Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу республикала киң билдәләнәсәк

Халыҡ шағирының “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесына нигеҙләнеп төшөрөлгән “Һеңлем” фильмы Мәскәү ҡалаһында күрһәтеләсәк. Башҡорт фильмын Рәсәй режиссеры Алексадр Галибин төшөргән. Өфө ҡалаһында иһә премьера 21-се сентябрҙә дәүләт концерт залында буласаҡ. Мостай Кәримдең юбилейына бәйле төп саралар 2019 йылдың икенсе яртыһында ойошторола, тип билдәләнде республика Хөкүмәтендә үткән ойоштороу комитеты ултырышында. 20-се октябрҙә -Мостай Кәримдең тыуған көнөндә бөтә ҡунаҡтар уның тыуған ауылына саҡырыла. Юбилей тантанаһында Келәш ауылында Мостай Кәрим исемендәге милли-мәҙәни үҙәк асыла. Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Башҡортостанды халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мостай Кәрим башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индереүсе шәхестәрҙең береһе. Уның байтаҡ әҫәрҙәре мәктәп программаһында ҡулланыла, сәхнәләштерелә, фильмдар төшөрөлә. Мостай Кәрим әҫәрҙәре һәр быуын вәкилдәре өсөн ҡыҙыҡлы. 

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Изге урындарҙың да сиге булырға тейеш! | ГТРК «Башкортостан»

Изге урындарҙың да сиге булырға тейеш!

Башҡортостанда боронғо ҡурғандарҙың һәм изге урындарҙың сиктәре раҫланды. Урта быуаттарға ҡараған Турахан кәшәнәһе, алты яңғыҙ ҡурған һәм 21 ҡурған-ҡәберлектәрҙең хәҙер сиктәре рәсмиләштерелде.  Эштең төп маҡсаты - изге урындарҙы, әүлиәләрҙең ҡәберлектәрен ер һөргәндә, көтөү көткәндә...

19 мая 2020
Смотреть видео Ут менән һаҡ ҡыланығыҙ! | ГТРК «Башкортостан»

Ут менән һаҡ ҡыланығыҙ!

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Киҫкен хәлдәр менән идара итеү үҙәгенән килгән мәғлүмәт. Республикала ут менән хаҡһыҙ ҡыланыу осраҡтары арта. 17 майҙа Кушнаренко дауаханаһына 13 йәшлек үҫмерҙе алып киләләр. Ул мунса мейесенә тиҙ тоҡаныусан шыйыҡсаны һибеп, тәнен яндыра. Әлеге мәлдә ул Өфөнөң...

19 мая 2020
Смотреть видео Онкодиспансер киңәйә | ГТРК «Башкортостан»

Онкодиспансер киңәйә

Пандемияға ҡарамҫтан төбәктә мөһим социаль объекттарҙы төҙөү дауам итә. Был йәйҙә онкологик диспансерҙа төҙөлөш тамамлана.  Әле унда һуңғы эштәр башҡарыла. Бинала диагностикалау бүлеге, поликлиника һәм 250 урынға стационар урынлашасаҡ. Был ҙур бинаны күреп төкәтмә генә, тип уйламаҫһың....

19 мая 2020
Смотреть видео Көрәш дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Көрәш дауам итә

Республикала коронавирус менән көрәш дауам итә. Ковид-лабораторияларҙың ҡеүәте көсәйтелә, анализ тапшырыу  өсөн халыҡ күләме арттырыла. Бер нисә аҙнала тестар һанын тәүлегенә 7 мең 500-гә еткерергә ниәтләйҙәр. Был күрһәткес башланғыс этап менән сағыштырғанда 10 тапҡырға күберәк....

19 мая 2020
Смотреть видео Мобиль ҡушымта | ГТРК «Башкортостан»

Мобиль ҡушымта

Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы тамашасыларына тағы ла яҡыныраҡ. Ошо көндәрҙә мобиль телефондар өсөн өр-яңы ҡушымта барлыҡҡа килде.  Хәҙер беҙҙең медиа-холдингтың продукттары бер урында тупланған. Теләгән һәр кем “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының да рәсми ҡушымтаһын...

18 мая 2020
Смотреть видео Өфөлә Һалдат күле ҡороуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Һалдат күле ҡороуы ихтимал

Һалдат күле ҡош осмалы бейеклектән үҙенең хозурлығы менән һоҡландыра. Яҡутов паркын асҡас та, бында халыҡ ял итергә ағыла башланы. Бар яҡлап та был матурлыҡ камил кеүек, әгәр һыу аҫты ни хәлдә икәнен белмәгәндә. Парк хеҙмәткәрҙәре һыу ятҡылығын һуң таҙарта башланы, шуға күрә күл үлән менән...

18 мая 2020
Смотреть видео Балалары булған ғаиләләргә дәүләттең сираттағы ярҙамы  | ГТРК «Башкортостан»

Балалары булған ғаиләләргә дәүләттең сираттағы ярҙамы

Ил президенты Владимир Путин коронавирус пандемияһы шарттарында балалары булған ғаиләләргә дәүләттең сираттағы ярҙамы тураһында иғлан итте.  Уларҙы алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза бирергә кәрәк. Башҡортостандан әлегә 53 мең кеше ғариза биреп тә өлгөргән. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе...

18 мая 2020
Смотреть видео Гармуныңдың төймәләрен нисек белеп баҫаһың | ГТРК «Башкортостан»

Гармуныңдың төймәләрен нисек белеп баҫаһың

“Рәсәй-Башҡортостан” каналы иғлан иткән “Уйна гармун” телевизион ярышы аҙағына яҡынлаша. Сама менән ай ярым дауам иткән ярышҡа Башҡортостан тамашасылары ғына түгел,ә Рәсәй субьектатрында йәшәгән оҫта ҡуллы гармунсылар ҙа теләп ҡатнашты. Улар ебәргән видеояҙмалар һаны ярты меңдән ашыу. Тап бөгөн...

15 мая 2020
Смотреть видео “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы тапшырыуҙарын хәҙер мобиль ҡушымталар аша ла ҡарарға мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы тапшырыуҙарын хәҙер мобиль ҡушымталар аша ла ҡарарға мөмкин

Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы тамашасыларына тағы ла яҡыныраҡ. Ошо көндәрҙә мобиль телефондар өсөн өр-яңы ҡушымта барлыҡҡа килде.  Хәҙер беҙҙең медиа-холдингтың продукттары бер урында тупланған. Теләгән һәр кем “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының да рәсми ҡушымтаһын...

15 мая 2020
Смотреть видео Республикала хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш кампания старт алды | ГТРК «Башкортостан»

Республикала хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш кампания старт алды

Быйылғы сар айырыуса ҙур иғтибар менән уҙа. Илдең буласаҡ һаҡсыларының сәләмәтлеге генә тикшерелеп ҡалмай, улар коронавирусҡа тест тапшыра. Хәрби комиссариатҡа эләгер өсөн буласаҡ һалдаттар тәүҙә тән температураһын тикшертеп, ҡулдарын химик шыйыҡса менән эшкәртә. Мотлаҡ рәүештә ул һуңғы арала...

15 мая 2020
Яндекс.Метрика