Алтын бишек - 158924360 | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

Был дата 1998 йылда раҫланды. Теүәл 100 йыл элек ошо көндө Ырымбурҙа башҡорт милли газетаһы баҫыла башлаған. Республика ҡала һәм райондарында бөгөн 70-тән ашыу баҫма берҙәм мәғлүмәт даирәһен тәьмин итә. Көн талаптарына яуап бирер өсөн мәғлүмәт биреү ысулдары, технологиялар, яңылыҡтар үҙе үҙгәреп тора. Яраҡлашырға тура килә. Аҙнаһына ике-өс түгел бер, әммә берәгәйле һан, төрлө уҡыусы ҡатламдарына иҫәпләнгән ҡушымталар. Матбуғат хеҙмәткәрҙәре эҙләнеүҙәр һәм ижад юлында.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Благовещен районында йәш инспекторҙарҙың ,,Хәүефһеҙ тәгәрмәс,, республика слеты башланды | ГТРК Башкортостан

Благовещен районында йәш инспекторҙарҙың ,,Хәүефһеҙ тәгәрмәс,, республика слеты башланды

Рәсәйҙең дәүләт автоинспекцияһы ойошторолоуға 80 йыл тулыуға арналған сарала үҙҙәренең район-ҡалаларында еңеү яулаған командалар ҡатнаша. Улар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеү, велосипедта йөрөү һәм башҡа төр ярыштарҙа иң көслөләрҙе асыҡлай. Беренсе урын яулаған команда Рәсәй кимәлендә Башҡортостан...

25 мая 2016
Смотреть видео Ҡаҙ үҫтереп тә аҡса эшләргә була | ГТРК Башкортостан

Ҡаҙ үҫтереп тә аҡса эшләргә була

Архангел районы Ҡыҫынды ауылында йәшәүсе Джамал Агабаев бәпкәләр үҫтереп һатып ғаиләһен тәъмин итерлек килем ала.  Фермер ғаиләһенең һәр көнө күңелле мәшәҡәттәрҙән башлана. Бер-нисә йыл элек 150 бәпкәнән генә башланған кәсеп, хәҙер киң ҡолас алған.  Ҡаҙ бәпкәләрен үҫтереп һатыу,...

25 мая 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре  | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Францияла нефть эшкәртеү заводтарын манифестанттар баҫып алған. Хеҙмәт ҡануниәтен үҙгәртеүгә ҡаршы сығыш яһаусылар ошондай юл менән властарҙың иғтибарын йәлеп итергә ниәтләй. Илдә яғыулыҡҡа ҡытлыҡ һиҙелә. Автомобилдәргә бензин ҡойоу станцияларында саҡырымдарға һуҙылған сираттар барлыҡҡа килгән....

25 мая 2016
Смотреть видео Билдәле рәссамдар Ләлә Ғәлиева һәм Иван Нараянаның оҫтаханаһы янғындан зыян күргән | ГТРК Башкортостан

Билдәле рәссамдар Ләлә Ғәлиева һәм Иван Нараянаның оҫтаханаһы янғындан зыян күргән

Был фажиғә осраҡлы хәлме, әллә аңлы рәүештә эшләнгән енәйәтме?  Алиһә һүрәтләнгән рәсемдең  янғында зыян күрмәүен билдәле скульптор Ләлә Ғәлиева мөғжизә тип һанай. 15 майҙа Өфөнәң Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан йортта янғын сыға. Һөҙөмтәлә бинаның беренсе ҡатында урынлашҡан...

25 мая 2016
Смотреть видео Бөгөн күпселек белем усаҡтарында һуңғы ҡыңғырау яңғырай | ГТРК Башкортостан

Бөгөн күпселек белем усаҡтарында һуңғы ҡыңғырау яңғырай

Сығарылыш синыф уҡыусылары мәктәп менән хушлаша. Ә ҡайһы бер мәктәп уҡыусылары хушлашыу вальсын бейеүҙән мәхрүм. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районындағы Боҙаяҙҙа быйыл 11-сене 3 ҡыҙ ғына тамамлай.  Улар өс таған кеүек. Эльвина, Әлфинә һәм Көнһылыу әйтерһең бер ваҡытта ла айырылмаҫтар ине. Тик...

