Өфө илебеҙҙең мәҙәни үҙәгенә әйләнде

Ошо көндәрҙә башҡалабыҙҙа халыҡ –а ра кимәлдәге ике ҙур фестиваль үтә. Ҡала халҡы Рәсәй көнө менән бер рәттән  Евразия йөрәге халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең тәүге тамашаһын һәм 15-се Берҙәмлек халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр  фестиваленең йомғаҡлау концертына тамаша ҡылды. Ҡырғыҙстан музыканттары үҙҙәренең милли ҡоралы –Ҡомуҙҙың нескә лә, ҡабатланмаҫ тауышын тылсымлы моң тип атай. Башҡа үтә шаулы төркөмдәрҙән айырмалы рәүештә, улар ҡырғыҙ халҡының төп милли ҡоралын тыныслыҡта, дала иркенлегендә тыңлау яҡшы, ти. Ҡырғыҙстандан килгән музыканттарҙы туғандаш республикала үҙҙәрен иркен тотоуҙары һөйөндөрһә Көнбайыш Африканан, Сенегал республикаһының « Африка арыҫландары » шоу-төркөмө үҙҙәренең үтә шаулы, дәртле булыуҙары менән тамашасыны ылыҡтырҙы. Улар Башҡортостан ғына түгел Рәсәйҙә тәүге тапҡыр.Африкалағы тик музыка менән генә шөғөлләнгән ҡәбиләнең был барабандарына ихтибар итмәй урап үтерлек түгел шул. Хәйриә концерттары үткәреү ҙә CIOFF -Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен уҙғарыу һәм традицион сәнғәт советы талаптарына ярашлы.  Берҙәмлек сиктәрендәге бындай сара быйыл тәүге тапҡыр. Өсөнсө  быуын вәкилдәре, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре, мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә хәйриә концертын ҙур ихласлыҡ менән ҡараны. Алыҫ һәм яҡын сит илдең сәнғәт оҫталарының күргәҙмәһе менән танышты.Быйыл 15-се тапҡыр үткән Берҙәмлек фестивален CIOFF  ағзалары ла баһаланы.  Тимәк, быйылғы фестивалдең кимәле киләһе донъяуи күләмдәге байрам — Фольклориадаға әҙерлегебеҙҙе сағылдыра.  Халыҡ-ара кимәлдәге сара Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында Гала-концерт менән тамамланды. Бында ижади коллективтар ҡала халҡы алдында сығыш яһаны. Фестиваль барышын ентекле күҙәткән CIOFF — Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен уҙғарыу һәм традицион сәнғәт советы ағзалары байрамдың юғары кимәлдә үтеүен һәм Башҡортостандың Фольклориаданы ҡаршылауға әҙер булыуын белдерҙе. Артабан Берҙәмлек фестивалендә ҡатнашыусы 10 илдән килгән вәкил Евразия йөрәге фестивале сиктәрендәге Милли кейемдәр парадына ҡушылды.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Бөгөн балаларҙың бөтә теләктәре бойомға аша | ГТРК Башкортостан

Бөгөн балаларҙың бөтә теләктәре бойомға аша

Башҡаланың Салауат Юлаев исемендәге майҙанында бының өсөн барыһы ла ҡаралған.  ,,Өфө – балалар ҡалаһы, ғаиләләр ҡалаһы,,, тип исемләнгән күмәк сараға килгәндәрҙе уйындар, ярыштар, йыр-моң һәм татлы бүләктәр  көтә. Йәмле йәйҙең тәүге көнө йыл да шулай күңелле сараларҙан башлана. Халыҡ-ара...

1 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре  | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Францияла поездар хәрәкәте туҡтатылған. Илдә хеҙмәт кодексының яңы проектына ризаһыҙлыҡ белдереп ҡаршылыҡ акциялары дауам итә. Тимер юлсыларға, нефть эшкәртеүсе завод эшселәренә, пилоттар, авиадиспетчерҙар ҡушылырға әҙер. Бундестаг депутаттары  Осман империяһында 1915-се йылдағы ваҡиғаларҙы...

1 июня 2016
Хужаһыҙ берәҙәк  бесәй һәм эттәрҙең яҙмышын яңы закон хәл итә алырмы?  | ГТРК Башкортостан

Хужаһыҙ берәҙәк бесәй һәм эттәрҙең яҙмышын яңы закон хәл итә алырмы?

