Юлдарҙа соҡорҙар ҡасан бөтөр?

Был аҙна аҙағына балалар баҡсаһына сиратҡа торғандар интернет аша бөтә мәғлүмәтте күҙәтеп бара аласаҡ. Республикалағы юлдар торошо, ремонт, асфальт һалыу һәм башҡалар хаҡында ла мобиль ҡушымтала белергә мөмкин. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һүҙ барҙы. “Юлдарҙы йүнәтеп тә ҡараманылар…” Республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһенә килгән комментарийҙарҙы юл хужалығы өсөн яуаплы чиновниктарға төбәне. Соҡорҙарҙы ямау 80 процентҡа үтәлде тигән хәбәргә кешеләр тәнҡит менән ябырылды, тимәк “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы уңышлы эшләп китте тигән хисаптарығыҙ буш һүҙ, тине Радий Хәбиров һәм мөрәжәғәттәҙең барыһын да ентекле тикшереп еренә еткереү бурысын ҡуйҙы.Киләсәктә мобиль ҡушымта ярҙамында республиканың теләһә ниндәй өлөшөндәге юл тураһында тулы мәғлүмәт тә алырға мөмкинлек булырға тейеш. Мәҫәлән теге йә был ауыл араһында ҡасан асфальт буласаҡ, капиталь ремонт ҡасанға планлаштырылған, йә эштәр ҡайһы ваҡытҡа тамамланырға тейеш һәм башҡалар. Балалар баҡсаһына сират та асыҡ буласаҡ. Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин ошо аҙна аҙағына ата-әсәләр баланың ҡабул ителеүе — ниндәй баҡсаға һәм төркөмгә йөрөүе тураһында тулы мәғлүмәт менән таныша аласағын әйтте. Электрон сираттың сайты edu-rb.ru. Бөгөн Башҡортостанда 3 йәшкәсә 2 678 сабый балалар баҡсаһына юлламаға сиратта тора. Властар 2021 йылға балалар баҡсаларында урындар мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә вәғәҙәләй. Ә әлегә төркөмдә 25-тән күберәк балалар шөғөлләнгән осраҡта тәрбиәселәргә өҫтәмә аҡса түләргә нәитләйҙәр. Был башланғыс киләһе йылдан ғәмәлгә инергә тейеш. Башҡортостанда хеҙмәт миграцияһының сәбәптәрен дә ентекләп өйрәнергә кәрәк. Йәштәрҙе ҡайтарыр өсөн иҡтисадты йәнләндереү зарур, тине оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров. Ул Мәскәү аэропортында осратҡан яҡташтары менән аралашҡандан һуң үҙ фекерен әйтте. Улар яҡшы эш хаҡы алалар әлбиттә, беҙ әлегә ундайҙы тәҡдим итә алмайбыҙ, йәштәрҙе ҡайтарыр өсөн иҡтисадты йәнләндерергә кәрәк, тине республика етәксеһе. Башҡортостан властары ҡала, ҡасаба урамдарын тулыһынса яҡтыртыу маҡсатын ҡуйғайны. Бының өсөн 140 мең лампа урынлаштырырға, 43 мең бағана ултыртырға, 5 мең километр сым һуҙырға кәрәк. Быйылға 23 мең лампа ҡуйыу планлаштырылған. Әлегә 22 проценты үтәлгән. 1 сентябргә тиклем мәктәп, балалар баҡсалары янын яҡтыртыуҙы тулыһынса атҡарып сығыу бурысы ҡуйылды.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостандың 26 районы яҙғы баҫыу эштәренә тотондо | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың 26 районы яҙғы баҫыу эштәренә тотондо

За кадром. Был тармаҡҡа федераль һәм төбәк бюджеттан 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк. Ужым ашлыҡтары былтырғыға ҡарағанда яҡшы һаҡланған. Төп һорауҙарҙың береһе – кадрҙар мәсьәләһе. Мең ярымдан ашыу эшсе ҡулдар кәрәк, тиелде дүшәмбе хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә.

15 апреля 2020
Смотреть видео Өфө эшҡыуарҙары табиптарға ярҙамға килә | ГТРК «Башкортостан»

Өфө эшҡыуарҙары табиптарға ярҙамға килә

 Улар карантинға ябыҡ дауаханаларҙағы медицина хеҙмәткәрҙәренә аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алып килә. Ә башҡа йүнселдәр күп тапҡыр ҡулланыла торған битлектәр тегеп ирекмәндәргә тарата. Өфөнөң Дим районындағы өсөнсө ҡала клиник дауаханаһы хәҙер инфекцион госпиталь талаптарына ярашлы...