25 мая 2016
Смотреть видео Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында фажиғә | ГТРК Башкортостан

Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылында фажиғә

Урындағы мәктәп интернатында йәшәгән икенсе  класс уҡыусыһы  батып  үлгән. Ғәҙәттән тыш хәл кисә кис була. Туғандары әйтеүенсә, 3 бала бөгөн үтәсәк “Һуңғы ҡыңғырау” байрамына йыйған сәскәләрҙе ултыртыу өсөн Ләмәҙ йылғаһына һыуға бара. Яҫы ташта тайып, малай һыуға ҡолай,  көслө...

25 мая 2016
Смотреть видео Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө футбол клубы етәкселеге һәм уйынсылары менән осрашты | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Өфө футбол клубы етәкселеге һәм уйынсылары менән осрашты

Команда был миҙгелдә тотороҡло уйын күрһәтте һәм Премьер-лигала урынын һаҡлап ҡалды. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов уйынсыларҙы ҡотланы һәм миҙгелгә йомғаҡ яһап, киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Билдәле булыуынса, Рөстәм Хәмитов Өфө командаһының көйәрмәне. Осрашыуҙа футболсылар Башҡортостан...

24 мая 2016
Смотреть видео Беҙҙең хәбәрселәр Монгол-Рәсәй журналистарының тәүге форумында булып ҡайтты  | ГТРК Башкортостан

Беҙҙең хәбәрселәр Монгол-Рәсәй журналистарының тәүге форумында булып ҡайтты

Бөтә Рәсәй Дәүләт телерадокомпанияһының 17 төбәк филилы, шулай уҡ Монголяның 40-тан ашыу киң мәғлүмәт сараһы вәкилдәре илдәр араһындағы мәғлүмәт даирәһен киңәйтеү буйынса ҡыҙыу әңгәмә алып барҙы. Журналистар сәфәр барышында илдең сәйәси, иҡтисади, мәҙәни тормошо менән дә яҡындан танышты.Монголия...

24 мая 2016
Өфөлә һыу инеү миҙгеле 1 июндән рәсми асыла. | ГТРК Башкортостан

Өфөлә һыу инеү миҙгеле 1 июндән рәсми асыла.

Ошо ваҡытҡа тиклем барлыҡ ҡомлоҡтар әҙер булырға тейеш. Өфө ҡалаһы буйынса граждандар һағы идаралығынан белдереүҙәренсә, быйыл һыу буйында ял өсөн яңы зоналар булдырылмай, шулай ҙа булғандарын яҡшы итеп ойошторорға планлаштырыла. Ошо көндәрҙә бөтә ҡомлоҡтарҙа ла дезинфекция үткәрелә. Ә һыу инеү...

24 мая 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриәнең ике ҡалаһындағы терактта 150 кеше һәләк булған. Тартуста автовокзалда, Джебле ҡалаһында автовокзалда һәм тиҙ ярҙам күрһәтеү станцияһында шартлауҙар яңғыраған. Террор ғәмәле өсөн «Ислам дәүләте» ойошмаһы яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алған. Рим папаһы Франциск донъялағы иң ҙур ислам университеты...

24 мая 2016
Башҡортостан халҡы хакимиәттәрҙән талпандарға ҡаршы көрәштең һөҙөмтәле ысулдарын ҡулланыуҙы талап итә | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан халҡы хакимиәттәрҙән талпандарға ҡаршы көрәштең һөҙөмтәле ысулдарын ҡулланыуҙы талап итә

Йәй башланмаған, ә республикала 4 мең кеше талпан ҡаҙалып табиптарға мөрәжәғәт иткән. Бының өсөн яуаплы чиновниктар иһә белдереүҙәрҙән ары китә алмай. Баш санитар табип урынбаҫары Галина Пермина әйтеүенсә, Өфөлә 650 гектар биләмәлә дератизация үткәрелгән. Шуныһы ҡурҡыныс, тикшерелгән талпандарҙың...

