Юлдарҙа соҡорҙар ҡасан бөтөр?

Был аҙна аҙағына балалар баҡсаһына сиратҡа торғандар интернет аша бөтә мәғлүмәтте күҙәтеп бара аласаҡ. Республикалағы юлдар торошо, ремонт, асфальт һалыу һәм башҡалар хаҡында ла мобиль ҡушымтала белергә мөмкин. Был хаҡта хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һүҙ барҙы. “Юлдарҙы йүнәтеп тә ҡараманылар…” Республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһенә килгән комментарийҙарҙы юл хужалығы өсөн яуаплы чиновниктарға төбәне. Соҡорҙарҙы ямау 80 процентҡа үтәлде тигән хәбәргә кешеләр тәнҡит менән ябырылды, тимәк “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы уңышлы эшләп китте тигән хисаптарығыҙ буш һүҙ, тине Радий Хәбиров һәм мөрәжәғәттәҙең барыһын да ентекле тикшереп еренә еткереү бурысын ҡуйҙы.Киләсәктә мобиль ҡушымта ярҙамында республиканың теләһә ниндәй өлөшөндәге юл тураһында тулы мәғлүмәт тә алырға мөмкинлек булырға тейеш. Мәҫәлән теге йә был ауыл араһында ҡасан асфальт буласаҡ, капиталь ремонт ҡасанға планлаштырылған, йә эштәр ҡайһы ваҡытҡа тамамланырға тейеш һәм башҡалар. Балалар баҡсаһына сират та асыҡ буласаҡ. Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин ошо аҙна аҙағына ата-әсәләр баланың ҡабул ителеүе — ниндәй баҡсаға һәм төркөмгә йөрөүе тураһында тулы мәғлүмәт менән таныша аласағын әйтте. Электрон сираттың сайты edu-rb.ru. Бөгөн Башҡортостанда 3 йәшкәсә 2 678 сабый балалар баҡсаһына юлламаға сиратта тора. Властар 2021 йылға балалар баҡсаларында урындар мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә вәғәҙәләй. Ә әлегә төркөмдә 25-тән күберәк балалар шөғөлләнгән осраҡта тәрбиәселәргә өҫтәмә аҡса түләргә нәитләйҙәр. Был башланғыс киләһе йылдан ғәмәлгә инергә тейеш. Башҡортостанда хеҙмәт миграцияһының сәбәптәрен дә ентекләп өйрәнергә кәрәк. Йәштәрҙе ҡайтарыр өсөн иҡтисадты йәнләндереү зарур, тине оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров. Ул Мәскәү аэропортында осратҡан яҡташтары менән аралашҡандан һуң үҙ фекерен әйтте. Улар яҡшы эш хаҡы алалар әлбиттә, беҙ әлегә ундайҙы тәҡдим итә алмайбыҙ, йәштәрҙе ҡайтарыр өсөн иҡтисадты йәнләндерергә кәрәк, тине республика етәксеһе. Башҡортостан властары ҡала, ҡасаба урамдарын тулыһынса яҡтыртыу маҡсатын ҡуйғайны. Бының өсөн 140 мең лампа урынлаштырырға, 43 мең бағана ултыртырға, 5 мең километр сым һуҙырға кәрәк. Быйылға 23 мең лампа ҡуйыу планлаштырылған. Әлегә 22 проценты үтәлгән. 1 сентябргә тиклем мәктәп, балалар баҡсалары янын яҡтыртыуҙы тулыһынса атҡарып сығыу бурысы ҡуйылды.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Мәктәптәр үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән тәьмин ителәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәр үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән тәьмин ителәсәк

Башҡортостанда етештерелгән һөт, ит ризыҡтары менән бер рәттән мәктәп ашханалары үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә-емеш менән тәьмин ителәсәк. Республика башлығы Радий Хәбиров был хаҡта Шишмә районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Урал климатын баҡсасылыҡ өсөн ҡулайһыҙ тип тапҡандарға ҡаршы Шишмә...

23 июля 2020
Смотреть видео Һәр яҡлап та талантлы | ГТРК «Башкортостан»

Һәр яҡлап та талантлы

Өфө районында йәшәүсе 16 йәшлек Ринат Ҡотоев тураһында шулай тип әйтергә мөмкин. Үҫмер быйыл туғыҙынсы класты тамамлаған һәм үҙ аҡсаһына футбол мәктәбе ойоштороп ебәргән. Хәҙер бында бушлай 20-гән бала шөғөлләнә. Ринат Ҡотоев 9 йәшендә футбол менән шөғөлләнә башлай һәм был спорт төрө уның күңеленә...

