Юлдарҙа соҡорҙар ҡасан бөтөр?

Был аҙна аҙағына балалар баҡсаһына сиратҡа торғандар интернет аша бөтә мәғлүмәтте күҙәтеп бара аласаҡ. Республикалағы юлдар торошо, ремонт, асфальт һалыу һәм башҡалар хаҡында ла мобиль ҡушымтала белергә мөмкин. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һүҙ барҙы. “Юлдарҙы йүнәтеп тә ҡараманылар…” Республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһенә килгән комментарийҙарҙы юл хужалығы өсөн яуаплы чиновниктарға төбәне. Соҡорҙарҙы ямау 80 процентҡа үтәлде тигән хәбәргә кешеләр тәнҡит менән ябырылды, тимәк “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы уңышлы эшләп китте тигән хисаптарығыҙ буш һүҙ, тине Радий Хәбиров һәм мөрәжәғәттәҙең барыһын да ентекле тикшереп еренә еткереү бурысын ҡуйҙы.Киләсәктә мобиль ҡушымта ярҙамында республиканың теләһә ниндәй өлөшөндәге юл тураһында тулы мәғлүмәт тә алырға мөмкинлек булырға тейеш. Мәҫәлән теге йә был ауыл араһында ҡасан асфальт буласаҡ, капиталь ремонт ҡасанға планлаштырылған, йә эштәр ҡайһы ваҡытҡа тамамланырға тейеш һәм башҡалар. Балалар баҡсаһына сират та асыҡ буласаҡ. Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин ошо аҙна аҙағына ата-әсәләр баланың ҡабул ителеүе — ниндәй баҡсаға һәм төркөмгә йөрөүе тураһында тулы мәғлүмәт менән таныша аласағын әйтте. Электрон сираттың сайты edu-rb.ru. Бөгөн Башҡортостанда 3 йәшкәсә 2 678 сабый балалар баҡсаһына юлламаға сиратта тора. Властар 2021 йылға балалар баҡсаларында урындар мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә вәғәҙәләй. Ә әлегә төркөмдә 25-тән күберәк балалар шөғөлләнгән осраҡта тәрбиәселәргә өҫтәмә аҡса түләргә нәитләйҙәр. Был башланғыс киләһе йылдан ғәмәлгә инергә тейеш. Башҡортостанда хеҙмәт миграцияһының сәбәптәрен дә ентекләп өйрәнергә кәрәк. Йәштәрҙе ҡайтарыр өсөн иҡтисадты йәнләндереү зарур, тине оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров. Ул Мәскәү аэропортында осратҡан яҡташтары менән аралашҡандан һуң үҙ фекерен әйтте. Улар яҡшы эш хаҡы алалар әлбиттә, беҙ әлегә ундайҙы тәҡдим итә алмайбыҙ, йәштәрҙе ҡайтарыр өсөн иҡтисадты йәнләндерергә кәрәк, тине республика етәксеһе. Башҡортостан властары ҡала, ҡасаба урамдарын тулыһынса яҡтыртыу маҡсатын ҡуйғайны. Бының өсөн 140 мең лампа урынлаштырырға, 43 мең бағана ултыртырға, 5 мең километр сым һуҙырға кәрәк. Быйылға 23 мең лампа ҡуйыу планлаштырылған. Әлегә 22 проценты үтәлгән. 1 сентябргә тиклем мәктәп, балалар баҡсалары янын яҡтыртыуҙы тулыһынса атҡарып сығыу бурысы ҡуйылды.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ни өсөн өй хужалары яңы төҙөлгән йорттарын һүтеп ташларға мәжбүр? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн өй хужалары яңы төҙөлгән йорттарын һүтеп ташларға мәжбүр?

Өфө районы халҡын тап ошондай һорау борсой. Асыҡланыуынса, йөҙләгән ғаилә самолеттарҙың осоу-ултырыу урындарында йорт төҙөй башлаған. Зубово ауыл янындағы ерҙән биләмә һатып алыусылар суд ҡарары менән риза түгел.  15 сутый ерҙе миллион ярым һум аҡсаға һатып алған пенсионерҙарҙың яңы урында...

16 июля 2018
Смотреть видео Рәсәйҙәге иң ҙур атвобус етештереү заводтарының береһе Башҡортостанда | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙәге иң ҙур атвобус етештереү заводтарының береһе Башҡортостанда

Рәсәйҙәге иң ҙур атвобус етештереү заводтарының береһе – Нефаз заводы 4-се быуын автобусын һәм яңы электробус сығара башлаясаҡ. 75 автобустан торған тәүге партия футбол буйынса донъя чемпионаты алдынан Дондағы Ростов ҡалаһына оҙатылды. Рәфис Әнүәров был заводта 15 йылдан ашыу эшләй. Үҙ тәжрибәһендә...

