Башҡортостан халҡы сираттағы рекорд ҡуйҙы

Хафизә Амантаева үҙ ырыуының нескәлектәрен өйрәнеп, түңгәүерҙәргә хас костюмдарҙы тәү башлап тергеҙә башлай һәм йәштәштәренә лә был оҫталыҡты өйрәтә.Ә бына төнъяҡ-көнсығыш башҡорттарының милли кейемдәренә тамбурлап сигеү хас. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡалфаҡтары ла, алъяпҡыстары ла сәскәләр менән биҙәлгән.Һәр ырыуҙың милли кейеме бер-береһенән айырыла. Хәҙер күптәре уларҙың замансалаштырылған, әммә боронғо биҙәктәр һәм төҫтәр һаҡланып ҡалған. Замандаштарыбыҙ үҙҙәренең сағыу костюмдарын 4-се йыл рәттән ойошторолған Милли кейем парадында күрһәтте. Милли кейем парады быйыл халыҡ-ара статус алды. Башҡортостанда йәшәгән һәр милләт вәкилдәре һәм  Конго, Колумбия, Вьетнам, Ҡытай, Төркиә, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа ил халыҡтары костюмын кейгән студенттар тигеҙ сафтарҙа уҙҙы. Сарала бәләкәй балалар ҙа, өлкән апай-ағайҙар ҙа, йәштәр ҙә ҡатнашты. Парадтың иң йәш ҡатнашыусыһына бары тик йәш ярым, ә иң өлкәне быйыл 80 йәшен билдәләй. Быйыл парадта ҡатнашыусылар һаны йәнә артты. Теркәлгән коллективтар ғына 2 мең 700-ҙән ашыу, һуңынан парадҡа  милли кейемдәге өфөләр ҙә ҡушылды. Рәсәй Башҡортостан телерадиокомпанияһының милли тапшырыуҙар алып барыусылары ла быйыл саранан ситтә ҡалманы, улар парадта заманса тегелгән милли күлдәктәрҙә үтте. Башҡортостанда 100-ҙән ашыу милләт татыу йәшәй. Тап ошондай сара бөтә халыҡтарҙы дуҫлаштыра һәм берләштерә.  Милли кейем парады йылдан йыл киң билдәлелек яулай һәм халҡыбыҙҙың матур сағыу йолаһына әүерелде.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә “Саптар” фильмының премьераһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Саптар” фильмының премьераһы үтте

Ҡыҫҡа метражлы картина Бөйөк Ватан һуғышына арналған. Режиссеры Роман Пожидаев олатаһы, башҡорт яҙыусыһы, шағир Хәниф Кәримдең хәтирәләренә таянып, был фильмды төшөргән. “Саптар” фильмының тәүге кадрҙарында фашистар һыбайлыны һәм уның атын атып үлтерә. Ә артабан совет разведчиктарының яҙмышы...

10 ноября 2020
Смотреть видео Ҡасан тест бирергә? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡасан тест бирергә?

Мәғлүм булыуынса, КОВИД  билдәләре менән Рәсәйгә килгәндәр, ауырыу йоҡторған кешеләр менән аралашҡандар, дауахананан тыш пневмония, грипп һәм ОРВИ диагнозы ҡуйылған сирлеләр мотлаҡ коронавирусҡа анализ бирергә тейеш.  Шулай уҡ балалар йорттарында, иректән мәхрүм итеү урындарында, ҡарттар...

10 ноября 2020
Смотреть видео Ҡош киҙеүе яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Ҡош киҙеүе яҡынлаша

Башҡортостанда көн һайын коронавирус менән ауырыуҙың  йөҙҙән ашыу осрағы теркәлә. Һуңғы тәүлектә 106 кешенең КОВИД-19 йоҡтороуы тураһында мәғлүм булды. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, әле  262 кеше стационарҙа дауалана, уларҙың 13-е ауыр хәлдә. 4 кеше үпкәне яһалма...