24 мая 2016
Смотреть видео Өфө ҡала хаҡимиәте башлығы йәшәйеште тәьмин итеү ойошмаларының ҡалаға яу булып ябырылған серәкәйҙәргә ҡаршы тора алмауын танырға мәжбүр. | ГТРК Башкортостан

Өфө ҡала хаҡимиәте башлығы йәшәйеште тәьмин итеү ойошмаларының ҡалаға яу булып ябырылған серәкәйҙәргә ҡаршы тора алмауын танырға мәжбүр.

Бындай ойошмалар план буйынса эшләп өйрәнгән. Ваҡытында сараһын күргәндә, әлбиттә, бындай хәл булмаҫ ине. Әммә булған пландан бер аҙым да тайпылырға ярамай, күрәһең. Ошо сәбәпле хәҙер ҡалала йөрөрләк түгел. Серәкәйҙәр һырып ала. Бигерәк тә йылға-күл буйҙарында, парктар эргәһендә урынлашҡан йорт...

24 мая 2016
Смотреть видео Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы сүплек яна башлаған | ГТРК Башкортостан

Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы сүплек яна башлаған

Шаһиттар бына ошо видеоны социаль селтәргә һалған.  Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, сәнәғәт зонаһында, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонында сүпкә ут тоҡанған. Ут 100 квадрат метрҙы ялмап алған. Зарарлы төтөн ҡала яғына тарала тип хәбәр итә шаһиттар.

24 мая 2016
Смотреть видео Бөгөн Өфөлә «Газ.Нефть. Технологиялар-2016» халыҡ-ара күргәҙмәһе үҙ эшен башланы | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Өфөлә «Газ.Нефть. Технологиялар-2016» халыҡ-ара күргәҙмәһе үҙ эшен башланы

Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдәрҙән вәкилдәр ҡатнаша. Улар яңы иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙа химия тармағының үҫеш стратегияһын, тармаҡтағы инвестиция проекттарын тикшерергә ниәтләй. Күргәҙмәне ойоштороусылар әйтеүенсә, импортты алмаштырыу ҙа көн тәртибенән алынмай. 

24 мая 2016
Смотреть видео “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы “Ал сәскә” проектының йомғаҡлау өлөшөнә әҙерләнә | ГТРК Башкортостан

“Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы “Ал сәскә” проектының йомғаҡлау өлөшөнә әҙерләнә

Беренсе июнь – Халыҡ-ара балалар көнөндә уҙғарыласаҡ сара рус классигы Сергей Аксаковтың тыуған көнө һәм ҡәләм оҫтаһының үлемһеҙ әҫәре “Ал сәскәгә” арналған. Проект был юлы  үҙ тамашасыларын Аксаков исемендәге паркта йыйҙы. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы иғлан иткән конкурста...

23 мая 2016
Смотреть видео Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге  - Рәсәйҙең яңы һулышы билгеһе | ГТРК Башкортостан

Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге - Рәсәйҙең яңы һулышы билгеһе

Аҙна аҙағында ошо исем аҫлында үткән форумда КПРФ-тың  рәйесе  Геннадий Зюганов ҡатнашты. Башҡортостан милләт ара татыулыҡтың күрһәткесе буған төбәк тип белдерҙе Геннадий Зюганов. Йыл башынан теркәлгән ғаиләләрҙең 70 проценты ҡатнаш никахтар. Пиццаның сере уның ҡамырында, ти Италинан Элио...

23 мая 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Советтар Союзының элекке етәксеһе Михаил Горабчев Ҡырымдың Рәсәгә кире ҡайтыуын хупланы. Бөйөк Британияның Санди Таймс газетаһына интервьюһында у: «Мин һәр саҡ азатлыҡ өсөн булдым, Ҡырымда йәшәүселәр ҙә һәр саҡ Рәсәйгә ҡушылырға теләне»-тигән сәйәсмән. Михаил Горбачев әле лә СССР тарҡалыуға...

