Тура бәйләнештә Рәсәй президенты

Рәсәй президенты Владимир Путин 20 июндә тура эфирҙа илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, халыҡ-ара хәлгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк. Программа «Рәсәй 1», «Рәсәй 24», «Беренсе», «НТВ», «ОТР», «МИР» телеканалдарында, «Маяҡ», «Хәбәрҙәр FM» һәм «Рәсәй радиоһында тура эфирҙа күрһәтеләсәк. Һорауҙы телефондан шылтыратып, СМС йәки ММС-хәбәр ебәреп, шулай уҡ программаның сайты йәки махсус мобиль ҡушымта аша бирергә мөмкин. Һрауҙар шулай уҡ социаль селтәрҙә лә ҡабул ителә. Бынан тыш, «Мәскәү – Путинға» һәм «ОК Live» ҡушымталарынан эфир ваҡытында студия менән тура видеоэлемтәгә сығыу мөмкинлеге лә бар. Һорауҙар Хәбәрҙәрҙе ҡабул итеү үҙәгенә 8–800–200–40–40 номеры буйынса Рәсәйҙең бар төбәктәренән дә шылтыратырға була. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай. Рәсәй президенты менән тура бәйләнеш көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Медицина өлкәһендә яңы алымдар | ГТРК «Башкортостан»

Медицина өлкәһендә яңы алымдар

Замана ҡоролмалары ярҙамында күҙгә сыҡҡан аҡ таптан бөтөнләй ҡотолорға мөмкин. Табиптар әйтеүенсә, операциянан һуң пациенттарҙың күҙенә был тап тағы ла сығып йонсотмаясаҡ. Владимир Васильев тәүҙә бер күҙенә операция эшләтһә, хәҙер икенсеһен дауаларға килгән. Замана ҡоролмалары ярҙамында эшләнелгән...

23 ноября 2018
Смотреть видео Табип анты | ГТРК «Башкортостан»

Табип анты

Бөгөн Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында йәш белгестәрҙе һөнәрҙәренә бағышлау сараһы  уҙҙы.  Табиптар  тантаналы рәүештә ант бирҙе. Бай тарихлы республика дауаханаһының ҙур, татыу коллективы 6 табип һәм 27 шәфҡәт туташы менән тулыланды. Дилбәр Шәрифуллина бында...

23 ноября 2018
Смотреть видео Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңы төр белгестәр әҙерләү талабы | ГТРК «Башкортостан»

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңы төр белгестәр әҙерләү талабы

Медицина реабилитацияһы селтәрен камиллаштырыу һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә яңы төр белгестәр әҙерләүҙе талап итә. Улар табип-терапевт, физиотерапевт һәм физик күнегеүҙәр үткәреүсе бурыстарын бер юлы үтәй. Табип-реабилитолог стандарттары быйыл сентябрь айында раҫланған. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мөһим...

23 ноября 2018
Смотреть видео Юғары баһаланған эш | ГТРК «Башкортостан»

Юғары баһаланған эш

Ярославль ҡалаһында үткән “Рәсәйҙең алтын ҡулсаһы” Беренсе Бөтә Рәсәй фестивалендә беҙҙең телерадиокомпания хеҙмәткәрҙәре беренсе урынға лайыҡ булды.  Рәсәй буйлап конкурсҡа бөтәһе 150-нән ашыу журналист төрлө номинацияларға  үҙ эшен ебәргән ине. Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһынан...

22 ноября 2018
Смотреть видео Һүҙлектәр менән энциклопедиялар көнө | ГТРК «Башкортостан»

Һүҙлектәр менән энциклопедиялар көнө

Ғәләмде алфавит тәртибенә буйһондороусы һәм бар китаптарға юл асыусы. Рәсәйҙә бөгөн һүҙлектәр менән энциклопедиялар көнө. Һүҙлек, белешмә, энциклопедиялар бөгөн иң юғары ихтыяж файҙаланған баҫмалар иҫәбендә. Сөнки улар заман талаптарына ярашлы ҡыҫҡа әммә йөкмәткеле, ә иң мөһиме тиҙ мәғлүмәт бирә....

22 ноября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Францияла йәшәүселәр бензниға хаҡ күтәрелгәнгә протест ойошторған. Меңәрләгән халыҡ ҡала урамдарына сыҡҡан.  Һөҙөмтәлә, ике кеше һәләк булған, 500-ҙән ашыуы төрлө йәрәхәттәр алған. 17 полиция хеҙмәткәре ауыр яраланған. Был хәрәкәт “һары жилеттар” тигән атама алған, сөнки урамға сығыусылар...

22 ноября 2018
Смотреть видео Йылы килде | ГТРК «Башкортостан»

Йылы килде

Ауырғазы районының Сыуаш-Ҡарамалы ауылындағы мәктәптә яңы йылытыу ҡаҙанлыҡтары ҡуйылған. Быға тиклем  Райондың газ хеҙмәте иҫке йылытыу ҡаҙанлыҡтарын  тикшереп уларҙы ҡулланырға яраҡһыҙ, тип тапҡайны. Хәҙер инде балалар йылы мәктәпкә, сабыйҙар йылы балалар баҡсаһына йөрөй. Мәктәп менән...

22 ноября 2018
Смотреть видео Башҡортостан парламенты республиканың 2019 йыл бюджеты тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан парламенты республиканың 2019 йыл бюджеты тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте

Документтың тулы йөкмәткеһе менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың интернеттағы рәсми сайтында танышырға мөмкин.  Башҡортостандың төп финанс документына ярашлы киләһе йылда килемдәр күләме 172 миллиард 200 миллион һум, сығымдар – егерме миллиардҡа күберәк иҫәпләнә. Сығымдарҙың өстән ике өлөшөн...

22 ноября 2018
Смотреть видео Республикала һауа торошо йәнә ҡатмарлаша | ГТРК «Башкортостан»

Республикала һауа торошо йәнә ҡатмарлаша

Был турала ғәҙҙәттән тыш хәлдәр идаралығы иҫкәртә. Кисә үк республиканың күп өлөшөндә күпләп ҡар яуғайны. Ҡар яуауыу сәбәпле төннә юлда күреү мөмкинлеге ныҡ ҡатмарлашты. Махсус техника тәүлек әйләнәһенә юлдарҙы таҙарта. Башкиравтодор йәмғиәте хәбәр итеүенсә, әле юлдарҙа хәл нормәлләшкән. Диспетчер...

22 ноября 2018
Смотреть видео Өфөнөң яңы маршрут картаһы барлыҡҡа килде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң яңы маршрут картаһы барлыҡҡа килде

Йәмәғәт транспорты хәрәкәтен хәҙер телефон аша күҙәтергә мөмкин. Ҡала хакимиәте сайтында Өфөнөң яңы маршруты менән дә танышырға була. Ул Санкт-петербургтың транспорт схемаһы нигеҙендә эшләнгән. Хәҙер 142 йәмәғәт транспорты пассажирҙарҙы ташыясаҡ. Ҙур үҙгәрештәр күҙәтелмәй. Әммә бәләкәй автобустарҙы...

22 ноября 2018
Яндекс.Метрика