Республиканың кардиология диспансерын ҙур үҙгәрештәр көтә

Республика кардиодиспансерын киләһе ике йылда көткән үҙгәрештәр, һаулыҡ поезы асыҡлаған шиктәр һәм дарыу маркировкалау зарурлығы. Сәләмәтлек сәғәтенең сираттағы күсмә ултырышында ошо һәм башҡа мөһим мәсьәләләр тикшерелде. Йөрәге ауыртып, тыны ҡыҫыла башлағас Рәдиф Ғиззәтуллин үҙ автомобилендә Бүздәк район дауаханаһына нисек барып еткәнен хәтерләмәй. Ашығыс ярҙам машинаһында шунда уҡ Өфөгә оҙаттылар, ти. Республика кардиология диспансеры табиптары күрһәткән иғтибар менән һаҡсыл мөнәсәбәтте иһә сирлене һауыҡтырыу әмәленең береһе, тип таный. Кардиология диспансерындағы дауалау шарттары менән сираттағы сәләмәтлек сәғәте сиктәрендә Радий Хәбиров яҡындан танышты. Республика етәксеһе операция бүлегендә рентген хирургияһы ярҙамында сир асыҡлау һәм дауалау ысулдары,  балалар һәм ололар өсөн реанимация блоктарындағы махсус йыһаздар, палаталағы уңайлыҡтар, пациенттарҙың хәле менән ҡыҙыҡһынды. Республика кардиология диспансеры тиҙҙән яңы хирургия бинаһы төҙөлөшөн башларға әҙерләнә. Макетта күрһәтелгәнсә ул иҫке корпус урынында барлыҡҡа киләсәк. Ике йыл эсендә заман талаптарына яуап биргән майҙандар файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Төп маҡсат дауаханала яңы урындар булдырыу түгел, ә дауалауҙың алдынғы кимәленә өлгәшеү. Кәңәшмәлә тәү сиратта граждандарҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе эшмәкәрлегенә ҡағылған мөрәжәғәттәре тикшерелде. Социаль селтәрҙәр аша алынған мәғлүмәттәр менән эш төркөмө етәксеһе Елена Прочаковская белдереүенсә, медицинаға бәйле мөрәжәғәттәр һаны дөйөм иҫәптә тик алтынсы урында. Кешеләрҙе борсоған төп һорауҙар табиптар етмәүе, дауаханаларҙы файҙаланыу һәм дарыуҙар менән тәьмин итеүгә ҡағыла. Төбәктә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын бойомға ашырыу йәһәтенән федераль финанслауға өҫтәп республика бюджетынан аҡса йәлеп ителә, әммә әлегә хәл итер мәсьәләләр етерлек.Радий Хәбиров төбәктә тәү сиратта ауыл медицинаһына етди иғтибар кәрәк, тип белдерҙе. Халыҡтың 40 проентҡа яҡыны ауылда йәшәй, демография үҫешен йышыраҡ улар күтәрә, ә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәтенең ауылдағы күрһәткесе түбән. Яңыраҡ ауыл биләмәләренә сыҡҡан сәләмәтлек поездары төрлө сир шиге осраҡтарын асыҡлаған. Кешеләренең артабан тикшеренеү үтергә теләмәүе иһә уларҙың үҙ сәләмәтлегенә һалҡын ҡарашын дәлилләй. Йылдың беренсе дүрт айында йөрәк-ҡан тамырҙары сире һәм уға бәйле үлем осраҡтары 15 процентҡа артҡан. Был күрһәткестең сәбәптәрен табиптар маршрутизация тәртибен боҙоу, диспансер күҙәтеүе файҙаһының кәмеүе һәм сирлеләрҙең дауаны ҡабул итмәүе менән бәйләй. Республика етәксеһе йөрәк сиренән арынғандарҙы күҙәтеү, тейешле дарыуҙар менән бушлай хеҙмәтләндереү ваҡытын алты айҙан бер йылға тиклем оҙайтырға тәҡдим итә. Дауалау файҙаһын арттырыуға дарыуҙарҙы мотлаҡ маркировкалау ҙа булышлыҡ итәсәк. Максим Забелин был сараларҙы бойомға ашырыу тест тәртибендә беренсе июлдән беренсе октябргә тиклем үтә, тип белдерҙе. 2020 йылдан дарыуханаларҙа һатылған бар дарыуға ла мотлаҡ маркировка талап ителәсәк. Был ҡулланыусыны ялған дауа сараһынан аралау маҡсатында башҡарыла. Министр вазифаһын башҡарыусы шулай уҡ республикала ашығыс медицина ярҙамының берҙәм диспетчер хеҙмәтен булдырыу, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙар дефицитын бөтөрөү юлдары һәм дауаханаларға махсус йыһаздар һатып алыу мәьәләләрен хәл итеү барышы тураһында ла мәғлүмәт бирҙе. Сәләмәтлек сәғәтенең сираттағы кәңәшмәһен сирҙе иҫкәртеү сараларына бағышларға тәҡдим ителде. Һаулыҡты хәстәрләү табип тырышлығына ғына түгел, ә сәләмәт йәшәү яҡлы пациенттың теләгенә лә бәйле.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда киләһе көндәрҙә ҡар яуыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда киләһе көндәрҙә ҡар яуыуы көтөлә

Гисметео сәхифәһе хәбәр итеүенсә, һауа температураһы күтәреләсәк. Көндөҙ урыны менән 2 градусҡаса йылыта. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, ҡар, урыны менән көслө ҡар, көндөҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа буран сығасаҡ, юлдарҙа тайғаҡ. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы оҙон юлға...