23 мая 2016
Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытында Башҡортостанда аудиторияларҙың 75 проценты онлайн-күҙәтеү режимында эшләйәсәк | ГТРК Башкортостан

Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытында Башҡортостанда аудиторияларҙың 75 проценты онлайн-күҙәтеү режимында эшләйәсәк

Имтиханы үтәсәк аудиторияларға ике күҙәтеү камераһы ҡуйылған. Имтихан барышында йәмәғәт күҙәтеүселәре лә эшләйәсәк. 27 майҙа — 11-се, 26-да туғыҙынсы кластарҙа дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп этабы башлана. Имтихандар 22 июнгә тиклем дауам итә. Быйыл республикала туғыҙынсы класста уҡыусы 36...

23 мая 2016
Смотреть видео Башҡортостанда праймеризда халыҡтың 12 проценты ҡатнашып үҙ тауышын биргән | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда праймеризда халыҡтың 12 проценты ҡатнашып үҙ тауышын биргән

Кампания барышында ҡағиҙә боҙоу осраҡтары теркәлмәгән. Республика буйынса кисә 678 участка эшләне. Айырым фирҡә эсендә һайлауҙар ни өсөн кәрәк?  Алһыу ханым иптәше менән һайлау исемлегендәге кандидаттарҙы яҡшылап өйрәнә. Был төп һайлауҙар булмаһа ла ғаилә үҙенең ял көнөндә тауышын бирергә...

23 мая 2016
Илдә медицина полистары бөтөрөлөүе ихтимал | ГТРК Башкортостан

Илдә медицина полистары бөтөрөлөүе ихтимал

Федерация советы ағзалары Мотлаҡ медицина страховкалау фондын ябырға саҡыра һәм медицина өлкәһен тура бюджеттан финансларға тәҡдим итә. Эксперттар билдәләүенсә, һуңғы ваҡытта халыҡ араһында ялыуҙар күбәйә. Кешеләргә түләүһеҙ медицина ярҙамы күрһәтмәйҙәр, йәки бер нисә ай көтөргә тура килә....

23 мая 2016
Смотреть видео Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы юлдарҙа ике тәгәрмәсле техника арҡаһында авариялар артыуға борсолоу белдерә | ГТРК Башкортостан

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы юлдарҙа ике тәгәрмәсле техника арҡаһында авариялар артыуға борсолоу белдерә

Күп осраҡта бындай техника хужалары ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмай. Видеонан күреүегеҙсә, тиҙлек ала башлаған машинаның ҡаршыһына велосипедта малай килеп сыға. Бындай осраҡта, әлбиттә, водитель туҡтап өлгөрә алмай. Шуға ла инспекторҙар ата-әсәләргә мөрәжәғәт итеп, балаларҙы ҡағиҙәләр тураһында һәр саҡ...

23 мая 2016
Смотреть видео Өфөлә хәрәкәт иткәндә  «ПАЗ» маршрут автобусы янып киткән | ГТРК Башкортостан

Өфөлә хәрәкәт иткәндә «ПАЗ» маршрут автобусы янып киткән

Ут ҡапҡанын күреп водитель машинаһын юл ситенә бороп өлгөргән. Бәхеткә, салонда пассажирҙар булмаған. Шаһиттар әйтеүенсә, автобус бер-нисә минутта янып бөткән. Янғын водитель кабинаһында башлана, һуңынан салонға күсә.  Ҡулдары һәм арҡаһы бешкән водитель бер ниҙә эшләп өлгөрә алмай.  

23 мая 2016
Смотреть видео 21-се май Республикала музей төнө үтә | ГТРК Башкортостан

21-се май Республикала музей төнө үтә

Алтынан төнгө 12-гә тиклем бөтә музейҙар ҙа тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн асыҡ буласаҡ. Быйыл музейҙар төнө Рәсәйҙә иғлан ителгән кино йылына арнала һәм музей хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, улар килгән тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы программа әҙерләй.

20 мая 2016
Яндекс.Метрика