Салауат Юлаев һәйкәле яны майҙанындағы үҙгәрештәрҙе тотоп ҡарап белергә була хәҙер

 Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты студенттары күреү мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн милли батырыбыҙ  Салауат Юлаевтың 265 йыллығы уңайынан махсус макет эшләгән. Макетҡа Салауат Юлаев һәйкәле, фонтан, Торатау Ко  нгресс-холы, ағас-ҡыуаҡтар, Ватан паркына алып төшкән баҫҡыстар һәм парк үҙе ингән. Ирекмәндәр  насар күргәндәрҙе  туҡталҡанан алып ниндәй юл менән килеүҙәре, нимәләр эргәһенән үтеүҙәре менән таныштыра. Баш ҡаланың бөтә иҫтәлекле урындары ла ошондай макеттар формаһында күптән бар. Әлеге ваҡытта әүҙем студенттар Стәрлетамаҡ тураһында материалдар әҙерләй. Киләсәктә 3Д моделдәргә төймәләр ҡуйырға ниәтләй улар. Һәр кем уны баҫып, йорт, һәйкәл тураһында аудиомәғлүмәтте тыңлай ала.

 

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Халыҡ барыбер риза түгел | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ барыбер риза түгел

Өфөлә Менделеев урамындағы 16 ҡатлы йорттар араһында автомобиль ҡуйыу урыны эшләргә уйлайҙар. Әммә халыҡ әйтеүенсә, бында тотонолған машиналар һатыу баҙары буласаҡ.  Ошо сәбәпле йорттарҙа йәшәүселәр урам йыйыны үткәрҙе. Дүрт ейән-ейәнсәргә өләсәй булып өлгөргән Әнисә Мусина кескәйҙәре өсөн...

13 сентября 2018
Смотреть видео Өфөлә төҙөлөш магазины янып китте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә төҙөлөш магазины янып китте

Бөгөн төндә Өфөлә Сипайлово биҫтәһендә эре төҙөлөш магазины янып китте. Янғын һүндереүселәр килгәндә ут 60 квадрат метрҙы ялмап алғайны. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Янғын иртәнге дүрттә һүндерелде. Ут сығыу сәбәптәрен тәфтишселәр асыҡлай.

13 сентября 2018
Смотреть видео Өфөнөң “алтын” прокуроры ике айға һаҡ аҫтында ҡаласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң “алтын” прокуроры ике айға һаҡ аҫтында ҡаласаҡ

Суд әлегә шундай ҡарарға килде.Прокурорҙың иһә 15 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал. Рәмил Ғәрифуллин эш бүлмәһендә 5 миллион һум ришүәт алғанда тотолғайны. Бынан тыш, прокурорҙың йөҙҙәрсә миллион һумға иҫәпләнгән мөлкәте барлығы асыҡланған. Йортонда 180 миллион һум аҡса табылған, тип...

13 сентября 2018
Смотреть видео Өфөлә дөйөм ҡала өмәһе 29-сы сентябрға билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә дөйөм ҡала өмәһе 29-сы сентябрға билдәләнде

 Ҡала хакимиәте унда халыҡты әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.Биләмәләрҙе таҙартыу  кампанияһы  17 сентябрҙән 21 октябргә тиклем дауам итәсәк. Ошо арауыҡта ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре һәм битараф булмаусылар сүп-сар йыясаҡ һәм йәшел үҫентеләр, тәү сиратта, күп йыллыҡ сәскәләр һәм эре...

12 сентября 2018
Смотреть видео Үҙ ағасыңды ултырт | ГТРК «Башкортостан»

Үҙ ағасыңды ултырт

,,Урмансылар,, исемендәге паркта киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре 30 –ға яҡын пирамидаль тирәк ултыртты. Сара журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнөнә арналды. ,,Үҙ ағасыңды ултырт,, акцияһын урман хужалығы министрлығы ойошторҙо.

12 сентября 2018
Смотреть видео Рәсәй-Башҡортостан каналының “Цифралы десанты” сәйәхәтен дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй-Башҡортостан каналының “Цифралы десанты” сәйәхәтен дауам итә

Сиратта – Баймаҡ. 14 сентябрҙә “Башҡортостан” дәүләт теллерадиокомпанияһы һәм РТРС хеҙмәткәрҙәре төбәктең иң ҙур райондарының береһенә барып, цифралы телевидениеның үҙенсәлектәре менән урындағы халыҡты таныштырасаҡ. Тиҫтәгә яҡын район,  йөҙәрләгән бүләктәр, меңәрләгән шат йөҙҙәр һәм ҡәнәғәт...

12 сентября 2018
Смотреть видео Шарандан пенсияға сыҡҡан ҡатын икмәк бешереү цехы асҡан | ГТРК «Башкортостан»

Шарандан пенсияға сыҡҡан ҡатын икмәк бешереү цехы асҡан

Хәҙер эргә-тирәләге ауылдарҙа йәшәүселәр хуш еҫле икмәк һатып ала.  Надежда Дәүләтова 30 йыл балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, икмәк бешерергә ҡара итә. 15 йыл элек Шаранға икмәкте күрше райондарҙан килтергән булалар.Элекке мунсаны икмәкханаға әйләндереп,...

12 сентября 2018
Смотреть видео Өфөлә хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә хеҙмәт алдынғылары тәбрикләнде

Башҡортостан данын илгә танытҡан, республика өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт иткән һөнәр эйәләренең бер төркөмөнә бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов юғары Дәүләт наградаларын тапшырҙы. Биш тиҫтәгә яҡын кешене берләштергән исемлектә ғалимдар, һаулыҡ һаҡлау, мәғәриф, мәҙәниәт, спорт, элемтә, сәнәғәт, урман...

12 сентября 2018
Смотреть видео Һайлауға рәсми йомғаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Һайлауға рәсми йомғаҡ

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы 9 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға үткән һайлауҙың рәсми һөҙөмтәләрен иғлан итте. Үҙәк һайлау комиссияһынан белдереүҙәренсә, быйылғы һайлау кампанияһы Башҡортостанда тағы ла асығыраҡ шарттарҙа үтте.

12 сентября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй оборона министрлығы Сүриәнең Идлиб виәйәтендә “Ан-Нусра фронты” террорсыларын утҡа тотто. Операцияла Хмеймим базаһынан Рәсәйҙең 4 самолеты ҡатнашты. Эмиратес авиакомпанияһының Дубайҙан Нью Йоркка осоусы самолеты пассажирҙары ҡапыл үҙҙәрен насар тоя башлаған. Ике кешенең температураһы...

12 сентября 2018
Яндекс.Метрика