Тура бәйләнештә Рәсәй президенты

Рәсәй президенты Владимир Путин 20 июндә тура эфирҙа илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, халыҡ-ара хәлгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк. Программа «Рәсәй 1», «Рәсәй 24», «Беренсе», «НТВ», «ОТР», «МИР» телеканалдарында, «Маяҡ», «Хәбәрҙәр FM» һәм «Рәсәй радиоһында тура эфирҙа күрһәтеләсәк. Һорауҙы телефондан шылтыратып, СМС йәки ММС-хәбәр ебәреп, шулай уҡ программаның сайты йәки махсус мобиль ҡушымта аша бирергә мөмкин. Һрауҙар шулай уҡ социаль селтәрҙә лә ҡабул ителә. Бынан тыш, «Мәскәү – Путинға» һәм «ОК Live» ҡушымталарынан эфир ваҡытында студия менән тура видеоэлемтәгә сығыу мөмкинлеге лә бар. Һорауҙар Хәбәрҙәрҙе ҡабул итеү үҙәгенә 8–800–200–40–40 номеры буйынса Рәсәйҙең бар төбәктәренән дә шылтыратырға була. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай. Рәсәй президенты менән тура бәйләнеш көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Дүшәмбе кәңәшмәһе | ГТРК «Башкортостан»

Дүшәмбе кәңәшмәһе

Башҡортостанда дәүләт заказдарын үтәү һәм дәүләт аҡсаларын үҙләштереү сифатлы кимәлгә сығырға тейеш. Республика етәксеһе Радий Хәбиров  башҡарма власть органдарын был бурысҡа яуаплы ҡарарға саҡырҙы. Был хаҡта ул Хөкүмәт ултырышында белдерҙе.

6 ноября 2018
Смотреть видео Республика етәксеһе коммуналь хужалыҡтарҙы ҡышҡылыҡҡа етди әҙерләнергә саҡырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе коммуналь хужалыҡтарҙы ҡышҡылыҡҡа етди әҙерләнергә саҡырҙы

Беҙ һауа торошоноң нисек булырын алдан әйтә алмайбыҙ. Шуға ла ауыр һауа шарттарына әҙерләнергә кәрәк, тине Радий Фәрит улы. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев әйтеүенсә,  коммуналь хеҙмәткәрҙәр һәм техника ҡышҡылыҡҡа әҙер.

6 ноября 2018
Смотреть видео Башҡортостан синоптиктары алдағы бер-нисә көнгә фараз яһаны | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан синоптиктары алдағы бер-нисә көнгә фараз яһаны

Бөгөн республикала епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел төнъяҡ-көнбайыштан. Иртәгә һауа торошонда үҙгәрештәр көтөлмәй. Тик төндә 12 градусҡаса һыуытасаҡ, тип хәбәр итә синоптиктар.

6 ноября 2018
Смотреть видео  Бөгөн Әбйәлил районында ағас йорт янып китте | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Әбйәлил районында ағас йорт янып китте

Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Ут  ярты сәғәт эсендә һүндерелде.  Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, мейестәрҙең төҙөк булмауы, йылытыу ҡоролмаларын ҡулланғанда ҡағиҙәләрҙе тупаҫ боҙоу сәбәпле янғындар арта.

6 ноября 2018
Смотреть видео Поликлиника бар, әммә унда йөрөргә ярамай | ГТРК «Башкортостан»

Поликлиника бар, әммә унда йөрөргә ярамай

Өфөләге Колгуев биҫтәһендә йәшәүселәр йорт янында урынлашҡан 2-се поликлиниканың асылмауына зарлана. Ата-әсәләр сабыйҙарын икенсе райондарға йөрөтөргә мәжбүр. Ни өсөн поликлиника хеҙмәткәрҙәре пациенттарҙы һаман ҡабул итә алмай?Гүзәл Фатихова сабыйын поликлиникаға алып барыу өсөн икенсе районға...

2 ноября 2018
Смотреть видео Өфөлә Беренсе май урамында газ шартлаған | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Беренсе май урамында газ шартлаған

Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Асыҡланыуынса, хужабикә газды тулыһынса һүндерелмәгән булған. Уяулыҡты юғалтыу шундай күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе ихтимал. Бының менән мутлашыусылар ҙа файҙаланып ҡалырға тырыша. Өфөлә мутлашыусылар үҙҙәрен газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре итеп танытып оло...

2 ноября 2018
Смотреть видео Башҡортостан бюджеты социаль йүнәлешле булырға тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан бюджеты социаль йүнәлешле булырға тейеш

Республика етәксеһе Радий Фәрит улы Хәбиров Парламент ҡарамағына 2019 йылға яңы бюджет проектын тәҡдим итте. Өҫтәмә сығымдар сәбәпле барлыҡҡа килгән дефицитты ҡаплар өсөн республиканың мөмкинлектәре бар.

2 ноября 2018
Смотреть видео Республикала карьерҙер буйынса тикшереү башланды | ГТРК «Башкортостан»

Республикала карьерҙер буйынса тикшереү башланды

Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Баймаҡ районында булғанда файҙалы ҡаҙылмаларҙың тәләфләнеүенә ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Баймаҡ районының Темәс ауылы сауҡалыҡтары бөгөн һуғыш яланын хәтерләтә. Тиҫтәләрсә йылдар буйына бынан тәбиғи таш сығарыла, әммә кире...

2 ноября 2018
Смотреть видео Бөгөн республикала бихисап авариялар теркәлде | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн республикала бихисап авариялар теркәлде

Ямғыр яуып һыуытҡандан һуң юлдарҙы боҙ ҡапланы. Күп кенә водителдәр әле һаман ҡапыл бер рәттән икенсеһенә күсеп йәйгесә йөрөргә маташа, юл шарттарын иҫәпкә алмай, билдәләнгән тиҙлекте һаҡламай. Тап ошо сәбәпле юл-транспорт ваҡиғалары теркәлә.

2 ноября 2018
Смотреть видео Студенттарҙы көсләргә яратҡан уҡытыусы | ГТРК «Башкортостан»

Студенттарҙы көсләргә яратҡан уҡытыусы

Ун алты йәшлек ҡыҙҙарға бәйләнгән уҡытыусы буйынса йәнә яңы мәғлүмәттәр билдәле булды. Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжын тамамлаусы башҡа студенттар ҙа был хәл беренсегә ҡабатланмай, тип белгертте. Әммә күптәр колледжтан ҡыуырҙар тип ҡурҡып, ваҡытында тәфтиш комитетына...

1 ноября 2018
Яндекс.Метрика