15 апреля 2020
Смотреть видео Республиканың өҫтәмә белем биреү учреждениелары һәм коррекцион мәктәптәр ҙә дистанцион форматта эшләй | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың өҫтәмә белем биреү учреждениелары һәм коррекцион мәктәптәр ҙә дистанцион форматта эшләй

Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға интернет аша дәрес тыңлауҙары ауыр түгел. Тик классташтары менән йәнле аралашыу ғына етмәй, ти ата- әсәләр. Инвалид балаларға дистанцион белем биреү республика үҙәге 2017 йылдан эшләп килә. Уның тәжрибәһенә таянып, Башҡортостандың барлыҡ 36 коррекцион мәктәптәре лә...

15 апреля 2020
Смотреть видео Республикала коронавирус менән ауырыусылар һаны арта | ГТРК «Башкортостан»

Республикала коронавирус менән ауырыусылар һаны арта

Үткән тәүлектә был исемлекте тағы ла 22 кеше тулыландырҙы. Хәҙер Башҡортостанда бөтәһе 129 осраҡ теркәлгән. Һауығыусылар – 9, һәләк булыусылар – 3. Эпидемия менән көрәш сараларына республика 5 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтәсәк. Был турала хөкүмәт йортонда үткән кәңәшмәлә Андрей Назаров белдерҙе...

15 апреля 2020
Смотреть видео "Сестрёнка"фильмын йәнә бөтә Рәсәй күрәсәк | ГТРК «Башкортостан»

"Сестрёнка"фильмын йәнә бөтә Рәсәй күрәсәк

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" әҫәре буйынса төшөрөлгән нәфис фильмы республика башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән "Рәсәй-Культура" каналында күрһәтеләсәк. Шәмбе, 18 апрелдә киске 8 тула 15 минуттан башлана. Ә 19 апрелдә, йәкшәмбе көндө иртәнге сәғәт 11-се 5...

14 апреля 2020
Смотреть видео 1-8 класстарға уҡыу йылы иртәрәк тамамланыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

1-8 класстарға уҡыу йылы иртәрәк тамамланыуы ихтимал

Был турала Рәсәҙең Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр. Уҡыу программаһының бер өлөшөн киләһе йылға күсерергә мөмкин буласаҡ. Ә 11-се класс уҡыусылары иһә, киреһенсә, оҙағыраҡ, 8 июнгә тиклем уҡыуҙары ихтимал. Был берҙәм дәүләт имтихандарының күсерелеүенә бәйле. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, әле балалар...

14 апреля 2020
Смотреть видео Күршеңә ярҙам ит | ГТРК «Башкортостан»

Күршеңә ярҙам ит

Ошо исем аҫтында Башҡортостанда үҙенсәлекле акция старт алды. Уның маҡсаты – үҙ аллы изоляция ваҡытында мохтаж кешеләргә ярҙам итеү. Проект авторҙары - ЛДПР фирҡәһенең төбәк бүлексәһе. Партия ағзалары ирекмәндәр менән бергә халыҡҡа аҙыҡ-түлек кәрзиндәре тарата. Унда туҡмас, ҡарабоҙай, дөгө...

14 апреля 2020
Смотреть видео Батырҙар дәүере | ГТРК «Башкортостан»

Батырҙар дәүере

Көн һайын меңәрләгән ирекмән үҙҙәренең һаулығын һәм хатта ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, башҡаларға ярҙамға килә. Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә тыныс. Халыҡ үҙаллы изоляция режимын үтәп, өйҙәрендә ултыра. Тик кешеләргә ярҙам итеү теләге менән янып йәшәгән ирекмәндәр өсөн был ҡыҙыу мәл. Урындағы...

14 апреля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 вирусын асыҡлау өсөн 18 меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 вирусын асыҡлау өсөн 18 меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән

Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар һаны 84-кә етте. Дауаханала ятҡан 31 зарарланыусының хәле уртаса тип баһалана. Дим районындағы инфекцион госпиталендәге бер пациент ҡына ауыр хәлдә. Ҡалған 13 кешелә сирҙең симптомдары булмаһа ла, белгестәр күҙәтеүе аҫтына алынған. Дөйөм алғанда,...

14 апреля 2020
Смотреть видео “Зөләйхә күҙҙәрен аса” фильмын һәр кем күрә ала | ГТРК «Башкортостан»

“Зөләйхә күҙҙәрен аса” фильмын һәр кем күрә ала

“Гүзәл Яхина романы буйынса төшөрөлгән сериалды Рәсәй” телеканалында дүшәмбе күрһәтә башлайҙар. Төп ролдәрҙең береһе - Зөләйхәне Сулпан Хаматова башҡара. Ул был әҫәрҙе “әҙәбиәттәге ҙур ваҡиға” тип атаған. Көтөп алынған фильмдың тәүге серияһы 13 апрелдә Рәсәй 1 каналында киске сәғәт туғыҙҙа эфирға...

9 апреля 2020
Яндекс.Метрика