Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ҡырым республикаһы буйынса баш идаралығы Орджоникидзе ауылы янындағы пляжда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында шартламай ҡалған бомбаларҙы юҡ итте. Бер тонналыҡ өс минаны һәм 500 килограмлыҡ авиабомбаны дайверҙар тапҡан. Операция ике көн дауам иткән.
  • Нью-Йоркта Альберт Эйнштейндың хаттары аукционға сығарылды. Физик-теоретик Пол Эпштейнға яҙылған хатты белгестәр 50 мең долларға баһалаған. Быйыл бөйөк ғалимдың тыуыуына 140 йыл тулды.
  • Бүрәт республикаһында Модонкүл ҡыҙғылт-һары төҫкә ингән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йылғаға сәнәғәт комплексынан шыйыҡса аҡҡан. Тикшереүҙәр һыу кадмий, марганец кеүек ауыр металдар менән бысраныуын күрһәткән. Модонкүл Джида, ә Джида Селенга йылғаһына ҡоя. Белгестәр  Байкалдың бысраныу ихтималлығы тураһында иҫкәртә.
  • Төркиәнең Батман виләйәтендә урынлашҡан Хәсәнкәйеф ҡалаһы бер аә эсендә һыу аҫтында ҡаласаҡ. Ошо урында хакимиәттәр яңы гидроэлектр станцияһы төҙөргә ҡарар иткән. 1260 йылда боронғо ҡаланы монголдар емерә, әммә һуңынан уны ҡабаттан тергеҙәләр. Хәсәнкәйефтә 4 мең мәмерйәнән торған ер аҫты ҡалаһы ла урынлашҡан.
  • Тамбовта Көнбайыш хәрби округтың ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған махсус тәғәйенләнештәге отрядтарының күнекмәләре башланды. Тактик төркөмдәр  уңайһыҙ позицияларҙан күсеп йөрөүсе сәптәргә автоматтан һәм пистолеттан атыу таһыллығын шымартасаҡ. Күнекмәләр бер ай дауам итә. Һуңынан ҡыҙҙар Бөтә армия ярыштарында ҡатнаша.
Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

“Урал батыр” эпосы яҡут телендә донъя күрҙе | ГТРК «Башкортостан»

“Урал батыр” эпосы яҡут телендә донъя күрҙе

“Халыҡтарҙың эпик ҡомартҡылары” проекты сиктәрендә китап Саха-Яҡут республикаһы Дәүләт Йыйылышы тәҡдиме менән нәшер ителгән.  Яҡут телендә ул Ураал Баатыр тип атала. «Урал батыр» эпосы — башҡорт халҡының  бөйөк ҡомартҡыһы, ата-бабаларыбыҙ быуындан-быуынға тапшырған бай хазина — ауыҙ-тел...

26 марта 2018
Смотреть видео Республиканың иппотерапия үҙәгенә ябылыу ҡурҡынысы янай | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың иппотерапия үҙәгенә ябылыу ҡурҡынысы янай

Баҡтиһәң, үҙәктең ҡуртым буйынса ташламаларын бөтөргәндәр. Быға тиклем ул айына 2 мең булһа, хәҙер – 30 мең. Тик дәрестәрҙе бөтөнләй бушлай үткәргән дауалау учреждениеһының бындай юғары хаҡты түләргә мөмкинлеге юҡ.. Кекс ҡушаматлы ат балаларҙың дуҫы ла, табибы ла. Аҡыллы хайуан 10 йыл инде...

26 марта 2018
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ҡыҙыл байраҡ тапшырылған көн | ГТРК «Башкортостан»

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ҡыҙыл байраҡ тапшырылған көн

76 йыл элек Башҡортостан хөкүмәте Дим биҫтәһендә ойошторолған атлылар етәкселегенә байраҡты бирә һәм наказдар менән фронтҡа оҙата. За кадром. Бөгөн ошо датаға арнап Өфөнөң Еңеү паркында патриотик акция уҙғарылды. Йәмәғәт ойошмалары ағзалары, уҡыусылар һәм эҙәрмәндәр Мәңгелек утҡа, Генерал-майорҙар...

26 марта 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәйҙә эшләнгән “Кинжал”, “Сармат”, “Авангард” һәм пилотһыҙ һыу аҫты аппараты, атом ҡоралы менән йыһазландырылған ракета Америкала етди борсолоу тыуҙыра. Пентагон етәкселеге Ҡушма Штаттарҙың  Рәсәйҙең гипертауышлы ҡоралынан һаҡланыу өсөн алым юҡ, тип белдерҙе.  НАТО-ның киңәйеүе һәм...

26 марта 2018
Башҡортостанда тымау тейҙереүселәр арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тымау тейҙереүселәр арта

Сирләүселәр һаны эпидемиология сиген 31 процентҡа үтеп киткән.  Был һандар ,,Роспотребнадзор,, ойошмаһынан алынды. Шул уҡ ваҡытта белгестәр, борсолорға урын юҡ, миҙгел алмашынған осорҙа инфекция таралыуы ғәҙәти хәл тип белдерә. Әле Рәсәйҙең 23 төбәгендә грипп һәм тымау эпидемияһынан карантин...

26 марта 2018
Башҡортостанда һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда һауа торошоноң ҡырҡа үҙгәреүе көтөлә

Бөгөн көслө сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Шуға ла ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы алыҫ юлға сыҡмаҫҡа, сыҡҡан осраҡта үтә лә уяу булырға саҡыра. Балаларға, оло йәштәгеләргә был көндәрҙә урамға сыҡмау хәйерлерәк.  Көслө ел арҡаһында электр сымдары өҙөлә...

26 марта 2018
Смотреть видео Ҙур ҡайғыға килтергән күңел асыу | ГТРК «Башкортостан»

Ҙур ҡайғыға килтергән күңел асыу

Рәсәй президенты Владимир Путин бөгөн Кемеровола сауҙа-күңел асыу комплексында һәләк булғандарҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.Фажиғә тураһында хәбәр ителгәс тә, Владимир Путин Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Владимир Пучковҡа тиҙ арала Кемероваға осорға һәм тейешле...

26 марта 2018
Бер умырзая өҙгән өсөн 300 һумлыҡ штраф | ГТРК «Башкортостан»

Бер умырзая өҙгән өсөн 300 һумлыҡ штраф

Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы граждандарҙы Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һәм юҡҡа сығыу янаған умырзая сәскәләрен йыймаҫҡа, һатмаҫҡа һәм һатып алмаҫҡа саҡыра. Бер умырзая өҙгән  өсөн 300 һумлыҡ штраф ҡаралған. Умырзая һатҡанда, һатып алғанда– штраф өс...

23 марта 2018
Ҡытай йырсыһы | ГТРК «Башкортостан»

Ҡытай йырсыһы

Һәм сығарылыш аҙағында ҡыҙыҡлы видео. Мәҙәк хәл Ҡытайҙа төшөрөлгән. Аҡса эшләргә теләп бер ир автобусҡа керә һәм йырлай башлай.  Хәйер, аҙаҡтан нимә булғанын үҙегеҙ ҡарағыҙ

23 марта 2018
Бөгөн - Башҡорт автономияһының сираттағы йыллығы | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн - Башҡорт автономияһының сираттағы йыллығы

99 йыл элек Йәш совет хөкүмәте Башҡортостандың үҙаллылығын таный. 1919 йылдың 20 мартында Рәсәй Эшсе-Крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡортостан хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыла. Башҡортостан Рәсәй составындағы беренсе автономиялы республика статусын ала.....

23 марта 2018
Яндекс.Метрика