Слушай Маяк! Болей за наших! - Хоккей на Маяке - 1109052913 | ГТРК «Башкортостан»

Тура бәйләнештә Рәсәй президенты

Рәсәй президенты Владимир Путин 20 июндә тура эфирҙа илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, халыҡ-ара хәлгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк. Программа «Рәсәй 1», «Рәсәй 24», «Беренсе», «НТВ», «ОТР», «МИР» телеканалдарында, «Маяҡ», «Хәбәрҙәр FM» һәм «Рәсәй радиоһында тура эфирҙа күрһәтеләсәк. Һорауҙы телефондан шылтыратып, СМС йәки ММС-хәбәр ебәреп, шулай уҡ программаның сайты йәки махсус мобиль ҡушымта аша бирергә мөмкин. Һрауҙар шулай уҡ социаль селтәрҙә лә ҡабул ителә. Бынан тыш, «Мәскәү – Путинға» һәм «ОК Live» ҡушымталарынан эфир ваҡытында студия менән тура видеоэлемтәгә сығыу мөмкинлеге лә бар. Һорауҙар Хәбәрҙәрҙе ҡабул итеү үҙәгенә 8–800–200–40–40 номеры буйынса Рәсәйҙең бар төбәктәренән дә шылтыратырға була. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай. Рәсәй президенты менән тура бәйләнеш көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Ялған баҙлауыҡтарҙы иман нурынан айыра белеү зарур | ГТРК Башкортостан

Ялған баҙлауыҡтарҙы иман нурынан айыра белеү зарур

Рус православие сиркәүе етәксеһе изге патриарх Кирилл халыҡҡа шундай белдереү менән мөрәжәғәт итте. Изге Кирилдың һүҙен ишетергә теләгәндәр өсөн тәүлек ваҡыты ла, һауа торошо ла ҡамасаулай алманы. Ямғыр яуыуына ҡарамаҫтан халыҡ таралышмай. Изге патриарх менән осрашырға килгәндәрҙең барыһы ла...

6 июня 2016
Смотреть видео Башҡортостан мәсеттәрендә изге айҙың башланыуын белдереп тәүге тәрәүих намаҙҙары уҡылды | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан мәсеттәрендә изге айҙың башланыуын белдереп тәүге тәрәүих намаҙҙары уҡылды

Ураҙаның тәүге сәхәрен ашарға Мәрйәм аҙыҡтың иң файҙалыһын әҙерләгән. 10 йыл дауамында был изге ниәтте башҡарған хужабикә көн әйләнәһенә етерлек көс булһын өсөн нисек дөрөҫ туҡланырға яҡшы белә. Бигерәк тә быйыл, Рамаҙан айы йылдың иң оҙон көндәренә һәм иң ҡыҫҡа төндәренә тура килә. Рамаҙан айының...

6 июня 2016
Смотреть видео Бөгөн  Рамаҙан айының беренсе көнө | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Рамаҙан айының беренсе көнө

Ул момослмандар өсөн иң изге һәм абруйлы ай. Ҡулынан килгән һәр кем ай дауамында ураҙа тота. Ошо уңайҙан Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтәй Тәлғәт Тажетдин республика мосолмандарына тәбрик һүҙҙәрен һәм изге теләктәрен еткерҙе.  

6 июня 2016
Смотреть видео Башҡортостан Африка көнө фестиваленә ҡушыла | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан Африка көнө фестиваленә ҡушыла

Бөгөн Өфөлә республика юғары уҡыу йорттарында белем алған сит ил студенттары Серго Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайында күркәм байрамда ҡатнашырға йыйына. Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡыған төрлө милләт вәкилдәре һәр милли байрамда теләп ҡатнаша. Бөгөн ҡыҙҙар Африка көнөнә дәррәү...

3 июня 2016
Башҡортостан әҙәбиәте оло юғалтыу кисерҙе | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан әҙәбиәте оло юғалтыу кисерҙе

78-се йәшендә билдәле башҡорт шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов арабыҙҙан китте. Ул күп йылдар Совет Башҡортостаны, башҡа гәзит – журналдарҙа эшләй. Етәксе вазифалар биләй. Тәүге шиғырҙары 60-сы йылдарҙа донъя күрә. Ул һуғыш шаңдауы, дошманлыҡты фаж ҡылыу...

