Юлдарҙа соҡорҙар ҡасан бөтөр?

Был аҙна аҙағына балалар баҡсаһына сиратҡа торғандар интернет аша бөтә мәғлүмәтте күҙәтеп бара аласаҡ. Республикалағы юлдар торошо, ремонт, асфальт һалыу һәм башҡалар хаҡында ла мобиль ҡушымтала белергә мөмкин. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һүҙ барҙы. “Юлдарҙы йүнәтеп тә ҡараманылар…” Республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһенә килгән комментарийҙарҙы юл хужалығы өсөн яуаплы чиновниктарға төбәне. Соҡорҙарҙы ямау 80 процентҡа үтәлде тигән хәбәргә кешеләр тәнҡит менән ябырылды, тимәк “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы уңышлы эшләп китте тигән хисаптарығыҙ буш һүҙ, тине Радий Хәбиров һәм мөрәжәғәттәҙең барыһын да ентекле тикшереп еренә еткереү бурысын ҡуйҙы.Киләсәктә мобиль ҡушымта ярҙамында республиканың теләһә ниндәй өлөшөндәге юл тураһында тулы мәғлүмәт тә алырға мөмкинлек булырға тейеш. Мәҫәлән теге йә был ауыл араһында ҡасан асфальт буласаҡ, капиталь ремонт ҡасанға планлаштырылған, йә эштәр ҡайһы ваҡытҡа тамамланырға тейеш һәм башҡалар. Балалар баҡсаһына сират та асыҡ буласаҡ. Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин ошо аҙна аҙағына ата-әсәләр баланың ҡабул ителеүе — ниндәй баҡсаға һәм төркөмгә йөрөүе тураһында тулы мәғлүмәт менән таныша аласағын әйтте. Электрон сираттың сайты edu-rb.ru. Бөгөн Башҡортостанда 3 йәшкәсә 2 678 сабый балалар баҡсаһына юлламаға сиратта тора. Властар 2021 йылға балалар баҡсаларында урындар мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә вәғәҙәләй. Ә әлегә төркөмдә 25-тән күберәк балалар шөғөлләнгән осраҡта тәрбиәселәргә өҫтәмә аҡса түләргә нәитләйҙәр. Был башланғыс киләһе йылдан ғәмәлгә инергә тейеш. Башҡортостанда хеҙмәт миграцияһының сәбәптәрен дә ентекләп өйрәнергә кәрәк. Йәштәрҙе ҡайтарыр өсөн иҡтисадты йәнләндереү зарур, тине оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров. Ул Мәскәү аэропортында осратҡан яҡташтары менән аралашҡандан һуң үҙ фекерен әйтте. Улар яҡшы эш хаҡы алалар әлбиттә, беҙ әлегә ундайҙы тәҡдим итә алмайбыҙ, йәштәрҙе ҡайтарыр өсөн иҡтисадты йәнләндерергә кәрәк, тине республика етәксеһе. Башҡортостан властары ҡала, ҡасаба урамдарын тулыһынса яҡтыртыу маҡсатын ҡуйғайны. Бының өсөн 140 мең лампа урынлаштырырға, 43 мең бағана ултыртырға, 5 мең километр сым һуҙырға кәрәк. Быйылға 23 мең лампа ҡуйыу планлаштырылған. Әлегә 22 проценты үтәлгән. 1 сентябргә тиклем мәктәп, балалар баҡсалары янын яҡтыртыуҙы тулыһынса атҡарып сығыу бурысы ҡуйылды.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Улар әсәләренең туң йөрәген иретергә теләп илай | ГТРК «Башкортостан»

Улар әсәләренең туң йөрәген иретергә теләп илай

“Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында - етди мәсьәлә. Иртәгә тура эфирҙа балаларын бала табыу йорттарында ҡалдырып киткән әсәләр тураһында махсус репортаж сығасаҡ. Алып барыусылар студия ҡунаҡтары менән был заман күренешенең сәбәптәрен, етемлекте бөтөрөү мөмкинлектәрен тикшерергә ниәтләй....

12 апреля 2018
Смотреть видео Благовар районында йәшәүсе 5 етем баланы яңғыҙы тәрбиәләргә мәжбүр | ГТРК «Башкортостан»

Благовар районында йәшәүсе 5 етем баланы яңғыҙы тәрбиәләргә мәжбүр

Ике йыл элек ире мәрхүм булғас, ул балаларҙы приютҡа ҡайтарыуҙан баш тарта һәм ҙур ғаилә өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә ала. 10 йәшлек Алик өйҙәге иң оло ир-егет булараҡ аш алды намаҙын уҡый. Бер өҫтәл артында төрлө милләттән 4 ғаиләнән йыйылған балалар. Уларҙа берҙәмлек һәм бер-береңде туған тип ҡабул...

