Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу республикала киң билдәләнәсәк

Халыҡ шағирының “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесына нигеҙләнеп төшөрөлгән “Һеңлем” фильмы Мәскәү ҡалаһында күрһәтеләсәк. Башҡорт фильмын Рәсәй режиссеры Алексадр Галибин төшөргән. Өфө ҡалаһында иһә премьера 21-се сентябрҙә дәүләт концерт залында буласаҡ. Мостай Кәримдең юбилейына бәйле төп саралар 2019 йылдың икенсе яртыһында ойошторола, тип билдәләнде республика Хөкүмәтендә үткән ойоштороу комитеты ултырышында. 20-се октябрҙә -Мостай Кәримдең тыуған көнөндә бөтә ҡунаҡтар уның тыуған ауылына саҡырыла. Юбилей тантанаһында Келәш ауылында Мостай Кәрим исемендәге милли-мәҙәни үҙәк асыла. Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Башҡортостанды халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мостай Кәрим башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индереүсе шәхестәрҙең береһе. Уның байтаҡ әҫәрҙәре мәктәп программаһында ҡулланыла, сәхнәләштерелә, фильмдар төшөрөлә. Мостай Кәрим әҫәрҙәре һәр быуын вәкилдәре өсөн ҡыҙыҡлы. 

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Күп балалы ғаиләләр ер урынына 250 мең аҡса ала | ГТРК «Башкортостан»

Күп балалы ғаиләләр ер урынына 250 мең аҡса ала

Башҡортостанда өс һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ер бүлемдәрен биреү тәртибе үҙгәрә. Ошо туралағы закон проекты бөгөн Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышында тикшерелә. Башҡортостанда 3 һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән, инвалид бала ҡараған ғаиләләр бушлай ер алыу...

30 января 2020
Смотреть видео ZAINETDIN-дән “Яңы ҡараш”  | ГТРК «Башкортостан»

ZAINETDIN-дән “Яңы ҡараш”

Зәйнетдин тамашасылары өсөн “Яңы ҡараш”  тип аталған өр яңы проект өҫтөндә эшләй. Уны әҙерләүҙә бихисап талантлы һәм тәжрибәле  кешеләр ҡатнаша. ZAINETDIN яңы проектына әҙерлекте ярты элек башлаған, ә йыл башынан  уны ныҡлап тормошҡа ашырыуға тотонған. Ғинуарҙың тәүге көндәренән үк...

30 января 2020
Смотреть видео Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе логопед үҙ ҡулдары менән уникаль ҡурсаҡтар яһай | ГТРК «Башкортостан»

Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе логопед үҙ ҡулдары менән уникаль ҡурсаҡтар яһай

Әйтерһең дә тере ҡурсаҡтар! Улар интерьер өсөн генә тәғәйенләнһә лә, һәр ҡайһыһы тере һымаҡ - берәүһе йылмайып ултырһа, икенсеһенең йөҙөнән күҙ йәштәре тәгәрәй. Өҫтәүенә, бер образ да ҡабатланмай. Динаның ҡулында пластик киҫәктәре яйлап ҡына матур һындарға әүерелә. Әлеге мәлдә ул ҡурсаҡтың ҡулын...

30 января 2020
Смотреть видео Нефть табыу нескәлектәренә үҫмер саҡтан уҡ нигеҙ һалына | ГТРК «Башкортостан»

Нефть табыу нескәлектәренә үҫмер саҡтан уҡ нигеҙ һалына

Өфө дәүләт нефть-техник университетының йәштәр технопаркында уҡыусылар көнкүреш әйберҙәренән нефть сығарыу ҡоролмаһы макетын төҙөнө. Сибай ҡалаһы гимназия-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы Гөлназ Юлдыбаева киләсәктә Өфө нефть – техник университетына уҡырға инергә әҙерләнә. Ныҡышмал ҡыҙ химия...

30 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда белем усаҡтары карантиннға ябыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда белем усаҡтары карантиннға ябыла

Был төбәктә тын юлдары ауырыуҙары һәм ГРИПП таралыуҙы сикләү маҡсатында эшләнә. Республика Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге көнгә 3 мәктәп һәм 3 балалар баҡсаһы карантинға ябылған. Айырым белем усаҡтарының 29 класында дәрестәр уҙғарылмай. Сикләүҙәр Салауат, Бөрө, Учалы, Дыуан...

30 января 2020
Смотреть видео Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендәге маҡсаттарҙы бойомға ашырыу эше башланды | ГТРК «Башкортостан»

Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендәге маҡсаттарҙы бойомға ашырыу эше башланды

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси советының киңәйтелгән ултырышында Радий Хәбиров фирҡәнең урындарҙа иң әүҙем эшмәкәрлек алып барған бүлектәренә бүләктәр тапшырҙы.  Урындарҙан әйтелгән тәҡдимдәр сәйәси фирҡәнең мөһим ҡарарҙарында сағылырға тейеш. Фирҡә ағзаларының дөйөм фекер алышыуын ойоштороуҙы Радий...

30 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда короновирус теркәлмәгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда короновирус теркәлмәгән

Бөгөн Өфө халыҡ-ара аэропортына Ҡытайҙың Санья ҡалаһынан сираттағы самолеттың әйләнеп ҡайтыуы көтөлә. Әлегә нисә кешенең ялын туҡтатып Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар итеүе тураһында билдәле түгел. Уларҙың барыһы ла аэропортта ентекләп тикшереләсәк. Тән температураһы күтәрелгән осраҡта дауаханаға...

30 января 2020
Смотреть видео Әҙип һүҙе-замандың йөҙө | ГТРК «Башкортостан»

Әҙип һүҙе-замандың йөҙө

Өфө киң профилле һөнәр биреү колледжында “Әҙип һүҙе-замандың йөҙө” тип аталған әҙәби осрашыу үтте. Сара йыр-моң менән башланып китте. Осрашыуға башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индереүсе әҙиптәр Гөлнур Яҡупова, Салауат Кәрим, Миңдебай Юлмөхәмәтов саҡырылған. Улар үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырҙы...

29 января 2020
Смотреть видео Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай | ГТРК «Башкортостан»

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Быйыл кешелек тарихындағы иң ҡурҡыныс һәм иң оҙайлы ҡамау тамамлауына 76 йыл була. Ленинград ҡалаһы блокадаһы 900 көн тиерлек бара. Аслыҡ, һыуыҡ, юҡлыҡтан меңәрләгән кешенең ғүмере өҙөлә. Ленинград блокадаһында ҡалыусыларҙы хөрмәт итеп республикала төрлө саралар уҙғарыла, ветерандар менән...

29 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тағы ла дүрт онкология үҙәге асыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы ла дүрт онкология үҙәге асыла

 Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, ямаш шеште асыҡлаусы ҡорамалдар 60-70 процентҡа иҫкергән. Бынан тыш, кадрҙарға ҡытлыҡ һиҙелә. еспублика клиник онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов әйтеүенсә, шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда яман шештәрҙе асыҡлау...

29 января 2020
Яндекс.Метрика