирле пассажир булыуы асыҡланғас, шунда уҡ, аэропорт вәкилдәре һәм башҡа хеҙмәттәр...

27 мая 2016
Дәүләкән районы Ивановка ауылы эргәһендә ир кешене йәшен атҡан | ГТРК Башкортостан

Дәүләкән районы Ивановка ауылы эргәһендә ир кешене йәшен атҡан

Барыһына ла кеҫә телефоны ғәйепле.  Ир кеше юл буйлап телефондан һөйләшеп китеп барғанда, йәшен уттары мобиль ҡоролмаға эләгә. Йәшен заряды кешенең яңағынан инә һәм барлыҡ тәне буйлап үтеп, аяғынан сыға. Тәне бешкән егетте тиҙ арала Өфөләге 18 дауаханаға, тәне бешеүселәрҙе дауалау үҙәгенә алып...

27 мая 2016
Смотреть видео Быйыл Башҡортостан хужалыҡтары алдында  3 миллион 200 мең тонна иген йыйып алыу бурысы ҡуйыла | ГТРК Башкортостан

Быйыл Башҡортостан хужалыҡтары алдында 3 миллион 200 мең тонна иген йыйып алыу бурысы ҡуйыла

Республика хөкүмәтендә яҙғы сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте. 

27 мая 2016
62-се йәшендә билдәле музыкант, ДДТ төркөмөнөң гитарисы Рөстәм Асанбаев яҡты донъя менән хушлашты | ГТРК Башкортостан

62-се йәшендә билдәле музыкант, ДДТ төркөмөнөң гитарисы Рөстәм Асанбаев яҡты донъя менән хушлашты

Һуңғы йылдарҙа ул ауыр яман шештән яфаланғайны. Рөстәм Асанбаев 20-се быуат рок музыкаһының билдәле шәхесе булып ҡала. Ул Юрий Шевчук менән бергәләп рус рок музыкаһының яңы дәүерен булдырыусы. Билдәле драматург, халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың улы йәштән үк гитара моңона ғашиҡ булып үҫә. Һөнәре...

27 мая 2016
Смотреть видео Башҡаланың Киров районында йәшәгән йәнә бер ғаилә сираттан тыш торлаҡ сертификаты алды | ГТРК Башкортостан

Башҡаланың Киров районында йәшәгән йәнә бер ғаилә сираттан тыш торлаҡ сертификаты алды

Республикала ҡабул ителгән законға ярашлы торлаҡ шарттарын был ысул менән яҡшыртыуға ғаиләһендә бер юлы өс бала тыуған ата-әсә дәғүә итә. Варвара, Мария һәм Арсений - Поповтар ғаиләһенең көтөп алынған игеҙәктәре. Әле уларға ике йәш тә тулмаған. Олатай-өләсәйҙең ике бүлмәле фатирында ете кеше көн...

26 мая 2016
Смотреть видео Бөгөн күп бала тәрбиәләүсе биш тиҫтәгә яҡын гүзәл зат “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде | ГТРК Башкортостан

Бөгөн күп бала тәрбиәләүсе биш тиҫтәгә яҡын гүзәл зат “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде

Республикала 18 йыл дауамында 7 мең тирәһе әсәгә дәүләт наградаһы тапшырылған.  “Әсәлек даны” миҙалын алырға Зөлфиә Таипова Белорет районының  Сермән ауылынан килгән. Биш бала әсәһенә баш ҡалаға юл ҡыйынға төшә.  Ул алтынсы бәпәйен көтә. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған...

26 мая 2016
Смотреть видео Киске Өфө симфоник музыкаға күмелде | ГТРК Башкортостан

Киске Өфө симфоник музыкаға күмелде

Өфө амфитеатрына Башҡортостандан һәм сит ил музыканттары сығышын тыңларға 20 меңдән ашыу кеше килде. Быйыл концерт программаһына композиторҙар Сергей Прокофьевтың тыуыуына —125 һәм Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уларҙың әҫәрҙәре, шулай уҡ Рәсәй киноһы йылы уңайынан...

26 мая 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй етәкселеге ауыр шарттарҙа  ил иҡтисадының тотороҡлоғон һаҡлап ҡалды. Ил президенты шундай белдереү яһаны һәм үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙырырға саҡырҙы. Францияла хеҙмәт ҡануниәтен үҙгәртеп ҡороуға ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдереп эш ташлаусылар көндән-көн арта. Илдә нефть эшкәртеү...