3 июня 2016
Хужалыҡтар бесәнгә төштө | ГТРК Башкортостан

Хужалыҡтар бесәнгә төштө

Әле 41 районда күп йыллыҡ үлән сабыу эштәре башланған. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был эш пландың 4 процентында башҡарылған. Ғафури, Илеш, Ҡалтасы һәм Саҡмағоштар майҙандарҙың 10 проценттан ашыуында эштәрҙе теүәлләгән. Бесән һәм сенаж әҙерләү планы республиа буйынса 1 процент...

3 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Анкараның баҫымына ҡарамаҫтан, Германия Бундестагы депутаттары  Осман империяһында 1915-се йылдағы ваҡиғаларҙы әрмән геноциды итеп таныны. Төркиә президенты Рәжәп Эрдоган быға үкенес белдереп Германия менән мөнәсәбәттәрҙе ҡайтанан ҡарап сығырға саҡырған. Ғыйраҡтың Эль-Фаллуджа ҡалаһы өсөн...

3 июня 2016
Смотреть видео Өфөлә 5 ҡатлы йорт емерелеүе ихтимал | ГТРК Башкортостан

Өфөлә 5 ҡатлы йорт емерелеүе ихтимал

Черниковкалағы хрущеваларҙың береһендә йәшәүселәр үҙҙәренең ғүмере өсөн ҡурҡа. Быға иң аҫҡы ҡатта башҡарылған ремонт эштәре сәбәпсе. Халыҡ бер нисә көн элек Междуреченск ҡалаһында йорт ишелеү осрағы бында ла ҡабатланыуы ихтимал тип борсола. Ярты быуат элек төҙөлгән иҫке йортта йәшәүселәрҙе март...

3 июня 2016
Смотреть видео Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар эскелеккә бирелгән ғаиләләр буйлап рейд ойошторҙо | ГТРК Башкортостан

Бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар эскелеккә бирелгән ғаиләләр буйлап рейд ойошторҙо

Орджоникидзе районында ғына ошондай 113 ғаилә иҫәптә тора. Улар менән даими эш алып барыла. Әммә һөҙөмтә юҡ тиерлек.  Был фатирҙа хужабикә генә булып сыҡты. Үҙенең өйҙә булыуын ул сырхап тороуы менән аңлатты.  Бүлмәләрҙәге бысраҡлыҡты күреп күпте күргән инспекторҙар ҙа шаҡ ҡатты.Йортта...

3 июня 2016
Смотреть видео Салауат районында 10 кеше, шул иҫәптән 4 бала торлаҡһыҙ ҡалған | ГТРК Башкортостан

Салауат районында 10 кеше, шул иҫәптән 4 бала торлаҡһыҙ ҡалған

Кисә киске 7-ләр тирәһендә сыҡҡан ут бер юлы 3 йортто көлгә әйләндерә. Фажиғә Мөрсәлим ауылында була. Бәхеткә зыян күреүселәр юҡ, янғын әлеге ваҡытҡа тулыһынса һүндерелгән. Ут сығыу сәбәптәрен асыҡлау дауам итә. Мөрсәлим ауыл биләмәһе башлығы Альберт Садыҡов һүҙҙәренә ҡарағанда, әле торлаҡһыҙ...

3 июня 2016
Смотреть видео Беҙҙең телеканалда 3 ай дауамында барған  «Ал сәсәкә» акцияһына  йомғаҡ яһалды | ГТРК Башкортостан

Беҙҙең телеканалда 3 ай дауамында барған «Ал сәсәкә» акцияһына йомғаҡ яһалды

Бөйөк рус яҙыусыһы Сергей Аксаковтың тыуыуына 225  йыл айҡанлы ойошторолған акция Башҡорт Дәүләт опера һәм балет театрында ҙур тамаша менән тамамланды. Сараға бөтә республиканан 600-ләгән бала саҡырылғайны. Артистар Марк Твендың “Том Сойер” әҫәрен сәхнәләштереп күрһәтте. Килгән ҡунаҡтар...

