Республика кардиодиспансерын киләһе ике йылда ҙур үҙгәрештәр көтә

Бында тиҙҙән яңы хирургия корпусын төҙөү башлана. Ике йыл эсендә заман талаптарына яуап биргән дауахана файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Төп маҡсат-яңы урындар булдырыу түгел, ә дауалауҙың алдынғы кимәленә өлгәшеү. Айырыуса, ауыл ерендә йәшәгәндәрҙең  һаулығына иғтибар артасаҡ. Республикала халыҡтың 40 процентҡа яҡыны ауылда йәшәй, демография үҫешен дә йышыраҡ улар күтәрә, ә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәтенең ауылдағы күрһәткесе түбән.

Хәбәрҙәр

Башҡортостанға эш сәфәре менән Франция делегацияһы килде

Улар бөгөн республика хөкүмәтендә осрашыуҙар уҙғарҙы. Әңгәмә барышында быға тиклем булған бәйләнештәрҙе юғлтмау кәрәклеге билдәләнде. Һуңынан ауыл хужалығы министрлығында иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында инвестициялар йәлеп итеү, берлектәге проекттар булдырыу мөмкинлеге ҡаралды. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән...

22 июня 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Быйыл көҙ Рәсәйҙә иҡтисади үҫеш көтөлә. Иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев ошо турала Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында белдерҙе. Алексей Улюкаев фараздарына ярашлы, 2016 йылдан башлап Эске тулайым продукт 2-3 процентҡа үҫә барасаҡ. Әлеге ваҡытта хаҡтар артыуы күҙәтелмәй, Рәсәй һумының...

22 июня 2015
Смотреть видео

Бөгөн Хәтер һәм ҡайғы көнө

Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға теүәл 74 йыл. 1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға һуҙылған яуҙа рәсми мәғлүмәттәр буйынса 27 миллион кешенең ғүмере өҙөлөп, йөҙҙәрсә мең ауыл һәм ҡала ер менән тигеҙләнә. Башҡортостан ил...

22 июня 2015
Смотреть видео

Бактериофагтар: үткән заман һәм киләсәк

Йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау һәм иҫкәртеү – кешелекте борсоған иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. 20-се быуат башында,   бактериофаг препараттары төркөмө асылғас, сирҙәрҙе дауалау ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Һуңыраҡ, антибиотиктар барлыҡҡа килеү менән, бактериофагтарға иғтибар кәмей төшә, әммә...

19 июня 2015
Смотреть видео

Иҫкәртелгән, тимәк, ҡоралланған

Йәй миҙгеле Башҡортостан таможняһы хеҙмәткәре өсөн өҫтәмә мәшәҡәттәр осоро. Баш ҡаланың һауа вокзалына донъяның төрлө дәүләттәренән ҡайтыусы юлсылар багажын тикшереү һәм тыйылған әйберҙәрҙе асыҡлау бермә-бер арта. Сәйәхәтселәр үҙ сумкаларында тәмәке ҡабынан келәмдәргә тиклем йәшерергә тырыша....

19 июня 2015

Өфөлә ҡояш батареялары ярҙамында эшләүсе туҡталыш барлыҡҡа килде

Көндөҙ ҡояш батареялары энергия туплай, ә кисен уның ярҙамында реклама, юл билдәле һәм башҡаланың тарихи урындары төшөрөлгән картиналар яҡтыртыла. Был проект шәхси инвестициялар иҫәбенә тормошҡа ашырылған.   Башҡортостанда был йүнәлештә әүҙем эшмәкәрлек алып барыла. Бөтә Рәсәйҙә берәү...

19 июня 2015
Смотреть видео

2016-сы йылдан барлыҡ уҡыу йорттарында ГТО нормалары индерелә

Уҡыусылар яҡшылап ҡағиҙәләрҙе белһен һәм үҙҙәрен алдан һынап ҡараһын өсөн Башҡортостанда Бөтә Рәсәй физик культура һәм спорт комплексы фестивале уҙғарыла. Ошондай сара бөгөн Өфөнөң Биатлон спорт һауыҡтырыу комплексында үтә. Унда  республиканың төрлө район-ҡалаларынан үҫмерҙәр ҡатнаша.Сөләймән...