26 мая 2016
Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы станцияһының көнъяҡ подстанцияһы яңы заманса ҡорамал  менән йыһазландырылды | ГТРК Башкортостан

Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы станцияһының көнъяҡ подстанцияһы яңы заманса ҡорамал менән йыһазландырылды

Хәҙер ауыр хәлдәгеләрҙе, инфекция йоҡторғандарҙы махсус био-багҡа һалып күсереп йөрөтәсәктәр.  Был ҡорамалды кешене йоғошло сирҙәрҙән, иммунитеты ҡаҡшаған ауырыуҙарҙы мөхит шарттарынан аралар  өсөн ҡулланырға мөмкин. 

26 мая 2016
Мәктәп уҡыусыларына ВИЧ-инфекция тураһында тулы мәғлүмәт биреү өсөн махсус белгес дәрестәре зарур | ГТРК Башкортостан

Мәктәп уҡыусыларына ВИЧ-инфекция тураһында тулы мәғлүмәт биреү өсөн махсус белгес дәрестәре зарур

Ошо хаҡта бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа үткән түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар белдерҙе. Тәҡдим менән балалар хоҡуҡтары буйынса республика вәкиле Милана Скоробогатова сығыш яһаны.Ерҙәге йоғошло сирҙәр араһында ВИЧ-инфекция кешелеккә етди хәүеф менән янай. Сир йоҡтороусылар һаны йылдан-йыл арта,...

26 мая 2016
Смотреть видео Ғафури районында 60 гектарҙан ашыу майҙанда муйыл ағастарын көйә баҫып алған | ГТРК Башкортостан

Ғафури районында 60 гектарҙан ашыу майҙанда муйыл ағастарын көйә баҫып алған

Быйыл Ғафури районы халҡы муйыл емешен тәмләй алмаясаҡ. Ә ҡортсолар һәм малсылар өҫтәмә сығымдар кисерә. Бөтәһенә лә иртә яҙҙан ҡоротҡос бөжәктәрҙең әүҙемләшеүе сәбәпсе. Райондың 60 гектарҙан ашыу майҙанында муйыл ағастарын көйә баҫып алған. Ҡорттар уның емешен генә түгел, япраҡтарын да ҡыра....

26 мая 2016
Салауат ҡалаһында полиция хеҙмәткәрен туҡмағандар | ГТРК Башкортостан

Салауат ҡалаһында полиция хеҙмәткәрен туҡмағандар

Республика буйынса эске эштәр министрлығы Салауат ҡалаһында полиция хеҙмәткәре ҡатнашлығында һуғышыуға үҙ аңлатмаһын бирҙе. Участка полиция хеҙмәткәре машинаһы менән артҡа биргәндә 30 йәшлек ҡатындың КИА автомобиленә бәрелә. Тап ошо авариянан һуң эсеп алған дүрт кеше асыуы ҡабарып уға ташлана....

26 мая 2016
Өфө амфитеатрында бөгөн Симфония төнө | ГТРК Башкортостан

Өфө амфитеатрында бөгөн Симфония төнө

Быйыл унда Башҡортостандан ғына түгел, сит илдәрҙән дә музыканттар ҡатнашасаҡ.  Быйыл концерт программаһына композиторҙар Сергей Прокофьевтың тыуыуына —125 һәм Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уларҙың әҫәрҙәре, шулай уҡ Рәсәй киноһы йылы уңайынан кинофильмдарҙан музыка...

25 мая 2016
Смотреть видео Благовещен районында йәш инспекторҙарҙың ,,Хәүефһеҙ тәгәрмәс,, республика слеты башланды | ГТРК Башкортостан

Благовещен районында йәш инспекторҙарҙың ,,Хәүефһеҙ тәгәрмәс,, республика слеты башланды

Рәсәйҙең дәүләт автоинспекцияһы ойошторолоуға 80 йыл тулыуға арналған сарала үҙҙәренең район-ҡалаларында еңеү яулаған командалар ҡатнаша. Улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү, велосипедта йөрөү һәм башҡа төр ярыштарҙа иң көслөләрҙе асыҡлай. Беренсе урын яулаған команда Рәсәй кимәлендә Башҡортостан...