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары 1 ғинуарҙан эшләй башлаған закондың үтәлешен тикшерҙе. Берәҙәк хайуандарҙың артыуы, кешеләргә ташланыуы, малдарҙың зыян күреүе ҡырҡыу мәсьәләләрҙең береһе. Башҡортостан ветеринария идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә әлеге ваҡытта республикала 150 мең эт һәм...

1 июня 2016
Смотреть видео Өфөнөң Калинин районында ҙур юл-транспорт фажиғәһе | ГТРК Башкортостан

Өфөнөң Калинин районында ҙур юл-транспорт фажиғәһе

Ике еңел машина һәм пассажир автобусы бәрелешкән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Иглин-Өфө маршруты буйынса йөрөүсе Форд микроавтобусы  алда китеп барған Шкодаға бәрелә. Шкода  бынан һуң Черу машинаһына барып төкөлә. 7 кеше йәрәхәтләнгән. Микроавтобустағы ике пассажирға, Шкодала водителе һәм...

1 июня 2016
Башҡортостанда ҡырау төшөүе ихтимал | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда ҡырау төшөүе ихтимал

Һауа торошо күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 4 градусҡа түбән буласаҡ тип иҫкәртә синоптиктар.  Айырым райондарҙа ямғыр, ҡарлы ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Аҙна аҙағында һәм ял көндәрендә республика буйынса ямғыр яуасаҡ. Һуңынан йәйге ҡояш тағы ла үҙ нурҙары менән ҡыуандырасаҡ тип вәғәҙәләй...

31 мая 2016
Смотреть видео Өфөнөң Сергей Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт  баҡсаһына  бөгөн аҡҡоштар ҡайтты | ГТРК Башкортостан

Өфөнөң Сергей Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт баҡсаһына бөгөн аҡҡоштар ҡайтты

Оҙаҡ йылдар баҡса күлен йәмләп йәшәгән аҡҡоштарҙың үткән йылда береһе ауырып икенсеһе яңғыҙ ҡалғандан һуң күл бушап ҡалғайны.  Хәҙер Сажиҙә  янына Канаш һәм Кристи килтерелде. Силәбенең хайуандарҙы һаҡлау фонды хеҙмәткәрҙәре яраланған ҡоштарҙы Канашинский һәм Крәҫтиән күлдәрендә таба,...

31 мая 2016
Өфөнөң Ленин районы суды финанс пирамида ойоштороусыны 4 йылға колонияға оҙатты | ГТРК Башкортостан

Өфөнөң Ленин районы суды финанс пирамида ойоштороусыны 4 йылға колонияға оҙатты

Ул мутлашыуҙа ғәйепле тип танылды. 2012 йылда йәш егет “БашИнвестКапитал”кредит кооперативы ойоштора, вкладсыдарға айына 28 процент килем вәғәҙәләй.  Финанс пирамидаһын киңәйтеү өсөн Өфө, Стәрлетамаҡ, Туймазы ҡалаларында офистар аса, бушлай газеталар аша реклама тарата. Эшмәкәрлеген...

31 мая 2016
Смотреть видео Өфөнөң Дим районында Дағыстан урамында «Деу Нексия» машинаһы янып китте | ГТРК Башкортостан

Өфөнөң Дим районында Дағыстан урамында «Деу Нексия» машинаһы янып китте

Күрше йортта йәшәүсе янғынды камераға төшөрөп алған. Ут бер-нисә минутта автомобилде ялмап  ала. Тиҙҙән янғын һүндереүселәр ҙә килеп етә. Ут һүндерелә. Бәхеткә, ул эргә-тирәләге машиналарға, беренсе ҡаттағы балкон һәм тәҙрәгә күсеп өлгөрмәй, тип  хәбәр итә кп.ру сайты.

31 мая 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре  | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Европа илдәрендә Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкциялар сәбәпле ризаһыҙлыҡ арта. Фермерҙарҙы ишетеүселәр юҡ, шуға ла улар хәҙер оло юлға тиреҫ түгеп иғтибар йәлеп итергә тырыша. Германия сит ил эштәре министры Франк Вальтер Штайнмайер Рәсәйҙән санкцияларҙы алырға тәҡдим итә. Ил сәйәсмәндәре Меркель...

31 мая 2016
Башҡортостанда рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытында тәртип боҙоуҙар теркәлмәне | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытында тәртип боҙоуҙар теркәлмәне

Башҡортостан буйынса Мәғариф өлкәһен күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә,  уҡыусыларҙы имтихандан сығарыу осраҡтары теркәлмәгән. Быйыл идаралыҡта Берҙәм дәүләт имтиханы барышы тураһында мәғлүмәттәр туплаусы үҙәк асылған. Унда имтихан тапшырыу пункттарында һәм Республика мәғлүмәт эшкәртеү...

