Өфө илебеҙҙең мәҙәни үҙәгенә әйләнде

Ошо көндәрҙә башҡалабыҙҙа халыҡ –а ра кимәлдәге ике ҙур фестиваль үтә. Ҡала халҡы Рәсәй көнө менән бер рәттән  Евразия йөрәге халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең тәүге тамашаһын һәм 15-се Берҙәмлек халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр  фестиваленең йомғаҡлау концертына тамаша ҡылды. Ҡырғыҙстан музыканттары үҙҙәренең милли ҡоралы –Ҡомуҙҙың нескә лә, ҡабатланмаҫ тауышын тылсымлы моң тип атай. Башҡа үтә шаулы төркөмдәрҙән айырмалы рәүештә, улар ҡырғыҙ халҡының төп милли ҡоралын тыныслыҡта, дала иркенлегендә тыңлау яҡшы, ти. Ҡырғыҙстандан килгән музыканттарҙы туғандаш республикала үҙҙәрен иркен тотоуҙары һөйөндөрһә Көнбайыш Африканан, Сенегал республикаһының « Африка арыҫландары » шоу-төркөмө үҙҙәренең үтә шаулы, дәртле булыуҙары менән тамашасыны ылыҡтырҙы. Улар Башҡортостан ғына түгел Рәсәйҙә тәүге тапҡыр.Африкалағы тик музыка менән генә шөғөлләнгән ҡәбиләнең был барабандарына ихтибар итмәй урап үтерлек түгел шул. Хәйриә концерттары үткәреү ҙә CIOFF -Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен уҙғарыу һәм традицион сәнғәт советы талаптарына ярашлы.  Берҙәмлек сиктәрендәге бындай сара быйыл тәүге тапҡыр. Өсөнсө  быуын вәкилдәре, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре, мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә хәйриә концертын ҙур ихласлыҡ менән ҡараны. Алыҫ һәм яҡын сит илдең сәнғәт оҫталарының күргәҙмәһе менән танышты.Быйыл 15-се тапҡыр үткән Берҙәмлек фестивален CIOFF  ағзалары ла баһаланы.  Тимәк, быйылғы фестивалдең кимәле киләһе донъяуи күләмдәге байрам — Фольклориадаға әҙерлегебеҙҙе сағылдыра.  Халыҡ-ара кимәлдәге сара Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында Гала-концерт менән тамамланды. Бында ижади коллективтар ҡала халҡы алдында сығыш яһаны. Фестиваль барышын ентекле күҙәткән CIOFF — Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен уҙғарыу һәм традицион сәнғәт советы ағзалары байрамдың юғары кимәлдә үтеүен һәм Башҡортостандың Фольклориаданы ҡаршылауға әҙер булыуын белдерҙе. Артабан Берҙәмлек фестивалендә ҡатнашыусы 10 илдән килгән вәкил Евразия йөрәге фестивале сиктәрендәге Милли кейемдәр парадына ҡушылды.

Смотреть видео Джесси хужаһын көтә | ГТРК «Башкортостан»

Джесси хужаһын көтә

10 көн элек автомобилдән тапалған маъмай ҡатмарлы операциянан һуң әле Өфөләге ветеринария клиникаһында ҡала. Етем әммә яңғыҙ түгел. Йәше тулыр-тулмаҫ көсөк һуңғы бер нисә көндә бик күп төрлө һынауҙарға дусар. Клиника тикшеренеүҙәренең әле операциянан һуңғы өлөшө башҡарыла. Хирург Айрат...

6 декабря 2019
Смотреть видео Өфөлә художестволы гимнастика буйынса республика турниры һәм Башҡортостан чемпионаты үтә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә художестволы гимнастика буйынса республика турниры һәм Башҡортостан чемпионаты үтә

Ярышта Волга буйы Федераль округының төрлө өлкәләренән 600-ҙән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. 11 йәшлек Самина Тажетдинова сығыш алдынан иптәштәре менән күнекмәләр эшләй. Был уларҙың беренсе бәйгеһе түгел, йыл дауамында йыш ҡына төрлө республика һәм Рәсәй ярыштарында ҡатнаша ҡыҙҙар. “Башҡортостан...