12 апреля 2018
Республиканың төрлө төбәктәренән хәүефле мәғлүмәттәр килә | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың төрлө төбәктәренән хәүефле мәғлүмәттәр килә

Ҡайһы бер ауылдарҙа йорт ихаталарын һыу баҫһа, икенсе төбәктәрҙә йылғалар юлдарҙы йыуа. Баймаҡ районы Басай ауылы өлөшләтә һыу аҫтында ҡалды. Быйыл яҙғы ташҡын Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ғафури, Бөрйән, Әлшәй райондарына ла янай. Әлегә ирегән ҡар һыуҙары баҫыуы хаҡында 106 ғариза  алынған. Яҙғы...

12 апреля 2018
Смотреть видео Шәхси диетолог урынына махсус ҡушымта | ГТРК «Башкортостан»

Шәхси диетолог урынына махсус ҡушымта

Стәрлетамаҡ ғалимдары сәләмәт туҡланыу һағында торор виртуаль ярҙамсы уйлап сығарған. Ул кеҫә телефонына “аҡыллы үлсәү” тоташтырып кешенең ауырлығын даими контролдә тота. Ерҙәге һәр икенсе кеше ваҡытында иҫкәртелмәгән сир сәбәпле яҡты донъя менән бәхилләшә. Ауырыуға еткермәйенсә, һаулыҡты алдан...

11 апреля 2018
Смотреть видео Һөт өсөн аҡса ҡасан түләнер? | ГТРК «Башкортостан»

Һөт өсөн аҡса ҡасан түләнер?

Дыуан районы Яңы Хәлил ауылы халҡы комбинатҡа тапшырылған һөт өсөн ике-өс айлап аҡса алмай интегә. Төпкөл ауылда урындағы халыҡ өсөн эш урыны юҡ. Шуға ла үҙ көстәре менән аҡса эшләргә тырышҡан хужабикәләр был килемдән дә мәхрүм. Тапшырылған һөт өсөн аҡса түләнмәүҙең сәбәбе нимәлә? Ләйсән Байышева...

11 апреля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка етәксеһе Сүриәләге хәлдәр сәбәпле Ҡушма Штаттар һәм уның ярандарының аҙымын көйләү өсөн илдә ҡалырға ҡарар иткән. Ул Тереза Мэй һәм Эммануэль Макрон менән телефон аша һөйләшкән. Көнбайын лидерҙары Сүриәлә химик һөжүмдә зарин һәм хлор ҡулланылған тип белдерҙе. Рәсми Мәскәү фекеренсә, химик...

11 апреля 2018
Смотреть видео Ҡариҙел районында янғында 2 кеше һәләк булды | ГТРК «Башкортостан»

Ҡариҙел районында янғында 2 кеше һәләк булды

Бөгөн төндә Ҡариҙел районы тайташ ауылындағы янғында ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Бер биләмәлә урынлашҡан ике ағас йорт янып көлгә әйләнде. Утты һүндереүгә 9 берәмек техника һәм 19 кеше йәлеп ителде. Янғын сәбәптәрен тәфтишселәр асыҡлай. Һәләк булыусы ир 60-сы, ҡатын 27-се йылғы.

11 апреля 2018
Эҙәрмәндәр автосәйәхәткә сыға | ГТРК «Башкортостан»

Эҙәрмәндәр автосәйәхәткә сыға

Ростов өлкәһендә 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышҡан урындар буйлап автосәйәхәт ойоштороласаҡ. Тарихсылар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1942-1943-сө йылдарҙа башҡорт атлылары 2 мең 600 һуғышсыһын юғалта. Уларҙы эҙләү һәм хөрмәтләп ер ҡуйынына тапшырыу-беҙҙең изге бурыс, ти Башҡортостандың...

11 апреля 2018
Смотреть видео Басайҙы баҫа | ГТРК «Башкортостан»

Басайҙы баҫа

Баймаҡ районында Басай ауылында урындағы йылға ярҙарынан сығып юлды йыуған. Әле ғәҙәттән тыш хәл урынында беҙҙең ижади төркөм эшләй.

11 апреля 2018
Смотреть видео Ҡырмыҫҡалы районынан беҙгә ашығыс хәбәрҙәр килә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡырмыҫҡалы районынан беҙгә ашығыс хәбәрҙәр килә

Бында  Олокүл ауылын һыу баҫа. Ауылда йәшәүселәр урам, йорт һәм ишек алдарының ҡар һыуыҙары менән тулыуы тураһында видеояҙмалар ебәрә.  Һыу ауылға бәреп тигәндәй килеп ингән. Уға ҡаршы торорлоҡ түгел. Күп йорттар һыу аҫтында ултыра. Уларға ныҡ ҡына зыян килгән, тип хәбәр ителә.

11 апреля 2018
Яндекс.Метрика