М.Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу республикала киң билдәләнәсәк

20-се октябрҙә -Мостай Кәримдең тыуған көнөндә бөтә ҡунаҡтар уның тыуған ауылына саҡырыла. Юбилей тантанаһында Келәш ауылында Мостай Кәрим исемендәге милли-мәҙәни үҙәк асыла.Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Башҡортостанды халыҡ шағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мостай Кәрим башҡорт телен үҫтереүгә тос өлөш индереүсе шәхестәрҙең береһе. Уның байтаҡ әҫәрҙәре мәктәп программаһында ҡулланыла, сәхнәләштерелә, фильмдар төшөрөлә. Мостай Кәрим әҫәрҙәре һәр быуын вәкилдәре өсөн ҡыҙыҡлы. 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл ипотекаһы | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл ипотекаһы

Башҡортостанда ауыл ипотекаһын биреү башланды.  Уны беренсе  булып   Өфө ҡыҙы Татьяна Карнилова  алды.  Дәүләт яҡлауы программаһы ғинуарҙа  эшләй башлағайны.  Уға ярашлы, һәр теләгән кеше 3 процентлы ставка  менән ташламалы ипотека алыу мөмкинлегенә эйә. Был...

13 марта 2020
Смотреть видео Трансплантология мөмкинлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Трансплантология мөмкинлектәре

 Өфөнөң Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында ике пациентҡа яңы бөйөр күсереп ултыртыу буйынса операция үтте. Әле Башҡортостанда йөҙ ҙә етмешкә яҡын кеше бөйөр трансплантологияһына мохтаж. Святослав Ирниченко сысҡан биҙгәген йоҡтороп, хроник бөйөр сире менән яфалана. Һөҙөмтәлә...

13 марта 2020
Смотреть видео Конституциялағы яңылыҡтар | ГТРК «Башкортостан»

Конституциялағы яңылыҡтар

Башҡортостан парламенты яҙғы сессиялағы сираттағы ултырышын уҙғарҙы. Башҡортостан парламенты депутаттарының яҙғы сессиялағы был ултырышын тарихи ваҡиға тип билдәләргә мөмкин. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ағзалары “Йәмәғәт власы” тураһындағы федераль ҡанунға үҙгәрештәр индереүҙе хупланы. Федераль...

13 марта 2020
Смотреть видео Өс мең яңы закон, төбәктең тотороҡло ҡануниәтенә нигеҙ һалған власть органы | ГТРК «Башкортостан»

Өс мең яңы закон, төбәктең тотороҡло ҡануниәтенә нигеҙ һалған власть органы

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Тантана парламент ветерандары һәм депутаттарҙы бүләкләүҙән башланды. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай  Рәсәй төбәк парламенттары араһында иң ҙуры. Ул 110 депутатты берләштерә. Ҡоролтай рәйесе Константин...

13 марта 2020
Смотреть видео Өфөлә балалар араһында гүзәллек конкурсы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә балалар араһында гүзәллек конкурсы үтте

Өфө ҡалаһының балалар ижады үҙәктәренең береһендә ҡыҙҙар араһында гүзәллек конкурсы ойошторолдо. Сарала биш йәштән алып ун йәшкәсә балалар ҡатнашты. Бәләкәй генә майҙансыҡ бер көнгә ысын сәхнәгә әйләнде, ә  ижад үҙәгендә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар ысын мәғәнәһендә үҙҙәрен иң һылыуы һәм отҡоро итеп...

12 марта 2020
Смотреть видео 12 йәштә  спорт мастерына кандидат!  | ГТРК «Башкортостан»

12 йәштә спорт мастерына кандидат!

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә үткән ярыштарҙа Өфө егете Әзиз Әхмәров  үҙенән ике йәшкә өлкән спортсылар араһында йөҙөү буйынса алтын миҙал  һәм спорт мастерына кандидат исемен алып ҡайтты.  Бындай йәштә дәрәжәле  исем Рәсәй тарихында беренсегә тапшырыла.  Йәш егет күптән үҙен...

12 марта 2020
Смотреть видео Ирекмәндәр изге эшкә саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

Ирекмәндәр изге эшкә саҡыра

Әле республикала Бөйөк Ватан һуғышында дошмандар менән алышып, тыуған яҡҡа еңеү менән ҡайтыусы меңгә яҡын ветеран йәшәй. Уларға мәктәп уҡыусылары ла иғтибар бүлергә, йорт эштәрендә ярҙамлашырға тырыша. Баҡалы районында йәшәүсе 97 йәшлек ветеранға ирекмәндәр менән берлектә беҙҙең хәбәрселәр ҙә барып...

12 марта 2020
Смотреть видео Өфөнөң 7 район хакимиәте башлыҡтары ла яуапҡа тарттырыла | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң 7 район хакимиәте башлыҡтары ла яуапҡа тарттырыла

Уларға шелтә сәпәйәсәктәр. Был турала баш ҡала хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов белдерҙе. Дисциплинар яуапҡа тарттырыу сәбәбе – ихаталар һәм урамдарҙы боҙҙан ваҡытында, тейешенсә таҙартмау. Тайғаҡ боҙға бәйле хәл үтә лә ҡатмарлы. Өфөләге 3 мең 800 ихатаны тәртикә килтереү...

12 марта 2020
Смотреть видео Рәсәй коронавирустан ныҡлы һаҡлана. Өфөлә тест үҙәге асылды | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй коронавирустан ныҡлы һаҡлана. Өфөлә тест үҙәге асылды

Рәсәйҙә һаҡланыу һәм көрәш саралары көслө булғанға күрә коронавирусҡа бәйле хәл башҡа илдәргә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Донъяла сирлеләр һаны 116 мең 600-гә етһә, Рәсәйҙә ауырыу 20 кешелә генә асыҡланған. Әйткәндәй, хәҙер Рәсәйҙең һәр төбәгендә коронавирусты асыҡлау мөмкиндлеге бар. Үтә лә хәүефле...

12 марта 2020
Смотреть видео Конституцияға үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде | ГТРК «Башкортостан»

Конституцияға үҙгәрештәр индереү тураһындағы закон өсөнсө уҡыуҙа ҡабул ителде

Рәсәй Дәүләт Думаһы Конституцияға үҙгәрештәр индереү тураһындағы президент законын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Үҙгәрештәрҙең төп маҡсаты - йәмғиәт үҫеше һәм граждандарҙың лайыҡлы тормошон тәьмин итеү. Рәсәй парламенты түбәнге палатаһының дәүләт ҡоролошо буйынса комитеты рәйесе билдәләүенсә, был закон...

12 марта 2020
Яндекс.Метрика