Тура бәйләнештә Рәсәй президенты

Рәсәй президенты Владимир Путин 20 июндә тура эфирҙа илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, халыҡ-ара хәлгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк. Программа «Рәсәй 1», «Рәсәй 24», «Беренсе», «НТВ», «ОТР», «МИР» телеканалдарында, «Маяҡ», «Хәбәрҙәр FM» һәм «Рәсәй радиоһында тура эфирҙа күрһәтеләсәк. Һорауҙы телефондан шылтыратып, СМС йәки ММС-хәбәр ебәреп, шулай уҡ программаның сайты йәки махсус мобиль ҡушымта аша бирергә мөмкин. Һрауҙар шулай уҡ социаль селтәрҙә лә ҡабул ителә. Бынан тыш, «Мәскәү – Путинға» һәм «ОК Live» ҡушымталарынан эфир ваҡытында студия менән тура видеоэлемтәгә сығыу мөмкинлеге лә бар. Һорауҙар Хәбәрҙәрҙе ҡабул итеү үҙәгенә 8–800–200–40–40 номеры буйынса Рәсәйҙең бар төбәктәренән дә шылтыратырға була. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай. Рәсәй президенты менән тура бәйләнеш көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Интернет торлаҡ-коммуналь хужалығына ярҙамға килә | ГТРК «Башкортостан»

Интернет торлаҡ-коммуналь хужалығына ярҙамға килә

Өфөлә беренсе тапҡыр социаль селтәр аша мөрәжәғәт итергә мөмкинлек биргән,  берләштерелгән торлаҡ хужалығы барлыҡҡа килде. Хәҙер Орджоникидзе районында йәшәүселәр ғаризаларын, һорау-үтенестәрен ,,Бәйләнештә,, селтәре аша ебәрә ала.  Ут һүнһә лә, лифт эшләмәһә лә, башҡа төрлө авария...

5 сентября 2018
Смотреть видео Өлөшсөләр өсөн ҡыҙыу линия | ГТРК «Башкортостан»

Өлөшсөләр өсөн ҡыҙыу линия

Алданған өлөшсөләр өсөн ҡыҙыу бәйләнеш эшләй башлағандан алып 200-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, шылтыратыусылар йышыраҡ төҙөлөштөң ҡасан тамамланыуы тураһында белешә. Уларға объекттарҙа төҙөлөш эштәренең барышы...

5 сентября 2018
Смотреть видео Бөгөн төндә Өфөлә ер тетрәне | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн төндә Өфөлә ер тетрәне

Ул сама менән бер минут тирәһе дауам итте. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ер тетрәү үҙәге ун саҡырым тәрәнлектә Силәбе өлкәһендә теркәлгән. Уның көсө Рихтер шкалаһы буйынса 5 бөтөн ундан 5 балға еткән. Был хаҡта бөгөн Европа-Урта диңгеҙ сейсмология үҙәгенән хәбәр иттеләр.  Республиканың ғәҙәттән...

5 сентября 2018
Смотреть видео Өфөгә Иран делегацияһы килде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөгә Иран делегацияһы килде

Бер-нисә минут элек кенә Республика башлығының Иран ислам республикаһы делегацияһы менән осрашыуы тамамланды.   Иран менән Башҡортостан араһында сауҙа әйләнеше күләме  йылдан йыл арта. 2018 йылдың ғинуарында алынған мәғлүмәттәр буйынса республикала Иран капиталы ҡатнашҡан 5...

5 сентября 2018
Смотреть видео Рөстәм Хәмитов: "Башҡортостан 24" телеканалының барлыҡҡа килеүе-дөрөҫ йүнәлештә эшләнгән аҙым | ГТРК «Башкортостан»

Рөстәм Хәмитов: "Башҡортостан 24" телеканалының барлыҡҡа килеүе-дөрөҫ йүнәлештә эшләнгән аҙым

Бөгөн Өфөлә ,,Берҙәм Рәсәй,, медиафорумы үтте. Унда бар республиканан өс йөҙгә яҡын журналист ҡатнашты. Сарала ,,Регион телеканалдарын үҫтереү стратегияһы,, һәм ,, Киң мәғлүмәт сараларының мөмкинлектәрен интернет даирәләрендә йәйелдереү,, хаҡында һүҙ алып барылды. Дәүләт теле һәм...

4 сентября 2018
Смотреть видео Медиа-даирәлә башҡорт телендә эшләүсе өр-яңы «Башҡортостан24»  телеканалы эшләй башланы | ГТРК «Башкортостан»

Медиа-даирәлә башҡорт телендә эшләүсе өр-яңы «Башҡортостан24» телеканалы эшләй башланы

Медиа-даирәлә башҡорт телендә эшләүсе өр-яңы «Башҡортостан24»  телеканалы эшләй башланы. Бөтә Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы холдингындағы был канал уникаль архивҡа һәм башҡортостан телевидениеһының алтын фондына эйә. Бынан тыш,тап Башҡортостан 24 телеканалы республика...

3 сентября 2018
Смотреть видео Яҡшы футбол | ГТРК «Башкортостан»

Яҡшы футбол

Тобол ҡалаһында СИБУР компанияһы ойошторған “Яҡшы футбол” проектының икенсе миҙгеле тамамланды. Был проектта Благовещен ҡалаһынан команда ҡатнашты. Быйыл 11-12 йәшлек малайҙар икенсе урын яуланы. Әйткәндәй, Благовещен ҡалаһында СИБУР компанияһы ярҙамы менән балалар өсөн футбол мәктәбе лә...

3 сентября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Көнбайыштың теләһә  ниндәй санкциялары ла Рәсәйҙе теҙләндерә алмай. Америка яғынан яңы сикләүҙәр ғәмәлгә ингәс рәсми Мәскәү шундай белдереү менән сығыш яһаны. Кремль яуап санкциялары әҙерләй. Ҡушма Штаттар сикләүе, тәү сиратта, оборона тармағына, дәүләт кредиттарына, нефть һәм газ тармағына...

3 сентября 2018
Яндекс.Метрика