Салауат Юлаев һәйкәле яны майҙанындағы үҙгәрештәрҙе тотоп ҡарап белергә була хәҙер

 Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты студенттары күреү мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн милли батырыбыҙ  Салауат Юлаевтың 265 йыллығы уңайынан махсус макет эшләгән. Макетҡа Салауат Юлаев һәйкәле, фонтан, Торатау Ко  нгресс-холы, ағас-ҡыуаҡтар, Ватан паркына алып төшкән баҫҡыстар һәм парк үҙе ингән. Ирекмәндәр  насар күргәндәрҙе  туҡталҡанан алып ниндәй юл менән килеүҙәре, нимәләр эргәһенән үтеүҙәре менән таныштыра. Баш ҡаланың бөтә иҫтәлекле урындары ла ошондай макеттар формаһында күптән бар. Әлеге ваҡытта әүҙем студенттар Стәрлетамаҡ тураһында материалдар әҙерләй. Киләсәктә 3Д моделдәргә төймәләр ҡуйырға ниәтләй улар. Һәр кем уны баҫып, йорт, һәйкәл тураһында аудиомәғлүмәтте тыңлай ала.

 

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә фараз яһаны | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә фараз яһаны

Республикала  аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә, ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ. Киләһе көндәрҙә һауа температураһы бер аҙ күтәрелә. 17 октябрҙә, әйтейек, 13 градус йылы буласаҡ. Яуым-төшөм дә аҙая.

15 октября 2018
Смотреть видео Өфө аэропортына кемдең исеме бирелер? | ГТРК «Башкортостан»

Өфө аэропортына кемдең исеме бирелер?

Бөгөн Башҡортостан дәүләт телерадиокомпания медиа үҙәгендә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Өфө аэропортына исем биреүе буйынса матбуғат осрашыуы үтте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың баш ҡалаһы аэропорты Салауат Юлаев, Сергей Довлатов, Мостай Кәрим, Рудольф Нуриев, Сергей Аксаковтың исемен...

12 октября 2018
Смотреть видео Өфөлә рус теленең киләсәге хәл ителә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә рус теленең киләсәге хәл ителә

Бөгөн Өфөлә Рәсәй рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Рус теленең Рәсәй һәм унан башҡа төбәктәрҙә ҡулланышы  тураһында фекер алыша. Башҡортостандың башҡалаһына Рәсәйҙең 76 төбәге һәм сит илдәрҙән 400 делегат килде.  Рәсәйҙең рус теле уҡытыусылары йәмғиәте форумы ике йылға бер тапҡыр...

12 октября 2018
Смотреть видео Умартасылар өсөн йөк ташыусы машина | ГТРК «Башкортостан»

Умартасылар өсөн йөк ташыусы машина

Башҡорт Дәүләт аграр университетының механика факультеты студенттары умартасылар өсөн йөк ташыусы машина уйлап сығарған. Был ҡоролма бал ҡорттарына зыян килтермәйенсә генә, умарталарҙы бер урындан икенсе урынға күсереү өсөн яраҡлаштырылған.

12 октября 2018
Смотреть видео Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инә

2019-сы йылдың 1-се ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инә. Уға ярашлы, сүп-сар менән эшләү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелә. Мәҫәлән, быйыл Башҡортостан 5 зонаға бүленде һәм төбәк операторҙары һайлап алынды. Улар көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, уларҙы сорттарға айырыу...

12 октября 2018
Смотреть видео Өфө районының Светлая ауылында юл буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Өфө районының Светлая ауылында юл буласаҡ

Беҙҙең телеканалда сыҡҡан видеосюжеттан һуң, район хакимиәтендә ошондай вәғәҙә бирҙеләр. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Светлая ауылында йәшәүселәр юлдарҙың насар булыуынан яфалана. Бигерәк тә, уҡыусыларға күләүектәр гиҙеп, бысраҡ ярып мәктәпкә йөрөргә тура килә. Шулай уҡ, ауылда хаҡлы ялдағылар, йәш балалы...

12 октября 2018
Смотреть видео Тәлғәт Тажетдин 70 йәшлек байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Тәлғәт Тажетдин 70 йәшлек байрамын билдәләй

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин бөгөн үҙенең 70 йәшлек күркәм байрамын билдәләй.  Быйыл Рәсәй мосолмандары Диниә назараты ойошторолоуға 230 йыл тула. Сараға илдең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар, 20-нән ашыу мөфтиәттән вәкилдәр килеүе көтөлә.

12 октября 2018
Смотреть видео Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Рөстәм Хәмитов ваҡытынан алда вазифаһынан китеү тураһында белдерҙе һәм халыҡҡа мөрәжәғәт итте.Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән Радий Фәрит улы Хәбиров Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Радий Хәбиров 1964 йылдың 20 мартында Ишембай районы Һайран ауылында тыуған...

12 октября 2018
Смотреть видео Өфө аэропортына исем һайлайбыҙ | ГТРК «Башкортостан»

Өфө аэропортына исем һайлайбыҙ

Иртәгә Башҡортостан дәүләт телерадиокомпания медиа үҙәгендә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының Өфө аэропортына исем биреүе буйынса йыйылыш үтәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың баш ҡалаһы аэропорты Салауат Юлаев, Сергей Довлатов, Мостай Кәрим, Рудольф Нуриев, Сергей Аксаковтың исемен алыуы...

11 октября 2018
Смотреть видео Яҡты һәм киң кластар | ГТРК «Башкортостан»

Яҡты һәм киң кластар

Нуғай ҡасабаһында урынлашҡан 147-се мәктәптең икенсе сираты файҙаланыуға тапшырылды. Хәҙер башланғыс кластар өсөн тәғәйенләнгән бинала 500 бала белем алыу мөкинлегенә эйә. Бында балалар баҡсаһы ла буласаҡ. Быға тиклем башланғыс класс уҡыусылары иҫке бинала белем алған. Ә ҡайһы берҙәрен ата-әсәләр...

11 октября 2018
Яндекс.Метрика