Өфө илебеҙҙең мәҙәни үҙәгенә әйләнде

Ошо көндәрҙә башҡалабыҙҙа халыҡ –а ра кимәлдәге ике ҙур фестиваль үтә. Ҡала халҡы Рәсәй көнө менән бер рәттән  Евразия йөрәге халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең тәүге тамашаһын һәм 15-се Берҙәмлек халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр  фестиваленең йомғаҡлау концертына тамаша ҡылды. Ҡырғыҙстан музыканттары үҙҙәренең милли ҡоралы –Ҡомуҙҙың нескә лә, ҡабатланмаҫ тауышын тылсымлы моң тип атай. Башҡа үтә шаулы төркөмдәрҙән айырмалы рәүештә, улар ҡырғыҙ халҡының төп милли ҡоралын тыныслыҡта, дала иркенлегендә тыңлау яҡшы, ти. Ҡырғыҙстандан килгән музыканттарҙы туғандаш республикала үҙҙәрен иркен тотоуҙары һөйөндөрһә Көнбайыш Африканан, Сенегал республикаһының « Африка арыҫландары » шоу-төркөмө үҙҙәренең үтә шаулы, дәртле булыуҙары менән тамашасыны ылыҡтырҙы. Улар Башҡортостан ғына түгел Рәсәйҙә тәүге тапҡыр.Африкалағы тик музыка менән генә шөғөлләнгән ҡәбиләнең был барабандарына ихтибар итмәй урап үтерлек түгел шул. Хәйриә концерттары үткәреү ҙә CIOFF -Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен уҙғарыу һәм традицион сәнғәт советы талаптарына ярашлы.  Берҙәмлек сиктәрендәге бындай сара быйыл тәүге тапҡыр. Өсөнсө  быуын вәкилдәре, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре, мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә хәйриә концертын ҙур ихласлыҡ менән ҡараны. Алыҫ һәм яҡын сит илдең сәнғәт оҫталарының күргәҙмәһе менән танышты.Быйыл 15-се тапҡыр үткән Берҙәмлек фестивален CIOFF  ағзалары ла баһаланы.  Тимәк, быйылғы фестивалдең кимәле киләһе донъяуи күләмдәге байрам — Фольклориадаға әҙерлегебеҙҙе сағылдыра.  Халыҡ-ара кимәлдәге сара Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында Гала-концерт менән тамамланды. Бында ижади коллективтар ҡала халҡы алдында сығыш яһаны. Фестиваль барышын ентекле күҙәткән CIOFF — Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен уҙғарыу һәм традицион сәнғәт советы ағзалары байрамдың юғары кимәлдә үтеүен һәм Башҡортостандың Фольклориаданы ҡаршылауға әҙер булыуын белдерҙе. Артабан Берҙәмлек фестивалендә ҡатнашыусы 10 илдән килгән вәкил Евразия йөрәге фестивале сиктәрендәге Милли кейемдәр парадына ҡушылды.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфө аэропортына исем һайлау дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Өфө аэропортына исем һайлау дауам итә

Хәҙер тауыш биреү өсөн стационар нөктәләр асылды. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.  “Рәсәйҙең Бөйөк исемдәре” проектының өсөнсө этабы 30 ноябрҙә тамамлана. “Рәсәйҙең Бөйөк исемдәре” проектының өсөнсө этабы тулы кимәлдә бара. Финалға 3 шәхес сыҡты. Республика халҡы ла был акция ла әүҙем...

15 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тәмгә авторлыҡ хоҡуғы юҡ. Кеше хеҙмәтенең емеше булмағанға күрә, аҙыҡ-түлек продукцияһы авторлыҡ хоҡуғы менән яҡланыуы мөмкине түгел, тигән ҡарар сығарған Евросоюз суды. Быға тиклем Голландияның бер  компанияһы икенсеһен сырҙың репептын урлауҙа ғәйепләй ине. Улар йәшелсә ҡушылған йомшаҡ сырҙы...

15 ноября 2018
Смотреть видео Өфөнөң Адмирал Макаров урамында урынлашҡан йорттарҙы кем хеҙмәтләндерергә тейеш? | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң Адмирал Макаров урамында урынлашҡан йорттарҙы кем хеҙмәтләндерергә тейеш?