6 декабря 2019
Смотреть видео Хыялдарға ирешер өсөн күп көс түгеп эшләргә кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Хыялдарға ирешер өсөн күп көс түгеп эшләргә кәрәк

Тыумыштан мускулдар атрофияһы менән ауырыусы Александр Захаров ошондай девиз менән йәшәй. Хәрәкәтләнә алмауы, егеткә үҙ эше менән шөғөлләнергә бер ҙә ҡамасауламай. Ул компьютерҙа күҙ ярҙамында программалар эшләй, китаптар уҡый, сәйәхәт итә. Бәләкәй саҡта төшкән фотоһүрәттәргә күҙ һалғаң, Александр...

6 декабря 2019
Смотреть видео Бер быуатҡа тиң тарих | ГТРК «Башкортостан»

Бер быуатҡа тиң тарих

Башҡорт дәүләт академия драма театры 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Мәртәбәле байрам менән коллективты Рәсәй президенты Владимир Путин да ҡотланы. Башҡорт дәүләт театры борондан алып илебеҙҙең күп милләтле мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә, тиелә телеграммала. Ә республика башлығы Радий Хәбиров...

6 декабря 2019
Смотреть видео Башҡорттар хәҙер Рәсәй күләмендә милли мәнфәғәттәрен яҡлауға дәғүә итә ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорттар хәҙер Рәсәй күләмендә милли мәнфәғәттәрен яҡлауға дәғүә итә ала

Дәүләт закондарына ярашлы, Өфөлә башҡорттарҙың федераль милли-мәҙәни автономияһын ойоштороу съезы үтте. Форумда Мәскәү, Силәбе, Свердловск, Волгоград, Тверь өлкәләре, Татарстан, Коми рсепубликалары, Ханты-Мансы, Ямал-Ненец округтарынан 50-нән ашыу делегат ҡатнашты. Улар үҙҙәре йәшәгән төбәктәрҙә...

6 декабря 2019
Смотреть видео 9 майҙа Өфөлә тәүге тапҡыр хәрби техника парады ойоштороласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

9 майҙа Өфөлә тәүге тапҡыр хәрби техника парады ойоштороласаҡ

Был турала Һуғыш, хеҙмәт, хәрби көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының респубоика ветерандар советы кәңәшмәһендә хәбәр ителде. Пленумдың 5-се ултырышында Бөйөк еңеүҙең 75 йыллығын ҡаршылауға әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды. Шулай итеп, Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары 9 майҙа хәрби техника һәм танктар парадын...

5 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостан табиптары ауыр йәрәхәтле егетте аяҡҡа баҫтырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан табиптары ауыр йәрәхәтле егетте аяҡҡа баҫтырҙы

Батутта акробатик трюк башҡарам тип 22 йәшлек егет муйынын һындырған. Башҡорт эстрадаһында уны рэп уҡыусы музыкант тип беләләр. Егеттең яңынан аяҡҡа баҫып китеүенә бәләкәй генә өмөт сатҡыһы була. Әммә Өфө нейрохирургтары мөғжизә атҡара алған. Сәлимә Исламованың репортажында. Интернет...

5 декабря 2019
Смотреть видео Емерерҙәрме, әллә төҙөкләндерерҙәрме? | ГТРК «Башкортостан»

Емерерҙәрме, әллә төҙөкләндерерҙәрме?

Йәмәғәтселек Өфөләге авария хәлендәге белем усағының яҙмышы өсөн борсола. Санитар, төҙөлөш нормалары һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлмәүе, өҫтәүенә, бинаның бер өлөшөнә емерелеү хәүефе янағаны өсөн прокуратура ҡарары менән 23-сө мәктәпте япҡандары тураһында программабыҙҙың башҡа...

5 декабря 2019
Смотреть видео “Өфөнефтемаш” хеҙмәткәрҙәре Владивостоктан ҡайта башланы | ГТРК «Башкортостан»

“Өфөнефтемаш” хеҙмәткәрҙәре Владивостоктан ҡайта башланы

Радий Хәбиров Алыҫ Көнсығышҡа вахта менән эшкә китеп ҡатмарлы хәлдә ҡалған яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтеләсәге хаҡында хәбәр итте. Был турала Республика Башлығы социаль селтәрҙәрҙәге шәхси сәхифәләрендә яҙып сыҡты. Бер нисә көн элек интернет селтәрендә сыҡҡан видео киң резонанс тыуҙырҙы. Яҙманан...