2 июня 2016
Смотреть видео Берҙәм Дәүләт имтихандарының тағы ла бер этабы тамам | ГТРК Башкортостан

Берҙәм Дәүләт имтихандарының тағы ла бер этабы тамам

Бөгөн сығарылыш уҡыусылары математика фәненән белемдәрен һынаны.  Өфөнөң Киров районынан 8 мәктәптең 242 уҡыусыһы иртә менән ҡаланың Аксаков исемендәге 11-се гимназияһы ихатаһына йыйылды. Уҡыусыларҙы тикшереү аша үткәреп 16 аудиторияға урынлаштырҙылар. Имтихан барышында  ойоштороусылар...

2 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй самолеттары Сүриәлә Хасеке виләйәтендә  ИГИЛ төркөмө контроллек иткән биләмәлә нефть эшкәртеү заводын утҡа тотто. Һөҙөмтәлә технологик ҡоролмалар сафтан сыҡҡан, резервуарҙа һаҡланған нефть продукттарына ут тоҡанған. Германияла ҡойма ямғырҙар сәбәпле Бавария федераль ере тулыһынса...

2 июня 2016
Смотреть видео Башҡортостан  ауыл  хужалығы  техникаһын  урында етештереү мөмкинлектәрен эҙләй | ГТРК Башкортостан

Башҡортостан ауыл хужалығы техникаһын урында етештереү мөмкинлектәрен эҙләй

Бөгөнгә Стәрлетамаҡтағы заводтарҙың береһе сапҡыс-урғыстар сығарыуҙы яйға һалған. Ә Дүртөйлөләге  йәмғиәттәрҙең  береһендә комбайндар йыйыу линияһы һынау уҙа. Тик төбәк продукцияһы республикала түгел, ә башҡа субьекттарҙа хуплау таба. Динар Низаев Дүртөйлөлә йыйылған комбайндарҙың һәр...

2 июня 2016
14-се июндән «Башавтотранс» автобустарында йөрөү ҡыйбатлана | ГТРК Башкортостан

14-се июндән «Башавтотранс» автобустарында йөрөү ҡыйбатлана

Өфөлә транспорт картаһы буйынса билет хаҡы 5 һумға артып 20 һум, ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә 7 һумға артып 25 һум буласаҡ.  Предприятие өсөн Республика Хөкүмәте ҡуйған хаҡтар дүрт йыл үҙгәрешһеҙ ҡалды һәм пассажирҙар ташыуҙың үҙҡиммәтенә тап килмәй,  пассажирҙарҙы страховкалау, транпорт...

2 июня 2016
Смотреть видео Өфөгә Вьетнам консулы эш сәфәре менән килде | ГТРК Башкортостан

Өфөгә Вьетнам консулы эш сәфәре менән килде

Ву Зуй Мынг әфәнде был юғары уҡыу йортонда белем алған ватандаш студенттарының уҡыу кимәле, тормошо менән ҡыҙыҡһынды. Ву Зуй Мынг үҙе лә юғары белемде Рәсәйҙә алған. Өфөлә тәүге тапҡыр булһа ла, Башҡортостан менән Вьетнам араһында дуҫлыҡ күпере ныҡлы булыуын билдәләне. Вьетнам ҡыҙҙары сит илдә...

2 июня 2016
Смотреть видео Өфөлә Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан республикаһының төбәк-ара конференцияһы үтә | ГТРК Башкортостан

Өфөлә Рәсәй һәм Ҡырғыҙстан республикаһының төбәк-ара конференцияһы үтә

Быйыл бишенсе тапҡыр ойошторолған форумда ике ил араһындағы сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлектәре тураһында фекер алышыуҙар бара.Рәсәй-Ҡырғыҙстан иҡтисади мөнәсәбәттәренә бөгөн тәү сиратта ике илдең төбәк-ара хеҙмәттәшлек даирәләренең киңәйеүе йоғонто яһай. Республикалар сауҙа...