31 мая 2016
Башҡортостанда оло йәштәгеләр компьютер нескәлектәрен белеүҙә көс һынаша | ГТРК Башкортостан

Башҡортостанда оло йәштәгеләр компьютер нескәлектәрен белеүҙә көс һынаша

Компьютер алышы буйынса Республика чемпионаты финалы Өфөлә бөгөн үтә.  Беренселектә һайлап алыу этабын уңышлы үткән 40 пенсионер ҡатнаша. Ойоштороусылар әйтеүенсә, иң өлкән конкурсантҡа 68 йәш. Республика этабы еңеүселәре 15-17 июндә Новосибирскийҙа уҙасаҡ Рәсәй чемпионатына бара. Бәйгене...

31 мая 2016
Смотреть видео Өфө тарихта беренсе тапҡыр Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархын ҡаршы алырға әҙерләнә | ГТРК Башкортостан

Өфө тарихта беренсе тапҡыр Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархын ҡаршы алырға әҙерләнә

Ошо уңайҙан ғибәҙәтханалар биҙәлеп, биләмәләр төҙөкләндерелде. Республика руханиҙары Рәсәй православиеһы етәксеһен ниндәй кәйеф менән көтә?  Ғәҙәти шарттарҙа йылдар талап иткән эште тиҙ арауыҡта тамамлау – хөрмәтле ҡунаҡҡа ихтирам күрһәтеү тырышлығынан. Өфө иконостасы артеле оҫталары һуңғы...

31 мая 2016
Смотреть видео Мәскәүҙә  Республика башлығы Федерация советы  рәйесе ҡарамағындағы фәнни-эксперт советы ултырышында ҡатнашты | ГТРК Башкортостан

Мәскәүҙә Республика башлығы Федерация советы рәйесе ҡарамағындағы фәнни-эксперт советы ултырышында ҡатнашты

Был юлы унда федерализмдың иҡтисади, ҡаҙна-финанс, һалым нигеҙҙәре тураһындағы мәсьәлә ҡаралды. Федерация советы рәйесе Валентина Матвиенок билдәләүенсә,  халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү өсөн төбәктәрҙең мөмкинлектәре лә булырға тейеш. Төбәктәрҙе тигеҙләү сәйәсәте һөҙөмтәле булмай сыҡты тине ул...

31 мая 2016
Силәбелә йәшәүсе башҡорттар балалар һабантуйын үткәрҙе | ГТРК Башкортостан

Силәбелә йәшәүсе башҡорттар балалар һабантуйын үткәрҙе

Яҙғы-баҫыу эштәре тамамланыу уңайынан үткәрелгән байрамға башҡорттар менән бергә башҡа милләт вәкилдәре лә килгәйне. Улар төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнашты. Һабантуйҙа Башҡортостандың, Силәбе өлкәһенең балалар ижад коллективтары сығыш яһаны. Силәбелә йыл һайын үткәрелеп килгән балалар...

30 мая 2016
Өфөлә Ҡөръән уҡыусылар конкурсы үтте | ГТРК Башкортостан

Өфөлә Ҡөръән уҡыусылар конкурсы үтте

Йылдағыса, ул Ағиҙел йылғаһы буйлап сәйәхәт менән бергә үрелеп барҙы.  Быйыл республиканың төрлө район-ҡалаларынан 200 ашыу мосолман мәктәптәренең уҡыусылары һәләтен күрһәтте. Уларҙың сығышын: Ҡөръән аяттарын, сүрәләрҙе оҫта һәм дөрөҫ башҡарыуын дин әһелдәре баһаланы. Сараның төп маҡсаты –...

30 мая 2016
Смотреть видео «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә баш ҡалала Башҡорт милли кейеме көнө уҙҙы | ГТРК Башкортостан

«Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале сиктәрендә баш ҡалала Башҡорт милли кейеме көнө уҙҙы

Сарала һәр теләгән кеше ҡатнаша алды. Күпләп милли кейемдәр теккән ойошма-ательелар ҙа ситтә ҡалманы.   Башҡорт  халҡының күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. Бындай кейемдәр иһә бөгөн заманға яраҡлаштырып...

