Өфө илебеҙҙең мәҙәни үҙәгенә әйләнде

Ошо көндәрҙә башҡалабыҙҙа халыҡ –а ра кимәлдәге ике ҙур фестиваль үтә. Ҡала халҡы Рәсәй көнө менән бер рәттән  Евразия йөрәге халыҡ-ара сәнғәт фестиваленең тәүге тамашаһын һәм 15-се Берҙәмлек халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр  фестиваленең йомғаҡлау концертына тамаша ҡылды. Ҡырғыҙстан музыканттары үҙҙәренең милли ҡоралы –Ҡомуҙҙың нескә лә, ҡабатланмаҫ тауышын тылсымлы моң тип атай. Башҡа үтә шаулы төркөмдәрҙән айырмалы рәүештә, улар ҡырғыҙ халҡының төп милли ҡоралын тыныслыҡта, дала иркенлегендә тыңлау яҡшы, ти. Ҡырғыҙстандан килгән музыканттарҙы туғандаш республикала үҙҙәрен иркен тотоуҙары һөйөндөрһә Көнбайыш Африканан, Сенегал республикаһының « Африка арыҫландары » шоу-төркөмө үҙҙәренең үтә шаулы, дәртле булыуҙары менән тамашасыны ылыҡтырҙы. Улар Башҡортостан ғына түгел Рәсәйҙә тәүге тапҡыр.Африкалағы тик музыка менән генә шөғөлләнгән ҡәбиләнең был барабандарына ихтибар итмәй урап үтерлек түгел шул. Хәйриә концерттары үткәреү ҙә CIOFF -Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен уҙғарыу һәм традицион сәнғәт советы талаптарына ярашлы.  Берҙәмлек сиктәрендәге бындай сара быйыл тәүге тапҡыр. Өсөнсө  быуын вәкилдәре, балалар йорттары тәрбиәләнеүселәре, мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә хәйриә концертын ҙур ихласлыҡ менән ҡараны. Алыҫ һәм яҡын сит илдең сәнғәт оҫталарының күргәҙмәһе менән танышты.Быйыл 15-се тапҡыр үткән Берҙәмлек фестивален CIOFF  ағзалары ла баһаланы.  Тимәк, быйылғы фестивалдең кимәле киләһе донъяуи күләмдәге байрам — Фольклориадаға әҙерлегебеҙҙе сағылдыра.  Халыҡ-ара кимәлдәге сара Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында Гала-концерт менән тамамланды. Бында ижади коллективтар ҡала халҡы алдында сығыш яһаны. Фестиваль барышын ентекле күҙәткән CIOFF — Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен уҙғарыу һәм традицион сәнғәт советы ағзалары байрамдың юғары кимәлдә үтеүен һәм Башҡортостандың Фольклориаданы ҡаршылауға әҙер булыуын белдерҙе. Артабан Берҙәмлек фестивалендә ҡатнашыусы 10 илдән килгән вәкил Евразия йөрәге фестивале сиктәрендәге Милли кейемдәр парадына ҡушылды.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үлемгә килтергән юл киҫелеше | ГТРК «Башкортостан»

Үлемгә килтергән юл киҫелеше

Шаҡша ҡасабаһына киткән юлда һәр ваҡыт авариялар теркәлеү сәбәпле, урындағы сауҙа баҙары хеҙмәткәрҙәре 800 мең һумдан ашыу аҡса йыйып светофор ҡуйҙырта. Әммә баш ҡала хакимиәте светофор юл хәрәкәтенә ҡамасаулай, тип белдерә. Йәйәүлеләр өсөн үткәүелдән сыҡҡан саҡта Роза Хваткова саҡ машина аҫтында...

23 августа 2018
Смотреть видео Самолеттың турбинаһы янып китеү сәбәпле енәйәт эше ҡуҙғатылды | ГТРК «Башкортостан»

Самолеттың турбинаһы янып китеү сәбәпле енәйәт эше ҡуҙғатылды

Бөгөн “Ред Вингз” самолетына бәйле тағы ла бер ғәҙәттән тыш хәл теркәлде. Был юлы Өфөлә түгел, Симферопольда. Самолет шартлатҡыс һалыныу тураһындағы хәбәрҙән һуң Башҡортостанға бер сәғәткә һуңлап килеп етте.  Өфөлә  ТУ-204 самолетына бәйле кисәге ғәҙәттән тыш хәлде тикшерең дауам итә....

