Өфө илебеҙҙең мәҙәни үҙәгенә әйләнде

Ошо көндәрҙә башҡалабыҙҙа халыҡ –а ра кимәлдәге ике ҙур фестиваль үтә. Ҡала халҡы Рәсәй көнө менән бер рәттән  Евразия йөрәге халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең тәүге тамашаһын һәм 15-се Берҙәмлек халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр  фестиваленең йомғаҡлау концертына тамаша ҡылды. Ҡырғыҙстан музыканттары үҙҙәренең милли ҡоралы –Ҡомуҙҙың нескә лә, ҡабатланмаҫ тауышын тылсымлы моң тип атай. Башҡа үтә шаулы төркөмдәрҙән айырмалы рәүештә, улар ҡырғыҙ халҡының төп милли ҡоралын тыныслыҡта, дала иркенлегендә тыңлау яҡшы, ти. Ҡырғыҙстандан килгән музыканттарҙы туғандаш республикала үҙҙәрен иркен тотоуҙары һөйөндөрһә Көнбайыш Африканан, Сенегал республикаһының « Африка арыҫландары » шоу-төркөмө үҙҙәренең үтә шаулы, дәртле булыуҙары менән тамашасыны ылыҡтырҙы. Улар Башҡортостан ғына түгел Рәсәйҙә тәүге тапҡыр.Африкалағы тик музыка менән генә шөғөлләнгән ҡәбиләнең был барабандарына ихтибар итмәй урап үтерлек түгел шул. Хәйриә концерттары үткәреү ҙә CIOFF -Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен уҙғарыу һәм традицион сәнғәт советы талаптарына ярашлы.  Берҙәмлек сиктәрендәге бындай сара быйыл тәүге тапҡыр. Өсөнсө  быуын вәкилдәре, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре, мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә хәйриә концертын ҙур ихласлыҡ менән ҡараны. Алыҫ һәм яҡын сит илдең сәнғәт оҫталарының күргәҙмәһе менән танышты.Быйыл 15-се тапҡыр үткән Берҙәмлек фестивален CIOFF  ағзалары ла баһаланы.  Тимәк, быйылғы фестивалдең кимәле киләһе донъяуи күләмдәге байрам — Фольклориадаға әҙерлегебеҙҙе сағылдыра.  Халыҡ-ара кимәлдәге сара Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында Гала-концерт менән тамамланды. Бында ижади коллективтар ҡала халҡы алдында сығыш яһаны. Фестиваль барышын ентекле күҙәткән CIOFF — Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен уҙғарыу һәм традицион сәнғәт советы ағзалары байрамдың юғары кимәлдә үтеүен һәм Башҡортостандың Фольклориаданы ҡаршылауға әҙер булыуын белдерҙе. Артабан Берҙәмлек фестивалендә ҡатнашыусы 10 илдән килгән вәкил Евразия йөрәге фестивале сиктәрендәге Милли кейемдәр парадына ҡушылды.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Быуындар сылбыры өҙөлмәһен | ГТРК «Башкортостан»

Быуындар сылбыры өҙөлмәһен

Быуындар сылбыры өҙөлмәһен. Өфөлә “Мин өлһөйәр” йәмәғәт ойошмаһы үткәргән “Илһөйәрлек һәр ғаиләлә. Минең шәжәрәм” 3-сө республика конкурсының еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Конкурска Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан 250-нән ашыу ижади эш ҡабул ителгән. Теманы хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов дауам итә...

21 января 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Американың Чили дәүләтендә ер тетрәгән. Уның көсө - 6,7 магнитуда. Белгестәрҙең мәғлүмәтенә ярашлы, ер тетрәү үҙәге 150 мең кеше йәшәгән КокИмбо ҡалаһынан 16 километр алыҫлыҡта һәм 53 километр тәрәнлектә урынлашҡан. Ҡорбандар юҡ. Әммә ҡурҡыштан ике өлкән йәштәге кеше йөрәк өйәнәгенән үлгән....

21 января 2019
Смотреть видео Бөгөн Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре көнө

Саперҙар, конструкторҙар, штурмовиктар һәм шартлатыусылар. Бөгөн Рәсәйҙең инженер ғәскәрҙәре көнө. Үҙәк хәрби округка ингән 29 төбәктәге берҙән-бер инженер бригада Башҡортостанда урынлашҡан. Үҙҙәренең һөнәри байрамын улар хәрби күнекмәләрҙә ҡаршы алды. Унда беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡатнашты....

