Слушай Маяк! Болей за наших! - Хоккей на Маяке - 1109052913 | ГТРК «Башкортостан»

Тура бәйләнештә Рәсәй президенты

Рәсәй президенты Владимир Путин 20 июндә тура эфирҙа илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, халыҡ-ара хәлгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк. Программа «Рәсәй 1», «Рәсәй 24», «Беренсе», «НТВ», «ОТР», «МИР» телеканалдарында, «Маяҡ», «Хәбәрҙәр FM» һәм «Рәсәй радиоһында тура эфирҙа күрһәтеләсәк. Һорауҙы телефондан шылтыратып, СМС йәки ММС-хәбәр ебәреп, шулай уҡ программаның сайты йәки махсус мобиль ҡушымта аша бирергә мөмкин. Һрауҙар шулай уҡ социаль селтәрҙә лә ҡабул ителә. Бынан тыш, «Мәскәү – Путинға» һәм «ОК Live» ҡушымталарынан эфир ваҡытында студия менән тура видеоэлемтәгә сығыу мөмкинлеге лә бар. Һорауҙар Хәбәрҙәрҙе ҡабул итеү үҙәгенә 8–800–200–40–40 номеры буйынса Рәсәйҙең бар төбәктәренән дә шылтыратырға була. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай. Рәсәй президенты менән тура бәйләнеш көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя | ГТРК Башкортостан

Башҡорт йәштәре дуҫтарын йыя

Баймаҡ районында ошондай исем аҫтында Беренсе асыҡ форум үтте. Сарала спорт ярыштары, ижади конкурсттар уҙғарылды, төрлө күргәҙмәләр эшләне. Форумда эшҡыуарлыҡ темаһына арналған түңәрәк өҫтәлдәр һәм бизнес-тренингтар ойошторолдо. Байрамға Татарстан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән дә ҡунаҡтар килгәйне...

28 июня 2016
Смотреть видео 27-се июнь - йәштәр көнө | ГТРК Башкортостан

27-се июнь - йәштәр көнө

Был көндө билдәләү тураһындағы ҡарарға илдең тәүге президенты Борис Ельцин 1993-сө йылда ҡул ҡуя. Быйыл көн болотлап, ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан йола буйынса сара Салауат Юлаев майҙанында үтте.  Майҙанға килгән йәштәр матур флешмобта берләште. Дәртле музыкаға берҙәм хәрәкәттәр йәштәр...

28 июня 2016
Смотреть видео Бөгөн Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай Президиумында яҙғы сессияға йомғаҡлау  ултырышы үтте | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай Президиумында яҙғы сессияға йомғаҡлау ултырышы үтте

Унда  утыҙҙан ашыу закон проекты ҡаралды. Документтар араһында ғаилә кодексына  үҙгәрештәр индереү, суд ҡарары менән әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгән граждандарҙың балаларына ҡарата мөнәсәбәте тикшерелде. Республикала туризмды үҫтереү ҙә көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе, шуға бәйле турист...

28 июня 2016
Смотреть видео Халыҡ өсөн, тимәк сифатлы булырға тейеш | ГТРК Башкортостан

Халыҡ өсөн, тимәк сифатлы булырға тейеш

Бөгөн республика башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә перинаталь үҙәк төҙөлөшө менән танышты. Төбәк етәксеһе заманса медицина учрежденияһын ҡарап сыҡҡандан һуң, етешһеҙлектәрҙе яҡын арала кисектереү бурысын ҡуйҙы. Төҙөлөш эштәре тулыһынса тиерлек тамамланған. Әле кәрәкле ҡоролмалар ҡайтарыу һәм объектты...

28 июня 2016
Смотреть видео Беҙҙең канал иғлан иткән “Алтын бишек” бәйгеһендә ҡатнашырға теләүселәр арта | ГТРК Башкортостан

Беҙҙең канал иғлан иткән “Алтын бишек” бәйгеһендә ҡатнашырға теләүселәр арта

Республиканың иң шәп ауылы исеменә дәғүә итеүселәргә беҙҙең партнерҙарҙың бүләктәре күптән әҙер.  Рәсәй теле һәм радио тапшырыуҙар селтәренең төбәк филиалы бөтә бәйгеселәргә лә цифралы телевидение сигналдарын бушлай ҡабул итеү өсөн приставкалар тапшыра. Был бүләктәр ауылдың тормошон тағы ла...

27 июня 2016
Смотреть видео Республикала мәктәп уҡыусыларының сығарылыш кисәләре тамамланды | ГТРК Башкортостан

Республикала мәктәп уҡыусыларының сығарылыш кисәләре тамамланды

Быйыл өлгөргәнлек аттестаттарын 18 мең ҡыҙ һәм егет алды. Уҡыу алдынғыларына алтын һәм көмөш миҙалдар, олимпиадаларҙа еңеүселәргә грамоталар тапшырылды. 11 йыл элек мәктәп ишеген асып инеп тәүге тапҡыр парта артына ултырған ҡыҙҙар һәм егеттәр хәҙер төрлө хис-тойғолар кисерә. Уларҙы һағыш ҡатыш...

