Салауат Юлаев һәйкәле яны майҙанындағы үҙгәрештәрҙе тотоп ҡарап белергә була хәҙер

 Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты студенттары күреү мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн милли батырыбыҙ  Салауат Юлаевтың 265 йыллығы уңайынан махсус макет эшләгән. Макетҡа Салауат Юлаев һәйкәле, фонтан, Торатау Ко  нгресс-холы, ағас-ҡыуаҡтар, Ватан паркына алып төшкән баҫҡыстар һәм парк үҙе ингән. Ирекмәндәр  насар күргәндәрҙе  туҡталҡанан алып ниндәй юл менән килеүҙәре, нимәләр эргәһенән үтеүҙәре менән таныштыра. Баш ҡаланың бөтә иҫтәлекле урындары ла ошондай макеттар формаһында күптән бар. Әлеге ваҡытта әүҙем студенттар Стәрлетамаҡ тураһында материалдар әҙерләй. Киләсәктә 3Д моделдәргә төймәләр ҡуйырға ниәтләй улар. Һәр кем уны баҫып, йорт, һәйкәл тураһында аудиомәғлүмәтте тыңлай ала.

 

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Радий Хәбиров алдынғыларға еңел автомобилдәр тапшырҙы   | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров алдынғыларға еңел автомобилдәр тапшырҙы

Ошо минуттарҙа Өфөлә  ауыл хужалығы алдынғыларының бер төркөмөнә еңел автомобилдәр бүләк итеү тантанаһы бара.  Республика етәксеһе агросәнәғәт комплексының алдынғы хеҙмәткәрҙәренә Шевроле Нива машиналарын тапшырҙы.

31 октября 2018
Смотреть видео Радий Хәбиров төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты

Мәскәүҙә Республика етәксеһе Радий Хәбиров төбәк үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виталий Мутко үткәрҙе. Ултырышта киләһе йылға федераль бюджет проекты, 2020 һәм 2021 йылдарҙа бюджет-ара мөнәсәбәттәр, милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу барышы...

31 октября 2018
Смотреть видео Өфө аэропортына исем һайлау дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфө аэропортына исем һайлау дауам итә

Был эшкә Республиканың төрлө уҡыу йорттары әүҙем ҡушылды.  Тауыш биреүҙә һәр кем ҡатнаша ала. Бының өсөн бары тик ,,Великие имена. РФ,, сайтына инеп үҙегеҙгә оҡшаған шәхесте һайлау ҙа етә. Проекттың өсөнсө этабында беренселеккә сыҡҡан өс шәхесте атаясаҡтар. Тауыш биреүҙең финалы иһә, 8- се...

30 октября 2018
Смотреть видео Мин илһөйәр | ГТРК «Башкортостан»

Мин илһөйәр

Өфөлә “Мин-илһөйәр” төбәк йәмәғәт ойошмаһы үткәргән “Минең ғаиләм ҡомартҡыһы” конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде.  2016 йылдан алып уҙғарылған был конкурс ҙур мөмкинлектәр аса. Быйыл иһә ике йөҙҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы һәм студенттар ҡатнашты. Тарих биттәренә йәнә байҡау яһарға ярҙам иткән...

30 октября 2018
Смотреть видео Күгәрсендә 1 гектарҙан 40 центнер көнбағыш һуғалар | ГТРК «Башкортостан»

Күгәрсендә 1 гектарҙан 40 центнер көнбағыш һуғалар

Республика хужалыҡтарында көнбағыш һуғыу кампанияһы дауам итә. Күгәрсен районы хужалыҡтарының береһендә көнбағыш уңышы бер гектарҙа 40 центнерға етә. Район буйынса көнбағыштың уртаса уңышы 10 центнерҙан ашып китә. Был күрһәткестәр былтырғынан күпкә юғары. Фермерҙар әйтеүенсә, яҡшы уңышҡа һәр...

30 октября 2018
Смотреть видео Социаль эшҡыуарҙар Өфөгә йыйылды | ГТРК «Башкортостан»

Социаль эшҡыуарҙар Өфөгә йыйылды

Башҡортостанда социаль эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән субъекттарға айырым иғтибар кәрәк. Ошондай ширҡәттәр федераль ярҙамға ла мохтаж. Был турала бөгөн Өфөлә үткән социаль эшҡыуарлыҡ форумында әйтелде.  Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға. Ғәлимйән, хәйерле көн...

30 октября 2018
Смотреть видео Бөгөн Өфө-Аҡъяр маршруты буйынса автобус юлға сыҡты | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Өфө-Аҡъяр маршруты буйынса автобус юлға сыҡты

Автобус илле урынға иҫәпләнгән. 560 саҡырымды ул 10 сәғәттә үтә һәм Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларында, Мораҡ һәм Иҫәнғолда туҡталыш яһай. Беренсе пассажирҙар бөгөн ,,Көнъяҡ,, автовокзалдан иртәнге сәғәт ете тула ун минуттан юлға сыҡты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Хөкүмәттә үткән кәңәшмәлә...

30 октября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Американың Массачусетс штатында баптистар сиркәүе янып көлгә әйләнгән. Бынан 150 йыл  элек төҙөлгән ҡорамдың иң бөйөк нөктәһенә йәшен атҡан. Янғын шунан башланған тигән фараздар бар. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы мосолман...

30 октября 2018
Смотреть видео Сибайҙа ҡыҙға һөжүм итеүсе ирҙе эҙләйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙа ҡыҙға һөжүм итеүсе ирҙе эҙләйҙәр

Сибайҙа полиция хеҙмәткәрҙәре мәктәптән ҡайтып килгән ҡыҙға һөжүм итеүсе ирҙе эҙләй. Уға яҡынса 40-45 йәштәр тирәһе, буйы 170 сантиметр, ҡара куртка, ҡара йәки зәңгәр төҫтә джиса салбар кейгән булған. Ҡыҙға һөжүм итеүсене танығандарҙан 02 телефонына шылтыратыу һорала.

30 октября 2018
Смотреть видео Кем ғәйепле? | ГТРК «Башкортостан»

Кем ғәйепле?

Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжында белем алыусы ике студент хәҙер психолог ярҙамына мохтаж. Асыҡланыуынса, ҡыҙҙарҙың уҡытыусыһы уларҙы фатирына саҡырып, бәйләнә башлаған. Ҡыҙҙар сығып ҡасҡас, ир уларҙы бурлыҡта ғәйепләй. 16 йәшлек ҡыҙҙар уҡытыусы фатирына ниндәй маҡсат...

30 октября 2018
Яндекс.Метрика