Сармат вариҫтары

15 июндә Ишембай районында Торатау итәгендә «Сармат вариҫтары» этно-фольклор фестивале уҙғарыла. Республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Сармат вариҫтары» — сармат халҡының боронғо һәм серле мәҙәниәте менән таныштырған фестиваль. Байрамға тотош республиканан һәм күрше төбәктәрҙән 5 меңгә яҡын кешенең килеүе көтөлә. Фестиваль ҡунаҡтары милли уйындарҙа, уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, Эльбрус Ниғмәтуллиндың шоуын, һыбай йөрөү оҫталығыг, атта сабып барған килеш уҡтан атыу буйынса турнирҙарҙы ҡарай ала.

 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тырышҡан табыр... | ГТРК «Башкортостан»

Тырышҡан табыр...

Башҡортостанда беренсе тапҡыр алданған өлөшсөләр граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау федераль фондына мөрәжәғәт итеп, аҡса бүлдереүгә ирешә алды. Күп балалы әсә Галина Бухарова 2010-сы йылда йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн ҡала уртаһынан фатир һатып алырға ҡарар итә. Был ваҡытта төҙөлөш әүҙем бара ине әле...

8 июля 2020
Смотреть видео “Жилстройсбережение” программаһы оҙайтыла | ГТРК «Башкортостан»

“Жилстройсбережение” программаһы оҙайтыла

Башҡортостан хөкүмәтендә “Жилстройсбережение” программаһы мөмкинлектәрен киңәйтергә һәм 3 йылға тиклем оҙайтырға уйлайҙар. Документ хөкүмәттең президиум ултырышында тикшерелде. Проект 2014 йылдан алып тормошҡа ашырыла. Ошо арауыҡта 2 меңдән ашыу кеше беренсе иғәнә туплап, хөкүмәттән өҫтәмә субсидия...

8 июля 2020
Смотреть видео Һыуға батып үлеүселәр араһында балалар булыуы борсоуға һала | ГТРК «Башкортостан»

Һыуға батып үлеүселәр араһында балалар булыуы борсоуға һала

Республика Хөкүмәтендә ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышында билдәләнеүенсә, уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда һәләк булыусылар 26 процентҡа күберәк. Йылға-күлдәрҙә үлем осраҡтарын кәметеү маҡсатында төбәктә өҫтәмә саралар күреләсәк.

8 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда 20 кеше батып үлгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 20 кеше батып үлгән

Бындай эҫе көндәрҙә күптәр йылға буйҙарына ашыға. Әммә унда ла бәлә көтөп кенә торғанын оноторға ярамай.  Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле башланғандан алып 20-гә яҡын кеше батып үлгән.  Бәхетһеҙ осраҡтарҙың күбеһе һыу инеү рөхсәт ителмәгән урындарҙа теркәлгән. Ял итеүселәр именлек...

8 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда янғындар сығыу ихтималлығы арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда янғындар сығыу ихтималлығы арта

Рәсәйҙең гидрометүҙәге белгестәре илдең бер-нисә төбәгендә, шул иҫәптән Башҡортостанда янғындар сығыу ихтималлығы тураһында иҫкәртә. Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле айырым райондарҙа ут сығыу хәүефе бермә-бер арта. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, киләһе көндәрҙә Республикала һауа температураһы...

8 июля 2020
Смотреть видео Геройҙар беҙҙең арала | ГТРК «Башкортостан»

Геройҙар беҙҙең арала

Башҡортостан буйынса янғынға ҡаршы федераль хеҙмәт  әлеге ваҡытта көсәйтелгән режимда эшләй. Утты үҙенә буйһондороусылар кеше ғүмерен ҡотҡара, йорттарҙы һәм мөлкәтте янғындан һаҡлай.  Әммә бының өсөн улар көн дә үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя. Беҙҙең ижади төркөм  янғын ваҡытында күп...

7 июля 2020
Смотреть видео Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал

 Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле айырым райондарҙа ут сығыу хәүефе арта. Ҡотҡарыусылар тағы ла бер тапҡыр республика халҡын урмандарҙа, баҡсаларҙа уяу булырға саҡыра. Сүп-сар яғыу ҡәтғи тыйыла. Киләһе көндәрҙә республика биләмәһендә һауа торошо 30-32 градус эҫе буласаҡ, тип хәбәр итәләр...

7 июля 2020
Смотреть видео БДИ-ның быйылғы үҙенсәлеге | ГТРК «Башкортостан»

БДИ-ның быйылғы үҙенсәлеге

Бөгөн республикала сығарылыш класс уҡыусылары рус теленән берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра. Ул ике көн дауамында барасаҡ. Уҡыусылар 3 июлдә, рус әҙәбиәтенән, географиянан һәм информатиканан һынау тотто.Пандемия быйыл имтихандарға ла ҙур үҙгәрештәр индерҙе. Беренсенән- ул һуңлабыраҡ башланды,...

7 июля 2020
Смотреть видео Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит

Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы башланды. Уның барышында күп балалы, аҙ-тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, йәки инвалид, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйыла.Акция  август аҙағына тиклем дауам итә. Әйберҙәр социаль приюттарҙа,...

7 июля 2020
Смотреть видео Ҡарасәй-Черкес республикаһынан Башҡортостан табиптары ҡайтты | ГТРК «Башкортостан»

Ҡарасәй-Черкес республикаһынан Башҡортостан табиптары ҡайтты

Ҡарасәй-Черкес республикаһында короновирус менән сирлеләрҙе дауалау өсөн ебәрелгән Башҡортостан табиптары тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтты. Дүрт табип дәүләт наградаһына лайыҡ булды. Сит республикала пациенттарҙы дауалау алымдары нисек барған? Ҡарасай-Черкес республикаһында короновирус менән...

7 июля 2020
Яндекс.Метрика