Юлдарҙа соҡорҙар ҡасан бөтөр?

Был аҙна аҙағына балалар баҡсаһына сиратҡа торғандар интернет аша бөтә мәғлүмәтте күҙәтеп бара аласаҡ. Республикалағы юлдар торошо, ремонт, асфальт һалыу һәм башҡалар хаҡында ла мобиль ҡушымтала белергә мөмкин. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һүҙ барҙы. “Юлдарҙы йүнәтеп тә ҡараманылар…” Республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһенә килгән комментарийҙарҙы юл хужалығы өсөн яуаплы чиновниктарға төбәне. Соҡорҙарҙы ямау 80 процентҡа үтәлде тигән хәбәргә кешеләр тәнҡит менән ябырылды, тимәк “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы уңышлы эшләп китте тигән хисаптарығыҙ буш һүҙ, тине Радий Хәбиров һәм мөрәжәғәттәҙең барыһын да ентекле тикшереп еренә еткереү бурысын ҡуйҙы.Киләсәктә мобиль ҡушымта ярҙамында республиканың теләһә ниндәй өлөшөндәге юл тураһында тулы мәғлүмәт тә алырға мөмкинлек булырға тейеш. Мәҫәлән теге йә был ауыл араһында ҡасан асфальт буласаҡ, капиталь ремонт ҡасанға планлаштырылған, йә эштәр ҡайһы ваҡытҡа тамамланырға тейеш һәм башҡалар. Балалар баҡсаһына сират та асыҡ буласаҡ. Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин ошо аҙна аҙағына ата-әсәләр баланың ҡабул ителеүе — ниндәй баҡсаға һәм төркөмгә йөрөүе тураһында тулы мәғлүмәт менән таныша аласағын әйтте. Электрон сираттың сайты edu-rb.ru. Бөгөн Башҡортостанда 3 йәшкәсә 2 678 сабый балалар баҡсаһына юлламаға сиратта тора. Властар 2021 йылға балалар баҡсаларында урындар мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә вәғәҙәләй. Ә әлегә төркөмдә 25-тән күберәк балалар шөғөлләнгән осраҡта тәрбиәселәргә өҫтәмә аҡса түләргә нәитләйҙәр. Был башланғыс киләһе йылдан ғәмәлгә инергә тейеш. Башҡортостанда хеҙмәт миграцияһының сәбәптәрен дә ентекләп өйрәнергә кәрәк. Йәштәрҙе ҡайтарыр өсөн иҡтисадты йәнләндереү зарур, тине оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров. Ул Мәскәү аэропортында осратҡан яҡташтары менән аралашҡандан һуң үҙ фекерен әйтте. Улар яҡшы эш хаҡы алалар әлбиттә, беҙ әлегә ундайҙы тәҡдим итә алмайбыҙ, йәштәрҙе ҡайтарыр өсөн иҡтисадты йәнләндерергә кәрәк, тине республика етәксеһе. Башҡортостан властары ҡала, ҡасаба урамдарын тулыһынса яҡтыртыу маҡсатын ҡуйғайны. Бының өсөн 140 мең лампа урынлаштырырға, 43 мең бағана ултыртырға, 5 мең километр сым һуҙырға кәрәк. Быйылға 23 мең лампа ҡуйыу планлаштырылған. Әлегә 22 проценты үтәлгән. 1 сентябргә тиклем мәктәп, балалар баҡсалары янын яҡтыртыуҙы тулыһынса атҡарып сығыу бурысы ҡуйылды.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Бөгөн Башҡортостанда “Милли кейемдэр көнө” | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Башҡортостанда “Милли кейемдэр көнө”

Бер-нисә йыллыҡ тарихы булған байрамдың хәҙер шарттары ла үҙгәрә. Пандемия сәбәпле, милли костюм көнө онлайн режимда уҙасаҡ. 26 пунктҡа бүленгән сарала, мәҫәлән, уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән “башҡорт кейеме” онлайн дәресе ойошторла.  Төрлө халыҡтар костюмдарын кейеп төшкән фотоһүрәттәрҙе...

17 апреля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан Башҡортостанда 29 меңгә яҡын кеше өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы алдынан Башҡортостанда 29 меңгә яҡын кеше өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ

Был турала республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдерәләр. Өҫтәмә түләүҙәр Бөйк Ватан һуғышы ветерандары, тел хеҙмәткәрҙәренә, Һуғышта ҡатнашып һәләк, инвалид булғандарҙың ғаилә ағзаларына тәғәйенләнә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Башҡортостан үҙ ҡаҙнаһынаН...

