Баймаҡ районында иң яҡшы һауынсыны тәбрикләнеләр

Конкурс сиктәрендә ҡатын-ҡыҙҙар һыйырҙарҙы һауыу аппаратын тиҙлеккә йыйҙы, баһалама ағзаларының һорауҙарына яуап бирҙе. Мәҫәлән, уларҙың һәр ҡайһыһы һөттөң ҡуйылығы кәмеү сәбәбен белергә тейеш ине. Барлыҡ һынауҙарҙы туғыҙ конкурсант үтеп сыҡты. Ә еңеүсе тип Ленин исемендәге ауыл-хужалығы кооперативы һауынсыһын билдәләнеләр. Уға 10 мең һумлыҡ премия тапшырылды.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео

Санкт-Петербургта халыҡ-ара иҡтисади форумдың бөгөн икенсе көнө

Абруйлы сарала Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республика делегацияһы ла ҡатнаша. Рөстәм Хәмитов Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының эшлекле форумында сығыш яһап бизнес вәкилдәре араһында хеҙмәттәшлекте яңыса ҡороу кәрәклеген билдәләне. Был йәһәттән Көнбайыш Ҡытайҙан Европаға юл...

19 июня 2015

Башҡортостан ШОС һәм БРИКС саммиттарына тулыһынса әҙер

Республика башлығы был турала Новости мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында белдерҙе.Аэропорт, отельдәр, юлдар әҙер. Конгресс холл бинаһы төҙөкләндерелде. Башҡортостан концерт залы яңыртылды. Аэропорттың халыҡ-ара терминалы төҙөлдө. Хәҙер ул сәғәтенә 800 пассажирҙы хеҙмәтләндерә ала.  Әле...

19 июня 2015

Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле республикала янғындар арта

Үткән тәүлектә генә 18 янғын теркәлде. Уларҙы һүндереүгә 130 кеше һәм 47 берәмек техника йәлеп ителгән. Янғындарҙың төп сәбәбе- ут менән һаҡһыҙ эш итеү, эскән килеш тәмәке тартыу. Һуңғы осорҙа шулай уҡ балаларҙың шырпы менән уйнауы сәбәпле лә янғындар йыш теркәлә башланы. 

19 июня 2015

Стәрлетамаҡта таксистҡа һөжүт иткәндәр

 Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн төнөн теркәлде. Иҫерек ир ҡулына балта тотоп машинаның артҡы тәҙрәләрен вата. Водитель машинанан сығып өлгөрә. Шаһиттар иҫеректе тотоп ҡулын бәйләп ергә һалып ҡуялар һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырталар. 

19 июня 2015

Рәсәйҙең туризм буйынса федераль агентлығы илдә йәшәүселәрҙе Берләшкән ғәрәп әмирлектәре һәм Көньяҡ Кореяға барыуҙан тыйылып торорға саҡырҙы

Тап был илдәрҙә короновирустың таралыуы күҙәтелә. Ауырыу гриппҡа һәм пневмонияға оҡшаш. Әле Көньяҡ Кореяла был ҡурҡыныс ауырыуҙы 150 кеше йоҡторған. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы МЕРС вирусының ҡурҡыныс менән янауын таныған.

19 июня 2015
Смотреть видео

Июнь аҙағына тиклем Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ

Көндәр эҫе торасаҡ. Көндөҙ 24-34 градус эҫе булыуы көтөлә тип хәбәр итәләр гидромет үҙәктән. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, алдағы көндәрҙә һауа температураһы 31-33 градус буласаҡ. Был тәү сиратта ҡаҙаҡ далаларында һауа массаларының үҙгәрешенә бәйле.  

18 июня 2015

Тренер Сергей Михалев һәләк булған юл-транспорт фажиғәһендә ҡатнашыусы үҙ ғәйебен тулыһынса таныған

Уның  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан иғлән ителгән амнистияға эләгеүе ихтимал.Авария Силәбе өлкәһе биләмәһендә апрель айында теркәлгәйне. Шкода Октавия машинаһы ҡаршы яҡ юлға сығып йөк ташыусы МАЗ менән бәрелешкәйне. Фажиғәлә алтын тренер Сергй Михалевтың ғүмере өҙөлдө. Енәйәт эшен тикшереү...

