Салауат Юлаев һәйкәле яны майҙанындағы үҙгәрештәрҙе тотоп ҡарап белергә була хәҙер

 Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт Дәүләт педагогия университетының художество-графика факультеты студенттары күреү мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн милли батырыбыҙ  Салауат Юлаевтың 265 йыллығы уңайынан махсус макет эшләгән. Макетҡа Салауат Юлаев һәйкәле, фонтан, Торатау Ко  нгресс-холы, ағас-ҡыуаҡтар, Ватан паркына алып төшкән баҫҡыстар һәм парк үҙе ингән. Ирекмәндәр  насар күргәндәрҙе  туҡталҡанан алып ниндәй юл менән килеүҙәре, нимәләр эргәһенән үтеүҙәре менән таныштыра. Баш ҡаланың бөтә иҫтәлекле урындары ла ошондай макеттар формаһында күптән бар. Әлеге ваҡытта әүҙем студенттар Стәрлетамаҡ тураһында материалдар әҙерләй. Киләсәктә 3Д моделдәргә төймәләр ҡуйырға ниәтләй улар. Һәр кем уны баҫып, йорт, һәйкәл тураһында аудиомәғлүмәтте тыңлай ала.

 

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы үтә | ГТРК «Башкортостан»

Граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы үтә

 "Берҙәм Рәсәй" партияһы ойошторолоуҙың 17 йыллығына бәйле Башҡортостанда 2-се декабргәсә граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы үткәрелә. Быйыл унда Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, Федерация Советы ағзалары, урындағы советтар депутаттары, башҡарма власть органдары вәкилдәре һәм...

28 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Франция президенты Эммагуль Макрон һары жилеттарҙың ҡаршылыҡ акцияһында яңғыраған белдереүҙәргә ҡолаҡ һалып яғыулыҡ һалымына ҡарашты үҙгәртергә әммә унан тулыһынса баш тартмаҫҡа  вәғәҙәләгән. Шул уҡ ваҡытта ул Парижда тәртипһеҙлектәр ойоштороусыларҙы тәнҡитләгән. Һары жилеттар яғыулыҡ һалымына...

28 ноября 2018
Смотреть видео Ярҙамға роботтар килә | ГТРК «Башкортостан»

Ярҙамға роботтар килә

Башҡорт Дәүләт медицина университеты клиникаһында робот ярҙамында 200-се операция эшләнде. Марсель Тимерханов яман шешкә операция яһатыу өсөн Силәбе өлкәһенән килгән. Бындай ысул тураһында  ул таныштары аша белгән. Белгестәр робот ярҙамында операция яһауҙы – 21-се быуат  асышы тиҙәр....

28 ноября 2018
Смотреть видео Стратегик сессия | ГТРК «Башкортостан»

Стратегик сессия

Башҡортостандың инвестиция климатына йоғонто яһаған шарттар һәм инвестициялар күләмен кәметмәү өсөн талап ителгән саралар стратегик сессияла тикшерелде. Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы уны Стратегик башланғыстар агентлығы белгестәре менән берлектә ойошторҙо.Бындай осрашыуҙар Рәсәйҙең төрлө...

28 ноября 2018
Смотреть видео Заманса техника Өфө урамдарына сыға | ГТРК «Башкортостан»

Заманса техника Өфө урамдарына сыға

Өфөлә коммуналь техника һәм йәмәғәт транспорты ГЛОНАСС системаһы ярҙамында күҙәтеүгә алына. Заманса технологиялар ҡар таҙартыусы тракторҙарҙың ҡайһы ихатала йөрөгәнен, уның эшләгәнен һәм туҡтап торғанын күрергә мөмкинлек бирә. Йәғни, тракторсы эшен ҡалдырып китеп ваҡытын бушҡа уҙғара алмай. Глонасс...

28 ноября 2018
Смотреть видео Өфөлә люктарҙы урлаусыларға ҡаршы көрәш башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә люктарҙы урлаусыларға ҡаршы көрәш башланды

Өфөлә люктарҙы урлап металл ҡабул итеү пункттарына тапшырыусыларға ҡарата етди көрәш башланды. Ошо ял көндәрендә биш йәшлек сабый асыҡ торған соҡорға төшөп киткәс, республика етәкселеге был йүнәлештә эште әүҙемләштереүҙе талап иткәйне. Люктарҙы күп осраҡта асарбаҡтар алып китә. Металл ҡабул итеү...

28 ноября 2018
Смотреть видео Баш ҡалала яңы йылға әҙерлек эштәре башланды | ГТРК «Башкортостан»

Баш ҡалала яңы йылға әҙерлек эштәре башланды

Майҙансыҡтарҙа төрлө һындар эшләү өсөн йылға-күлдәрҙә боҙ ҡырҡыла. Илназ Каспранов боҙ һындары эшләү менән биш йыл шөғөлләнә.  Яңы йыл кәйефе тыуҙырыу өсөн тәүҙә йылға-күлдәрҙән боҙҙо бысып алырға кәрәк. Иң мөһиме хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтән сығармаҫҡа, ти ул.Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ...

27 ноября 2018
Смотреть видео Батырлыҡ йондоҙлоғо | ГТРК «Башкортостан»

Батырлыҡ йондоҙлоғо

Өфөлә Рәсәй  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Батырлыҡ йондоҙлоғо” фестивале үтте. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов кеше ғүмерен ҡотҡарып, ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеүсе мәктәп уҡыусыларына дипломдар тапшырҙы. “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” исеменә эйә булыусы...

27 ноября 2018
Смотреть видео Гөлфиә Юнысованың 70 йәшлек юбилей кисәһе үтте | ГТРК «Башкортостан»

Гөлфиә Юнысованың 70 йәшлек юбилей кисәһе үтте

Башҡортостан дәүләт концерт залында Республикабыҙҙың  халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысованың 70 йәшлек юбилей кисәһе үтте.  Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙын юбилейы менән Республика етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбиров ҡотланы. Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы 20 йылдан ашыу Башҡортостан ҡыҙы журналының баш мөхәррире,...

27 ноября 2018
Смотреть видео Башҡортостанда киләсәктә социаль өлкәгә иғтибар бермә-бер артасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда киләсәктә социаль өлкәгә иғтибар бермә-бер артасаҡ

Был йәһәттән барлыҡ министрлыҡ һәм ведомстволар эшмәкәрлеге камиллаштырыласаҡ. Был турала бөгөн Республика етәксеһе Радий Хәбиров күп балалы әсәләргә Әсәлек даны миҙалдарын тапшырыу тантанаһында белдерһе. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға. 

27 ноября 2018
Яндекс.Метрика