19 февраля 2020
Смотреть видео Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай | ГТРК «Башкортостан»

Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай

Башҡорт дәүләт университетында “Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай” йыйынтығының исем туйы үтте. ”Шоңҡар” әҙәби берләшмәһенә йөрөүсе йәш яҙыусыларҙың ижади емеше тупланған йыйынтыҡ ғинуар айында баҫылып сыҡҡан. Презентацияла әҙәби берләшмәнең элекке ағзалары ла ҡатнашты. Улар ижади юлын башлап тороусы...

18 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына сувенирҙар | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына сувенирҙар

«Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы рәссамдары Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап юбилей сувенирҙарын әҙерләй башланы. Паннолар, картиналар, сәғәттәр һәм башҡа әйберҙәрҙең нисек тыуыуын хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова күҙәтте.Александр Смирнов ҡулы аҫтында ағас түмәре һауыт һынын ала. Төрлө...

18 февраля 2020
Смотреть видео Медицина  битлектәренә хаҡтар артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Медицина битлектәренә хаҡтар артҡан

Илдең төрлө төбәктәрендә медицина  битлектәренә хаҡтар 35 тапҡырға тиклем артҡан. Ябай һаҡланыу сараһына ихтыяж ҙур, уларҙы күмәртәләп  һатып алыусылар ҙа бар.  Ҡайһы бер дарыуханаларҙа бер көн эсендә 3-4 айлыҡ  битлек һаҡламдары һатыла.  Байтаҡ дарыуханаларҙа иһә ...

18 февраля 2020
Смотреть видео СНЮС һатҡан өсөн штраф | ГТРК «Башкортостан»

СНЮС һатҡан өсөн штраф

Башҡортостан ҡануниәтенә бер юлы ике үҙгәреш үҙ көсөнә инде. Беренсеһе балаларға снюс һатыуҙы тыйһа, икенсеһе бәлиғ булмағандарға никотинлы тәмәкеһеҙ изделие йәки кальян, электрон тәмәке һатҡан өсөн яза билдәләй. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, штраф...

18 февраля 2020
Смотреть видео Республикала үҙәкләштерелгән лабораториялар эш башлай | ГТРК «Башкортостан»

Республикала үҙәкләштерелгән лабораториялар эш башлай

 Өфө ҡалаһының 13-сө клиник дауаханаһында заман талаптарына яуап биргән яңы лаборатория асылды. Медицина учреждениеһы баш ҡалала йәшәүселәрҙең өстән бер өлөшөн хеҙмәтләндерәсәк. Анализдарҙы тиҙҙән элекке кеүек сиратта тормайынса  тапшырырға мөмкин буласаҡ. Һөҙөмтәләр электрон почта аша...

18 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостан Евразия фәнни-белем биреү үҙәге төҙөү хоҡуғын алырға дәғүә итә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Евразия фәнни-белем биреү үҙәге төҙөү хоҡуғын алырға дәғүә итә

Башҡортостан донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге төҙөү хоҡуғын алырға дәғүә итә. “Фән” милли проекты сиктәрендә Рәсәйҙә ошондай йәнә биш үҙәк ойоштороласаҡ.Республика өсөн был үҙәк фән һәм эшҡыуарлыҡ дәирәләрен берләштереп иҡтисади үҫеш мөмкинлегенә яңы ынтылыш бирер, тип көтөлә. Фән...

18 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостандың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре иғлан ителде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре иғлан ителде

Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың иҡтисади үҫеш күрһәткестәре иғлан ителде. Ғинуарҙа сәнәғәт етештереүе индексы 102 процентҡа еткән. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, яуланған үрҙәрҙә генә туҡталып ҡалырға ярамай, мөһим күрһәткестәрҙе арттырыу өсөн тағы ла тырышырға кәрәк....

18 февраля 2020
Смотреть видео Радий Хәбиров Өфөләге “аҡыллы туҡталыштарҙы” тәнҡитләне | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Өфөләге “аҡыллы туҡталыштарҙы” тәнҡитләне

Мәғлүмәт-бәйләнештәр үҙәге мөмкинлектәре ҡала хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә төп ҡоралдарҙың береһе буласаҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров башҡала буйлап эш сәфәре барышында Интеллектуаль видеокүҙәтеү системаhы эше менән танышты. Башҡала урамдарындағы йәмәғәт тәртибен меңгә яҡын видеокамера күҙәтә...

17 февраля 2020
Смотреть видео Цифралы ирекмәндәр | ГТРК «Башкортостан»

Цифралы ирекмәндәр

Башҡортостанда цифралы телевидениеға күсергә ярҙам иткән ирекмәндәрҙе тәбрикләнеләр.  Иң әүҙемдәренә Рәсәйҙең цифралы үҫеш министрлығы менән республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмә саралары агентлығы маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырҙы. Иң йәш ирекмәнмәнгә - 14, иң олоһона – 65 йәш. Волонтерҙар...

14 февраля 2020
Яндекс.Метрика