18 июня 2015
Смотреть видео

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре ике ир-егетте эҙләй

Тәфтишселәрҙең күҙаллауынса, улар  һатыусыларҙың иғтибарһыҙлығынан  файҙаланып сауҙа нөктәләрендә аҡса урлаған. Кибеттәрҙең береһендә аҡса урлау мәлен күҙәтеү камераларына төшөрөп алған. Күренеүенсә, мутлашыусылар алдан билдәләнгән план буйынса эш итә. Ир-егеттәрҙең береһе арзанлы ...

18 июня 2015

Хеҙмәт хаҡын конверттарҙа түләгән етәкселәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ

Рәсәй Дәүләт Думаһына ошо туралағы закон проекты тапшырылған.Документҡа ярашлы, предприятиелар директорҙарына 500 мең һумға тиклем штраф һалыу йәки 3 йылға иркенән мәхрүм итеү ҡарала. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, илдә конверттарҙа түләнгән хеҙмәт хаҡының өлөшө 50 проценттан ашыу

18 июня 2015
Смотреть видео

Бөгөн Рамаҙан айының беренсе көнө

Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, рухи һәм физик яҡтан сафланыу, тыйылған сара һәм күренештәрҙән ситтә тороу мөмкинлеген бирә. Асия Мансурованың оҫта ҡулдары тәмле ризыҡтар бешерә. ...

18 июня 2015
Смотреть видео

Баш ҡала аэропортында Өфө-Анталия рейсы тотҡарланған

Был самолет менән сит илгә барыусылар 12 сәғәттән ашыу көтөргә мәжбүр, пассажирҙарға тағы күпме көтөргә тура килере билдәһеҙ. Авиакомпаниянан белдереүҙәренсә, борт техник сәбәптәр арҡаһында осош яһай алмай. Аэропорттан хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин телефон аша һөйләй.

18 июня 2015

Республика юлдарынан ,,Хәрби туғандашлыҡ,, һәм ,,Десант туғандашлығы,, хәрәкәттәре ағзалары ойошторған патриотик автомобиль йөрөшө үтә

 ,,Тымыҡ океан Еңеү маршруты,,нда ҡатнашыусылар кисә Өфөлә туҡтап үтте. Колонна 2-се июндә Владивосток ҡалаһында старт алғайны, ике ай эсендә 5 автобилдән торған экипаж Рәсәйҙең 44 ҡалаһы аша үтергә, Севастополь ҡалаһынан Санкт-Петербургҡа етеп Япон, Ҡара, Балтик диңгеҙҙәрен тоташтырырға...

18 июня 2015
Смотреть видео

Башҡортостан вәкилдәре "IВолга" йәштәр форумына юлланды

Сара бөгөн Һамар өлкәһендә асыла. Унда Волга буйы федераль округы төбәктәренән алдынғы ҡарашлы йәштәр йыйыла. Һамар өлкәһендә үткән мәртәбәле форумға Республиканан 110 йәш кеше саҡырыу алды. Улар бөгөн иртәнге етелә Өфөнән юлға сыҡты. 1 «IВолга» – идеялар  майҙаны, унда йәш ғалимдар,...

17 июня 2015
Смотреть видео

Иҫке Собханғол ауылында Бөрйән районының социаль-иҡтисади үҫешенә арналған кәңәшмә үтте

Ултырышты Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов алып барҙы. Унда районды аяҡҡа баҫтырыу буйынса план тикшерелде һәм бер нисә өҫтөнлөклө йүнәлеш билдәләнде. Тәүҙә иһә республика хөкүмәте делегацияһы төбәктәге проблемалар менән танышты.  Яңы Монасип һәм...

17 июня 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Европала МЕРС вирусынан бер ир һәләк булған. Кореяла был короновирустан үлеүселәр 154 кә еткән. Илдә 2 мең уҡыу йорто, мәктәпкәсә учреждениелар ябылған, күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы сараларҙы үткәреү тыйылған. МЕРС вирусы тәүге тапҡыр 2012-се йылда Сәғүд ғәрәбстанында асыҡланған. Әле уға ҡаршы дарыу...

