Башҡортостан халҡы сираттағы рекорд ҡуйҙы

Хафизә Амантаева үҙ ырыуының нескәлектәрен өйрәнеп, түңгәүерҙәргә хас костюмдарҙы тәү башлап тергеҙә башлай һәм йәштәштәренә лә был оҫталыҡты өйрәтә.Ә бына төнъяҡ-көнсығыш башҡорттарының милли кейемдәренә тамбурлап сигеү хас. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының ҡалфаҡтары ла, алъяпҡыстары ла сәскәләр менән биҙәлгән.Һәр ырыуҙың милли кейеме бер-береһенән айырыла. Хәҙер күптәре уларҙың замансалаштырылған, әммә боронғо биҙәктәр һәм төҫтәр һаҡланып ҡалған. Замандаштарыбыҙ үҙҙәренең сағыу костюмдарын 4-се йыл рәттән ойошторолған Милли кейем парадында күрһәтте. Милли кейем парады быйыл халыҡ-ара статус алды. Башҡортостанда йәшәгән һәр милләт вәкилдәре һәм  Конго, Колумбия, Вьетнам, Ҡытай, Төркиә, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа ил халыҡтары костюмын кейгән студенттар тигеҙ сафтарҙа уҙҙы. Сарала бәләкәй балалар ҙа, өлкән апай-ағайҙар ҙа, йәштәр ҙә ҡатнашты. Парадтың иң йәш ҡатнашыусыһына бары тик йәш ярым, ә иң өлкәне быйыл 80 йәшен билдәләй. Быйыл парадта ҡатнашыусылар һаны йәнә артты. Теркәлгән коллективтар ғына 2 мең 700-ҙән ашыу, һуңынан парадҡа  милли кейемдәге өфөләр ҙә ҡушылды. Рәсәй Башҡортостан телерадиокомпанияһының милли тапшырыуҙар алып барыусылары ла быйыл саранан ситтә ҡалманы, улар парадта заманса тегелгән милли күлдәктәрҙә үтте. Башҡортостанда 100-ҙән ашыу милләт татыу йәшәй. Тап ошондай сара бөтә халыҡтарҙы дуҫлаштыра һәм берләштерә.  Милли кейем парады йылдан йыл киң билдәлелек яулай һәм халҡыбыҙҙың матур сағыу йолаһына әүерелде.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл эшсәндәре һөнәри байрамын билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл эшсәндәре һөнәри байрамын билдәләй

Бөгөн республикала ауыл хужалығы эшсәндәренең һөнәри байрамына арналған саралар үтә. Республика башлығы Радий Хәбиров Өфөлә бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградарын тапшырасаҡ.  Республикала ауыл хужалығын үҫтереүгә етди иғтибар бирелә.  Етештереү күләмдәрен арттырыу, баҫыу...

3 ноября 2020
Смотреть видео Өлкәндәргә волонтерҙар ярҙамға килә | ГТРК «Башкортостан»

Өлкәндәргә волонтерҙар ярҙамға килә

Башҡортостанда әле битлек режимы һаҡлана. Уны боҙған өсөн граждандарға 1 мең һумдан 30 мең һумға, шәхси эшҡыуарҙарға 30 меңдән 50 мең һумға, юридик шәхестәргә 100 мең һумдан 300 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Короновирус инфекцияһы өлкән йәштәгеләр өсөн айырыуса ҡурҡыныс. Шунлыҡтан республика...

3 ноября 2020
Смотреть видео Ышаныс телефоны-табиптар өсөн | ГТРК «Башкортостан»

Ышаныс телефоны-табиптар өсөн

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина хеҙмәткәрҙәренә психологик ярҙам күрһәтеү өсөн ҡыҙыу элемтә асты. Республика клиник психотерапия дауаханаһында психологик ярҙам күрһәтеү буйынса Берҙәм ышаныс телефоны эшләй башланы. Башинформ агентлығы хәбәр итеүенсә, психологтар һәм психотерапевтар медицина...