10 ноября 2020
Смотреть видео Ковидҡа бәйле үҙгәрештәр | ГТРК «Башкортостан»

Ковидҡа бәйле үҙгәрештәр

Республика Башлығының яңы коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тураһындағы указына үҙгәрештәр индерелде. Бынан ары йоғошло сир билдәләре менән Рәсәйгә килгәндәр, ауырыу йоҡторған кешеләр менән аралашҡандар, дауахананан тыш пневмония, грипп һәм ОРВИ диагнозы ҡуйылған сирлеләр...

5 ноября 2020
Смотреть видео Башҡорт ихаталары гөрләйме? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт ихаталары гөрләйме?

Республика һәм муниципалитет ҡаҙнаһынан ихаталарҙы төҙөкләндереү өсөн 1,5 млрд һум аҡса бүленгәйне. Тендр отҡан подрядсы ойошмалар 380 ихатаны яңы асфальт, уйын һәм спорт майҙансыҡтары һәм башҡа уңайлыҡтар менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә йөкләне. Октябрь аҙағына бар эштәр ҙә тапшырылырға тейеш ине,...

5 ноября 2020
Смотреть видео Һалҡын ҡыш килә | ГТРК «Башкортостан»

Һалҡын ҡыш килә

Быйыл Рәсәйҙә ҡыш былтырғыға ҡарағанда һалҡыныраҡ булыр, тип күҙаллай синоптиктар. Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд фекеренсә, уҙған йылдағы ҡышты, башлыса, Атлантик океан өҫтөндә барлыҡҡа килгән йылы һауа массалары билдәләне. Улар Рәсәйҙең Европа өлөшөнә генә түгел, Уралға ла, Себергә...

5 ноября 2020
Смотреть видео Ауыл хужалығы уңғандары тәбрикләнде  | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл хужалығы уңғандары тәбрикләнде

Республикала ауыл хужалығы эшсәндәренең һөнәри байрамына арналған саралар үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөлә бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградарын тапшырҙы.  Республикала ауыл хужалығын үҫтереүгә етди иғтибар бирелә.  Етештереү күләмдәрен арттырыу, баҫыу майҙандарын...

5 ноября 2020
Смотреть видео Боинг самолетын 25 метр тартып барырға | ГТРК «Башкортостан»

Боинг самолетын 25 метр тартып барырға

Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Өфө аэропортында стронгмен Эльбрус Ниғмәтуллин Рәсәй рекордын ҡуйырға ниәтләй. Спортсы сентябрҙә үк ныҡлап әҙерләнә башлай. Самолетты тартыу өсөн бөтә мускулдарҙың да эшләүе мөһим, ти ул. Күнекмәләр көн дә спорт залында, урамда һәм аэропортта бара. Йөк автомобилдәрен,...

5 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда алдағы өс көндә йылы булыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда алдағы өс көндә йылы булыуы көтөлә

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн аяҙ көн көтөлә. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән. Төндә 5 градусҡа тиклем һыуытһа, көндөҙ 5-10 градусҡаса йылыта. Иртәгә халыҡтар берҙәмлеге көнөндә яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән. Көндөҙ 10 градусҡа тиклем йылыта.  

3 ноября 2020
Смотреть видео «Башҡортостан 24» - мотлаҡ һәм муниципаль | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡортостан 24» - мотлаҡ һәм муниципаль

«Башкортостан 24» - Өфө ҡалаһында мотлаҡ дөйөм ҡулланышлы  мотлаҡ муниципальт телеканал. Хәҙер уны башҡала халҡы кабелле телевидение операторҙары селтәрҙәрендә 22-се төймәлә ҡарай ала. “Башҡортостан-24” — ул интернет, телевидение һәм радио мөмкинлектәрен берләштереп, халыҡҡа заманса, сифатлы...

3 ноября 2020
Яндекс.Метрика