Слушай Маяк! Болей за наших! - Хоккей на Маяке - 1109052913 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ҡырым республикаһы буйынса баш идаралығы Орджоникидзе ауылы янындағы пляжда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында шартламай ҡалған бомбаларҙы юҡ итте. Бер тонналыҡ өс минаны һәм 500 килограмлыҡ авиабомбаны дайверҙар тапҡан. Операция ике көн дауам иткән.
  • Нью-Йоркта Альберт Эйнштейндың хаттары аукционға сығарылды. Физик-теоретик Пол Эпштейнға яҙылған хатты белгестәр 50 мең долларға баһалаған. Быйыл бөйөк ғалимдың тыуыуына 140 йыл тулды.
  • Бүрәт республикаһында Модонкүл ҡыҙғылт-һары төҫкә ингән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йылғаға сәнәғәт комплексынан шыйыҡса аҡҡан. Тикшереүҙәр һыу кадмий, марганец кеүек ауыр металдар менән бысраныуын күрһәткән. Модонкүл Джида, ә Джида Селенга йылғаһына ҡоя. Белгестәр  Байкалдың бысраныу ихтималлығы тураһында иҫкәртә.
  • Төркиәнең Батман виләйәтендә урынлашҡан Хәсәнкәйеф ҡалаһы бер аә эсендә һыу аҫтында ҡаласаҡ. Ошо урында хакимиәттәр яңы гидроэлектр станцияһы төҙөргә ҡарар иткән. 1260 йылда боронғо ҡаланы монголдар емерә, әммә һуңынан уны ҡабаттан тергеҙәләр. Хәсәнкәйефтә 4 мең мәмерйәнән торған ер аҫты ҡалаһы ла урынлашҡан.
  • Тамбовта Көнбайыш хәрби округтың ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған махсус тәғәйенләнештәге отрядтарының күнекмәләре башланды. Тактик төркөмдәр  уңайһыҙ позицияларҙан күсеп йөрөүсе сәптәргә автоматтан һәм пистолеттан атыу таһыллығын шымартасаҡ. Күнекмәләр бер ай дауам итә. Һуңынан ҡыҙҙар Бөтә армия ярыштарында ҡатнаша.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Ҡырыммы, Сочимы әллә Тунисмы? | ГТРК Башкортостан

Ҡырыммы, Сочимы әллә Тунисмы?

Ял миҙгеленә республика халҡы Төркиә һәм Мысырға алмаш эҙләй. Һумдың валюталарға ҡарата үҙҡиммәтен юғалтыуы арҡаһында былтыр күптәр ял маршрутын үҙгәртергә мәжбүр булды, ә быйыл йәйгә иң популяр йүнәлештәргә лә сикләү индерелгәс ҡайҙа ял итергә тигән һорау тағы ла ҡатмарлашты. Йәйге ялды ҡайҙа...

30 мая 2016
Өфөнөң Дим районында газ баллоны шартлаған | ГТРК Башкортостан

Өфөнөң Дим районында газ баллоны шартлаған

Һәләкәт урынында әле беҙҙең хәбәрселәр эшләй. Сығарылыш дауамында беҙ һеҙгә тулыраҡ мәғлүмәт еткерергә тырышырбыҙ.  Иҫегегә төшөрәбеҙ, 2014-се йылдың ғинуарында Яңауыл ҡалаһында газ баллоны шартлау сәбәпле 6 кеше , шул иҫәптән ике бала һәләк булғайны. 11 фатир янып көлгә әйләнгәйне.

30 мая 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливия менән Италия араһында ҡасаҡтарҙың бер-нисә корабле һәләкәткә тарыған. Уларҙа яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 700 кеше һәләк булған. Ошо сәбәпле мигранттар мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе ойошмалар ҙур борсолоу белдерә. Политологтар һәм сәйәсмәндәр Европаның ҡасаҡтарға бәйле  сәйәсәтенә тәнҡит...

30 мая 2016
Өфөлә еңел холоҡлолар өсөн иң хәүефле райондар асыҡланды | ГТРК Башкортостан

Өфөлә еңел холоҡлолар өсөн иң хәүефле райондар асыҡланды

Һүҙ ВИЧ-инфекция тураһында бара. Һуңғы ваҡытта уның енси юл менән таралыу осраҡтары артыуы күҙәтелә. СПИД һәм йоғошло сирҙәрҙе иҫкәртеү үҙәге мәғлүмәттәренән күренеүенсә, былтыр баш ҡалала – 846, быйыл 4 ай эсендә 344 яңы осраҡ теркәлгән. Сир айырыуса Орджоникидзе, Ленин, Калинин райондарында...

