Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ҡырым республикаһы буйынса баш идаралығы Орджоникидзе ауылы янындағы пляжда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында шартламай ҡалған бомбаларҙы юҡ итте. Бер тонналыҡ өс минаны һәм 500 килограмлыҡ авиабомбаны дайверҙар тапҡан. Операция ике көн дауам иткән.
  • Нью-Йоркта Альберт Эйнштейндың хаттары аукционға сығарылды. Физик-теоретик Пол Эпштейнға яҙылған хатты белгестәр 50 мең долларға баһалаған. Быйыл бөйөк ғалимдың тыуыуына 140 йыл тулды.
  • Бүрәт республикаһында Модонкүл ҡыҙғылт-һары төҫкә ингән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йылғаға сәнәғәт комплексынан шыйыҡса аҡҡан. Тикшереүҙәр һыу кадмий, марганец кеүек ауыр металдар менән бысраныуын күрһәткән. Модонкүл Джида, ә Джида Селенга йылғаһына ҡоя. Белгестәр  Байкалдың бысраныу ихтималлығы тураһында иҫкәртә.
  • Төркиәнең Батман виләйәтендә урынлашҡан Хәсәнкәйеф ҡалаһы бер аә эсендә һыу аҫтында ҡаласаҡ. Ошо урында хакимиәттәр яңы гидроэлектр станцияһы төҙөргә ҡарар иткән. 1260 йылда боронғо ҡаланы монголдар емерә, әммә һуңынан уны ҡабаттан тергеҙәләр. Хәсәнкәйефтә 4 мең мәмерйәнән торған ер аҫты ҡалаһы ла урынлашҡан.
  • Тамбовта Көнбайыш хәрби округтың ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған махсус тәғәйенләнештәге отрядтарының күнекмәләре башланды. Тактик төркөмдәр  уңайһыҙ позицияларҙан күсеп йөрөүсе сәптәргә автоматтан һәм пистолеттан атыу таһыллығын шымартасаҡ. Күнекмәләр бер ай дауам итә. Һуңынан ҡыҙҙар Бөтә армия ярыштарында ҡатнаша.
Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Легендар ГАЗ-63 | ГТРК «Башкортостан»

Легендар ГАЗ-63

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Тәтешле оҫталары легендар ГАЗ-63 машинаһын тергеҙгән. Бындай  автомобилдәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы 1930 йылдарға барып тоташа. Горький автомобилдәр эшләү заводы хеҙмәткәрҙәре бөтә юлдарҙан да үтә алыу ҡеүәтенә эйә йөк машинаһын уйлап таба. Бөйөк Ватан һуғышы...

15 января 2020
Смотреть видео Өфө беренсе тапҡыр хәрби парад ҡабул итәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Өфө беренсе тапҡыр хәрби парад ҡабул итәсәк

 Быйыл 9-сы майҙа башҡала урамдарынан 1800 хәрби һәм 90 берәмек техника үтергә әҙерләнә. Республика Хөкүмәте ултырышында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейын билдәләү мәсьәләһе тикшерелде. Башҡортостандың милли музейында Бөйөк Ватан һуғышы тарихына тотош зал арналған. Бындағы уҙенсәлекле әйберҙәр...

15 января 2020
Смотреть видео Быйылғы беренсе эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Быйылғы беренсе эш сәфәре

Республика етәксеһеның быйылғы беренсе эш сәфәре Тәтешле һәм Балтас райондарынан башланды. Уҙған йылда Радий Хәбиров 98 тапҡыр эш сәфәрендә булған. Республика башлығы килгәс кенә, урындарҙағы ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса ҡәтғи саралар күрелгән.

15 января 2020
Смотреть видео Аксаков шыршыһы | ГТРК «Башкортостан»

Аксаков шыршыһы

Башҡаланың элекке Аксаков халыҡ йортонда, хәҙерге башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында «Аксаков шыршыһы» тип аталған үҙенсәлекле байрам үтте. Өфө меценаттары ярҙамы менән ойошторолған сарала донъяға билдәле балалар табибы Леонид Рошаль да ҡатнашты. Роман исемле малайға 15 йәштә генә булыуына...

14 января 2020
Смотреть видео Батырҙарҙың ҡаһарманлығы онотолмай | ГТРК «Башкортостан»

Батырҙарҙың ҡаһарманлығы онотолмай

Луганск халыҡ республикаһында Салауат Юлаев исемендәге Эҙәрмәндәр отряды ойошторолған. Алчев ҡалаһында булдырылған төркөм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы алышҡан урындарҙы тикшерә һәм тарихын өйрәнә. Отрядҡа өлкәндәр һәм уҡыусылар инә. Ошо көндәрҙә йәш эҙәрмәндәре Өфө ҡалаһында һәм Шайморат...

14 января 2020
Смотреть видео Өфөлә яңы троллейбус | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә яңы троллейбус

Киләһе көҙгә башҡала урамдарына Өфөлә төҙөлгән өр-яңы троллейбустың сығыуы көтөлә. Трамвай-троллейбус заводы йылына 100 машина етештереүгә иҫәп тота. Әлегә тиклем троллейбус өсөн кузовтар партнер предприятиеһында әҙерләнһә Өфө заводы быйылдан кузовтар етештереүҙе үҙ иңенә алырға ниәтләй. Июль айына...

14 января 2020
Смотреть видео Өфөлә интеллектуаль транспорт системаһын төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә интеллектуаль транспорт системаһын төҙөлә

Башҡортостан юлдарында аҡыллы светофорҙар менән юл билдәләре барлыҡҡа киләсәк. Киләһе биш йылда төбәк юлдарында, Өфө һәм Стәрлетамаҡта ошондай 160 светофор урынлаштырыу көтөлә. Республика хөкүмәтендә үткән сираттағы транспорт сәғәтендә Өфө агломерацияһында интеллектуаль транспорт системаһын төҙөү...

14 января 2020
Смотреть видео Ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә мөрәжәғәттәр  артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә мөрәжәғәттәр артҡан

Яңы йыл байрамдары ваҡытында ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә мөрәжәғәттәр ике тапҡырға артҡан. Батырлыҡҡа тиң аҙымдарға барырға тура килгән һөнәр эйәләре тураһында күптәр белеп тә бөтмәй. Диспетчерҙың бойроғон ишетеү менән ашығыс ярҙам бригадаһы саҡырыуға ашыға. Кәрәкле медикаменттар тултырылған...

14 января 2020
Смотреть видео Хаҡ арттырған өсөн штраф | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡ арттырған өсөн штраф

Ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре хаҡын арттырған өсөн штраф һалыуҙары ихтимал. Хөкүмәт Дәүләт Думаһына ошондай закон проектын индерергә ниәтләй. Торлаҡ кодексының 157-се статьяһына төҙәтмәне күҙ уңында тотҡан документты Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ...

14 января 2020
Смотреть видео Айыҡ каникулдар һөҙөмтәһе иғлан ителде | ГТРК «Башкортостан»

Айыҡ каникулдар һөҙөмтәһе иғлан ителде

Үлем осраҡтары ике тапҡырға аҙыраҡ. Хөкүмәттә айыҡ каникулдар һөҙөмтәһе иғлан ителде. Ауыл хужалығында йыллыҡ һөҙөмтәләр барланды, тыуымды арттырыу буйынса киләсәккә пландар билдәләнде. 950 рейд барышында 1 тоннанан ашыу спиртлы эсемлек тартып алынған. Яңы йыл каникулдары ваҡытында алкоголле...

14 января 2020
Яндекс.Метрика