27 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә Польшаны һәм Австрияны һыу баҫҡан. Польшаның үҙәк һәм көнсығыш райондарына ҙур зыян килгән, юлдар һәм йорттар һыу эсендә ултыра, электр сымдары өҙөлгән. Австрияның көньяғында ла шундай уҡ хәл. Каринтия һәм Штирия ерҙәрендә көслө ямғыр һәм боҙборсаҡ электр энергияһы менән...

27 июня 2016
Смотреть видео Төбәктә мультиплексҡа күсеү дауам итә | ГТРК Башкортостан

Төбәктә мультиплексҡа күсеү дауам итә

Цифралы телевышкалар республика буйынса 216 урында төҙөләсәк. Федераль программаға ярашлы, 2018 йылға тиклем Башҡортостан халҡының 95 проценты түләүһеҙ цифралы телевидение менән тәьмин ителергә тейеш. Әлеге ваҡытта 22 вышка ҡулланыуға тапшырылған.  Беҙҙең хәбәрселәр шуларҙың береһе – Бөрө...

27 июня 2016
Смотреть видео Ҡара сиңерткә Әбйәлилде баҫа | ГТРК Башкортостан

Ҡара сиңерткә Әбйәлилде баҫа

Башҡортостанда ҡара сиңерткәләр күпләп таралыу сәбәпле, тағы ла бер төбәктә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителде. Махсус режим Әбйәлил районында. Район хакимиәтенән белдереүҙәренсә, ҡара сиңерткә ун ауыл биләмәһендә – 10 мең гектар майҙанда таралған. Ҡара сиңерткә Баймаҡ яғынан килгән. Әле улар...

27 июня 2016
Смотреть видео Батырҙар эсемлеге | ГТРК Башкортостан

Батырҙар эсемлеге

Йылдан-йыл ҡымыҙ эшләүселәр һаны арта бара. Ә бәғзе берәүҙәре иһә шифаханаларҙы йыл әйләнәһенә яңы һауылған бейә һөтөнән әҙерләнгән ҡымыҙ менән тәъмин итә. Рүсимә Вахитова  Руслан Ахуновтарҙың йылҡысылыҡ фермаһында алдынғы һауынсыларҙың береһе. Бында бешелгән  ҡымыҙҙы халыҡ яратып ала....

24 июня 2016
Смотреть видео Юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссиялары әүҙем эш башланы | ГТРК Башкортостан

Юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссиялары әүҙем эш башланы

Быйыл республика мәктәптәрен тамамлаған 19 меңгә яҡын йәштәрҙең 10 мең 403-ө бюджет урындарына дәғүә итә ала.  Республика мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бакалавр әҙерләү программаһы буйынса 6233, белгестәргә 1518, магистрҙарға 2652 урын бирелгән. Мәктәпте бер нисә йыл элек...

24 июня 2016
Республика башлығы Рәсәй фәндәр академияһы академигы Вячеслав Панченко менән эшлекле осрашыу үткәрҙе | ГТРК Башкортостан

Республика башлығы Рәсәй фәндәр академияһы академигы Вячеслав Панченко менән эшлекле осрашыу үткәрҙе

Яҡтар төбәктә инновация проекттары һәм эшләнмәләре үҫешен тикшерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостандың импортты алмаштырыу технологиялары өлкәһендә уңыштары билдәләнде. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, әле  Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге үҙгәртеп ҡорола. Беҙҙең институттар...

24 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Бөйөк Британиялағы референдумдың минут һайын тиерлек үҙгәреп торған йомғаҡтары фонд биржаларында ла сағылыш таба. Тауыш биреү Азия сауҙа майҙансыҡтарына ҙур йоғонто яһай. Баҙарҙа хәл көсөргәнешле тип баһалай аналитиктар. Сүриә ғәскәрҙәре Манбидж ҡалаһын “Ислам дәүләте” террорсыларынан азат итте...

24 июня 2016
Смотреть видео Республика йортонда Хөкүмәт, эш биреүселәр һәм профсоюздар берлегенең өс яҡлы комиссияһы ултырышы үтте | ГТРК Башкортостан

Республика йортонда Хөкүмәт, эш биреүселәр һәм профсоюздар берлегенең өс яҡлы комиссияһы ултырышы үтте

Был юлы ул күңелле ваҡиғанан башланды.Эш урынында имгәнеү һәм һәләк булыу осраҡтарын иҫкәртеү эш биреүселәр, профсоюздар һәм етәксе органдарҙың берҙәм эшмәкәрлегендәге иң мөһим мәсьәлә. Республикала 2005 йылдан  социаль яуаплы предприятие билдәләү ҙә ошо йәһәттән етди дәртәләндереү сараһы....

24 июня 2016
Смотреть видео Көслө ел Ишембай районының бер-нисә ауылында йорт ҡыйыҡтарын алып ырғытҡан | ГТРК Башкортостан

Көслө ел Ишембай районының бер-нисә ауылында йорт ҡыйыҡтарын алып ырғытҡан

Тәбиғәт ғәрәсәте Өфөлә лә ҡоторҙо, дауыл сәбәпле автомобилдәргә ағастар йығылды, электр уты һүнде, кешеләр араһында ла зыян күреүселәр бар.  Өфөгә болоттар ҡара яу булып ябырылды. Улар диңгеҙҙәге бер нисә метрлыҡ тулҡындарҙы хәтерләтте. Быны күргән һәм төшөрөп алған кешеләрҙең борсолоуы бушҡа...