30 мая 2016
Смотреть видео Көндәр йылыныу менән халыҡ йылға-күл буйҙарына ашыға | ГТРК Башкортостан

Көндәр йылыныу менән халыҡ йылға-күл буйҙарына ашыға

Әммә һыуҙың йылынып етмәүе, ярҙа ҡотҡарыусыларҙың эшләмәүе йыш ҡына күңелһеҙ хәлдәргә килтерә. Ошо көндәрҙә генә һыуҙа 8 кешенең ғүмере өҙөлгән. Пляж миҙгелен ваҡытынан алда асыусыларға һыу инеү кейемдәре һатып алыуҙан тыш хәүефеҙлек тураһында ла алдан хәстәрлек күреү зарур. Ҡайһы бер йылға ярҙары...

30 мая 2016
Смотреть видео Әбйәлил районында боҙ яуған. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, көслө ел сыҡҡан | ГТРК Башкортостан

Әбйәлил районында боҙ яуған. Шаһиттар хәбәр итеүенсә, көслө ел сыҡҡан

Ул юл буйындағы тимер торбаларға беркетеп ҡуйылған реклама баннерҙарын алып ырғытҡан. һуңынан боҙбармаҡ яуа башлаған. Автомобилдәр хәрәкәтен туҡтатып ел тымғанын көтөп ултырырға мәжбүр булған. Йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Быға тиклем Өфө янында ла боҙбармаҡ яуып шәхси хужалыҡтарға ныҡ...

30 мая 2016
Смотреть видео “Урал моңо - 2016” төрки йәштәренең халыҡ-ара фестивале ун һигеҙенсе тапҡыр ҡәрҙәш халыҡтарҙың иң талантлы йәштәрен йыйҙы | ГТРК Башкортостан

“Урал моңо - 2016” төрки йәштәренең халыҡ-ара фестивале ун һигеҙенсе тапҡыр ҡәрҙәш халыҡтарҙың иң талантлы йәштәрен йыйҙы

1992 йылда республика кимәлендә башланып киткән конкурс, 95-се йылдан Халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Быйыл унда 70 кеше көс һынай. Кисә фестивалде асыу тантанаһы һәм уның тәүге туры үтте. Өфө йәнә  дуҫлыҡ һәм сәнғәт үҙәге.  Донъяның 5 иленән, Рәсәйҙең  9 төбәгенән милли музыканы һаҡлау һәм...

27 мая 2016
Смотреть видео Башҡорт Артегы кемгә кәрәк? | ГТРК Башкортостан

Башҡорт Артегы кемгә кәрәк?

Республика балалары өсөн тәғәйенләнгән төп ял комплекстарының береһе хәҙер ташландыҡ хәлдә. Бөрө районындағы йыл әйләнәһенә эшләй торған сәләмәтлек үҙәге хәҙер юҡҡа сығыу алдында.  Туҡһанын тултырған Анна Дьяконованы башҡорт Артегы  яҙмышы өсөн көйөүсе берҙән-бер кеше тип атарға мөмкин....

27 мая 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Украина осоусыһы Надежда Савченконы азат итеү Минск килешеүҙәре менән бәйле түгел. Был турала Рәсәй сит ил эштәре министрлығынан Мария Захарова белдерҙе. Килешеүҙәрҙе үтәү өсөн Киев һәм Донбасстың турана-тура һөйләшеүе мөһим тигән ул. СНХ-“Это какой-то большой миф, который культивируется...

27 мая 2016
Смотреть видео Өфөлә нефтехимия Рәсәй форумы тамамланды | ГТРК Башкортостан

Өфөлә нефтехимия Рәсәй форумы тамамланды

“Ҙур химия” форумы менән “Нефть.Газ.Технологиялар” халыҡ-ара күргәҙмәһен берләштергән мәртәбәле йыйындың йомғаҡлау көнөндә тармаҡ программалары һәм уларҙы ғәмәлгә ашырыуҙа дәүләт көйләүе мәсьәләләренә арналған пленар ултырыш ойошторолдо.Химия менән нефтехимия – ил сәнәғәтенең иң өмөтлө тармаҡтары....

