Башҡортостандың матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй

Был дата 1998 йылда раҫланды. Теүәл 100 йыл элек ошо көндө Ырымбурҙа башҡорт милли газетаһы баҫыла башлаған. Республика ҡала һәм райондарында бөгөн 70-тән ашыу баҫма берҙәм мәғлүмәт даирәһен тәьмин итә. Көн талаптарына яуап бирер өсөн мәғлүмәт биреү ысулдары, технологиялар, яңылыҡтар үҙе үҙгәреп тора. Яраҡлашырға тура килә. Аҙнаһына ике-өс түгел бер, әммә берәгәйле һан, төрлө уҡыусы ҡатламдарына иҫәпләнгән ҡушымталар. Матбуғат хеҙмәткәрҙәре эҙләнеүҙәр һәм ижад юлында.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Республикала битлек режимы | ГТРК «Башкортостан»

Республикала битлек режимы

4 майҙан Башҡортостанда битлек режимы индерелде. Был турала 30 апрелдә Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткәйне. Хәҙер йәмәғәт урындарында битлек һәм бирсәткәлә йөрөү мотлаҡ. Халыҡ  битлектәрҙе дарыуханаларҙан һатып алыу мөмкинселегенә эйә...

7 мая 2020
Смотреть видео Үҙизоляция - ижад өсөн яҡшы! | ГТРК «Башкортостан»

Үҙизоляция - ижад өсөн яҡшы!

Коронавирус менән килеп тыуған хәл Үлемһеҙ полк акцияһын ғына түгел, ә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған башҡа проекттарҙы кисектереп торорға мәжбүр итә. Улар араһында үҙенсәлекле фотокүргәҙмә, бихисап концерттар һәм спектаклдәрҙең премьераһы бар. Әммә, үҙҡурсаланыу ижад менән шөғөлләнергә ҙур...

7 мая 2020
Смотреть видео Вахтасылар йорттарына ҡайтарыла | ГТРК «Башкортостан»

Вахтасылар йорттарына ҡайтарыла

Якутиялағы Чаяндин ятҡылығынан тағы ла 200 вахтасы ҡайтарылды. Өфө аэропортынан пассажирҙар үҙизоляцияға обсерваторға оҙатылды. Самолеттарҙы медицина, Роспотребнадзор хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алды. Рейстарҙы хеҙмәтләндергәндә Өфө аэропортында барлыҡ хәүефһеҙлек талаптары ла теүәл үтәлгән....

7 мая 2020
Смотреть видео Парадҡа әҙерлек | ГТРК «Башкортостан»

Парадҡа әҙерлек

Өфөлә Еңеү көнө уңайынан хәрбиҙәр парадының репетицияһы үтте. Быйыл ул онлайн рәүештә барасаҡ. Бынан тыш, 9 май көнө Миңлеғәли Шайморатовтың юғары Дәүләт наградаһы “Алтын йондоҙ” миҙалы республиканың Милли музейына тапшыраласаҡ. Был тарихи ваҡиғаны халыҡ телевизор һәм интернет киңлектәренән күҙәтә...

7 мая 2020
Смотреть видео Тәбиғәттә ял итеү тыйыла  | ГТРК «Башкортостан»

Тәбиғәттә ял итеү тыйыла

Өфө халҡының күбеһе май байрамдарында үҙизоляция режимын боҙоп ҡала урмандары, йылға ярҙарына ял итергә сыҡҡан. Тыйылған урындарҙа усаҡ яғыусылар ҙа юҡ түгел. Халыҡ ҡағиҙә боҙоуын нисек аңлата? Теманы беҙҙең хәбәрсебеҙ дауам итә. Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре халыҡтың тыйылған урындарҙа...

6 мая 2020
Смотреть видео “Уйна, гармун” | ГТРК «Башкортостан»

“Уйна, гармун”

Рәсәй Башҡортостан, Башҡортостан 24 телеканалдары “Уйна, гармун” акцияһын иғлан итте. Республиканың бөтә райондарынан, шулай уҡ Татарстан республикаһынан, Пермь, Ырымбур, Еатеринбургтан, Себер тарафтарынан баянсы, гармунсыларҙың видеояҙмалары килде.  ГТРК.тв сайтында тауыш биреү башланды....

6 мая 2020
Смотреть видео Торлаҡ йорттарҙа алкоголь һатылмаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Торлаҡ йорттарҙа алкоголь һатылмаясаҡ

Рәсәйҙә торлаҡ йорттарҙа алкоголь һатыуҙы тыйыу тураһындағы закон ғәмәлгә инде.  5-се майҙан торлаҡ йорттарҙың беренсе ҡаттарында урынлашҡан бәләкәй кафе һәм барҙарҙа алкоголь һатылмаясаҡ. Владимир Путин ҡул ҡуйған документҡа ярашлы, спиртлы эсемлектәрҙе 20 кв метрҙан да кәм булған...

6 мая 2020
Смотреть видео Балалар йәйге лагерҙары 13 июлдән эшләй башлай | ГТРК «Башкортостан»

Балалар йәйге лагерҙары 13 июлдән эшләй башлай

Башҡортостанда балаларҙың йәйге лагерҙары 13 июлдән эшләй башлай. Ҡала ситендәге лагерҙарҙа 21 көнлөк ике смена йә иһә 14 көнлөк өс смена ойошторола.  Коронавирус таралыуына юл ҡуймау өсөн сикләү саралары индерелеүенә бәйле, балалар ялы өсөн яуаплы ойошмаларҙың эшмәкәрлеге һәм уларҙа йәйге...

6 мая 2020
Смотреть видео Уҡыусыларға планшеттар | ГТРК «Башкортостан»

Уҡыусыларға планшеттар

Аҙ тәъмин ителгән ғаиләләрҙән 11-се класс уҡыусылары дистанцион уҡыу өсөн техника менән тәъмин ителә. Берҙәм Рәсәй партияһының төбәк йәмәғәт бүлексәһендә Башҡортостан уҡыусыларына 500 планшет тапшырылды. Уҡыу өсөн планшеттар “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” федераль программаһына ярашлы һатып алынған. Был...

6 мая 2020
Смотреть видео Сығарылыш кластарының имтихан мәле етә  | ГТРК «Башкортостан»

Сығарылыш кластарының имтихан мәле етә

Быйыл 9-сы һәм 11-се синыфтарҙа дәрестәр  июндең бишенә тиклем барасаҡ, ә унынсыны тамалаусылар майҙың 30 тиклем шөғөлләнәсәк.  9-сы синыф уҡыусылары өсөн дәүләт һынауҙары улар алған мәктәптәрҙә буласаҡ. Был үҙгәрештәр Берҙәм Дәүләт Имтихандарын тапшырыусыларға ҡағылмай. 9-сы синыфтар...

6 мая 2020
Яндекс.Метрика