25 мая 2016
Смотреть видео Ҡаҙ үҫтереп тә аҡса эшләргә була | ГТРК Башкортостан

Ҡаҙ үҫтереп тә аҡса эшләргә була

Архангел районы Ҡыҫынды ауылында йәшәүсе Джамал Агабаев бәпкәләр үҫтереп һатып ғаиләһен тәъмин итерлек килем ала.  Фермер ғаиләһенең һәр көнө күңелле мәшәҡәттәрҙән башлана. Бер-нисә йыл элек 150 бәпкәнән генә башланған кәсеп, хәҙер киң ҡолас алған.  Ҡаҙ бәпкәләрен үҫтереп һатыу,...

25 мая 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре  | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Францияла нефть эшкәртеү заводтарын манифестанттар баҫып алған. Хеҙмәт ҡануниәтен үҙгәртеүгә ҡаршы сығыш яһаусылар ошондай юл менән властарҙың иғтибарын йәлеп итергә ниәтләй. Илдә яғыулыҡҡа ҡытлыҡ һиҙелә. Автомобилдәргә бензин ҡойоу станцияларында саҡырымдарға һуҙылған сираттар барлыҡҡа килгән....

25 мая 2016
Смотреть видео Билдәле рәссамдар Ләлә Ғәлиева һәм Иван Нараянаның оҫтаханаһы янғындан зыян күргән | ГТРК Башкортостан

Билдәле рәссамдар Ләлә Ғәлиева һәм Иван Нараянаның оҫтаханаһы янғындан зыян күргән

Был фажиғә осраҡлы хәлме, әллә аңлы рәүештә эшләнгән енәйәтме?  Алиһә һүрәтләнгән рәсемдең  янғында зыян күрмәүен билдәле скульптор Ләлә Ғәлиева мөғжизә тип һанай. 15 майҙа Өфөнәң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан йортта янғын сыға. Һөҙөмтәлә бинаның беренсе ҡатында урынлашҡан...

25 мая 2016
Смотреть видео Бөгөн күпселек белем усаҡтарында һуңғы ҡыңғырау яңғырай | ГТРК Башкортостан

Бөгөн күпселек белем усаҡтарында һуңғы ҡыңғырау яңғырай

Сығарылыш синыф уҡыусылары мәктәп менән хушлаша. Ә ҡайһы бер мәктәп уҡыусылары хушлашыу вальсын бейеүҙән мәхрүм. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районындағы Боҙаяҙҙа быйыл 11-сене 3 ҡыҙ ғына тамамлай.  Улар өс таған кеүек. Эльвина, Әлфинә һәм Көнһылыу әйтерһең бер ваҡытта ла айырылмаҫтар ине. Тик...

25 мая 2016
Смотреть видео Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында фажиғә | ГТРК Башкортостан

Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында фажиғә

Урындағы мәктәп интернатында йәшәгән икенсе  класс уҡыусыһы  батып  үлгән. Ғәҙәттән тыш хәл кисә кис була. Туғандары әйтеүенсә, 3 бала бөгөн үтәсәк “Һуңғы ҡыңғырау” байрамына йыйған сәскәләрҙе ултыртыу өсөн Ләмәҙ йылғаһына һыуға бара. Яҫы ташта тайып, малай һыуға ҡолай,  көслө...

25 мая 2016
Смотреть видео Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө футбол клубы етәкселеге һәм уйынсылары менән осрашты | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө футбол клубы етәкселеге һәм уйынсылары менән осрашты

Команда был миҙгелдә тотороҡло уйын күрһәтте һәм Премьер-лигала урынын һаҡлап ҡалды. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов уйынсыларҙы ҡотланы һәм миҙгелгә йомғаҡ яһап, киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Билдәле булыуынса, Рөстәм Хәмитов Өфө командаһының көйәрмәне. Осрашыуҙа футболсылар Башҡортостан...

24 мая 2016
Смотреть видео Беҙҙең хәбәрселәр Монгол-Рәсәй журналистарының тәүге форумында булып ҡайтты  | ГТРК Башкортостан

Беҙҙең хәбәрселәр Монгол-Рәсәй журналистарының тәүге форумында булып ҡайтты

Бөтә Рәсәй Дәүләт телерадокомпанияһының 17 төбәк филилы, шулай уҡ Монголяның 40-тан ашыу киң мәғлүмәт сараһы вәкилдәре илдәр араһындағы мәғлүмәт даирәһен киңәйтеү буйынса ҡыҙыу әңгәмә алып барҙы. Журналистар сәфәр барышында илдең сәйәси, иҡтисади, мәҙәни тормошо менән дә яҡындан танышты.Монголия...

24 мая 2016
Яндекс.Метрика