27 мая 2016
Һамарҙа «Рус космосы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары иғлан ителде | ГТРК Башкортостан

Һамарҙа «Рус космосы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары иғлан ителде

Унда «Репортаж» номинацияһында беҙҙең хәбәрсебеҙ Алина Каматованың һәм оператор Юрий Ефремовтың эше беренсе урын алды.Репортаж кинооператор Мәхмүт Рафиҡовҡа арналған. Тап уның камераһы үткән быуаттың икенсе яртыһындағы тарихи мәлдәрҙе-водород бомбаһын һынауҙы, кешенең йыһанға осоуын төшөрөп алған....

27 мая 2016
Смотреть видео Бөгөн берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың төп этабы башланды | ГТРК Башкортостан

Бөгөн берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыуҙың төп этабы башланды

Республикала рус әҙәбиәтенән 1 мең 55 һәм география фәненән 818 кеше белемдәрен һынарға килгән. Төбәктә 65 имтихан тапшырыу пункты эшләй. Уларҙың береһе Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында урынлашҡан. Шәхси  әйберҙәрҙе ҡалдырып,  паспорт һәм ручка алып ҡына...

27 мая 2016
Смотреть видео Өфө аэропортында Зика вирусы менән пассажирҙы эвакуацияланылар | ГТРК Башкортостан

Өфө аэропортында Зика вирусы менән пассажирҙы эвакуацияланылар

Бангкок-Өфө рейсы буйынса осҡан самолетта вирус йоҡторған кеше барлығы асыҡланды. Махсус хеҙмәттәр  салонды серәкәйҙәрҙән дә таҙартты. Тап улар Зика киҙеүен таратыусылар тип иҫәпләнә.  Салонда вирус менән сирле пассажир булыуы асыҡланғас, шунда уҡ, аэропорт вәкилдәре һәм башҡа хеҙмәттәр...

27 мая 2016
Дәүләкән районы Ивановка ауылы эргәһендә ир кешене йәшен атҡан | ГТРК Башкортостан

Дәүләкән районы Ивановка ауылы эргәһендә ир кешене йәшен атҡан

Барыһына ла кеҫә телефоны ғәйепле.  Ир кеше юл буйлап телефондан һөйләшеп китеп барғанда, йәшен уттары мобиль ҡоролмаға эләгә. Йәшен заряды кешенең яңағынан инә һәм барлыҡ тәне буйлап үтеп, аяғынан сыға. Тәне бешкән егетте тиҙ арала Өфөләге 18 дауаханаға, тәне бешеүселәрҙе дауалау үҙәгенә алып...

27 мая 2016
Смотреть видео Быйыл Башҡортостан хужалыҡтары алдында  3 миллион 200 мең тонна иген йыйып алыу бурысы ҡуйыла | ГТРК Башкортостан

Быйыл Башҡортостан хужалыҡтары алдында 3 миллион 200 мең тонна иген йыйып алыу бурысы ҡуйыла

Республика хөкүмәтендә яҙғы сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте. 

27 мая 2016
62-се йәшендә билдәле музыкант, ДДТ төркөмөнөң гитарисы Рөстәм Асанбаев яҡты донъя менән хушлашты | ГТРК Башкортостан

62-се йәшендә билдәле музыкант, ДДТ төркөмөнөң гитарисы Рөстәм Асанбаев яҡты донъя менән хушлашты

Һуңғы йылдарҙа ул ауыр яман шештән яфаланғайны. Рөстәм Асанбаев 20-се быуат рок музыкаһының билдәле шәхесе булып ҡала. Ул Юрий Шевчук менән бергәләп рус рок музыкаһының яңы дәүерен булдырыусы. Билдәле драматург, халыҡ яҙыусыһы Нәжиб Асанбаевтың улы йәштән үк гитара моңона ғашиҡ булып үҫә. Һөнәре...