19 июня 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Австрияның иҡтисад белгестәре Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкцияларҙан күрелгән зыян күләмен 100 миллиард евроға баһалаған. 2 миллион кеше эш урындарын ҡалдырған. Илдең иҡтисади тикшеренеүҙәр институты хисаптарынан күренеүенсә, санкциялар сәйәсәтенән Рәсәй түгел, ә Европа берлеге илдәре зыян күрә....

19 июня 2015
Смотреть видео

Санкт-Петербургта халыҡ-ара иҡтисади форумдың бөгөн икенсе көнө

Абруйлы сарала Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге республика делегацияһы ла ҡатнаша. Рөстәм Хәмитов Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының эшлекле форумында сығыш яһап бизнес вәкилдәре араһында хеҙмәттәшлекте яңыса ҡороу кәрәклеген билдәләне. Был йәһәттән Көнбайыш Ҡытайҙан Европаға юл...

19 июня 2015

Башҡортостан ШОС һәм БРИКС саммиттарына тулыһынса әҙер

Республика башлығы был турала Новости мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында белдерҙе.Аэропорт, отельдәр, юлдар әҙер. Конгресс холл бинаһы төҙөкләндерелде. Башҡортостан концерт залы яңыртылды. Аэропорттың халыҡ-ара терминалы төҙөлдө. Хәҙер ул сәғәтенә 800 пассажирҙы хеҙмәтләндерә ала.  Әле...

19 июня 2015

Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле республикала янғындар арта

Үткән тәүлектә генә 18 янғын теркәлде. Уларҙы һүндереүгә 130 кеше һәм 47 берәмек техника йәлеп ителгән. Янғындарҙың төп сәбәбе- ут менән һаҡһыҙ эш итеү, эскән килеш тәмәке тартыу. Һуңғы осорҙа шулай уҡ балаларҙың шырпы менән уйнауы сәбәпле лә янғындар йыш теркәлә башланы. 

19 июня 2015

Стәрлетамаҡта таксистҡа һөжүт иткәндәр

 Ғәҙәттән тыш хәл бөгөн төнөн теркәлде. Иҫерек ир ҡулына балта тотоп машинаның артҡы тәҙрәләрен вата. Водитель машинанан сығып өлгөрә. Шаһиттар иҫеректе тотоп ҡулын бәйләп ергә һалып ҡуялар һәм полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡырталар. 

19 июня 2015

Рәсәйҙең туризм буйынса федераль агентлығы илдә йәшәүселәрҙе Берләшкән ғәрәп әмирлектәре һәм Көньяҡ Кореяға барыуҙан тыйылып торорға саҡырҙы

Тап был илдәрҙә короновирустың таралыуы күҙәтелә. Ауырыу гриппҡа һәм пневмонияға оҡшаш. Әле Көньяҡ Кореяла был ҡурҡыныс ауырыуҙы 150 кеше йоҡторған. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы МЕРС вирусының ҡурҡыныс менән янауын таныған.

19 июня 2015
Смотреть видео

Июнь аҙағына тиклем Башҡортостанда ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуасаҡ

Көндәр эҫе торасаҡ. Көндөҙ 24-34 градус эҫе булыуы көтөлә тип хәбәр итәләр гидромет үҙәктән. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, алдағы көндәрҙә һауа температураһы 31-33 градус буласаҡ. Был тәү сиратта ҡаҙаҡ далаларында һауа массаларының үҙгәрешенә бәйле.  

18 июня 2015

Тренер Сергей Михалев һәләк булған юл-транспорт фажиғәһендә ҡатнашыусы үҙ ғәйебен тулыһынса таныған

Уның  Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан иғлән ителгән амнистияға эләгеүе ихтимал.Авария Силәбе өлкәһе биләмәһендә апрель айында теркәлгәйне. Шкода Октавия машинаһы ҡаршы яҡ юлға сығып йөк ташыусы МАЗ менән бәрелешкәйне. Фажиғәлә алтын тренер Сергй Михалевтың ғүмере өҙөлдө. Енәйәт эшен тикшереү...