16 июля 2018
Смотреть видео Иң шәп ҡымыҙҙы Әбйәлилдә бешәләр | ГТРК «Башкортостан»

Иң шәп ҡымыҙҙы Әбйәлилдә бешәләр

Йоматау шифаханаһы базаһында милли эсемлекте әҙерләүселәрҙең 13-сө республика конкурсы үтте. Унда быйыл Башҡортостандың 36 районынан хужалыҡтар ҡатнашты. Ҡымыҙ бешеү оҫталары үҙ ерлегенә хас ҡымыҙҙы тәҡдим итте. Ҡымыҙ үҙенең шифаһы — бик күп сирҙе дауалауы, тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт биреүе менән дан...

16 июля 2018
Смотреть видео Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауыл биләмәһендә урам байрамы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауыл биләмәһендә урам байрамы ойошторола

Ул күренекле башҡорт шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатовтың тыуған төйәгендә – Абдулла ауылында шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыуҙы билдәләү сиктәрендә уҙғарыла.Байрам иртәнге сәғәт 10-да башлана. Ҡунаҡтар тәүҙә шағирҙың ҡәберенә...

13 июля 2018
Смотреть видео Ҡорбан байрамында дини йоланы үтәү өсөн берҙәм майҙансыҡ билдәләнде | ГТРК «Башкортостан»

Ҡорбан байрамында дини йоланы үтәү өсөн берҙәм майҙансыҡ билдәләнде

Ул Өфөләге Октябрь районының Зинин ҡасабаһында урынлашҡан «Ҡарауан» сауҙа үҙәге алдындағы майҙан. Ҡорбан салыу майҙансығында сүп-сар һәм ҡалдыҡтарҙы юҡ итеү өсөн контейнерҙар, кәртә ҡуйыласаҡ. Байрам көндәрендә Өфөнән Зинин ауылына һәм кирегә пассажирҙар ташыу өсөн өҫтәмә автобустар бүленәсәк. Изге...

13 июля 2018
Смотреть видео Алсаҡ йөҙлө һәм батыр йөрәкле | ГТРК «Башкортостан»

Алсаҡ йөҙлө һәм батыр йөрәкле

Бортпроводниктар һөнәри байрамын билдәләне. Ошо уңайҙан Өфө аэропортында оҫталыҡ дәрестәре үтте. Теләгән һәр кем был үҙенсәлекле профессияның серҙәре менән яҡындан таныша алды. Етди ҡағиҙәләр тураһында ла улар йөҙҙәрендә йылмайыу менән аңлатырға тейеш. Изге күңелле һәм шул уҡ ваҡытта ҡыйыу йөрәкле...

13 июля 2018
Смотреть видео Ни өсөн Мәскәүҙән Салауатҡа эшкә киләләр? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн Мәскәүҙән Салауатҡа эшкә киләләр?

Катализатор, Силикагель, цеолит һәм керамика. Йәмғиәттә иң кәрәклеләрҙән һаналған был продукцияларҙы Салауат катализатор заводында етештерәләр. Сифаты буйынса алдынғыларҙан һаналған завод иһә эске баҙарҙы үҫтереүселәрҙән һанала. Илдә нефть һәм химия сәнәғәте иҡтисадтың мөһим тармағы булып ҡала....

13 июля 2018
Смотреть видео Бөгөн Рәсәйҙә Омск фажиғәһендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алалар | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙә Омск фажиғәһендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алалар

Бынан 3 йыл элек Светлый ҡасабаһында хәрби бүлектең казармаһы емерелеү сәбәпле Башҡортостандан 5 һалдат һәләк булды. Салауат районынан Рөстәм Шәйхуллин менән Ранис Алтынбаев, Саҡмағоштан Фидан Мәмлиев һәм Белореттан Вадим Нафиҡов, Сибайҙан Рөстәм Йомағолов.

13 июля 2018
Смотреть видео Сүп-сар түгеү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Сүп-сар түгеү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелә

2019-сы йылдың 1-се ғинуарынан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы ҡанун үҙ көсөнә инә. Уға ярашлы, сүп-сар менән эшләү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелә. Мәҫәлән, быйыл Башҡортостан 5 зонаға бүленде һәм төбәк операторҙары һайлап алынды. Улар көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, уларҙы сорттарға айырыу...

13 июля 2018
Смотреть видео Бәләбәй районында 46 ғаиләгә яңы фатир асҡыстары тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Бәләбәй районында 46 ғаиләгә яңы фатир асҡыстары тапшырылды

Уларҙың барыһы ла иҫке емерек йорттарҙан күсенгән. Приютово ҡасабаһында йәшәгән кешеләр хәҙер яңы биш ҡатлы йорттағы фатир хужалары. Улар араһында күп балалы ғаиләләр ҙә бар. Халыҡты емерек һәм иҫке торлаҡ фондынан күсереү буйынса республика программаһын ғәмәлгә ашырыу йәһәтенән Бәләбәй районында...

13 июля 2018