27 мая 2016
Смотреть видео Башҡаланың Киров районында йәшәгән йәнә бер ғаилә сираттан тыш торлаҡ сертификаты алды | ГТРК Башкортостан

Башҡаланың Киров районында йәшәгән йәнә бер ғаилә сираттан тыш торлаҡ сертификаты алды

Республикала ҡабул ителгән законға ярашлы торлаҡ шарттарын был ысул менән яҡшыртыуға ғаиләһендә бер юлы өс бала тыуған ата-әсә дәғүә итә. Варвара, Мария һәм Арсений - Поповтар ғаиләһенең көтөп алынған игеҙәктәре. Әле уларға ике йәш тә тулмаған. Олатай-өләсәйҙең ике бүлмәле фатирында ете кеше көн...

26 мая 2016
Смотреть видео Бөгөн күп бала тәрбиәләүсе биш тиҫтәгә яҡын гүзәл зат “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде | ГТРК Башкортостан

Бөгөн күп бала тәрбиәләүсе биш тиҫтәгә яҡын гүзәл зат “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнде

Республикала 18 йыл дауамында 7 мең тирәһе әсәгә дәүләт наградаһы тапшырылған.  “Әсәлек даны” миҙалын алырға Зөлфиә Таипова Белорет районының  Сермән ауылынан килгән. Биш бала әсәһенә баш ҡалаға юл ҡыйынға төшә.  Ул алтынсы бәпәйен көтә. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған...

26 мая 2016
Смотреть видео Киске Өфө симфоник музыкаға күмелде | ГТРК Башкортостан

Киске Өфө симфоник музыкаға күмелде

Өфө амфитеатрына Башҡортостандан һәм сит ил музыканттары сығышын тыңларға 20 меңдән ашыу кеше килде. Быйыл концерт программаһына композиторҙар Сергей Прокофьевтың тыуыуына —125 һәм Заһир Исмәғилевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы уларҙың әҫәрҙәре, шулай уҡ Рәсәй киноһы йылы уңайынан...

26 мая 2016
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК Башкортостан

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй етәкселеге ауыр шарттарҙа  ил иҡтисадының тотороҡлоғон һаҡлап ҡалды. Ил президенты шундай белдереү яһаны һәм үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙырырға саҡырҙы. Францияла хеҙмәт ҡануниәтен үҙгәртеп ҡороуға ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдереп эш ташлаусылар көндән-көн арта. Илдә нефть эшкәртеү...

26 мая 2016
Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы станцияһының көнъяҡ подстанцияһы яңы заманса ҡорамал  менән йыһазландырылды | ГТРК Башкортостан

Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы станцияһының көнъяҡ подстанцияһы яңы заманса ҡорамал менән йыһазландырылды

Хәҙер ауыр хәлдәгеләрҙе, инфекция йоҡторғандарҙы махсус био-багҡа һалып күсереп йөрөтәсәктәр.  Был ҡорамалды кешене йоғошло сирҙәрҙән, иммунитеты ҡаҡшаған ауырыуҙарҙы мөхит шарттарынан аралар  өсөн ҡулланырға мөмкин. 

26 мая 2016
Мәктәп уҡыусыларына ВИЧ-инфекция тураһында тулы мәғлүмәт биреү өсөн махсус белгес дәрестәре зарур | ГТРК Башкортостан

Мәктәп уҡыусыларына ВИЧ-инфекция тураһында тулы мәғлүмәт биреү өсөн махсус белгес дәрестәре зарур

Ошо хаҡта бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа үткән түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар белдерҙе. Тәҡдим менән балалар хоҡуҡтары буйынса республика вәкиле Милана Скоробогатова сығыш яһаны.Ерҙәге йоғошло сирҙәр араһында ВИЧ-инфекция кешелеккә етди хәүеф менән янай. Сир йоҡтороусылар һаны йылдан-йыл арта,...

26 мая 2016
Смотреть видео Ғафури районында 60 гектарҙан ашыу майҙанда муйыл ағастарын көйә баҫып алған | ГТРК Башкортостан

Ғафури районында 60 гектарҙан ашыу майҙанда муйыл ағастарын көйә баҫып алған

Быйыл Ғафури районы халҡы муйыл емешен тәмләй алмаясаҡ. Ә ҡортсолар һәм малсылар өҫтәмә сығымдар кисерә. Бөтәһенә лә иртә яҙҙан ҡоротҡос бөжәктәрҙең әүҙемләшеүе сәбәпсе. Райондың 60 гектарҙан ашыу майҙанында муйыл ағастарын көйә баҫып алған. Ҡорттар уның емешен генә түгел, япраҡтарын да ҡыра....

26 мая 2016
Яндекс.Метрика