18 июня 2015
Смотреть видео

Өфөлә полиция хеҙмәткәрҙәре ике ир-егетте эҙләй

Тәфтишселәрҙең күҙаллауынса, улар  һатыусыларҙың иғтибарһыҙлығынан  файҙаланып сауҙа нөктәләрендә аҡса урлаған. Кибеттәрҙең береһендә аҡса урлау мәлен күҙәтеү камераларына төшөрөп алған. Күренеүенсә, мутлашыусылар алдан билдәләнгән план буйынса эш итә. Ир-егеттәрҙең береһе арзанлы ...

18 июня 2015

Хеҙмәт хаҡын конверттарҙа түләгән етәкселәргә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ

Рәсәй Дәүләт Думаһына ошо туралағы закон проекты тапшырылған.Документҡа ярашлы, предприятиелар директорҙарына 500 мең һумға тиклем штраф һалыу йәки 3 йылға иркенән мәхрүм итеү ҡарала. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, илдә конверттарҙа түләнгән хеҙмәт хаҡының өлөшө 50 проценттан ашыу

18 июня 2015
Смотреть видео

Бөгөн Рамаҙан айының беренсе көнө

Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Иманлы кешеләр өсөн ураҙа, тәү сиратта, рухи һәм физик яҡтан сафланыу, тыйылған сара һәм күренештәрҙән ситтә тороу мөмкинлеген бирә. Асия Мансурованың оҫта ҡулдары тәмле ризыҡтар бешерә. ...

18 июня 2015
Смотреть видео

Баш ҡала аэропортында Өфө-Анталия рейсы тотҡарланған

Был самолет менән сит илгә барыусылар 12 сәғәттән ашыу көтөргә мәжбүр, пассажирҙарға тағы күпме көтөргә тура килере билдәһеҙ. Авиакомпаниянан белдереүҙәренсә, борт техник сәбәптәр арҡаһында осош яһай алмай. Аэропорттан хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин телефон аша һөйләй.

18 июня 2015

Республика юлдарынан ,,Хәрби туғандашлыҡ,, һәм ,,Десант туғандашлығы,, хәрәкәттәре ағзалары ойошторған патриотик автомобиль йөрөшө үтә

 ,,Тымыҡ океан Еңеү маршруты,,нда ҡатнашыусылар кисә Өфөлә туҡтап үтте. Колонна 2-се июндә Владивосток ҡалаһында старт алғайны, ике ай эсендә 5 автобилдән торған экипаж Рәсәйҙең 44 ҡалаһы аша үтергә, Севастополь ҡалаһынан Санкт-Петербургҡа етеп Япон, Ҡара, Балтик диңгеҙҙәрен тоташтырырға...

18 июня 2015
Смотреть видео

Башҡортостан вәкилдәре "IВолга" йәштәр форумына юлланды

Сара бөгөн Һамар өлкәһендә асыла. Унда Волга буйы федераль округы төбәктәренән алдынғы ҡарашлы йәштәр йыйыла. Һамар өлкәһендә үткән мәртәбәле форумға Республиканан 110 йәш кеше саҡырыу алды. Улар бөгөн иртәнге етелә Өфөнән юлға сыҡты. 1 «IВолга» – идеялар  майҙаны, унда йәш ғалимдар,...

17 июня 2015
Смотреть видео

Иҫке Собханғол ауылында Бөрйән районының социаль-иҡтисади үҫешенә арналған кәңәшмә үтте

Ултырышты Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рөстәм Мәрҙәнов алып барҙы. Унда районды аяҡҡа баҫтырыу буйынса план тикшерелде һәм бер нисә өҫтөнлөклө йүнәлеш билдәләнде. Тәүҙә иһә республика хөкүмәте делегацияһы төбәктәге проблемалар менән танышты.  Яңы Монасип һәм...

17 июня 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Европала МЕРС вирусынан бер ир һәләк булған. Кореяла был короновирустан үлеүселәр 154 кә еткән. Илдә 2 мең уҡыу йорто, мәктәпкәсә учреждениелар ябылған, күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы сараларҙы үткәреү тыйылған. МЕРС вирусы тәүге тапҡыр 2012-се йылда Сәғүд ғәрәбстанында асыҡланған. Әле уға ҡаршы дарыу...

17 июня 2015
Яндекс.Метрика