Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу республикала киң билдәләнәсәк

Халыҡ шағирының “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесына нигеҙләнеп төшөрөлгән “Һеңлем” фильмы Мәскәү ҡалаһында күрһәтеләсәк. Башҡорт фильмын Рәсәй режиссеры Алексадр Галибин төшөргән. Өфө ҡалаһында иһә премьера 21-се сентябрҙә дәүләт концерт залында буласаҡ. Мостай Кәримдең юбилейына бәйле төп саралар 2019 йылдың икенсе яртыһында ойошторола, тип билдәләнде республика Хөкүмәтендә үткән ойоштороу комитеты ултырышында. 20-се октябрҙә -Мостай Кәримдең тыуған көнөндә бөтә ҡунаҡтар уның тыуған ауылына саҡырыла. Юбилей тантанаһында Келәш ауылында Мостай Кәрим исемендәге милли-мәҙәни үҙәк асыла. Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Башҡортостанды халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мостай Кәрим башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индереүсе шәхестәрҙең береһе. Уның байтаҡ әҫәрҙәре мәктәп программаһында ҡулланыла, сәхнәләштерелә, фильмдар төшөрөлә. Мостай Кәрим әҫәрҙәре һәр быуын вәкилдәре өсөн ҡыҙыҡлы. 

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Ауыл халҡы иҫәбен кәметмәҫкә, ауылда йәшәү шарттарын ҡаланыҡына тиңләргә, ауыл ерендә кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Өфөлә ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү мәсьәләренә арналған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе асылды. Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан йыйылған 200-ҙән ашыу белгестең...

7 февраля 2020
Смотреть видео Йәш аграрийҙар асышы | ГТРК «Башкортостан»

Йәш аграрийҙар асышы

Башҡорт дәүләт аграр университетының студент-аспиранттары ауыл хужалығы өсөн күп йыллыҡ үлән сорты уйлап тапҡан. Мал аҙығы ҡәҙимгенһенә ҡарағанда күпкә өҫтөнөрәк. Күп йыллыҡ мал аҙығы ҡәҙимгеҙенән бейеклеге һәм ҡуйылығы менән айырыла. Шулай уҡ ул төрлө ауырыуҙарға ла бик бирешеп бармай. Ванюша,...

6 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда вируслы инфекция ҡотора | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда вируслы инфекция ҡотора

 Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, эпидемиологик сик  35  процентты үткән. Республикала балалар баҡсаһы, мәктәптәр карантинға ябыла. Кешеләр инфекцияға ҡаршы препараттар, һаҡланыу сараларын алып ҡуя.   Тулыраҡ Альбина...

6 февраля 2020
Смотреть видео Берҙәмлектә-көс | ГТРК «Башкортостан»

Берҙәмлектә-көс

Тап ошо әйтем Өфө халҡын һәм муниципаль хеҙмәттәре ҡаланы ҡарҙан таҙартыу өмәһендә берләштерҙе. Ихата алдарын, тирә-яҡты таҙартыу өмәһенән “Башҡортостан” дәүләт теле һәм радио компанияһы хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы. Һуңғы көндәрҙә ҡарҙың күпләп яуыуы беҙҙең өсөн бер ҙә ҡурҡыныс түгел, ти Юлай...

6 февраля 2020
Смотреть видео Инорс ниһәйәт бассейнлы булды | ГТРК «Башкортостан»

Инорс ниһәйәт бассейнлы булды

Башҡортостан хөкүмәте ярҙамы менән яңы объект сафҡа инде. Ә Октябрь Проспектында урынлашҡан республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусында төҙөлөш эштәре һүлпәнәйгән. Эштәр был арала мотлаҡ йәнләнәсәк. Подрядсы ойошмалар ошондай вәғәҙәләр бирҙе. Сафҡа индерелергә тейеш республика...

6 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостан студенттары “Өйҙә” | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан студенттары “Өйҙә”

Өфөлә Республиканан ситтә һөнәри белем алған йәштәрҙең беренсе форумы үтте. Ул йәштәргә тыуған төйәктә эш һәм уҡыу мөмкинлектәре менән бер рәттән үҙ һәләттәрен дә танытырға булышлыҡ итте. Башҡортостандан сыҡҡан студенттарҙың бындай кимәлдә берләшеп аралашыуы беренсе тапҡыр. Мәскәү, Санкт-Петербург...

6 февраля 2020
Смотреть видео Һауанан алынған сир | ГТРК «Башкортостан»

Һауанан алынған сир

 Өфөлә йәшәүселәр үҙ медицина карталарында ысынбарлыҡҡа тура килмәгән ауырыуҙар яҙылыуына зарлана. Берәүҙәр, йәнәһе лә,  табипҡа нервы системаһы ҡаҡшаған, тип мөрәжәғәт итһә, икенселәре иһә картала яҙылған ауырыуҙар тураһында бөтөнләй әйтергә ҡыймай. Өҫтәп яҙылған сирҙәрҙе ҡайҙан...

5 февраля 2020
Смотреть видео Ҡазан ҡалаһында “ТРЭК 2020” конференцияһы үтә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡазан ҡалаһында “ТРЭК 2020” конференцияһы үтә

Унда  ҡатнашыусылар Өфө хирургтарының ҡан-тамырына заманса алымдар ярҙамында операция эшләүен тура эфирҙа күҙәтә. Операция бер сәғәт тирәһе дауам итә. Өфө хирургтары хәҙер пациенттың артерияларын эстән күрә ала. Махсус  ҡорамал ярҙамында табиптар хәҙер ҡан тамырҙары ауырыуҙарын алдан...

5 февраля 2020
Смотреть видео Сәләмәтлек һағында тороусы | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәтлек һағында тороусы

3 тапҡыр алтын скальпель алыусы, профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Салауат Юлаев Ордены Кавалеры Мәжит Нартайлаковҡа 60 йәш. Билдәле хирург республикала иң беренсе бауыр трансплантологияһын башҡара....

5 февраля 2020
Смотреть видео Быуат һөжүме | ГТРК «Башкортостан»

Быуат һөжүме

Башҡортостан диңгеҙселәре Александр Маринеско етәкселегендәге һыу аҫты кәмәһенең батырлығын иҫкә алды. 75 йыл элек 1945 йылдың 30 ғинуарында немецтарҙың иң ҙур лайнеры "Вильгельм Густлофф" торпедо утына тотола. Һөҙөмтәлә 4 меңдән артыҡ немец илбаҫары юҡ ителә. Тарихта ул « быуат һөжүме » тип...

5 февраля 2020
Яндекс.Метрика