22 июля 2020
Смотреть видео Быйыл Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары арта | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Башҡортостан юғары уҡыу йорттарында бюджет урындары арта

Был хаҡта Рәсәй медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында мәғариф министры Айбулат Хажин белдерҙе. Быйыл республиканың юғары уҡыу йорттарында 11 мең 264 бюджет урыны бүленгән. Айбулат Хажин шулай уҡ Берҙәм Дәүләт имтиханынан 100 бал йыйыусылар тураһындағы мәғлүмәтте лә еткерҙе. Әлегә улар...

22 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда яңы күсмә ветеринар лаборатория һынау үтә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда яңы күсмә ветеринар лаборатория һынау үтә

Ул газель автомобиле нигеҙендә эшләнгән. Яңы ҡорамалдар ярҙамында белгестәр малдарҙың тиҫтәләгән сирен тикшерә ала. Күсмә лабораторияла малдарҙан алынған ҡандың анализын тикшереү өсөн 30-ға яҡын махсус ҡорама бар. Улар ярҙамында табиптар һыйыр һәм быҙауҙарҙың тиҫтәләгән сирен тиҙ-арала тикшереп,...

22 июля 2020
Смотреть видео Республикала битлек режимы һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Республикала битлек режимы һаҡлана

Башҡортостанда һуңғы тәүлектә COVID-19 йоҡтороуҙың 58 яңы осрағы теркәлгән. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле 226 пациент стационарҙа һаулығын нығыта. 80 сирленең хәле - ҡәнәғәтләнерлек, 113-өнөң - уртаса, 33-ө - ауыр хәлдә. 1 мең 467 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана....

22 июля 2020
Смотреть видео Янғын һүндерелерме? | ГТРК «Башкортостан»

Янғын һүндерелерме?

Бөрйән һәм Белорет райондары урмандарында сыҡҡан янғындар бөгөн һүндереләсәк. Һәр хәлдә, республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә урман хужалығы министры шундай вәғәҙә бирҙе. Урман янғындары 23 гектарҙа Учалы районында, 18-ҙәр гектарҙа Белорет менән Йылайыр, 12 гектарҙа Бөрйән районы...

22 июля 2020
Смотреть видео Радий Хәбиров транспорт системаһын 1 сентябргә әҙерләргә ҡушты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров транспорт системаһын 1 сентябргә әҙерләргә ҡушты

“Транспорт сәғәтендә” пандемия осоронда пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу, транспорт реформаһы барышы тикшерелде. Башҡортостанда әле меңләгән маршрут буйынса 10 мең автобус йөрөй. Радий Хәбиров билдәләүенсә, йәйге каникулдарҙан һуң пассажирҙар арта. Йәмәғәт траснпорты муниципаль маршруттарҙа...

22 июля 2020
Смотреть видео Ишлелә мал ишәйә | ГТРК «Башкортостан»

Ишлелә мал ишәйә

Ауырғазы районында төбәктәге иң ҙур аграр предприятиеларҙың береһе - “Урожай” инвестиция проектын бойомға ашырыу барышы менән Республика башлығы Радий Хәбиров ҡыҙыҡһынды. Был һөт тауар фермаһы 6 м 530 һыйыр малын аҫрауға һәм 2 мең 980 баш мал үрсетеүгә  иҫәпләнгән. Һөтсөлөк тармағын...

22 июля 2020
Смотреть видео Бөтә ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн миллион һум аҡса | ГТРК «Башкортостан»

Бөтә ауырыуҙарҙан дауаланыу өсөн миллион һум аҡса

Тап ошо тылсымлы һүҙҙәргә ышанған пенсионер үҙен күрәҙәсе тип таныштырған ят кешегә бар аҡсаһын күсергән. Мөғжизәгә ышанған ҡатын хәҙер тынысланыр өсөн көн дә дарыу эсергә, етмәһә кредит түләргә мәжбүр. Республикала әле ике меңдән ашыу кеше үҙ карталарынан аҡса күсереп мутлашыусылар ҡулына эләккән...

21 июля 2020
Смотреть видео Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы

«Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» стеллаһының макетын һәм ҡуйыу урынын халыҡ һайлаясаҡ. Был турала ойоштороу комитетының тәүге ултырышында хәбәр иттеләр. Конкурсҡа бихисап эштәр ебәрелгән. Шуларҙың ун бише менән комитет ағзалары танышты. Макеттарҙың бишәүһе тауыш биреүгә сығарыла, йәмәғәтселек фекерен...

21 июля 2020
Яндекс.Метрика