23 августа 2018
Смотреть видео Благовещенда яңы мәктәп асыла | ГТРК «Башкортостан»

Благовещенда яңы мәктәп асыла

Мәғариф учреждениеһы икенсе смена мәсьәләһен хәл итергә ярҙам итәсәк. Быға тиклем уҡыусылар алыҫ урынлашҡан мәктәптәргә йөрөп уҡырға мәжбүр булған. Хәҙер балаларға һәм ата-әсәләргә борсолорға урын юҡ. Белем усағы “Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 обьект” проекты сиктәрендә төҙөлгән. Сәфиуллиндар...

23 августа 2018
Смотреть видео Башҡортостан үҫеш юлында | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан үҫеш юлында

Башҡортостанда инвестициялар йәлеп итеүгә иғтибарҙы арттырырға кәрәк. Төҙөлөштә лә хәл итәһе мәсьәләр етәрлек булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостан Волга буйы федераль округында файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме буйынса тәүге урындарға сыҡты. Бюджетты тулыландырыуҙа ла уңыштар бар ошо хаҡта бөгөн...

23 августа 2018
Смотреть видео Өфө аэропортында ғәҙәттән тыш хәл | ГТРК «Башкортостан»

Өфө аэропортында ғәҙәттән тыш хәл

Бөгөн һул яҡ двигателенең янып китеүе сәбәпле “Ред Вингз” авиакомпанияһының Өфө-Сочи рейсы менән осоусы ТУ-204 самолеты Өфө аэропортына ултырырға мәжбүр булды.

22 августа 2018
Смотреть видео Цифраны  тоҡандыр  | ГТРК «Башкортостан»

Цифраны тоҡандыр

Башҡортостанда “цифраны  тоҡандыр ” акцияһы дауам итә. Ул халыҡҡа заманса сифатлы телевидение - мультиплекстың үҙенсәлектәрен аңлатып, “цифраны тоҡандырырға” ярҙам итеүгә арналған. Башҡортостанда йәшәүселәр хәҙер юғары сифатта бушлай 20 телеканал ҡарай ала. Цифралы сигнал күпкә яҡшыраҡ, уның...

22 августа 2018
Смотреть видео Һайлауҙан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел | ГТРК «Башкортостан»

Һайлауҙан бер кем дә ситтә ҡалырға тейеш түгел

Һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһында күҙҙәре насар күргән һәм бөтөнләй күрмәгән кешеләр өсөн кәрәкле белешмә әҙерләнде. Брайль шрифты менән баҫылған документты уҡып, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттарҙы һайлауға бәйле мәғлүмәттәр алырға мөмкин. Йыл һайын күреү һәләтенән мәхрүм кешеләр...

22 августа 2018
Смотреть видео Бөгөн илдә Дәүләт флагы көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн илдә Дәүләт флагы көнө билдәләнә

Был көндө 1991 йылда Мәскәүҙә беренсе тапҡыр өс төҫлө Рәсәй флагы күтәрелә. 1994 йылдан ил президенты указы менән был көн рәсми билдәләнә.Байраҡтағы аҡ төҫ – тыныслыҡ, таҙалыҡ, намыҫлыҡ һәм камиллыҡты, күк – тоғролоҡ һәм тотороҡлоҡто, ҡыҙыл төҫ – көс һәм ҡеүәтте, Ватан өсөн ҡойолған ҡанды сағылдыра...

22 августа 2018
Смотреть видео Башҡортостан киностудияһы Әмир Абдразаҡов исемен йөрөтәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан киностудияһы Әмир Абдразаҡов исемен йөрөтәсәк

Башҡортостандың күренекле мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың кино сәнғәтенә нигеҙ һалыусы Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов 1990-сы йылда киностудияның беренсе директоры һәм ойоштороусыһы була.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы Әмир Ғәбделмән улының «Ҡанаттарым минең» исемле фильмы тамамланмай ҡала. Фильм донъя...

21 августа 2018
Смотреть видео Бөгөн Салауат йәмиғ мәсетендә лә ғәйет намаҙы яңғыраны | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Салауат йәмиғ мәсетендә лә ғәйет намаҙы яңғыраны

Халыҡ иман йортона ағылды ла ағылды. Салауат йәмиғ мәсете, 1985 йылда төҙөлә башлай. Ул бик оҙаҡ төҙөлә. Тәүге намаҙ бында тик 2002 йылдың декабрендә уҡыла. Майҙаны буйынса мәсет Башҡортостанда Ләлә Тюльпандан һуң икенсе урынды биләй. Республиканың иң ҙур мәсеттәренең береһенә, төбәктең һәр...

21 августа 2018
Яндекс.Метрика