Тура бәйләнештә Рәсәй президенты

Рәсәй президенты Владимир Путин 20 июндә тура эфирҙа илдең ижтимағи-сәйәси һәм социаль-иҡтисади тормошона, халыҡ-ара хәлгә ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәсәк. Программа «Рәсәй 1», «Рәсәй 24», «Беренсе», «НТВ», «ОТР», «МИР» телеканалдарында, «Маяҡ», «Хәбәрҙәр FM» һәм «Рәсәй радиоһында тура эфирҙа күрһәтеләсәк. Һорауҙы телефондан шылтыратып, СМС йәки ММС-хәбәр ебәреп, шулай уҡ программаның сайты йәки махсус мобиль ҡушымта аша бирергә мөмкин. Һрауҙар шулай уҡ социаль селтәрҙә лә ҡабул ителә. Бынан тыш, «Мәскәү – Путинға» һәм «ОК Live» ҡушымталарынан эфир ваҡытында студия менән тура видеоэлемтәгә сығыу мөмкинлеге лә бар. Һорауҙар Хәбәрҙәрҙе ҡабул итеү үҙәгенә 8–800–200–40–40 номеры буйынса Рәсәйҙең бар төбәктәренән дә шылтыратырға була. Ҡала һәм мобиль телефондарҙан шылтыратыу бушлай. Рәсәй президенты менән тура бәйләнеш көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ни өсөн битлекһеҙ? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн битлекһеҙ?

Республикала үҙизоляция режимы йомшарыу менән урамда кешеләр күбәйҙе. Сауҙа өлкәһе хеҙмәткәрҙәре лә һағынып эшкә ашыҡты. Һатыусылар һәм һатып алыусылар пандемия шарттарында хәүефһеҙлек сараларын үтәйме? Быны оператив төркөм һәр ваҡыт күҙәтеү аҫтында тота. Битлекһеҙ һәм бирсәткәһеҙ ир бер...

20 мая 2020
Смотреть видео Өфөлә ҡаланы төҙөкләндереү буйынса әүҙем эштәр башҡарыла | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ҡаланы төҙөкләндереү буйынса әүҙем эштәр башҡарыла

Пандемия шарттарында ла парк һәм ихаталарҙы төҙөкләндереүҙе тәғәйенләнгән ваҡытына тамаланыу ҡарала. Шәмбе өмәләре лә йола буйынса ойоштороласаҡ, тик бөтә санитар нормалар үтәлергә тейеш. Өфө Черниковкаһындағы ихата  ҡырмыҫҡа ояһын хәтерләтә. Махсус техника, эшселәр, коммуналь хеҙмәткәрҙәре...

20 мая 2020
Смотреть видео Башҡортостанда үҙизоляция режимы дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда үҙизоляция режимы дауам итә

Башҡортостанда үҙизоляция режимы дауам итә. Өлкән кешеләр һәм хроник сирҙәр менән сирләүселәр өсөн ул оҙайтылды. Яҙғы матур көндәр нисек кенә тышҡа сығырға әйҙәп торһа ла, өлкән йәштәгеләргә әлегә өйҙә ултырырға. Үҙизоляция режимы хәүеф аҫтында булған граждандар өсөн Указға ярашлы дауам итә. ...

20 мая 2020
Смотреть видео Беҙҙең телерадиокомпания алдынғы мәғлүмәт ресурстары араһында лидерҙар иҫәбендә | ГТРК «Башкортостан»

Беҙҙең телерадиокомпания алдынғы мәғлүмәт ресурстары араһында лидерҙар иҫәбендә

Рейтингтарҙы “Медиалогия» компанияһы 2020 йылдың беренсе квартылына әҙерләгән. Башҡортостан дәүләт телерадиокампанияһы өҙөмтәләр килтереү буйынса республиканың бөтә медиаресурстары, шулай уҡ интернет баҫмалар һәм мәғлүмәт агенстволары араһынан икенсе урынды биләй. Беренсе урында “Башинформ”...

20 мая 2020
Смотреть видео Пионерия көнө менән! | ГТРК «Башкортостан»

Пионерия көнө менән!

Бөгөн тарихта -  пионерия көнө. 98 йыл элек 19 майҙа Бөтә Рәсәй комсомол конференцияһы һәр ерҙә пионер отрядтары төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итә. СССР-ҙа пионерия көнө совет уҡыусыларының төп байрамдарының береһе була. Пионерия көнө уҡыу йылының аҙағына тура килә һәм  был көндә һәр...

19 мая 2020
Смотреть видео Изге урындарҙың да сиге булырға тейеш! | ГТРК «Башкортостан»

Изге урындарҙың да сиге булырға тейеш!

Башҡортостанда боронғо ҡурғандарҙың һәм изге урындарҙың сиктәре раҫланды. Урта быуаттарға ҡараған Турахан кәшәнәһе, алты яңғыҙ ҡурған һәм 21 ҡурған-ҡәберлектәрҙең хәҙер сиктәре рәсмиләштерелде.  Эштең төп маҡсаты - изге урындарҙы, әүлиәләрҙең ҡәберлектәрен ер һөргәндә, көтөү көткәндә...

19 мая 2020
Смотреть видео Ут менән һаҡ ҡыланығыҙ! | ГТРК «Башкортостан»

Ут менән һаҡ ҡыланығыҙ!

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Киҫкен хәлдәр менән идара итеү үҙәгенән килгән мәғлүмәт. Республикала ут менән хаҡһыҙ ҡыланыу осраҡтары арта. 17 майҙа Кушнаренко дауаханаһына 13 йәшлек үҫмерҙе алып киләләр. Ул мунса мейесенә тиҙ тоҡаныусан шыйыҡсаны һибеп, тәнен яндыра. Әлеге мәлдә ул Өфөнөң...

19 мая 2020
Смотреть видео Онкодиспансер киңәйә | ГТРК «Башкортостан»

Онкодиспансер киңәйә

Пандемияға ҡарамҫтан төбәктә мөһим социаль объекттарҙы төҙөү дауам итә. Был йәйҙә онкологик диспансерҙа төҙөлөш тамамлана.  Әле унда һуңғы эштәр башҡарыла. Бинала диагностикалау бүлеге, поликлиника һәм 250 урынға стационар урынлашасаҡ. Был ҙур бинаны күреп төкәтмә генә, тип уйламаҫһың....

19 мая 2020
Смотреть видео Көрәш дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Көрәш дауам итә

Республикала коронавирус менән көрәш дауам итә. Ковид-лабораторияларҙың ҡеүәте көсәйтелә, анализ тапшырыу  өсөн халыҡ күләме арттырыла. Бер нисә аҙнала тестар һанын тәүлегенә 7 мең 500-гә еткерергә ниәтләйҙәр. Был күрһәткес башланғыс этап менән сағыштырғанда 10 тапҡырға күберәк....

19 мая 2020
Смотреть видео Мобиль ҡушымта | ГТРК «Башкортостан»

Мобиль ҡушымта

Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы тамашасыларына тағы ла яҡыныраҡ. Ошо көндәрҙә мобиль телефондар өсөн өр-яңы ҡушымта барлыҡҡа килде.  Хәҙер беҙҙең медиа-холдингтың продукттары бер урында тупланған. Теләгән һәр кем “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының да рәсми ҡушымтаһын...

18 мая 2020
Яндекс.Метрика