Бында йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәре эштәр барышы менән ҡәнәғәт түгел һәм яңы идаралыҡ компанияһына күсергә теләй. Әммә, төрлө сәбәптәр арҡаһында был килеп сыҡмай. Ғәмәлдәге “Адмирал” торлаҡ хужалары ширҡәтен яҡлаусылар ҙа бар.  Лифт эшләмәгәс Вера Ткаченкоға көн һайын бер-нисә ҡат йәйәү...

15 ноября 2018
Смотреть видео Республика бюджеты | ГТРК «Башкортостан»

Республика бюджеты

2019 йылға Республика бюджеты тураһындағы закон проекты буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай асыҡ фекер алышыуҙар ойошторҙо. Был сарала ҡатнашырға теләгән граждандардарҙан көнэлгәре ғаризалар 2 ноябрҙән 11-нә тиклем ҡабул ителде.

15 ноября 2018
Смотреть видео Өфөләге заправкаға бурҙар төшкән | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге заправкаға бурҙар төшкән

Өфөлә өс билдәһеҙ кеше заправкаға төшкән. Был енәйәт эше күҙәтеү видеокамераларына эләккән. Унан күренеүенсә, ҡара битлек кейгән өс кеше заправка бинаһына килеп инә. Иң тәүҙә ҡарауылсыға пистолет тоҫҡап, иҙәнгә ятырға мәжбүр итәләр. Шул уҡ ваҡытта, ҡалған ике бур һатыусыға яҡынлаша. Иргә ҡорал...

15 ноября 2018
Смотреть видео Ҡорбан салыу һәм күҙ тейеүҙән ҡотолоу өсөн миллионлаған аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан салыу һәм күҙ тейеүҙән ҡотолоу өсөн миллионлаған аҡса

Үҙен хәҙрәт тип танытып йөрөүсе кешене байтаҡ аҡса түләүселәр  мутлашыуҙа ғәйепләй. Ысын хәҙрәтте ялғанынан нисек айырырға? Республикала үҙҙәрен хәҙрәт тип танытып, кешеләрҙе алдаусылар бар. Дингә ышаныусыларҙың бер ҡатлылығын файҙаланып, улар күрһәткән ярҙамдары өсөн меңдәрсә генә түгел,...

15 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй журналистары берлегенә 100 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй журналистары берлегенә 100 йыл

Юбилей тантаналары кисә башланды, унда хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова ҡатнаша. Ул әле мәскәүҙән беҙҙең менән телефон аша һөйләй.

14 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Үҙәк Америка илдәренән бер-нисә мең мигрант Мехиконан Ҡушма Штаттарҙың көньяҡ сигенә юл алған.  Гондурас, Гватемала, Сальвадор, Никарагуанан ҡасаҡтарҙы хәрбиҙәр һәм сик һаҡсылары ҡаршы алырға әҙерләнә.  Быға тиклем  Дональд Трамп  көньяҡ сикте һаҡлаусы хәрбиҙәр һаны 15 меңгә...

14 ноября 2018
Смотреть видео «Асыҡ кабинет» | ГТРК «Башкортостан»

«Асыҡ кабинет»

Республикала йәшәүсе һәр кем үҙен борсоған мәсьәлә тураһында белдерә һәм уны хәл итеүҙә тейешле ярҙам аласаҡ. Бының өсөн Башҡортостанда «Асыҡ кабинеттар» булдырыла. Улар аша халыҡ төрлө мәсьәлә менән "Берҙәм Рәсәй" фирҡәһе вәкилдәренә мөрәжәғәт итә ала.  «Асыш-2018» тип аталған фирҡә...

14 ноября 2018
Смотреть видео Һирәк осраған сирҙән ыҙаланғандарға ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Һирәк осраған сирҙән ыҙаланғандарға ярҙам

Һирәк осраған сирлеләр һәм мөмкинлеге сикле бала тәрбиләгән ғаиләләрҙе дарыуҙар менән тәъмин итеү мәсьәләһенең бөгөнгө торошо хафаға һала. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы, йәмәғәт палатаһы һәм депутат вәкилдәрен улар түңәрәк өҫтәл артында һөйләшергә саҡырҙы. Бер йәшлек Ратмир Тимербаев...

14 ноября 2018
Яндекс.Метрика