2 июня 2016
Смотреть видео Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре банкоматты ватып аҡса урлаусыларҙы эҙләй | ГТРК Башкортостан

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре банкоматты ватып аҡса урлаусыларҙы эҙләй

Был ваҡиға бөгөн иртәнге 4 сәғәттә теркәлә. Шул уҡ ваҡытта енәйәт урынына полиция хеҙмәткәрҙәре килеп етә. Әммә енйәтселәр 450 мең аҡса менән ҡасып өлгөргән була. Ваҡиға шаһиттарынан 279-39-02 йәки 02 телефондарына шылтыратыу һорала.  

2 июня 2016
Смотреть видео Баш ҡалабыҙҙа өлкән йәштәгеләр араһында компьютерҙа эшләү оҫталығы буйынса IV республика чемпионаты үтте | ГТРК Башкортостан

Баш ҡалабыҙҙа өлкән йәштәгеләр араһында компьютерҙа эшләү оҫталығы буйынса IV республика чемпионаты үтте

Конкурста ҡатнашыусы 40-ҡа яҡын кеше электрон технологиялар буйынса белемдәрен тикшерҙе. Уҡытыусы Лилиә Михайлова хаҡлы ялда.  Шуға ҡарамаҫтан, әле лә тик ултырмай, әүҙем яҙыша, кисәләр уҙғара, сәскәләр үҫтереү менән шөғөлләнә. Был эштәрҙе алып барғанда компьютер ҙур ярҙамсым, ти ул.Йорт...

1 июня 2016
Смотреть видео Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә “Ал сәскә” әҙәби акцияһына йомғаҡ яһала | ГТРК Башкортостан

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә “Ал сәскә” әҙәби акцияһына йомғаҡ яһала

Беҙҙең телеканал өс ай дауамында телевизор ҡараусыларҙы Серегей Аксаковтың ижады, әҫәрҙәре менән таныштырҙы, республика мәктәптәре уҡыусылары өсөн төрлө әҙәби саралар үткәрҙе. Ә бөгөн   Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында социаль приюттар, балалар йорттары һәм махсус коррекция...

1 июня 2016
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә уҡыусылар өсөн йәйге лагерҙар асылды | ГТРК Башкортостан

Бөгөн Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә уҡыусылар өсөн йәйге лагерҙар асылды

Башҡортостанда быйыл төрлө лагерь һәм шифаханаларҙа 207 мең бала сәләмәтлеген нығытасаҡ. Бынан тыш, мәктәптәр янындағы көндөҙгө лагерҙар ҙа эшләйәсәк. Миловка урта белем биреү мәктәбендә балаларҙы ҡабул итергә әҙерләнәләр. Уҡытыусылар һәм вожатыйҙар кластарҙы һәм бүлмәләрҙе тәртипкә килтерә, матур...

1 июня 2016
Смотреть видео Бөгөн балаларҙың бөтә теләктәре бойомға аша | ГТРК Башкортостан

Бөгөн балаларҙың бөтә теләктәре бойомға аша

Башҡаланың Салауат Юлаев исемендәге майҙанында бының өсөн барыһы ла ҡаралған.  ,,Өфө – балалар ҡалаһы, ғаиләләр ҡалаһы,,, тип исемләнгән күмәк сараға килгәндәрҙе уйындар, ярыштар, йыр-моң һәм татлы бүләктәр  көтә. Йәмле йәйҙең тәүге көнө йыл да шулай күңелле сараларҙан башлана. Халыҡ-ара...

1 июня 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре  | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Францияла поездар хәрәкәте туҡтатылған. Илдә хеҙмәт кодексының яңы проектына ризаһыҙлыҡ белдереп ҡаршылыҡ акциялары дауам итә. Тимер юлсыларға, нефть эшкәртеүсе завод эшселәренә, пилоттар, авиадиспетчерҙар ҡушылырға әҙер. Бундестаг депутаттары  Осман империяһында 1915-се йылдағы ваҡиғаларҙы...

1 июня 2016
Яндекс.Метрика