30 мая 2016
Республиканың көньяҡ райондары эшҡыуарлыҡ форумына әҙерләнә | ГТРК Башкортостан

Республиканың көньяҡ райондары эшҡыуарлыҡ форумына әҙерләнә

10-11 июндә Сибайҙа һәм Әбйәлил районында эшҡыуарлыҡты үҫтереү юлдары, дәүләт ярҙамы саралары, халыҡтың мәшғүллеген һәм үҙмәшғүллеген арттырыу тураһында һөйләшеү ҡаралған. Шулай уҡ төбәктә яңы предприятиелар асыу мәсьәләһе лә тикшереләсәк. Форумда  федераль һәм төбәк власы органдары,...

30 мая 2016
Смотреть видео Ҡырыммы, Сочимы әллә Тунисмы? | ГТРК Башкортостан

Ҡырыммы, Сочимы әллә Тунисмы?

Ял миҙгеленә республика халҡы Төркиә һәм Мысырға алмаш эҙләй. Һумдың валюталарға ҡарата үҙҡиммәтен юғалтыуы арҡаһында былтыр күптәр ял маршрутын үҙгәртергә мәжбүр булды, ә быйыл йәйгә иң популяр йүнәлештәргә лә сикләү индерелгәс ҡайҙа ял итергә тигән һорау тағы ла ҡатмарлашты. Йәйге ялды ҡайҙа...

30 мая 2016
Өфөнөң Дим районында газ баллоны шартлаған | ГТРК Башкортостан

Өфөнөң Дим районында газ баллоны шартлаған

Һәләкәт урынында әле беҙҙең хәбәрселәр эшләй. Сығарылыш дауамында беҙ һеҙгә тулыраҡ мәғлүмәт еткерергә тырышырбыҙ.  Иҫегегә төшөрәбеҙ, 2014-се йылдың ғинуарында Яңауыл ҡалаһында газ баллоны шартлау сәбәпле 6 кеше , шул иҫәптән ике бала һәләк булғайны. 11 фатир янып көлгә әйләнгәйне.

30 мая 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливия менән Италия араһында ҡасаҡтарҙың бер-нисә корабле һәләкәткә тарыған. Уларҙа яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 700 кеше һәләк булған. Ошо сәбәпле мигранттар мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе ойошмалар ҙур борсолоу белдерә. Политологтар һәм сәйәсмәндәр Европаның ҡасаҡтарға бәйле  сәйәсәтенә тәнҡит...

30 мая 2016
Өфөлә еңел холоҡлолар өсөн иң хәүефле райондар асыҡланды | ГТРК Башкортостан

Өфөлә еңел холоҡлолар өсөн иң хәүефле райондар асыҡланды

Һүҙ ВИЧ-инфекция тураһында бара. Һуңғы ваҡытта уның енси юл менән таралыу осраҡтары артыуы күҙәтелә. СПИД һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү үҙәге мәғлүмәттәренән күренеүенсә, былтыр баш ҡалала – 846, быйыл 4 ай эсендә 344 яңы осраҡ теркәлгән. Сир айырыуса Орджоникидзе, Ленин, Калинин райондарында...

30 мая 2016
Смотреть видео Көндәр йылыныу менән халыҡ йылға-күл буйҙарына ашыға | ГТРК Башкортостан

Көндәр йылыныу менән халыҡ йылға-күл буйҙарына ашыға

Әммә һыуҙың йылынып етмәүе, ярҙа ҡотҡарыусыларҙың эшләмәүе йыш ҡына күңелһеҙ хәлдәргә килтерә. Ошо көндәрҙә генә һыуҙа 8 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пляж миҙгелен ваҡытынан алда асыусыларға һыу инеү кейемдәре һатып алыуҙан тыш хәүефеҙлек тураһында ла алдан хәстәрлек күреү зарур. Ҡайһы бер йылға ярҙары...

30 мая 2016
Смотреть видео Әбйәлил районында боҙ яуған. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, көслө ел сыҡҡан | ГТРК Башкортостан

Әбйәлил районында боҙ яуған. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, көслө ел сыҡҡан

Ул юл буйындағы тимер торбаларға беркетеп ҡуйылған реклама баннерҙарын алып ырғытҡан. һуңынан боҙбармаҡ яуа башлаған. Автомобилдәр хәрәкәтен туҡтатып ел тымғанын көтөп ултырырға мәжбүр булған. Йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Быға тиклем Өфө янында ла боҙбармаҡ яуып шәхси хужалыҡтарға ныҡ...

30 мая 2016
Яндекс.Метрика