5 декабря 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров республиканың төняҡ-көнбайыш райондарына эш сәфәре барышында урындағы предприятиелар эше менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров республиканың төняҡ-көнбайыш райондарына эш сәфәре барышында урындағы предприятиелар эше менән танышты

Башҡортостанда социаль учреждениеларҙағы ашнаҡсыларға иғтибар артасаҡ. Был турала республиканың төнъяҡ-көнбайыш райондарына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров белдерҙе. Тәү сиратта эш хаҡын арттырыу кәрәклеген әйтте төбәк етәксеһе. Ҡалтасылағы Краснохолмский ауылындә йәшәүселәр иһә Республика...

5 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостан сноуборд оҫталарын ҡаршылай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан сноуборд оҫталарын ҡаршылай

«Яҡтыкүл» тау саңғыһы үҙәгендә 16 илдән 200 спортсы параллель слаломда һәм параллель слалом-гигантта  ярыша. Этапта ике тапҡыр олимпия чемпионы Вик Уайлд та ҡатнаша. Уҙған миҙгел йомғаҡтары буйынса, ҡатын-ҡыҙҙар араһында параллель дисциплиналарҙа донъяның иң шәп сноубордсылары иҫәбенә Рәсәйҙән...

4 декабря 2019
Смотреть видео Милли кейем – халыҡтың быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡыһы | ГТРК «Башкортостан»

Милли кейем – халыҡтың быуаттар буйы һаҡланып килгән ҡомартҡыһы

Һуңғы арала милли йолалар, төрлө конкурстар ярҙамында милли кейемдәрҙе тергеҙеү эше йәнләнә. Быға рухлы, юғары әҙерлекле кешеләрҙең булыуы ла ярҙам итә. Өфө ҡалаһынан рәссам-модельер Сәрүәр Аслаева – шулар иҫәбендә. Өфө районында йәшәүсе Сәрүәр Ғилметдин ҡыҙы сираттағы милли кейем тегә. Оҫта...

4 декабря 2019
Смотреть видео Әлшәй районында принц һәм принцессалар баллы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Әлшәй районында принц һәм принцессалар баллы үтте

Тантананың төп геройҙары – мөмкинлектәре сикләнгән балалар. Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған сарала 200-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Изгелекле сара Каринэ Хабирова баланғысы менән ойошторолдо. Төп маҡсат – балаларҙың ижади һәләттәрен асырға ярҙам итеү.

4 декабря 2019
Смотреть видео Эльбрус Ниғмәтуллин Өфөлә скандинав йөрөү күнекмәләрен ойошторҙо | ГТРК «Башкортостан»

Эльбрус Ниғмәтуллин Өфөлә скандинав йөрөү күнекмәләрен ойошторҙо

Был спорт төрөнөң һаулыҡҡа файҙаһын беҙҙең  хәбәрсебеҙ белеште. Эльбрус Ниғмәтуллин скандинав йәйәү йөрөү клубы ҡатнашыусылары менән осрашыунда үҙе лә был спорт төрө менән мауығып китеү серен асты. Ауыр штангаларҙы күтәреп өйрәнгән спортсы тәүҙә көрәк таяҡтарын ҡулына тотоп шөғөлләнә башлаған...

4 декабря 2019
Смотреть видео Яңы йыл байрамдары ваҡытында депутаттар рейдҡа сыға | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йыл байрамдары ваҡытында депутаттар рейдҡа сыға

Башҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең Президиум ағзалары хәҙер планшет ҡулланып эшләйәсәк. Ошондай башланғысты  Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим итте. Радий Фәрит улы партияның төбәк бүлексәһе Секретары вазифаһында беренсе Президиум ултырышын уҙғарҙы. Кәңәшмәләр хәҙер ҡағыҙға...

4 декабря 2019
Смотреть видео Ҡараңғылыҡты йырып йөрөргә мәжбүрҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Ҡараңғылыҡты йырып йөрөргә мәжбүрҙәр

Уптино ауылы халҡы урамда яҡтыртҡыс ҡорамалдар ҡуйылмауына зарлана.Электр энергияһы менән тәьмин итеүселәп иҫке ҡоролманы һүтеп алған, ә яңыһын ҡуйырға ашыҡмайҙар. Уптино ауылындағы Лучистая урамының исеме есеменә тап килгән. Нурланып тормаһа ла эргә- тирәләге берҙән-бер яҡтыртылған урам....

