Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ҡырым республикаһы буйынса баш идаралығы Орджоникидзе ауылы янындағы пляжда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында шартламай ҡалған бомбаларҙы юҡ итте. Бер тонналыҡ өс минаны һәм 500 килограмлыҡ авиабомбаны дайверҙар тапҡан. Операция ике көн дауам иткән.
  • Нью-Йоркта Альберт Эйнштейндың хаттары аукционға сығарылды. Физик-теоретик Пол Эпштейнға яҙылған хатты белгестәр 50 мең долларға баһалаған. Быйыл бөйөк ғалимдың тыуыуына 140 йыл тулды.
  • Бүрәт республикаһында Модонкүл ҡыҙғылт-һары төҫкә ингән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йылғаға сәнәғәт комплексынан шыйыҡса аҡҡан. Тикшереүҙәр һыу кадмий, марганец кеүек ауыр металдар менән бысраныуын күрһәткән. Модонкүл Джида, ә Джида Селенга йылғаһына ҡоя. Белгестәр  Байкалдың бысраныу ихтималлығы тураһында иҫкәртә.
  • Төркиәнең Батман виләйәтендә урынлашҡан Хәсәнкәйеф ҡалаһы бер аә эсендә һыу аҫтында ҡаласаҡ. Ошо урында хакимиәттәр яңы гидроэлектр станцияһы төҙөргә ҡарар иткән. 1260 йылда боронғо ҡаланы монголдар емерә, әммә һуңынан уны ҡабаттан тергеҙәләр. Хәсәнкәйефтә 4 мең мәмерйәнән торған ер аҫты ҡалаһы ла урынлашҡан.
  • Тамбовта Көнбайыш хәрби округтың ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған махсус тәғәйенләнештәге отрядтарының күнекмәләре башланды. Тактик төркөмдәр  уңайһыҙ позицияларҙан күсеп йөрөүсе сәптәргә автоматтан һәм пистолеттан атыу таһыллығын шымартасаҡ. Күнекмәләр бер ай дауам итә. Һуңынан ҡыҙҙар Бөтә армия ярыштарында ҡатнаша.
Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Үтенес кире ҡағылды | ГТРК «Башкортостан»

Үтенес кире ҡағылды

Бөгөн республика юғары суды ришүәт алыуҙа ғәйепләнеүсе прокурорҙың аппелеция ғаризаһын тикшерҙе. Өфөнөң Киров районы суды үткән аҙнала уны ике айға һаҡ аҫтына алыу ҡарарын сығарғайны. Хәбәрсебеҙ ғәзиз Лоҡманов беҙҙең студия менән тура эфирға сыға.

19 сентября 2018
Смотреть видео Башҡорт театрына Хөкүмәт премияһы тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт театрына Хөкүмәт премияһы тапшырылды

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына Хөкүмәт премияһы тапшырылды. Федор Волков исемендәге награда профессиональ сәнғәтте үҫтереүгә көс һалған алдынғы коллективтарға тапшырыла. Премияны йыл һайын иң күбе 3 театр ала, уға 100 мең һумлыҡ аҡсалата дәртләндереү ҙә ҡаралған....

18 сентября 2018
Смотреть видео Өфө студенттары күреү мөмкинлегенән мәхрүмдәр өсөн донъяны аса | ГТРК «Башкортостан»

Өфө студенттары күреү мөмкинлегенән мәхрүмдәр өсөн донъяны аса

Улар баш ҡалалағы билдәле биналарҙың макеттарын төҙөй. Һуҡырҙар уларға ҡағылып таныша, экскурсия ҡыла ала. Студенттар проектты артабан үҫтереүгә 200 мең һумлыҡ грант та алған. Тағы ла ПВХ, пластик, биналарҙың макеттарын эшләүҙә төҙөлөштә ҡулланылған материалдарҙың барыһы ла тиерлек файҙаланыла....

18 сентября 2018
Смотреть видео Балалар поликлиникаларына  400 миллион һум | ГТРК «Башкортостан»

Балалар поликлиникаларына 400 миллион һум

Башҡортостанда балалар поликлиникаларын ҡорамалдар менән өҫтәмә йыһазландырыуға яҡынса 400 миллион һум аҡса бүленә. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 292 миллион һум, республика ҡаҙнаһынан 108 миллион һум аҡса бүленә. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был сара тәүге...

18 сентября 2018
Смотреть видео Күп балалы ғаиләләргә ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Күп балалы ғаиләләргә ярҙам

Киләһе йылдан Башҡортостанда өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙары тыуған ғаиләләргә федераль бюджеттан да ярҙам ҡаралған. Әгәр быға тиклем төбәктәр өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙары тыуған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә — 70, ә федераль үҙәк 30 процент бүлһә, киләһе йылдан был тәртип киреһенсәгә үҙгәрә. Шуға...

18 сентября 2018
Смотреть видео Демографик хәлде яҡшыртыуға 15 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә | ГТРК «Башкортостан»

Демографик хәлде яҡшыртыуға 15 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығынанан хәбәр итеүҙәренсә, аҡса демографик хәлде яҡшыртыуҙан тыш, Рәсәй Президентының «май» Указдарын тормошҡа ашырыу барышында хеҙмәт мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә, республикала уңайлы инвестиция мөхите булдырыуға, дәүләт милкен файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген...

18 сентября 2018
Смотреть видео Өфөлә йәмәғәт транспортына юл хаҡы артты | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йәмәғәт транспортына юл хаҡы артты

Баш ҡаланың ҡайһы бер маршрут автобустарында хәҙер 30 һум түләргә тура килә. Быны бензинға хаҡтар артыуы менән аңлаталар. Мәҫәлән, Дим биҫтәһенә хаҡы быға тиклем 25 һум торһа, 15 сентябрҙән ул 30 - ға етте. Биҫтәнең үҫеүе, күпселек халыҡтың Өфөлә эшләүен иҫәпкә алғанда, был яңылыҡ пассажирҙарҙы...

18 сентября 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй һәм Төркиә 15-се октябргә тиклем Сүриәнең Идлиб виләйәтендә хөкүмәт ғәскәрҙәре һәм ҡораллы оппозиция араһында махсус биләмә булдырырға һөйләшеп килеште.  Владимир Путин менән Рәжәп Эрдоган араһындағы һөйләшеүҙәрҙең төп һөҙөмтәһе шунан ғибәрәт. Хәбәрселәр алдында сығыш яһап Рәсәй...

18 сентября 2018
Смотреть видео Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә ТАСС агентлығында хәбәрселәр менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә ТАСС агентлығында хәбәрселәр менән осрашты

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Мәскәүҙә ТАСС агентлығында Рәсәй һәм сит илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре менән осраша. Ул ШОС һәм БРИКС илдәренең  Өфөлә үтәсәк бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумына арнала. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, эшҡыуарлыҡ иҡтисадты яңы кимәлгә сығара ала. ШОС...

18 сентября 2018
Смотреть видео Теүәл ун йыл элек Башҡортостандың Дәүләт гимнының һүҙҙәре ҡабул ителде | ГТРК «Башкортостан»

Теүәл ун йыл элек Башҡортостандың Дәүләт гимнының һүҙҙәре ҡабул ителде

Ун биш йыл Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрит Иҙрисов ижад иткән гимн көйө һүҙһеҙ генә яңғыраны, ә  2008 йылда көйгә Башҡортостандың  атҡаҙанған фән эшмәкәре, шағир Рәшит Шәкүр һәм  Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбай һүҙҙәре ҡушылып, республикабыҙҙың дәүләт символы тулыланды....

18 сентября 2018
Яндекс.Метрика