Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу республикала киң билдәләнәсәк

Халыҡ шағирының “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесына нигеҙләнеп төшөрөлгән “Һеңлем” фильмы Мәскәү ҡалаһында күрһәтеләсәк. Башҡорт фильмын Рәсәй режиссеры Алексадр Галибин төшөргән. Өфө ҡалаһында иһә премьера 21-се сентябрҙә дәүләт концерт залында буласаҡ. Мостай Кәримдең юбилейына бәйле төп саралар 2019 йылдың икенсе яртыһында ойошторола, тип билдәләнде республика Хөкүмәтендә үткән ойоштороу комитеты ултырышында. 20-се октябрҙә -Мостай Кәримдең тыуған көнөндә бөтә ҡунаҡтар уның тыуған ауылына саҡырыла. Юбилей тантанаһында Келәш ауылында Мостай Кәрим исемендәге милли-мәҙәни үҙәк асыла. Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Башҡортостанды халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мостай Кәрим башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индереүсе шәхестәрҙең береһе. Уның байтаҡ әҫәрҙәре мәктәп программаһында ҡулланыла, сәхнәләштерелә, фильмдар төшөрөлә. Мостай Кәрим әҫәрҙәре һәр быуын вәкилдәре өсөн ҡыҙыҡлы. 

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Радий Хәбиров короновирусҡа бәйле хәлде күҙәтеп барырға ҡушты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров короновирусҡа бәйле хәлде күҙәтеп барырға ҡушты

Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Һаулыҡ һаҡлау министрлығына короновирусҡа бәйле хәлде күҙәтеп барырға ҡушты. Башҡортостанда әле был сирҙе йоҡтороусылар юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, уяулыҡты юғалтырға ярамай, тине Республика етәксеһе.Башҡортостан авариялар һаны буйынса йәнә...

4 февраля 2020
Смотреть видео Ҡытайҙан беҙҙең граждандар эвакуациялана | ГТРК «Башкортостан»

Ҡытайҙан беҙҙең граждандар эвакуациялана

Коронавирус менән зарарланыусылар һәм һәләк булғандар һаны йәшен тиҙлеге менән арта. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса әлеге көндә коронавирустан  480 кеше һәләк булған. 18 меңгә яҡынында вирус барлығы асыҡланған. Бөтә донъяны ҡурҡыуға һалған сир тураһында ...

4 февраля 2020
Смотреть видео Гриптан һаҡланығыҙ | ГТРК «Башкортостан»

Гриптан һаҡланығыҙ

Бындай һауа торошо киҫкен респиратор вирус инфекцияһының таралыуына булышлыҡ итә. Башҡортостанда 18 кешелә быйыл сусҡа киҙеүе табылған. ГРИПП-тың был штаммы һуңғы 4 йылда булғаны юҡ ине. ГРИПП һәм ОРВИ сәбәпле Башҡортостанда  айырым белем усаҡтары ла карантинға ябылды. Сикләүҙәр Салауат, Бөрө...

4 февраля 2020
Смотреть видео Ҡар, епшек ҡар, ямғыр | ГТРК «Башкортостан»

Ҡар, епшек ҡар, ямғыр

Башҡортостанда киләһе көндәрҙә йылы һауа торошо көтөлә. Республиканың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, ваҡыты менән ҡар яуасаҡ. Синоптиктар билдәләүенсә, быйылғы ҡышты аномаль, тип баһаларға мөмкин. Февраль-сатлама һыуыҡтар айы. Әммә ҡыштың һуңғы айында ла көндәр йылы торасаҡ. Ҡар,...

4 февраля 2020
Смотреть видео 2020 - матур даталарға бай йыл | ГТРК «Башкортостан»

2020 - матур даталарға бай йыл

Мәҫәлән, киләһе ял көнө - икенсе февралдә бихисап туйҙар үткәрелә. Шул сәбәпле Башҡортостанда ҡайһы бер ЗАГС-тар хатта йәкшәмбе лә эшләйәсәк.  Аҡ ҡомаҡ йылы матур даталарға бай булмаҡсы. Шул сәбәпле Башҡортостанда ҡайһы бер ЗАГС-тар хатта йәкшәмбе көндө лә эшләйәсәк. Быйылғы йыл Рөстәм һәм...

31 января 2020
Смотреть видео Поляр экспедицияларҙа ҡатнашыусыларға музей асыла | ГТРК «Башкортостан»

Поляр экспедицияларҙа ҡатнашыусыларға музей асыла

Өфөлә төньяҡ киңлектәрҙе өйрәнеүсе, поляр экспедицияларҙа ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға арналған музей асыла. Был хаҡта Башҡоростан башлығы Радий Хәбров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Музейҙа төп урын  штурман Альбановҡа бүленәсәк. Кем һуң ул Валериан Альбанов? Уны Өфө менән нимә бәйләй...

31 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан авариялар һаны буйынса күп миллионлы Мәскәүҙе уҙып киткән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан авариялар һаны буйынса күп миллионлы Мәскәүҙе уҙып киткән

Уҙған йылда республикала 4 мең 280-дән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Уларҙа 500-гә яҡын кешенең ғүмере өҙөлгән, шул иҫәптән 23 бала, 5 мең 400-ҙән ашыуы йәрәхәттәр алған. Ошо хаҡта Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһының уҙған йыл йомғаҡтарына арналған матбуғат конференцияһында бәйән...

31 января 2020
Смотреть видео Мәктәп стоматологияһы | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп стоматологияһы

Башҡортостанда “мәктәп стоматологияһы” программаһы яңы үҫеш ала. Республика башлығы Радий Хәбировтың Күрһәтмәһенә ярашлы, белем биреү усаҡтарына хәҙер теш дауалау өсөн “күсмә бүлмә” һатып алынасаҡ. Ун бер миллион һумлыҡ аппаратураны КАМАЗ машинаһы базаһына урынлаштыралар.  Ошо турала...

31 января 2020
Смотреть видео Яңы закон проекттары | ГТРК «Башкортостан»

Яңы закон проекттары

Башҡортостан йылъяҙмаһында яңы иҫтәлекле дата барлыҡҡа килә, күп балалы ғаиләләргә 250 мең һум аҡса бирелә һәм балиғ булмағандарға “снюс” һатыусыларға штраф һалына. Тәмәке тартыуға алмашҡа тәҡдим ителгән һура- йә сәйнәй торған никотинлы ҡатнашмаларҙы балаларға һатыуҙы тыйырға Республика...

31 января 2020
Смотреть видео Ҡытайҙан Башҡортостан туристары әйләнеп ҡайтты | ГТРК «Башкортостан»

Ҡытайҙан Башҡортостан туристары әйләнеп ҡайтты

Өфө халыҡ-ара аэропортына Ҡытайҙың Санья ҡалаһынан һуңғы самолет әйләнеп ҡайтты. Башҡортостанға коронавирусты индермәҫ өсөн аэропортта санитар күҙәтеү көсәйтелгән. Һәр бер турист махсус ҡоролма-тепловизор ярҙамында ентекле тикшереү үтте. Температураһы күтәрелгән пассажирҙы шунда уҡ дауаханаға...

31 января 2020
Яндекс.Метрика