4 декабря 2019
Смотреть видео Башҡортостан ҡалаларын Яңы йылға итальяндар биҙәй | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан ҡалаларын Яңы йылға итальяндар биҙәй

Республикала Яңы йыл байрамына 1 мең 634 урман ағасы һәм 148 яһалма шыршы ҡуйыла. Беренсе тапҡыр туғыҙ ҡала үҙәгендәге төп майҙандарҙы пикселле ҡорамалдарҙан торған, өҫтө диодлы уттар менән ябылған яһалма шыршылар биҙәй. Быйылғы Яңы йыл байрамының үҙенсәлекле яңылыҡтары ла бар. Мәҫәлән, Өфөнөң...

4 декабря 2019
Смотреть видео Республика кардиохирургтары йөрәккә гибрид операция яһаны | ГТРК «Башкортостан»

Республика кардиохирургтары йөрәккә гибрид операция яһаны

Ул аортаға махсус протез ҡуйыу. Өфө табиптарының заманса тәжрибәһен Рәсәй субьекттары белгестәре лә тура эфирҙа ҡараны.  68 йәшлек пациент быға тиклем дә бер-нисә тапҡыр ауыр операциялар үткәргән. Ә йөрәккә яһалғаны улар араһындағы иң ҡатмарлыһы. Аортаның эске өлөшөнә протездар ҡуйыу...

4 декабря 2019
Смотреть видео Медицинала тәүгеләр рәтендә | ГТРК «Башкортостан»

Медицинала тәүгеләр рәтендә

Республика Башлығы Башҡортостан табиптарының ҡатмарлы операциялар яһау тәжрибәһен юғары баһаланы. Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты. “Беҙҙең табиптар быйыл кеше ағзаларын күсереп ултыртыу буйынса 51 операция башҡарҙы, шул иҫәптән 7 пациентҡа йөрәк күсереп...

4 декабря 2019
Смотреть видео Республикала тыуым кәмей | ГТРК «Башкортостан»

Республикала тыуым кәмей

Үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда быйыл яңы тыуған сабыйҙар һаны 5 мең 608-гә әҙерәк.  Үткән 10 айҙа Башҡортостанда дәүләт программаларының үтәлеше Республика хөкүмәте ултырышының көн тәртибенә сығарылды. 2019 йылда Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, транспорт, туризм, экология,...

4 декабря 2019
Смотреть видео Хыялдарҙы тормошҡа ашырып | ГТРК «Башкортостан»

Хыялдарҙы тормошҡа ашырып

Өфөлә мөмкинлеге сикләнгәндәр араһында йәш дизайнерҙарҙың халыҡ-ара форумы үтте. Тыумыштан ауырыуға дусар булыусылар үҙҙәре теккән кейем менән таныштырҙы. Ниндәй ҙә булһа кейем теккәндә ҡыҙымдың теләген мотлаҡ үтәйем, ти Наталья Урванцева. Сираттағы күлдәк ябай түгел, ул сағыу төҫтә һәм үҙенсәлекле...

3 декабря 2019
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә

Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән 300 меңдән ашыу кеше йәшәй. Белгестәр әйтеүенсә, физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн бәләкәйҙән үк йәмғиәткә яраҡлашыу, аралашыу мөхите булдырыу зарур. Тик шул саҡта ғына улар юғары маҡсаттар ҡуйып, уңыштарға ирешергә теләп үҫәсәк. Республикала инвалидтарға...

3 декабря 2019
Смотреть видео Өфөлә Чернобыль фажиғәһе эҙемтәһен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы иҫкә алдылар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Чернобыль фажиғәһе эҙемтәһен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы иҫкә алдылар

Еңеүҙең илле йыллығы скверында Чернобыль фажиғәһе эҙемтәһен бөтөрөүҙә ҡатнашыусыларҙы иҫкә алдылар. Чернобыль-күптәрҙең йөрәгендә уйылып ҡалған һәм ҡара эҙ ҡалдырған фажиғә. 1986 йылда Советтар Союзының  иң ҡеүәтле атом электр станцияһында шартлау яңғырай. Тирә-йүнгә үлемесле радиация таралып...

3 декабря 2019
Яндекс.Метрика