24 июня 2016
Стәрлетамаҡ районында 13 йәшлек малайҙы йәшен атып үлтергән | ГТРК Башкортостан

Стәрлетамаҡ районында 13 йәшлек малайҙы йәшен атып үлтергән

Бер төркөм малайҙар йылғала һыу төшөп йөрөгән була. Көн боҙола башлағас улар велосипедтарына ултырып ҡайтырға сыға. Әммә юлда малайҙарҙың береһенә йәшен ата, ул урында уҡ һәләк була. 

24 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Германияның йөҙҙән ашыу ғалимы, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм сәйәсмәндәре  канцлер Ангела Меркелға асыҡ хат менән мөрәжәғәт иткән. Улар кисекмәҫтән Рәсәй менән дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе тергеҙергә саҡыра.  Ике ил араһында килеп тыуған ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы хәл итеү Европа өсөн яңы мөмкинлектәр аса...

23 июня 2016
Смотреть видео Батырлыҡ үлемһеҙ | ГТРК Башкортостан

Батырлыҡ үлемһеҙ

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Рәсәй Мәҙәниәт министры Владимир Мединский  һәм Рәсәй Президентының дәүләт наградалары буйынса Идаралығы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Латипов менән осрашты. 2019-сы йылда Башҡортостан АССР-ы ойошторолғанға йөҙ йыл тула. Ошо уңайҙан Мәскәүҙә Башҡортостан...

23 июня 2016
Смотреть видео Быйыл 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуға 75 йыл тула | ГТРК Башкортостан

Быйыл 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуға 75 йыл тула

Дивизия Бөйөк Ватан һуғышында 4 мең километр юл үтә, 78 һалдат Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ була. 93 йәшен тултырған Иммаметдин Ғиләжев дәһшәтле һуғыш йылдарын бөгөнгөләй хәтерләй. Яугир 1943-сө йылда Сталинградты  немец-фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша. Сталинград янында еңеү...

23 июня 2016
Смотреть видео Сит ил велосипедсылары Өфөлә | ГТРК Башкортостан

Сит ил велосипедсылары Өфөлә

Швейцария, Австрия һәм Германиянан йыйылған туристар ике тәгәрмәсле техникала Мәскәүҙән Пекинға тиклем тип аталған тарихтағы иң күләмле экспедицияла ҡатнаша. 80 көн эсендә сәйәхәтселәр 7 мең 800 саҡрым юл үтеп 28 августа Пекинға барып етергә иҫәп тота. Велосәйәхәттә ҡатнашыусылар бөгөн баш...

23 июня 2016
Смотреть видео Республика мәктәптәрендә аттестаттар тапшырыу тантаналары үтә | ГТРК Башкортостан

Республика мәктәптәрендә аттестаттар тапшырыу тантаналары үтә

Бөтә имтихандар тамамланғандан һуң, мәктәп тормошондағы иң мөһим һәм һуңғы байрамына әҙерләнә сығарылыш уҡыусылары. Баш ҡаланың ҡыҙ һәм егеттәре байрамды нисек ҡаршылай, уларҙың ата-әсәләренә ниндәй сығымдар кисерергә тура килә? 39-сы гимназия ҡыҙҙары сығарылыш кисәһендә бөтә ҡалала иң матуры...

23 июня 2016
Смотреть видео Карелиялағы фажиғәнән һуң, йәйге лагерҙарҙы тикшереү башланды | ГТРК Башкортостан

Карелиялағы фажиғәнән һуң, йәйге лагерҙарҙы тикшереү башланды

Республикала төрлө ведомство белгестәренән 25 мобиль төркөм булдырылған. Дүрт көн эсендә улар балалар ял иткән барлыҡ учреждениеларҙы ҡарап сығып, булған етешһеҙлектәрҙе асыҡларға тейеш. Беҙҙең хәбәрселәр ҙә Өфө районында урынлашҡан лагерға барып, балаларҙың ялы ниндәй кимәлдә ойошторолоуын ҡараны...

22 июня 2016
Респубика театрҙары тәүге тапҡыр үҙ һабантуйҙарын уҙғарҙы | ГТРК Башкортостан

Респубика театрҙары тәүге тапҡыр үҙ һабантуйҙарын уҙғарҙы

Сәхнә эшмәкәрҙәре байрамы Иглин районы Түбәнге Ләмәз ауылында үтте. Сараның маҡсаты – республикалағы театрҙар араһында дуҫлыҡ ептәрен нығытыу. Һабантуйҙа барлыҡ сәхнә оҫталары ҡатнашты. Артистар үҙҙәренең етеҙлеген көршөк ватып, һыу ташып һынап ҡараны. Халҡыбыҙҙың борондан килгән милли уйындары,...

22 июня 2016
Яндекс.Метрика