Башҡортостан халҡы сираттағы рекорд ҡуйҙы

Хафизә Амантаева үҙ ырыуының нескәлектәрен өйрәнеп, түңгәүерҙәргә хас костюмдарҙы тәү башлап тергеҙә башлай һәм йәштәштәренә лә был оҫталыҡты өйрәтә.Ә бына төнъяҡ-көнсығыш башҡорттарының милли кейемдәренә тамбурлап сигеү хас. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡалфаҡтары ла, алъяпҡыстары ла сәскәләр менән биҙәлгән.Һәр ырыуҙың милли кейеме бер-береһенән айырыла. Хәҙер күптәре уларҙың замансалаштырылған, әммә боронғо биҙәктәр һәм төҫтәр һаҡланып ҡалған. Замандаштарыбыҙ үҙҙәренең сағыу костюмдарын 4-се йыл рәттән ойошторолған Милли кейем парадында күрһәтте. Милли кейем парады быйыл халыҡ-ара статус алды. Башҡортостанда йәшәгән һәр милләт вәкилдәре һәм  Конго, Колумбия, Вьетнам, Ҡытай, Төркиә, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа ил халыҡтары костюмын кейгән студенттар тигеҙ сафтарҙа уҙҙы. Сарала бәләкәй балалар ҙа, өлкән апай-ағайҙар ҙа, йәштәр ҙә ҡатнашты. Парадтың иң йәш ҡатнашыусыһына бары тик йәш ярым, ә иң өлкәне быйыл 80 йәшен билдәләй. Быйыл парадта ҡатнашыусылар һаны йәнә артты. Теркәлгән коллективтар ғына 2 мең 700-ҙән ашыу, һуңынан парадҡа  милли кейемдәге өфөләр ҙә ҡушылды. Рәсәй Башҡортостан телерадиокомпанияһының милли тапшырыуҙар алып барыусылары ла быйыл саранан ситтә ҡалманы, улар парадта заманса тегелгән милли күлдәктәрҙә үтте. Башҡортостанда 100-ҙән ашыу милләт татыу йәшәй. Тап ошондай сара бөтә халыҡтарҙы дуҫлаштыра һәм берләштерә.  Милли кейем парады йылдан йыл киң билдәлелек яулай һәм халҡыбыҙҙың матур сағыу йолаһына әүерелде.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Медицинаның киң мөмкинлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Медицинаның киң мөмкинлектәре

 Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары робот ярҙамында беренсе тапҡыр бауырға операция яһаны. Пациенттың хәле яҡшы, операция уңышлы үткән. Операция өҫтәлендә утыҙ йәшлек ҡатын. Табиптар уның бауырында һыулы шеш тапҡан. Бауырға операцияны Башҡорт дәүләт медицина университеты...

3 сентября 2020
Смотреть видео Табиптар тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡ булырға саҡыра | ГТРК «Башкортостан»

Табиптар тәбиғәткә сыҡҡанда һаҡ булырға саҡыра

Республикала геморрагик биҙгәк менә ауырыусылар арта. Бөйөр синдромлы гемаррагик биҙгәк - тәбиғи сығанаҡлы йоғошло ауырыу. Уны башлыса йорт һәм ҡыр сысҡандары тарата. Сирҙең төп билдәләре: тән температураһының күтәрелеүе, баш һәм мускулдар ауыртыуы, дөйөм хәлһеҙлек. Ҡайһы берҙә танау тоноу,...

3 сентября 2020
Смотреть видео Республикала гектар көсө 27 центнерға етә  | ГТРК «Башкортостан»

Республикала гектар көсө 27 центнерға етә

Республикала 2 миллион 500 мең тоннанан ашыу ашлыҡ һуғып алынды. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар майҙандарының 63 проценты ғына йыйылған.  Гектарынан уртаса 27 центнер уңыш алына.  Ете районда 100 мең тоннанан ашыу иген һуғылған. Улар...

3 сентября 2020
Смотреть видео Ҡуштау закон менән һаҡланасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Ҡуштау закон менән һаҡланасаҡ

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында урынлашҡан Ҡуштауҙы республика әһәмиәтендәге «Ҡуштау» махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе тип иғлан итеү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Документта махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең сиктәре һәм махсус һаҡ режимы раҫлана. Ҡарарға...

3 сентября 2020
Смотреть видео Яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә.  | ГТРК «Башкортостан»

Яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә.

Беренсе сентябрь көнө Чесноковка ауылында “Спутник” белем биреү үҙәге үҙ ишектәрен асты. Тантаналы линейка 1-се, 9-сы һәм 11-се класс уҡыусылары өсөн генә үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров мәктәп менән танышты, үҙ теләктәрен еткерҙе. Быйыл мәғариф учреждениеһында үҙгәрештәр күпме? Уҡыу...

2 сентября 2020
Смотреть видео “Башҡортостан сода компанияһы” акцияларына арест һалынды | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан сода компанияһы” акцияларына арест һалынды

Рәсәй Генераль прокуратураһы талабы буйынса Башҡортостандың Арбитраж суды “Башҡортостан сода компанияһы” акцияларына арест һалды. “Реестр” акционерҙар йәмғиәтенә компания акционерҙары исемлегенә үҙгәрештәр индереү тыйылды, тиелә суд хәбәрендә.  Быға тиклем Республика етәксеһе Радий Хәбиров...

2 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 15 сентябрға тиклем көндәр йылы торсаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 15 сентябрға тиклем көндәр йылы торсаҡ

Гисметео порталы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда 15 сентябрға тиклем көндәр йылы торсаҡ. Һауа температураһы урыны менән 28 градусҡаса күтәрелер тип көтөлә. 11-12-се сентябрҙа ғына бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Күҙаллауҙар буйынса, сентябрҙең тәүге яртыһы Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге төбәктәрҙә...

1 сентября 2020
Смотреть видео Республика “Кино төнө” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды | ГТРК «Башкортостан»

Республика “Кино төнө” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Бының өсөн Өфөлә өс майҙансыҡ һайланған. Быйыл короновирус булыу сәбәпле, “Кино төнө” акцияһында бер нисә үҙгәрештәр ҙә булды. Әйткәндәй, бөгөндән Өфө кинотеатрҙары үҙ ишектәрен аса. Ағиҙел ярында ойошторолған “Кино төнө” акцияһы “Иван Царевич и Серый Волк” аннимация фильмынан башланып китте. Был...

1 сентября 2020
Смотреть видео Башланғыс класс уҡыусылары бушлай тәъмин ителәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башланғыс класс уҡыусылары бушлай тәъмин ителәсәк

Мейестә бешкән йылы аш менән башланғыс класс уҡыусылары бушлай тәъмин ителәсәк. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһынан беренселәрҙән булып ошо туҡланыу системаһына күсә. Мәктәп ашханалары тулы ҡеүәттә яңы уҡыу йылына әҙерләнә. Ә Өфө уҡыусыларын Балалар һәм диетик туҡланыу үҙәге йылы аш менән...

1 сентября 2020
Смотреть видео Берҙәм мәктәп формаһы  | ГТРК «Башкортостан»

Берҙәм мәктәп формаһы

Быйыл республиканың алты районында башланғыс кластар өсөн берҙәм мәктәп кейеме индерелде. Тегеү цехтарынан мәктәп формалары заказ биреүсе ата-әсәләргә оҙатылды.  Яңы проект әле республиканың Әбйәлил, Благовар, Федоровка, Ғафури һәм Яңауыл райондарында беренсе класстан алып бишенсе классҡа...

1 сентября 2020
Яндекс.Метрика