17 июня 2015
Смотреть видео

Капиталь төҙөкләндереү өсөн түләмәгән фатир хужаларына штраф янай

Иғәнәләр ваҡытында индерелмәгән осраҡта август айынан түләнмәгән суммаға пеня өҫтәлә барасаҡ.  Капиталь төҙөкләндереү мәсьәләләрен хәл итеү былтыр ошо маҡсатта махсус ойошторолған ,,Төбәк операторы,, на йөкмәтелгәйне. Белгестәр башҡарылған эш сифатын фатир хужалары менән берлектә күҙәтеп бара...

17 июня 2015
Смотреть видео

Өфөлә парк, скверҙарҙы һәм халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙы серәкәй, талпандарға ҡаршы эшкәртеү башланды

Был саралар 25 июнгә тиклем дауам итәсәк. 10 көн эсендә Өфөлә 417 гектар майҙан бөжәктәргә ҡаршы махсус препараттар менән эшкәртеләсәк. Дезинфекция иртәнге сәғәт 4 менән 7 араһында, кешеләр булмаған ваҡытта башҡарыла. Белгестәр билдәләүенсә уның кеше һаулығы өсөн зыяны юҡ. 

17 июня 2015
Смотреть видео

Ҡан тапшырыу акцияһы

Наркотиктар әйләнешен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре, наркоманияға ҡаршы көрәш алып барыусы хәрәкәт ирекмәндәре һәм йәмәғәт ойошмалары ағзалары донорлыҡ акцияһын ойошторҙо. Акция Бөтә донъя донор һәм наркоманияға ҡаршы Халыҡ ара көрәш көндәренә...

17 июня 2015

Өфөлә бөгөн иҫерек водитель Лада приора автомобилендә Хитачи экскаваторына килеп бәрелгән

Эргәлә генә торған БМВ автомобиленә лә зыян килгән. Бөгөн Салауат ҡалаһында юл-транспорт фажиғәһендә бер кеше һәләк булды. ВАЗ автомобиле юғары тиҙлектә юл ситендә торған ЗИЛ машинаһына бәрелгән.  Рәсәй машинаһының водителе урында уҡ һәләк булған. Бөгөн төндә Иҫке Собханғол ауылындағы аварияла...

17 июня 2015

Транспорт прокуратураһы бөгөн химикаттар тейәлгән вагондың янып китеү сәбәптәрен тикшерә башланы

Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй.  Ғәҙәттән тыш хәл Ҡарламан станцияһында теркәлде.  Косяковка-Магнитогорск грузовой маршруты буйынса китеп барыусы поездың химикаттар тейәлгән вагоны төтәй башлай. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙе тиҙ арала утты...

17 июня 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Украина буйынса контакт төркөмө һәм уның сиктәрендә ойошторолған төркөмдәр Минскта осрашып Донбасстағы вәзғиәтте көйләү юлдарын тикшерәсәк. Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров белдереүенсә, бер-береңде ғәйепләгәндән һуң, өҫтәл артына ултырып һөйләшеүҙәре бик ҡыйын. Рәсәй ҡулланыусылар...

16 июня 2015

Өфөлә «ӨФӨ» ҡала брендын үҫтереү стратегияһын тикшерәсәктәр

Баш ҡалала республика брендын әҙерләүгә арналған «Башбренд — 2015» семинары уҙғарыла. Ошо хаҡта төбәктең Инвестициялар йәлеп итеү агентлығы хәбәр итә.Сараға маркетинг һәм киң коммуникациялар буйынса белгестәр килеүе көтөлә. Улар оҫталыҡ дәрестәрендә көслө бренд булдырыу серҙәре менән уртаҡлашасаҡ,...

16 июня 2015
Смотреть видео

Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкцияларҙың ыңғай яҡтары

Сит илдәрҙән ауыл хужалығы тауарҙарын индереүҙе сикләү  үҙебеҙҙә етештереүҙе, тотош ауыл хужалығын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк, тигән фараздарҙы ишетергә мөмкин. Бындай шарттарҙа урта һәм кесе предприятиеларға еңел түгел. Шуға ҡарамаҫтан, улар донъя иҡтисадындағы тартҡылаштың ыңғай яҡтарын...

16 июня 2015
Яндекс.Метрика