Салауат Юлаев һәйкәле яны майҙанындағы үҙгәрештәрҙе тотоп ҡарап белергә була хәҙер

 Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты студенттары күреү мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн милли батырыбыҙ  Салауат Юлаевтың 265 йыллығы уңайынан махсус макет эшләгән. Макетҡа Салауат Юлаев һәйкәле, фонтан, Торатау Ко  нгресс-холы, ағас-ҡыуаҡтар, Ватан паркына алып төшкән баҫҡыстар һәм парк үҙе ингән. Ирекмәндәр  насар күргәндәрҙе  туҡталҡанан алып ниндәй юл менән килеүҙәре, нимәләр эргәһенән үтеүҙәре менән таныштыра. Баш ҡаланың бөтә иҫтәлекле урындары ла ошондай макеттар формаһында күптән бар. Әлеге ваҡытта әүҙем студенттар Стәрлетамаҡ тураһында материалдар әҙерләй. Киләсәктә 3Д моделдәргә төймәләр ҡуйырға ниәтләй улар. Һәр кем уны баҫып, йорт, һәйкәл тураһында аудиомәғлүмәтте тыңлай ала.

 

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ни өсөн уҡыусылар ыҙа сигеп белем алырға мәжбүр? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн уҡыусылар ыҙа сигеп белем алырға мәжбүр?

 Благовещен районы Яңы Благовещен ауылында юл булмау сәбәпле балалар инде бер ай уҡырға йөрөй алмай. Асыҡланыуынса, документ буйынса ауыл араларында юл бөтөнләй булырға тейеш түгел. Мәсьәлә нисек хәл ителер? Быйыл беренсе классҡа уҡырға барған ете йәшлек Малик Кобелевтың әсәһе хәҙер балаһын...

8 ноября 2018
Смотреть видео Дәғүәләр кире ҡағылды | ГТРК «Башкортостан»

Дәғүәләр кире ҡағылды

Башҡортостанда хеҙмәттәшен көсләүҙә ғәйепләнгән полиция хеҙмәткәрҙәренә бәйле  яңылыҡ киң мәғлүмәт сараларының иғтибар үҙәгендә ҡала.  Бөгөн республиканың юғары суды 51 йәшлек Эдуард Матвеевҡа ҡарата ҡарарҙы үҙ көсөндә ҡалдырҙы. Уның адвокаттары ике айға ҡулға алыуға дәғүә белдергәйне. Ул...

8 ноября 2018
Смотреть видео Өфө аэропортына исем һайлау дауам итә  | ГТРК «Башкортостан»

Өфө аэропортына исем һайлау дауам итә

Был эшкә Республиканың төрлө уҡыу йорттары әүҙем ҡушылды. Тауыш биреүҙә һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн бары тик ,,Великие имена. РФ,, сайтына инеп үҙегеҙгә оҡшаған шәхесте һайлау ҙа етә. Проекттың өсөнсө этабында беренселеккә сыҡҡан өс шәхесте атаясаҡтар. Тауыш биреүҙең финалы иһә, 8- се ноябрҙән...

7 ноября 2018
Смотреть видео Аналог телевидениеһы тарихҡа күсә | ГТРК «Башкортостан»

Аналог телевидениеһы тарихҡа күсә

Киләһе мәғлүмәт республикала йәшәүсе һәр кемгә ҡағыла. Тиҙҙән һәр йортта һәм фатирҙа телевизорҙар күрһәтмәй башлаясаҡ. Бындай хәлде булдырмаҫ өсөн иғтибар менән тыңлағыҙ.  Быға тиклем эшләгән аналог телевидениеһы тарихҡа күсә һәм цифралы телевидение дәүере башлана. Хәҙер бушлай,сифатлы...

7 ноября 2018
Смотреть видео Башҡорт теле көнө  уңайынан  интернет-конкурстар  башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт теле көнө уңайынан интернет-конкурстар башланды

Социаль видеороликтар йәки плакаттар конкурсы башҡорт телен популярлаштырыуға йүнәлтелергә тейеш. Эштәр ике дәүләт телендә башҡарылырға мөмкин. Шулай уҡ башҡорт теле уҡытыусыларының, шул иҫәптән ветеран-уҡытыусыларҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында видеороликтар ҡабул ителә. Уҡыусылар өсөн «...

7 ноября 2018
Смотреть видео Бөгөн Башҡортостан радиоһы 91 йыллығын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Башҡортостан радиоһы 91 йыллығын билдәләй

За кадром. 1927 йылдың 7-се ноябрендә Республиканың төрлө төбәктәрендә үҙәк майҙандарҙа, клубтарҙа урынлаштырылған репродукторҙарҙан тәүге тапҡыр “Өфө һөйләй” тигән һүҙҙәр яңғырай.  Тәүге станция 8 ай тест режимында эшләй. Даими тапшырыуҙар иһә 1928 йылдың 1 авгусынан эфирға сыға. Йылдар үтеү...

7 ноября 2018
Смотреть видео Бөгөн Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 101 йыллығы билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 101 йыллығы билдәләнә

Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы – егерменсе быуат­тың артабанғы тарихҡа йоғонто яһаусы иң ҙур сәйәси ваҡиғаларының береһе. Иҫке стиль менән 25 – 26 октябр­ҙә, яңыса 7 − 8 ноябрь ҡораллы ихтилал ярҙамында Ваҡытлы хөкүмәт ҡолатылып, власҡа күпселеген большевиктар тәшкил иткән төркөм килә...

7 ноября 2018
Смотреть видео Тыуған төйәк мәҙәниәте | ГТРК «Башкортостан»

Тыуған төйәк мәҙәниәте

Ишембай районы Көҙән ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң мәҙәниәт йорто асылды. Көҙән ауылын район кимәлендә танытҡан коллективтар хәҙер сығыштарға зауыҡ менән биҙәлгән бүлмәләрҙә әҙерләнә, сәхнәгә өр-яңы костюмдарҙа сыға, йыр-бейеүҙәрҙе башҡарғанда заманса тауыш йыһаздарын файҙалана. Бында барыһы 10...

7 ноября 2018
Смотреть видео Башҡортостан ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан ҡышҡы йылытыу миҙгеленә әҙер

Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй хөкүмәтенең видеоселектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Унда төбәктәрҙең йылытыу миҙгеленә әҙерлеге, яғыулыҡ запасатары, энергетика объекттарының төҙөклөгө баһаланды. Хөкүмәт вице-премьеры Виталий Мутко билдәләүенсә, 2019 йылда торлаҡ-...

7 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бөйөк Британия һалым түләүселәрҙең 200 миллион евроһын террорсылар менән бәйле төркөмсәләргә ярҙам итеүгә йүнәлткән. Был турала лордтар палатаһы ағзаһы Каролина Кокс белдергән. Рәсәйҙең һәм Сүриәнең экстремистарға ҡаршы көрәшен дөрөҫ тип баһалағас, сәйәсмәндәр һәм киң мәғлүмәт саралары тәнҡит менән...

7 ноября 2018
Яндекс.Метрика