3 ноября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда битлек режимы көсәйтелә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда битлек режимы көсәйтелә

Битлек режимын көсәйтеү, дистанцион уҡыу, хеҙмәткәрҙәрҙе өйҙән эшләүгә күсереү һәм күләмле сараларҙы кисктереү. Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә пандемия сәбәпле күрелгән саралар тураһында хәбәр ителде. Көн ҡаҙағында – коронавирусҡа бәйле хәл-торош. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы,...

3 ноября 2020
Смотреть видео Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ҡалаһында заманса парк буласаҡ

 Затон биҫтәһененең Тулҡын паркында реконструкция эштәре ҡайнай.  Өс этапта башҡарылған эш аҙағына ла яҡынлаша. Әлеге ваҡытта  бөтә көстәр амфитеатр һәм яһалма күл төҙөүгә йүнәлтелгән.  Парктың төп  объекттарын  ноябрь аҙағына  тиклем файҙаланыуға тапшырыу...

29 октября 2020
Смотреть видео Ҡояш энергияһын ҡулланып | ГТРК «Башкортостан»

Ҡояш энергияһын ҡулланып

Стәрлебаш районында төбәктәге иң ҙур ҡояш электр станцияһы файҙаланыуға тапшырылды. Уның тулы ҡеүәте 25 мегаватт. Яңы станция республиканың бер нисә районын электр энергияһы менән тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Был рәсми ҡабыҙыу, план тәртибендә станция октябрь башынан уҡ эшләй. Электр энергияһы...

29 октября 2020
Смотреть видео Эшһеҙҙәр арта | ГТРК «Башкортостан»

Эшһеҙҙәр арта

Башҡортостанда рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һаны ете тапҡырға артып, 129 меңгә еткән. Был турала республиканың статистика хеҙмәтенән хәбәр итәләр.  Сентябрь аҙағына республиканың халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә бөтәһе 135  меңдән ашыу кеше иҫәптә торған. Быйыл сентябрҙа ғына...

29 октября 2020
Смотреть видео Электричкалар дезинфекцияланды | ГТРК «Башкортостан»

Электричкалар дезинфекцияланды

Коронавирус менән көрәш сиктәрендә Өфөлә ҡала яны поездарында  һәм электричкаларҙа дезинфекция үткәреү йышая. Рельслы йәмәғәт транспорты вирус һәм бактерияларҙы юҡ итеүсе махсус шыйыҡсалар менән һәр маршруттан һуң эшкәртелә. Коронавирус һәм башҡа бактерияларҙы юҡ итерҙәй махсус шыйыҡсаны...

29 октября 2020
Смотреть видео Өфө халыҡ-ара аэропортынан  сит илдәргә осорға рөхсәт ителде | ГТРК «Башкортостан»

Өфө халыҡ-ара аэропортынан сит илдәргә осорға рөхсәт ителде

Росавиация хәбәр итеүенсә, Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, Өфөнән халыҡ-ара авиабәйләнеш тергеҙелде. Быға тиклем тик Мәскәү, Санкт-Петербург, Дондағы Ростов, Ҡазан, Калининградтан һәм тағы ла бер-нисә ҡаланан ғына сит илдәргә осорға мөмкин ине.

29 октября 2020
Смотреть видео Битлек режимы нисек һаҡлана? | ГТРК «Башкортостан»

Битлек режимы нисек һаҡлана?

Республика дәүләт учреждениеларында һәм ойошмаларҙа короновирусҡа ҡаршы көрәш нисек ойошторола? Тап ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү предприятияларҙы карантинға ябыуҙан һәм иҡтисади зыяндан һаҡлай. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса дәүләт учреждениелары һәм ойошмаларына Республика башлығы хакимиәтенең тикшереү...

29 октября 2020
Яндекс.Метрика