17 апреля 2020
Смотреть видео Ә Башҡортостанда, коронавирусҡа бәйле бөтә тикшереүҙәр хәҙер урында үткәрелә | ГТРК «Башкортостан»

Ә Башҡортостанда, коронавирусҡа бәйле бөтә тикшереүҙәр хәҙер урында үткәрелә

Махсус лаборатория Стәрлетамаҡта эш башланы. Аҙна аҙағында иһә, ошондай уҡ үҙәк Белоретта асыла. Бөгөнгә төбәктә 25 мең самаһы анализ алынған. Сирлеләр - Өфөлә, Бәләбәй, Бөрө һәм Нефтекамала, Стәрлетамаҡтағы клиникаларҙа махсус дауаланыу курсында. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин иһә...

17 апреля 2020
Смотреть видео Башҡоростанда бөҙрәханалар менән оптика салондары ҡайтанан эш башлай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡоростанда бөҙрәханалар менән оптика салондары ҡайтанан эш башлай

Ошо туралағы Указға республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Коронаврус мәлендә яңынан асылған был салондарға айырым талаптар. Мәҫәлән, салондар клиенттарын алдан яҙылыу буйынса ғына ҡабул итергә бурыслы. Шул уҡ ваҡытта, залда оҫталар һәм клиенттар һанын алты кешенән артырырға ярамай. ...

17 апреля 2020
Смотреть видео Эшләп йөрөүсе геройҙар | ГТРК «Башкортостан»

Эшләп йөрөүсе геройҙар

Ең һыҙғанып эшләйҙәр. Республика халҡының күпселеге өйҙәрендә булған ваҡытта ҡайһы бер һөнәр әһелдәре ғәҙәти эш графигында йәшәй. Пандемия осоронда һаулыҡтарын хәүеф аҫтына ҡуйыусылар араһында ҡатын - ҡыҙҙар ҙа бар. Үҙҙәрен бер ҙә герой тип һанамайҙар, шулай ҙа тап улар киләһе репортаж геройҙары...

16 апреля 2020
Смотреть видео 3-7 йәштәге балалар өсөн айлыҡ пособиеға кемдәр дәғеүә итә? | ГТРК «Башкортостан»

3-7 йәштәге балалар өсөн айлыҡ пособиеға кемдәр дәғеүә итә?

Өс йәштән алып ете йәшкә тиклемге балалар өсөн пособиены алыу өсөн Башҡортостанда 1 июндән ғаризалар ҡабул ителә башлай. Был дәүләт ярҙамына төбәктән 60 меңдән ашыу бәләкәс дәғеүә итә. Дүрт йәшлек Варвара ла хәҙер каникулда. Балалар баҡсаһы эшләмәгән арала ул көндәрен һеңлеһе һәм әсәһе менән...

16 апреля 2020
Смотреть видео Штраф кем өсөн? | ГТРК «Башкортостан»

Штраф кем өсөн?

Төбәктә йөк машиналары  урамдарҙы бысратҡан өсөн штраф һалынасаҡ.  Башҡортостан кодексына индереләсәк үҙгәрештәрҙе тикшергәндә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай  депутаттары  ошо мәсьәләгә лә туҡталасаҡ. Штраф кимәле граждандар өсөн 500-ҙән алып мең һумға тиклем  буласаҡ. Ә...

16 апреля 2020
Смотреть видео Тимур Мөхәмәтйәнов яңы вазифала | ГТРК «Башкортостан»

Тимур Мөхәмәтйәнов яңы вазифала

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ярҙамсыһы итеп Республика Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының элекке етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов тәғәйенләнде.  «Уның бурысы – транспорт һәм юл инфраструктураһын, төҙөлөштө, төҙөкләндереүҙе, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүгә...

16 апреля 2020
Смотреть видео Айыуҙар ҡышҡы йоҡонан уянған | ГТРК «Башкортостан»

Айыуҙар ҡышҡы йоҡонан уянған

Ә бына йәнлектәр, киреһенсә, иркенләп  урман-ҡырҙарҙа сәйәхәт итә. Башҡортостан милли паркында урынлаштырылған видеокамералар биш айыуҙы төшөрөп алған. Әммә улар бер-береһе менән осрашмай ғына, һәр ҡайһыһы айырым йөрөгән. Парк хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, әле тәбиғәттә  тайыштабандарҙы йыш...

15 апреля 2020
Смотреть видео Тәбиғәткә сыҡҡан өсөн – штраф | ГТРК «Башкортостан»

Тәбиғәткә сыҡҡан өсөн – штраф

 Республикала үҙаллы изоляция ваҡытында урман-ҡырҙарға сығырға, шулай уҡ, балыҡҡа ла барырға ярамай. Был турала төбәктең экология министрлығы иҫкәртә. Режимдың үтәлешен инспекторҙар күҙәтәсәк. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы административ тәртип боҙоусыларға протоколдар төҙөү...

15 апреля 2020
Яндекс.Метрика