21 января 2019
Смотреть видео Сибайҙан Ҡырымға ял итергә барыусылар исемлеге асыҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Сибайҙан Ҡырымға ял итергә барыусылар исемлеге асыҡлана

Сибайҙарға Ҡырымға юлламаны 1 мең һумға һатып алырға мөмкин. Ошондай имештәрҙе мутлашыусылар социаль селтәрҙә тарата. Был турала бөгөн хакимиәттәге иртәнге кәңәшмәлә әйтелде. Ҡала активы менән осрашыуҙа экологик хәлгә бәйле мәғлүмәт еткерелде. Иртәнге тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, һауалағы зарарлы...

21 января 2019
Смотреть видео Ауырғазы районында билдәһеҙ хайуан бер шәхси хужалыҡта йорт ҡуяндарын үлтергән | ГТРК «Башкортостан»

Ауырғазы районында билдәһеҙ хайуан бер шәхси хужалыҡта йорт ҡуяндарын үлтергән

Хужа иртән сығып шаҡ ҡата. Ул ихатаның төрлө мөйөштәрендә йорт ҡуяндарын үле килеш таба. 2015 һәм 2017 йылдарҙа йылдарҙа ошо уҡ районда билдәһеҙ йән эйәһе сусҡаларҙы һәм һарыҡтарҙы ҡырғайны.

18 января 2019
Смотреть видео Яңы йылда яңы балалар баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Яңы йылда яңы балалар баҡсаһы

Ҡаланың Затон биҫтәһендә урынлашҡан 7-се балалар баҡсаһы яңы бинаға күсте. Заман талаптарына яуап биргән мәктәпкәсә учреждение 75 балаға иҫәпләнгән. 2019 йылда Өфөлә тағы ла 540 урынлыҡ ике балалар баҡсаһы сафҡа индереләсәк. Өфө ҡалаһының 7-се балалар баҡсаһына үткән быуаттың 20-се йылдарында нигеҙ...

18 января 2019
Смотреть видео Сиратта тормаған сиратсылар | ГТРК «Башкортостан»

Сиратта тормаған сиратсылар

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләүсе ғаиләләр торлаҡ ала алмай йонсой. Улар араһында Руслан Ғәзизов та бар. Йорт эсендә йыуыныу бүлмәһе лә, йылы һыу ҙа юҡ. Ә иң мөһимө – торлаҡ та сит кешенеке. Ошондай шарттарҙа тыумыштан физик мөмкинлеге сикләнгән 25 йәшлек Руслан Ғәзизов көн күрә....

18 января 2019
Смотреть видео Башҡортостанда грипп менән ауырыуҙың тәүге осраҡтары теркәлде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп менән ауырыуҙың тәүге осраҡтары теркәлде

Республикала вируслы инфекция йоҡтороусыларҙың артыуы ла күҙәтелә. Бөгөн был турала Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәктәге идаралығынан хәбәр иттеләр.Республикала әле 13 мең кеше киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләй, уларҙың 60 проценты – балалар. Табиптар үҙаллы...

18 января 2019
Смотреть видео Христиандар Керәшен  байрамын билдәләләргә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Христиандар Керәшен байрамын билдәләләргә әҙерләнә

Өфөлә быйыл беренсе тапҡыр Аксаков паркында ла мәке уйыла. Әлеге ваҡытта православ христиандар өсөн һыуҙа ҡойоноу урындары әҙерләнә һәм тәртипкә килтерелә, юлдар таҙартыла. Байрам ваҡытында һыу ҡойоноу урындарында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәре эшләйәсәк.

18 января 2019
Смотреть видео Ҡырым шифаханаларының береһендә Сибай ҡалаһынан 500 бала сәләмәтлеген нығытасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Ҡырым шифаханаларының береһендә Сибай ҡалаһынан 500 бала сәләмәтлеген нығытасаҡ

Бөгөн Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың Ҡырым республикаһы башлығы Сергей Аксенов етәкселегендәге делегация менән осрашыуында ошо турала иғлан ителде. Бынан тыш, унда Евпаториялағы Юбилейный шифаханаһын төҙөкләндереү проекты тәҡдим ителде. 2017-се йылда һауыҡтырыу...

18 января 2019